Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
29 Март 2022, 15:12

Үҙ заманының саф күңелле йырсыһы

Шағир һәм тәржемәсе Нәжиб Иҙелбайҙың тыуыуына 110 йыл тулды.

Баймаҡ районы сигендә Өфөнән барған ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ менән ҡаршы алған иҫтәлекле бер мәл.  Уртала – Нәжиб Иҙелбай һәм уның йәмәғәте Бибинур Ғәзизова-Иҙелбаева. 1982 йылдың октябре.
Баймаҡ районы сигендә Өфөнән барған ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ менән ҡаршы алған иҫтәлекле бер мәл. Уртала – Нәжиб Иҙелбай һәм уның йәмәғәте Бибинур Ғәзизова-Иҙелбаева. 1982 йылдың октябре.

Радио аша концерт бара. Бына диктор сираттағы йырҙы иғлан итә: “Ел, ерәнем!”, Нәжиб Иҙелбай һүҙҙәре, Заһир Исмәғилев музыкаһы”. Йырҙың тәүге ноталары уҡ йөрәктә әйтеп бөткөһөҙ дәрт, илһам тойғолары уятып ебәрә, онотолоп китеп, ошо моң донъяһына сумаһың. Көйө лә, һүҙҙәре лә бар булмышыңды биләп ала.

 

Сәсәндәрсә тапҡыр телле шағир

 

Илһамлы был һүҙҙәр – көйөнә, көйө шиғыр һүҙҙәренә нисек кенә тап килеп тора лабаһа:

Ел, ерәнем, егетеңде

Еткер ел етмәҫ ергә.

Яланда түгел, яуҙа ла

Гел икәү булдыҡ бергә.

 

Менгән атым,

Уң ҡанатым,

Һин батыр егет күрке, һай…

Һинең менән

Алға елгән

Батыр егет – ил күрке.

Яуҙарҙа Европаны урап сыҡҡан башҡорт атына, илде яҡлап тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәткән башҡорт атлыларына дан йыры булып яңғырай ул.

Йөҙҙән артыҡ йыр тексы ижад иткән шағир Нәжиб Иҙелбайҙың исеме үҙенең замандаштары Назар Нәжми, Ҡадир Даян, Яҡуп Ҡолмой кеүек йырсы шағирҙар менән бер рәттә тора. Уның һүҙҙәренә яҙылған “Сирень сәскәләре бүләк итәм” (Рафиҡ Сәлмәнов көйө), “Һандуғас” (Нариман Сабитов), “Шахтер егет”, “Әсәкәйем, ҡояшым” (Хөсәйен Әхмәтов), “Көтәм һине”, “Ҡуш ҡайын” (Заһир Исмәғилев), “Тыуған ауылым” (Тәлғәт Шәрипов), “Кемде һағынып йырлай был егет”, “Һандуғас булһаң ине” (Данил Хәсәншин көйө) башҡорт йыр сәнғәте тарихында лайыҡлы урын алды.

Нәжиб Иҙелбай шиғырҙары ихласлығы, үҙ заманының идеалдарына инанғанлығы менән айырылып тора. Уның ижады Тыуған илгә, тыуған еребеҙгә саф һөйөү тойғолары менән һуғарылған.

Иртә менән сығып, ҡарап

 торҙом

Ағиҙелдең текә ярынан.

Туған йылғам,

һиндәй тулҡынланып,

Күкрәгемдә йөрәк ярһына.

 

Һәр иртәнсәк иркен һулайым

 мин

Саф һауаһы менән Иҙелдең.

Һулыш һайын тоям иркенлеген,

Күркәмлеген Тыуған илемдең.

                (“Ағиҙел ярында”).

 

Шағирҙың һүрәтләү саралары, теле, стиле халыҡсан, ул йыш ҡына ҡобайыр алымдары менән иркен эш итә. Бына, ысынлап та, ҡобайыр һымаҡ ҡойоп ҡуйылған шиғыр өлгөһө:

Ботағы алтын алҡалай,

Япрағы көмөш тәңкәләй,

Һыны һылыу егеттәй,

Тамыры тәрән ереккән

Ер күрке аҡ ҡайындай,

Яҙ килә киң яланға.

 

Таң сулпаны ҡалҡҡанда

Ҡыҙҙар маҡтап йырлаған,

Таң һыҙылып атҡанда

Ҡоштары тынмай һайраған

Яҙ килә ер өҫтөнә,

Кереп әкиәт төҫөнә.

 

Ете урманды үтеп,

Ете диңгеҙҙе кисеп,

Һылыу ҡыҙҙай биҙәнгән,

Баһадирҙай киҙәнгән,

Эре атлап, яҙ килә

Баҫыуҙар киңлегенә.

                (“Баһадир яҙ килә”).

Нәжиб ағай тормошта ла сәсән­дәрсә тапҡыр телле, йор һүҙле була торғайны. Уның был һәләте “Ынйы­ларым” тигән ҡыҫҡа шиғырҙар (ике, дүрт, һигеҙ юллыҡтар) циклын­да айырыуса тулы сағыла. Ике юллыҡтарға миҫалдар:

Алғанһың икән ҡулыңа уҡ менән

 ян,

Яу ҡырында уҡтай атыл, ут

 булып ян.

 

***

 

Ауыр йылда, усаҡ яғып,

аҫһаң ҡаҙан,

Аш-һыуыңды уртаҡлашып,

хөрмәт ҡаҙан.

 

***

 

Булдыра алһаң, бутҡа бешер,

 бирәм ярма,

Булмай икән, телең менән

 борсаҡ ярма.

 

***

 

Гел күтәреп күнеккәнгә

ул еңелде,

Көрәштә иң көсһөҙҙән дә

ул еңелде.

 

***

 

Яҡты көндө күрәм тиһәң,

үргә үрел,

Халҡың менән, үрмә гөлдәй,

бергә үрел.

 

***

 

Белеү ҡыйын булған кеүек кеше

 уйын,

Әҙип булыу – иң ҡыйын эш,

 түгел уйын.

 

Теләгән бер шағирҙың ижадын биҙәп торорҙай табыштар ҙабаһа былар!

 

Маһир тәржемәсе

 

Нәжиб Иҙелбай башҡорт әҙәбиә­тендә маһир тәржемәсе булараҡ ҙур абруй ҡаҙанды. Беҙҙең быуын Степан Злобиндың атаҡлы “Салауат Юлаев” романын туған телебеҙҙә Рәшит Ниғмәти һәм Нәжиб Иҙелбай тәржемәһендә уҡып үҫте. Был роман – хәҙер ҙә башҡорт уҡыусы­ларының иң яратҡан әҫәрҙәренең береһе. Башҡорт теленә шағир Александр Прокофьев, Рәсүл Ғамзатов, Алим Кешоков, Ҡайсын Кулиев, Абай Ҡонанбаев, Сырбай Мәүленов һ.б. шиғырҙарын тәржемә итте. Уның күңелен оҙаҡ йылдар буйы айырыуса Ҡаҙағстан һәм ҡаҙаҡ әҙәбиәте биләп торҙо. Ҡаҙаҡ әҙип­тәре лә уны яҡын күрҙе, шиғырҙарын ҡаҙаҡсаға тәржемә итте, Алматыға барған сағында ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп ҡаршы алды.

1993 йылдың октябрендә уға Алматы ҡалаһында Азия һәм Африка илдәре яҙыусыларының V конфе­рен­цияһында Ҡаҙағстан Яҙыусылар союзының саҡырыуы буйынса хөр­мәтле ҡунаҡ сифатында ҡатнашыу насип була. Ошо ҙур форум ай­ҡан­лы шағир “Тупланайыҡ, дуҫтар, туғандар!” тигән шиғырында йөрәк түренән сыҡҡан хистәрен бәйән итте:

Алматының аяҙ күге бөгөн

Гүйә, дәү тирмәнең көмбәҙе –

Алтмыш иңле ашъяулығын

йәйеп,

Түргә түшәп келәм, кейеҙен,

Киң күңелле ҡаҙаҡ әҙиптәре,

Һый-хөрмәтен ҡуйып табынға,

Етмеш ике илдең әҙиптәрен

Саҡырғайны оло йыйынға.

Ҡаҙаҡ яҙыусыларының Нәжиб Иҙелбайға хөрмәт күрһәтеүе бер ҙә тиккә генә түгел. Был ваҡытта ул Мөхтәр Әүәзовтың “Абай юлы” роман-эпопеяһын башҡортсаға тәрже­мә итеп танылыу тапҡайны инде.

Ҡаҙаҡ әҙәбиәтен бөтә донъяға танытҡан был бөйөк әҫәрҙе тәржемә итеү Нәжиб Иҙелбайҙың ижад ғүмеренең тотош бер осорон биләп тора. 1975 йылда яҙылған “Дуҫлыҡтың ҡаҡшамаҫ күпере” тигән иҫтәлегендә әҙип был романдың урыҫ теленә тәржемә ителгән баҫмаһын 1956 йылда Алматыға барған сағында алып ҡайтып, Өфөлә, үҙ өйөндә йотлоғоп уҡып сығыуы һәм уны “башҡорт китап уҡыусылары ла, һис шикһеҙ, үҙ телендә уҡырға тейеш” тигән ныҡлы ҡарарға килеүе тураһында яҙа. “Шунда уҡ үҙемдең ошо теләгемде белдереп һәм романдың ҡаҙаҡса баҫмаһын һорап, авторға хат яҙҙым, – тип дауам итә яҙыусы. – Мөхтәр аға оҙаҡ көттөрмәне: аҙна-ун көн үтеүгә Алматынан миңә автограф яҙылған ҡаҙаҡса дүрт китап һәм ошондай хат килеп төштө:

“Ҡәҙерле Нәжиб Сафиевич!

Башҡортостан китап нәшриәте “Абай” романын 1960 йылда баҫтырып сығармаҡ ниәттә, тип яҙған хатығыҙ мине бик ҡыуандырҙы. Башҡортос­тандағы дуҫтарға туғандарса ҙур рәхмәтемде белдерәм. Шуның менән бергә һеҙҙең һорауығыҙ буйынса “Абай” романын үҙ исемегеҙгә арнап ебәрәм. Был әҫәрҙе туғандаш башҡорт теленә тәржемә итеүҙе үҙ өҫтөгөҙгә алыу өсөн һеҙгә мин үҙемсә дуҫлыҡ рәхмәтемде белдерәм. Оҙон хеҙмәт сәфәрендә уңышлы еңеүгә ирешеүегеҙҙе ихлас күңелдән теләйем.

Дуҫлыҡ сәләме менән автор: Мохтар Әүәзов.

Алматы. 1959 йыл, 17 апрель”.1

Тәржемәсенең “оҙон хеҙмәт сәфәре”, бәхеткә, ысынлап та уңышлы килеп сыға. Был сәфәр барышында “Абай юлы” роман-эпопеяһының күп өлөшөн урыҫсаға тәржемә иткән һәм уны мөхәррирләгән күренекле яҙыусы Леонид Соболев башҡорт шағирын Мәскәүҙә Переделкинолағы ижад йортонда эшләп ултырған сағында Мөхтәр Әүәзов менән осраштыра. Шул ваҡыт Нәжиб Иҙелбай авторға романдың яңы ғына тәржемә иткән бер өлөшөн уҡып ишеттермәк була. Был тәҡдимде, уҡығыҙ, мин кинәнеп тыңлайым, тип ҡаршы ала Мохтар Әүәзов.

“Мохтар аға башҡорт телен яҡшы аңлай булып сыҡты, – тип иҫкә ала тәржемәсе. – Ул минең тәржемәмде хуплағандай, башын ҡаға-ҡаға иғтибар менән тыңлап ултырҙы ла, уҡып бөтөргәс:

– Юҡҡа ғына ҡурҡҡанһығыҙ, Нәжиб туған. Әгәр ҙә эшегеҙ аҙағына ҡәҙәр ошолай бара икән, мин һеҙҙең тәржемә менән ҡәнәғәтмен. Башҡорт теле ҡолаҡҡа йомшаҡ, яғымлы яңғырай. Бигерәк тә әйтемдәр, өләңдәр күңелгә ятышлы. Һеҙ үҙегеҙ аҡынмы әллә?

– Эйе, мин шиғырҙар ҙа, йырҙар ҙа яҙам.

– О, аҡын тураһындағы романды аҡын ауҙарғас, уның уңышлы килеп сығыуына шигем юҡ минең, – тине ул, ҡыуанып… Тик ижади тәржемәлә, зинһар, үҙ телегеҙҙең, йәғни башҡорт теленең, законлы, тәбиғи үҙенсәлектәренән сығып эш итегеҙ.

– Мин тап шулай эшләйем дә инде, – тинем мин, автор менән килешеп. – Минең өсөн бигерәк тә тәржемә ителгән әҫәрҙең саф башҡортса яңғырауы шарт. Шул уҡ ваҡытта төп авторҙың стиле лә һаҡланһын, милли колорит та ярылып ятһын, мәғәнә лә боҙолмаһын…

– Бик яҡшы, – тине Мохтар аға, минең яурынымдан һөйөп. – Инде оҙон хеҙмәт сәфәреңдә уңыш теләйем”2.

Шулай, авторҙың үҙенән фатиха алып, ниһайәт, 1966 йылда оҙаҡҡа һуҙылған ижади хеҙмәтен тамамлау шатлығын кисерә Нәжиб Иҙелбай. Бөйөк “Абай юлы” романын башҡорт теленә тәржемә итеүҙе тамамлаған көндө ул ошондай шиғыр юлдары менән билдәләп ҡуя:

“Абай”ҙың да ауыр юлын үттем –

Тау төшкәндәй булды өҫтөмдән.

Әммә ошо тауҙы күтәрерлек

Ғәйрәт тойҙом шул көн үҙемдә.

Беҙҙең әҙәби тәнҡиттә һәм әҙәбиәт белемендә тәржемә хеҙмәте, тәржемә ижады тураһында бик һирәк яҙыла. Һөҙөмтәлә был хеҙмәткә тейешле әһәмиәт тә бирелмәй. Шуны иҫәпкә алып, тәржемәсе һәм “Абай юлы”ның авторы араһындағы диалогты тулыраҡ бирергә тырыштыҡ та инде. Әҫәр тәржемә итеүҙә ғәйәт мөһим талаптар һәм принциптар сағылып ҡала ул диалогта. Шуныһы ҡыуаныслы: “Абай юлы”ның тәржемәсеһе тел, стиль, фекерләү йәһәтенән авторҙашлыҡ кимәленә күтәрелеп эш итергә ынтылған, минеңсә, һәм, уның һүҙҙәре менән әйткәндә, әҫәрҙең, беренсенән, саф башҡортса яңғырауына, икенсенән, авторҙың стиленә тоғролоҡто, милли колоритты һаҡлауға өлгәшкән. Шуның өсөн дә ул, ҡәнәғәтләнеү менән “тауҙы күтәрерлек ғәйрәт тойҙом шул көн үҙемдә” тип әйтеүе менән хаҡлылыр.

Ике томдан торған монументаль “Абай юлы” роман-эпопеяһын башҡорт теленә тәржемә итеп, Нәжиб Иҙелбай башҡорт-ҡаҙаҡ әҙәби бәйләнештәрен нығытыуға һәм, әлбиттә, туған телебеҙҙе үҫтереүгә, байытыуға ҙур өлөш индерҙе. Тик шуныһы үкенесле: был баҫманы хәҙер көндөҙ шәм менән эҙләһәң дә табырлыҡ түгел. Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уны яңынан донъяға сығарыу бик дөрөҫ булыр ине. Хәҙерге  уҡыусыға бындай әҫәрҙәр бик кәрәк.

Нәжиб Иҙелбай, ғөмүмән, художестволы тәржемә өлкәһендә иң күп эшләгән яҙыусыларыбыҙҙың береһе булды. Башҡорт уҡыусыһы сит ил классиктарынан Джек Лондон, рус һәм туғандаш республикалар яҙыусыларынан Н. Гоголь, С. Аксаков, А. Чехов, М. Горький, П. Бажов, Сыңғыҙ Айытматов әҫәрҙәре менән уның тәржемәһе аша танышты. Күренекле яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре Рамазан Өмөтбаевтың: “Уның тәржемә өлкәһендәге баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте үҙе бер айырым тикшеренеүҙе талап итә”3 тигән һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар, әлбиттә.

Шағирҙың үҙе иҫән сағында “Күк шинель” (1947), “Йырым һиңә булһын” (1970), “Еңеү иртәһе” (1981) тигән шиғыр йыйынтыҡтары”, “Ҡуш тирәк” (1984) тигән исем менән хикәйәләр, иҫтәлектәр йыйынтығы, шулай уҡ бер актлы пьесалары баҫылып сыға. 1992 йылда “Еңеү ҡояшы” тигән шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Уның поэтик мираҫы, күләме менән ҙур булмауға ҡарамаҫтан, әҙәбиәтебеҙҙә үҙенең билдәле урынын алды.

 

Ауыр тормош юлы үткән әҙип 

 

Шағирҙың тормош юлы ғәйәт ауыр ҙа, ҡатмарлы ла. Нәжиб Сафиулла улы Иҙелбаев 1912 йылдың 12 мартында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Таналыҡ-Баймаҡ улысына ҡараған Әбделмөьмин (Иҙелбай)4 ауылында һөнәрсе ғаиләһендә донъяға килгән. Башта тыуған ауылында яңыса эшләгән беренсе баҫҡыс мәктәптә, артабан 1-се Этҡол ауылында асылған икенсе баҫҡыс мәктәптә уҡый. Ошонда уҡытҡан буласаҡ мәғариф министры Сәғит Әлибаев хәстәрлеге менән ул Ырымбурҙағы Каруанһарай бинаһында эшләгән Башҡорт педагогия техникумына барып урынлаша. Әммә, атаһы үлеп китеү сәбәпле, тыуған ауылына ҡайтырға тура килә. 1928 йылда Баймаҡ баҡыр иретеү заводы ҡара­мағындағы тау сәнәғәте учи­лищеһына уҡырға инә. Шулай ҙур тырышлыҡ менән тормош баҫҡыстары буйлап үргә үрләй. 1933 йылда комсомол путевкаһы буйынса Мәскәү–Волга каналы төҙөлөшөнә эшкә юллана.

1938 йылда Нәжиб Иҙелбай Ҡыҙыл Армия сафына хеҙмәткә алына һәм ете йыл ғүмере хәрби хеҙмәттә үтә. Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағына тиклем ҡатнаша. Тәүҙә өлкән сержант, взвод командиры, аҙаҡ лейтенант, өлкән лейтенант дәрәжәһендә рота командиры сифатында фронттың алғы һыҙығында була, Мәскәү өсөн барған алыштарҙа өс тапҡыр яралана. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградлана. 1945 йылда һуғыш тамамланыр алдынан ғына медицина комиссияһы тарафынан II төркөм һуғыш инвалиды тип билдәләнгәс, армиянан демобилизациялана.

Һуғыштан һуң, әҙәби ижадҡа ныҡлап күскәнгә тиклем, “Ҡыҙыл Башҡортостан” (хәҙерге “Баш­ҡортостан”) гәзите редакцияһында эшләй. 1946 йылда Баязит Бикбай мөхәррирлегендә “Күк шинель” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. 1968 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 23 йыл үткәс, яугир-шағир Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана.

Нәжиб Иҙелбай 1991 йылдың 1 октябрендә, 80 йәшлек юбилейын үткәрергә, яңы шиғырҙар йыйын­тығын ҡулына алырға дәртләнеп йөрөгән сағында яҡты донъянан китеп барҙы. Шағир үлгәндән һуң ҡырҡ көн үткәс, дуҫы, уның кеүек үк яугир-яҙыусы Ибраһим Абдуллин йөрәккә үтерлек ошондай бәхилләшеү һүҙҙәрен яҙҙы: “...һин Башҡортостан тигән Илде йәмләүсе уҙаман булдың, һинең күңелең Талҡаҫ күлеләй саф ине. Я Рабби, йәнең йәннәттә булһын, шунда осрашырға яҙһын! Йырҙарың оҙаҡ йылдар яңғырап торһон!” Был бәхилләшеү һүҙҙәре шағирҙың “Еңеү ҡояшы” (Өфө, 1992) китабында баҫылып сыҡты (138-139-сы биттәр).

Эйе, Нәжиб Иҙелбайҙың йырҙары хәҙер ҙә йыш яңғырай, уның исеме Башҡортостаныбыҙҙы йәмләп тора.

Миңә Нәжиб ағай менән 70 – 80-се йылдарҙа һирәкләп булһа ла күрешеп йөрөргә насип булды. Уның үҙе һәм шағирҙы “минең кантоным” тип кенә хөрмәт итеп торған алсаҡ күңелле Бибинур еңгә тураһында күңелдә яҡты, йылы хәтирәләр һаҡлана. Ә бына 1982 йылдың октябрендә Баймаҡ районында Нәжиб Иҙелбайҙың 70 йәшлек юбилейында ҡатнашыу хаҡындағы тәьҫораттар һис тә оноторлоҡ түгел. Беҙ унда, ул ваҡытта Сибайҙа йәшәгән шағирәләр Рәсимә Ураҡсина, Гөлирә Исхаҡова, Өфөнән Вафа Әхмәҙиев һәм мин, оло сәхнәләргә сығып (йәғни район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә), юбилярҙы ихлас күңелдән тәбрикләнек, Бибинур еңгә иһә, Н. Иҙелбай шиғырҙарын яттан тасуири уҡып, ғәм халыҡтың ихтирамын яуланы. Тарихи Темәс ауылы Мәҙәниәт йортонда ла, Мерәҫтә лә гөрләп үтте юбилей кисәләре. Үҙҙәренең күренекле шәхестәрен күтәрә лә, күтәрмәләй ҙә белә шул баймаҡтар. Улар киләсәктә лә Нәжиб Иҙелбай тигән шағирҙарын онотоуға юл ҡуймаҫ, яҡты иҫтәлеген әлдән-әле яңыртып торор тип ышанғы килә.

 

Рәшит ШӘКҮР,

Башҡортостандың

халыҡ шағиры.

 

––––––––––

1Иҙелбай Н. Ҡуш тирәк: хикәйәләр, хикәйәттәр, иҫтәлектәр. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984, 94-95-се биттәр.

2Шунда уҡ. 97-98-се биттәр.

3Өмөтбаев Р. Осрашыуҙар, юғалтыуҙар. – Өфө: Китап, 1997. 179-сы бит.

4”Башҡорт энциклопедияһы”нда (2-се том. Өфө, 2014) был ауыл хәҙер Медногорск ҡалаһы составында тип күрһәтелгән. Асылда ул Медногорск түгел, ә Баймаҡ ҡалаһы составындағы элекке Әбделмөьмин (Иҙелбай) ауылы.

Читайте нас: