Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
11 Март 2022, 19:56

Иншалары үҙе бер әҫәр ине

45 йыл инде һабаҡташым Рәмиһеҙ йәшәйем...

1947 йылдың август айы. Өфөләге берҙән-бер 9-сы  башҡорт мәктәбенә ауылдарҙан күпләп уҡыусылар йыйған осор. Уҡыу башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалған. Мәктәптә быға тиклем белем алғандар уҡыу йылы алдынан ғына килә башланы, ә беҙ, беренсе тапҡыр баш ҡалаға аяҡ баҫҡандар, күптән имтихандар биреп, ятаҡтан урын алып, уҡыу йылына әҙерләнәбеҙ.

 

Дуҫлыҡ ҡайҙа беленә?

 

Беҙҙе кластарға бүлеп, кемдең ҡайҙа уҡыясағын асыҡлау һәм мәктәп ҡағиҙәләре менән таныштырыу өсөн йыйҙылар. Мәктәп ятаҡтан ярайһы ғына алыҫлыҡтағы  Зенцов урамындағы 49-сы  йортта урынлашҡан.

Мин үҙемдең 8 “а” класында уҡыяса­ғымды белдем дә, ҡыңғырау шылтырағансы тип, ишек алдына сыҡтым. Мәктәп ихатаһы йәм-йәшел бәпкә үләне менән ҡапланған. Шул сиҙәм өҫтөндә ҡырын төшөп ятҡан бөҙрә сәсле бер малай ҡыйыу ғына миңә өндәшә: “Әйҙә, кил бында, танышайыҡ”. Ул үҙенең ҡасан ошо мәктәптә уҡый башлағанын, ҡайһы яҡтан килгәнен, ниндәй класта уҡыуын һәм иң һуңынан үҙенең Рәми Ғарипов икәнлеген әйтеп,  ҡулын һуҙҙы. Мин дә үҙемдең ҡыҫҡа ғына тормош юлымды һөйләп бирҙем, ҡайһы класта уҡыясағымды белгәс: “Бер класта булабыҙ икән, дуҫ булайыҡ”, – тип йылмайҙы. Ул арала ҡыңғырау шылтыраны, класҡа индек. Беренсе көн ул мине үҙенең эргәһенә ултыртты. Әлегә бер кем менән таныш булмаған балаға сит мөхиттә тәүге йылы һүҙҙе ишетеү рәхәт булғандыр, күрәһең, күңелем күтәрелде. Шул көндән башлап беҙ Рәми менән яҡын дуҫтар булдыҡ. Үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттә, бер-беребеҙгә һәр ваҡыт терәк булырға тырыштыҡ. Бер партала ултырмаһаҡ та, йыш ҡына: “Хәлдәрең нисек? Йәберләмәйҙәрме үҙеңде?” – тип һорар ине. Мин дә уны яҡын күрҙем. Рәмиҙең математика дәрестәренә һалҡын ҡарауына эстән генә бошона инем.

– Рәми, ниңә математиканан аҙ булһа ла әҙерләнмәйһең инде? – тип көйөнөүемә: “Горькийҙар, Маяковскийҙар барҙа математикаға күңелемдә урын ҡалмай шул”, – тип шаяртыр ине. Ә уның рус һәм башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендәге яуаптары, яҙған иншалары үҙе бер әҫәргә тиң ине. Ҡайһы бер малайҙар кеүек, Рәми ваҡытын бушҡа ауҙарып йөрөмәне. Етди ҡарашлы, уйсан, тура һүҙле булды. Алдағы тормошҡа үҙен төрлө яҡлап әҙерләне: донъялағы бөтә яңылыҡтарҙы үҙе тойоп, татып ҡарарға тырышты. Спорт менән шөғөлләнде, хатта самолет йөрөтөргә өйрәнде, аҡса наҡыҫлығына ҡарамай, донъя гиҙергә лә өлгөрҙө.

Һиҙҙермәй генә сығарылыш имтихандары тапшырыу ваҡыты яҡынлашты. Ул саҡта бөтә фәндәрҙән дә имтихан бирергә кәрәк ине. Бер көн шулай Рәми эргәмә килде лә: “Ләлә дуҫҡай, башҡа фәндәрҙән нисек тә әҙерләнермен, алгебранан  иптәштәр ярҙам итер, һин миңә геометриянан билет һорауҙарына яуап бирергә ярҙамлаш әле”, – тип үтенде. Имтиханды “4” билдәһенә тапшырғас, атҡа менгәндәй булып шатланды, ихлас йылмайып, ҡулымды ҡыҫты. “Рәхмәт һиңә, дуҫлыҡ шунда беленә инде”, – тип ҡәнәғәтлеген белдерҙе. Мәктәпте  тамамлағас, Рәми Мәскәүгә сығып китте, мин Өфөлә ҡалдым. Әммә бәйләнеш өҙөлмәне, хат яҙышып та, студент саҡта йәйге каникулдарҙа, һуңынан оло тормош дәүерендә лә осрашып, кәңәшләшеп, серҙәребеҙ менән уртаҡлаша торғайныҡ.

 Шағир ҡәберендә  шиғырҙар уҡыныҡ

 

1952 йыл. Беҙ инде II курс студенттары. Май айында Рәмиҙән хат килеп төштө: “Ләлә, көт. Беҙ Әсҡәт Әшрәпов (Әсҡәт Мәскәүҙә кинематография институтында уҡый ине) менән Башҡортостан буйлап экспедицияға сығабыҙ. Шунда һеҙгә, Мәҡсүткә, мотлаҡ һуғылабыҙ”, – тип яҙылғайны. Июль урталарында килеп төштөләр, 15 көн беҙҙә булып, тирә-яҡ ауылдарға йөрөп, башҡорт өйҙәренең борондан ҡалған тәҙрә, ҡапҡа орнаменттарын, милли кейем өлгөләрен фотоға төшөрөп йөрөнөләр, легендалар йыйҙылар. Хатта Ерәнсә сәсән ҡәберенә лә барып килдек. Ары улар Ейәнсура, Йылайыр, Баймаҡ, Хәйбулла яҡтарында булып ҡайтты. Барған һәр урындан, үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашып, миңә хат яҙып торҙо.

Студент йылдары шулай  гөрләп үтеп тә китте. Мин, дүрт йылдан институт тамамлап, Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районына эшкә киттем, ә Рәмигә тағы бер йыл уҡырға кәрәк ине.

Һабаҡташым Силәбе өлкәһенә эшкә китеүемде бик хупланы. Ә бер хатында Силәбе башҡорттарының ауыҙ-тел ижадын өйрәнеүҙе һәм тарихи ҡомартҡыларҙы йыйыуҙы һораны. Әлбиттә, уның үтенесен тулыһынса үтәп, фольклор байлығы тупланған бер нисә ҡалын дәфтәр ебәрҙем.

Ни эшләйһең, донъя, ғаилә мәшәҡәттәре үҙенекен итә. Әкренләп хат яҙышыу һирәгәйҙе, мөмкин булғанда осрашып, аралашып торолдо.

1966 йыл. Мин Өфөгә белемемде камиллаштырыу өсөн килгәнмен. Уйламағанда класташтар менән осраштыҡ. Бөтә ҡайғыны онотоп, Тайора Ғабсабирова, Рәми Ғарипов, Тимер Йосопов (уның яңы ғына институтты тамамлаған сағы) һәм мин (тағы кемдәрҙер бар ине, онотолған), таң атҡансы шаярып-көлөп, Крупская паркында йөрөнөк. Рәшит Ниғмәтиҙең ҡәберенә барып, шиғырҙарын уҡыныҡ, уның менән “һөйләштек”, сәскә һалдыҡ. Рәми миңә үҙенең “Осоу” исемле беренсе китабын бүләк итте. Уға: “Класташым, йәшлек дуҫым Ләләгә үткәндәрҙе һағынып, тик бәхет кенә теләп, Рәми”, – тип яҙҙы.

Шулай йылдар үтә торҙо. Ул да, мин дә бала-сағалы булып бөттөк. Һабаҡташыма тормош еңел бирелмәгән кеүек, миңә лә анһат булманы. Үҙ хәсрәттәремде һөйләп, кәңәш һорап хат яҙғаным иҫтә. Ул миңә яуап яҙҙы. Тормош мәшәҡәттәре менән байтаҡ йылдар осрашырға насип булманы. Шулай ҙа бер-беребеҙ тураһында хәбәрҙар булдыҡ.

1975 йыл. Интернаттың юбилейына саҡырыу ҡағыҙы килеп төштө. Һабаҡташтар менән осрашыу шатлығы сикһеҙ, ләкин класташыбыҙ Әминев Миңнулланың вафат булыуын белеү кәйефте ныҡ ҡырҙы. Иптәштәр менән күрешеү араларҙы яҡынайтты, күмәкләп фотоға төштөк. Был осрашыу күңелдә яҡты иҫтәлек булып һаҡлана. Рәми менән оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ, бер-беребеҙҙең уңыштарыбыҙға һөйөндөк, кәңәшләштек. Уның шул ваҡытта миңә бүләк иткән “Аманат”, “Миләш-кәләш” тигән китаптары, ошо матур мәлдәрҙе хәтергә төшөрөп, юҡһыныу-һағыныу тойғоларын арттыра.

 

Һуңғы осрашыу

 

1976 йылдың июль айында Рәми менән һуңғы тапҡыр күрешеүебеҙ иҫтә. Өфөгә килеү менән яңы Матбуғат йортона барғанда, көтмәгәндә Рәмиҙе осраттым. Бер йыл эшһеҙ ятҡандан һуң яңы эшкә сығып, Башҡортостан буйлап командировкала йөрөп, ҡайтып ҡына тороуы тураһында хәбәр итте. Рәми үҙ тормошондағы һәм эшендәге миңә билдәһеҙ булған ҡытыршылыҡтарҙы, аңлашылмаусы­лыҡтарҙы ла урап үтмәне. “Мин һөйләйем дә һөйләйем, һин, дуҫҡай, үҙең нисек йәшәйһең? Балалар, ҡарттар ни хәлдә?” – тип һорап ҡуйҙы. Мин уға тормошомдағы ыңғай яҡтарҙы ғына һөйләргә тырыштым, сөнки минең хәсрәттән башҡа ла уның проблемаларының тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгеллеген аңланым. Эшемдәге уңыштарға сикһеҙ ҡыуанды.

– Бик шатмын, әйҙә ғүмер буйы шулай яҡшы булһын. Исмаһам, һинең өсөн тыныс булырмын, – тине. Ә үҙе һаман ил, халҡыбыҙ, тел яҙмышы өсөн борсолоуын белдереп көрһөндө. Икебеҙ өсөн дә ауыр тәьҫораттар ҡалдырған ошо һуңғы осрашыу әлегәсә күңелдән китмәй. 1977 йылдың 20 феврале барыбыҙҙы ла шаҡ ҡатырҙы. Рәмиҙең үлем хәбәрен күңел ҡабул итмәне, ышанманым. Әммә ни хәл итәһең, хәҡиҡәткә яуап юҡ.

Бына 45 йыл инде һабаҡташым Рәмиһеҙ йәшәйем. Һәр йыл уның тыуған һәм вафат булған көнөн иҫкә алырға ғына ҡалды. Рәми аҙ, әммә бәрәкәтле ғүмер кисерҙе. Ул һаман да беҙҙең аранан китмәгәндәй тойола, йыш ҡына ауыр ваҡытта ҡайғырып, яҡшы саҡта ҡыуанып төшөмә инә. Мәшһүр шағирыбыҙ Рәми үҙе китһә лә, бар булмышы, халҡына булған һөйөүе, көслө рухы беҙҙең менән ҡалды.

 

Ләлә БЕЙЕШЕВА.

 

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: