Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
5 Апрель 2022, 09:37

Был донъянан һин бурысһыҙ киттең...

Иң мөһиме – ерҙә яҡты эҙ ҡалдырҙың, исемеңде әҙәбиәт тарихына яҙҙың.

Нәсих Хәлисов коллажы.
Фото:Нәсих Хәлисов коллажы.

...Берҙән-бер ҡыҙың Зөлфиәңдең түңәрәк йәше тулған көнөндә донъянан киттең. Шиғриәт көнөндә яҡындарың, әҙәбиәт һөйөүселәр һинең менән хушлашты. Был нимә, осраҡлы тап килеүме, әллә Хоҙай тарафынан яҙмышыңа яҙылғанымы? 

...Өфөгә уҡырға килгәнсе үк һинең менән “Башҡортостан пионеры” гәзите аша таныш инем. Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылынан Факиһа Нафиҡова исемле ҡыҙҙың шиғырҙары йыш баҫылып торҙо.

Ә инде Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингәс, ятаҡта бер бүлмәлә йәшәнек – апайым, шағирә Миңлегөл Хисамова, шиғри күңелле, моңло йырсы Әлфирә Гәрәева (хәҙер Ниғмәтуллина), һин һәм мин. 1-се ятаҡтың 84-се бүлмәһен шағирәләр бүлмәһе тип йөрөттөләр. Студент тормошон яңы башлаған кешегә, миңә, һеҙҙең менән йәшәүе, әлбиттә, еңел булды. Һеҙҙән күп нәмәгә өйрәндем, тәүге көндәрҙән үк уҡырға етди мөнәсәбәт барлыҡҡа килде. Бигерәк тә һинең шул тиклем тырышып уҡыуың, семинарҙарға ныҡлап әҙерлә­неүең, автомат зачеттар алыуың, имтихандар етһә, китаптарҙан башҡа бер нәмә лә күрмәүең мине һоҡландыра ла, аптырата ла ине. Имтихандарға, иҫләүемсә, иң беренселәрҙән булып китә лә беҙ арлы-бирле иткәнсе “бишле”гә биреп тә ҡайта торғайның.

“Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенең кисәләрен үткәрер өсөн әҙерлек эштәрен ойоштороп йөрөгәндә беҙҙең бүлмә штабҡа әйләнә ине. Иҙән тултырып һалған ватман биттәренә йығылып ятып шиғырҙары­быҙҙы урынлаштырабыҙ, үҙебеҙсә би­ҙәйбеҙ. Кисәгә саҡырыу ҡағыҙҙары әҙерләйбеҙ, белдереүҙәр яҙып, ауыл хужалығы, медицина, педагогия институттарына элеп китәбеҙ, шағирҙарҙы саҡырабыҙ.

Татарстандағы йәш ҡәләмдәштәребеҙ­ҙе лә ҡунаҡҡа әйтәбеҙ. Унан яҡташыбыҙ, талантлы шағир Ғосман Садә, күренекле шағир Мөҙәрис Әғләмовтар килде. Филология факультетының татар-рус бүлегендә уҡыусы Ринат Хәйри менән Хәлисә Мөҙәрисова ла сығыш яһай. Роза Аҡкучукова кеүек йәш һәләтле йырсылар кисәбеҙҙең биҙәге булды.

Кемдең тәҡдиме икәнен хәҙер иҫләмәйем, Сыуашстан университетынан яҙышыусы студенттарҙы ла саҡырҙыҡ. Улар алдан шиғырҙарын ебәрҙе. Беҙ башҡортсаға тәржемә иттек. Һин уларҙы “Башҡортостан ҡыҙы” журналында эшләгән Рәми Ғариповҡа алып барып бирҙең. Сыуаш студенттары менән редакцияла осрашыу ҙа ойошторҙо Рәми ағай. Журналда ла, башҡа баҫмаларҙа ла шиғырҙары Өфөгә килеүҙәренә матбуғат биттәрендә донъя күргәйне инде. Антон Салмин, Юлия Смирнова, Раиса Сарби, Виталий Родионов “Шоңҡар” кисәһенә килеп аптырап ҡайтты. Быға тиклем уларҙың бер-ике шиғыры район гәзитендә генә баҫылған булған. Аҙаҡ үҙҙәрендә лә беҙҙең тәжрибәне ҡулланып, эштәрен йәнләндереп ебәргән “Сильзунат” (“Ел ҡанат”) түңәрәге менән дуҫлығыбыҙ артабан да дауам итте. Антон Салмин һиңә арнап шиғыр ҙа яҙҙы. Уҡыуын бөтөргәс, фән юлынан китеп доктор булды. Юлия – балалар яҙыу­сыһы, ә Раиса Сыуашстандың халыҡ шағирәһе дәрәжәһенә күтәрелде. Виталий ҙа фән менән шөғөлләнеп, ҙур исемдәргә өлгәште.

Быларҙы һөйләп сығыуы, иҫкә алыуы ғына еңел, ә ошо эштәрҙе ойоштороуҙа 84-се бүлмәнең – һинең, апайымдың, Әлфирәнең, минең дә һәм башҡа әүҙем “шоңҡар”сыларҙың тырышлығы һалын­ғайны.

...Яҙмыш беҙҙе артабан да бер юл­дарҙан йөрөттө. Һин, Факиһа, “Баш­ҡортостан пионеры”нда эшләй башланың. Талантлы шағирә Флүзә Әхмәҙиева менән әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеген алып барҙығыҙ. Бишенсе курсты яңы башлап ҡына торғанда, 7 октябрҙә, һабаҡташым Рәмил Йәнбәков менән икебеҙҙе редакцияға эшкә саҡырҙылар. Флүзә мәрхүмә булғайны. Уның урынында шағирҙар Мәхмүт Һибәт, Тимер Йосопов ағайҙар ҙа эшләп алған. Мөхәррир Миңлеғәле Миңләхмәт улы Яҡупов мине әҙәбиәт, сәнғәт бүлегенә тәғәйенләне, ә Рәмилде спорт, фән, техника бүлегенә ултыртты. Шулай итеп, беҙ бергә эшләй башланыҡ. Үҙем дә 5-се кластан гәзиттең йәш хәбәрсеһе булып, мәҡәләләр ебәреп торғас, бөтә күңелемде биреп эшкә тотондом.

Бер көндө Миңлеғәле ағай саҡырып алды ла:

– Ҡурсаҡ театры тураһында мәҡәлә яҙырға кәрәк. Бөгөн Факиһа Нафиҡова менән бергә шунда барығыҙ, директоры менән һөйләшегеҙ, нисек интервью алырға, аҙаҡтан нисек яҙырға ҡарап, өйрәнеп йөрө, – тине.

Һин, Факиһа, Наджет (Нәжәт) Миң­леғәли улы Айыуханов менән һөйләштең, төрлө һорауҙар биреп материал туп­ланың. Мин ҡыҫылмай ғына, тыңлап, ҡарап ултырҙым. Аҙаҡ гәзиткә әңгәмәңде биргәс, һөйләшкәндәге ваҡиғаларҙы сағыштырып ҡарап сыҡтым. Унда мөһим нәмәләр генә ҡалғайны. Шулай итеп, мин тәүге тапҡыр һинең тәжрибәңдә жур­налистың нисек эшләгәнен күрҙем. Күп тә үтмәй, яңғыҙымды Стәрлетамаҡҡа командировкаға ебәрҙеләр.

Ныҡ талапсан булдың һин, Факиһа. Яҙғандарҙы уҡып, төҙәтмәләр индерә инең. V курста ҡышҡы сессиялар, имтихандар, 1-се интернат-мәктәптә практика үтеүҙәр – барыһы ла ошо осорҙа булды. Мине тулы эш хаҡына алғастар, үҙемдең мәшәҡәттәр арҡаһында редакцияла нисә сәғәт булмағанмын, шул ваҡытта башҡарылырға тейешле эштәремде, хаттарҙы көн дә тейәп үҙем менән алып ҡайтып, төн буйына баҫырға әҙерләйем, бармаҫтайҙарына яуаптар яҙып ултырам. Һин бер ваҡытта ла: “Ярай, ул тиклем ыҙаланма”, – тип әйтмәнең. Өсәр сәғәт кенә йоҡлап йөрөнөм ул саҡта. Эшкә яуаплы һәм етди ҡарау шул мәлдәрҙә һалынды. Миңлеғәле ағай ҙа бик ныҡ талапсан ине. Күпмелер ваҡыт үткәс, Рәмил менән икебеҙҙең нисек эшләгәнде күреп, летучкала: “Беҙгә бик талантлы йәштәр килде, улар алдында үҙегеҙҙе һынатмағыҙ”, – тип әйткән икән электән эшләгән хеҙмәткәрҙәргә. Ул мәлдә йыйылышып һөйләшеүҙәрҙе “летучка” тип атайҙар ине. Ағайҙар, үҙ-ара көлөшөп: “Киттек осорға!” – тип әйтә торғайны. Унда бүлек мөдирҙәре генә йыйыла, беҙ уларҙың сыҡҡанын, нимә һөйләшкән­дәрен, беҙҙең мәҡәләләргә ҡарата ниндәй фекер белдереүҙәрен белге килеп көтөп ултырабыҙ. Шунда ла беҙҙең хаҡта әйтелгән әлеге һүҙҙәрҙе һин миңә еткермәнең, Факиһа, маһайып китмәһен, тигәнһеңдер. Башҡалар аша ул хәбәр барыбер килеп ишетелде.

Үҙеңдең дә, бүтәндәрҙең дә ижадына ҡарата юғары талап ҡуйҙың. Мөхәр­риребеҙ Миңлеғәле ағай бер ваҡыт һиңә үҙенең йәш саҡта яҙған хикәйәләрен күрһәткән. “Шуларҙы китап итеп баҫтырып сығарырға әҙерләһәм, нисек булыр икән?” – тип кәңәш һораған. Заманында һәйбәт хикәйәләр яҙып, өмөтлө прозаик булыр тип яҙып та сыҡҡандар уның хаҡында. Бер нисә йыл элек кенә университет тамамлап, редакцияла эшләп йөрөгән йәш ҡыҙҙан кәңәш һорарлыҡ булғас, Миң­леғәле ағай һиндә ҙур талант эйәһен тойомлағандыр, Факиһа. Ә һин нимә эшләгәнһең? Мөхәррирҙең күҙенә тура ҡарап, ҡурҡмайынса: “Ағай, һеҙ ҙур вазифалы кеше бит, быларҙы сығарып, үҙегеҙҙе ваҡламағыҙ”, – тигәнһең. Һөйләшеү, әлбиттә, икегеҙ араһында ҡалған. Байтаҡ йылдар үткәс, Миңлеғәле ағай Башҡортостан телерадиокомитетында, аҙаҡ “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, журналистика буйынса бер-бер артлы Ишембай ауылы тарихы, Башҡортостанда тәүге нефть сығарылған төйәктең ташландыҡ хәлдә булыуы тураһында, Стәрлетамаҡта үҙе уҡыған В. И. Ленин исемендәге 2-се интернат-мәктәп тарихы, уҡыусылары хаҡында китаптарын баҫтырғас ҡына редакцияға бер килгәнендә ғүмер буйы бергә эшләгән Зөбәржәт Миңлебаева менән икебеҙгә асты был серҙе. Шунда беҙ: “Хикәйәлә­регеҙҙе барыбер сығарығыҙ, ул һеҙҙең ижадығыҙ бит, белеүебеҙсә, әҙәби тәнҡитсе Әнүр Вахитов та уларға заманында һәйбәт баһа биргән”, – тип кәңәш иттек. Һәм ул китап – “Үткән ғүмер хикәйәләре” – ысынлап та оҙаҡламай донъя күрҙе.

Хәҙер ағайыбыҙ ҙа арабыҙҙа юҡ. Әгәр китабын сығарып өлгөрмәһә, яҙғандары юғалып ҡалыр ине. Ә йыйынтыҡ кү­ренекле прозаик Рәшит Солтангәрәевтең баш һүҙе менән, Миңлеғәле ағайҙың улы, художество интернат-мәктәбендә уҡыған (хәҙер Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһы) Ғәлимдең һүрәттәре менән баҫылып сыҡты. Тереләргә аманат, иҫтәлек булып ҡалды.

“Башҡортостан пионеры”нда эшлә­гәндә, Факиһа, һинең балалар өсөн “Шаҡмаҡлы дәфтәр” тигән тәүге хикәйәләр йыйынтығың тикшерелде. Етенсе ҡатта “Пионер” журналында булған һөйлә­шеүҙән йылмайып килеп индең. Ҡыҙарып киткәнһең, үҙең ҡәнәғәтһең. Шулай булмай, балалар әҙәбиәте секцияһы рәйесе, яҙыусы, “Пионер”ҙың баш мөхәррире Динис Бүләков: “Бөгөн балалар әҙәбиәтенә талантлы әҙибә килде”, – тип ҡотлаған. Шағир Сафуан Әлибаев та ҡыуанып беҙҙән һөйөнсө алды. Быға тиклем һин “Мәк ялҡыны” исемле шиғырҙар китабың менән үҙеңде танытҡайның инде. Оҙаҡ та үтмәй, балалар өсөн йәнә “Яңы күлдәк” тигән хикәйәләр йыйынтығың донъя күрҙе. Динис ағай һине үҙҙәренә, “Пионер” журналына эшкә саҡырҙы. Айына бер баҫылған журналда аҙнаһына ике сыҡҡан гәзит менән сағыштырғанда эш әҙерәк булғандыр, һин башкөллө шиғриәт донъяһына сумдың.

Ә беҙҙә эшләгәндә Хәйбулла районына командировкаға барып, Мансур исемле егет менән танышып ҡайтып, яҙмышы­ғыҙҙы бәйләнегеҙ. Китаптарың да Туғыҙбаева фамилияһы менән баҫылды. К. Маркс урамындағы ятаҡта бергә йәшәнек. Шунда ҡыҙығыҙ Зөлфиә тыуҙы.

Талапсанлығың, етдилегең, күп һүҙ һөйләмәй, эшкә бирелеүең менән хәтерҙә ҡалдың. Ә шулай ҙа редакцияла бай­рамдарҙа, тыуған көндәрҙе билдәләгәндә бөтә кешене көлдөрөп хәбәр һөйләгән Зөбәржәтте тыңлағанда илағансы көлә торғайның. Үҙең көләһең, ә күҙеңдән йәштәр аға.

Бер ҡасан да ваҡытыңды бушҡа үткәрмәнең. Зөлфиәң тыуғас, әсәлек шатлығын кисереп илаһи шиғырҙар, поэмалар яҙҙың.

Мин тағы ла ғашиҡ булдым

Баламдың атаһына, –

тип мөхәббәт гәүһәрҙәре ижад иттең.

Һин башҡорт шиғриәтендә дастан тигән жанрҙы тергеҙҙең. Әҙәбиәттәге уңыштарың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән баһаланды. Күренекле әҙибәләр Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева апайҙарҙан ҡала ҡатын-ҡыҙҙар араһынан һин өсөнсө булып лайыҡлы булдың был исемгә. Шулай уҡ иң йәш халыҡ шағиры ла һин инең.

Һиндә ижад кешеһе һәм етәксе өсөн бик мөһим бер сифат бар ине, Факиһа. Үҙең дә эшләнең, ҡул аҫтыңдағыларҙы ла эшләтә белдең. (Хәҙер бит бүтәндәрҙе генә эшләтә торған “хужалар” күберәк.) “Аҡбуҙат” журналына нигеҙ һалып, ойоштороп, суверенитет емеше булып донъяға сығара башлағас, һинең етәкселек итә белеү һәләтең дә күренде. Абруйлы авторҙар туплау менән бергә журналға эшкә алған Салауат Кәримов менән Фәйрүзә Фәтҡуллина ла һинең фатиха менән бына тигән балалар яҙыусылары булып китте. Һин уларға номер һайын темалар тәҡдим итеп, ижадтарына юл астың.

...Ауыр һуғыш йылдарынан һуң тыуған беҙҙең быуынға тормош еңел бирелмәне. Етемлек, мохтажлыҡ яҙмышыбыҙға үҙ мөһөрөн һуҡты. Йылдар үткәс, был михнәттәр һине ауыр сиргә дусар итте. Әммә һин көслө булдың. Бирешмәнең. Көрәштең. Бер шылтыратҡанда Мансур: “Беҙ хәҙер немецтар кеүек ҡаты режим менән йәшәйбеҙ. Иртән торғас та Факиһа ятҡан килеш кенә 45 минут гимнастика яһай. Шунан сәй эсәбеҙ. Бер аҙҙан һауала йөрөп киләбеҙ. Төшкө аштан һуң Факиһа гәзит-журнал ҡарай. Киске сәғәт туғыҙ-ундан да ҡалмай йоҡларға ятабыҙ. Бына шулай үтә беҙҙең көнөбөҙ”, – тигәйне.

Дауаханаларҙа ла йыш яттың. Ҡим­мәтле дарыуҙар менән дауаландың. “Бөтә пенсия дарыуҙарға китеп бөтә”, – тинең бер һөйләшкәндә. Тик зарланманың. Сиреңде һөйләргә яратманың.

...Бер үкенес ҡалды. “Ағиҙел” журналына тормош иптәшем Нияз Мәһәҙиев менән бергә һинән интервью алырға тейеш инек. Уны “Хан һүҙенән юғарыраҡ Әҙип һүҙе” тигән китапҡа ла индерергә уйлағайныҡ. Осрашырға һөйләшкәндә йә дауаханала ята инең, йә хәлең булманы. Үҙемдең дә ҡайғылы мәлдәрҙә, Ниязды юғалтҡандан һуң, ҡулға эш барманы. Инде 70 йәшлек юбилейыңа булһа ла һөйләшергә килешкәйнек. Бер ваҡыт һин: “Әйҙә, бөгөн килә алаһыңмы?” – тип шылтыраттың. Алдан әйтмәгәс, әмәлгә ҡалғандай, планлаштырған икенсе ашығыс эштәр килеп сыҡҡайны. Яҙма­ғандыр – осрашып булманы. Юбилейыңа апайым, курсташың Миңлегөл Хисамова “Йәншишмә”гә гәзиттең тотош бер битен тултырып мәҡәлә яҙҙы. Һин шуға бик рәхмәтле булдың.

...Һуңғы ваҡытта аралашыуҙар зәхмәт­ле сир арҡаһында телефон аша һөй­ләшеүгә генә ҡайтып ҡалды. Байрам­дарҙа, тыуған көндә ҡотлаштыҡ, бер-беребеҙгә ҡағылған ниндәйҙер һорауҙар килеп сыҡһа, асыҡлыҡ индерергә тип шылтыратыштыҡ, хәл белештек.

Һинең – миңә, минең һиңә арналған шиғырҙарыбыҙ бар. Әҙәбиәт донъяһында сағыу шәхес булып танылдың. “Баш­ҡорттарға аңлатамын башҡортлоҡто” тип, рухлы шиғырҙар ижад иттең.

Һинең холҡоң үҙенсә ине: бөтә кешегә лә асылып барманың. Үҙеңә лә бөтә кешене лә яҡынайтманың. Ғәйбәт һөйләп, хәбәр йөрөтмәнең – ҙур шәхестәрҙең бындай ваҡлыҡтарға, түбәнлектәргә ваҡыты ла булмайҙыр. Ғүмереңдең һәр көнөнөң, сәғәтенең ҡәҙерен белеп йәшәнең.

...Бынан бик күп йылдар элек “Аҙна” гәзитендә, Факиһа, һинең турала мәҡә­ләлә, шкафыңда кейемдәрең күбәйһә, кешеләргә таратып биреүең хаҡында телгә алынғайны. Әле иһә күңелеңдәге бөтә байлығыңды халҡыңа, әҙәбиәт һөйөүселәргә ҡалдырып киттең.

Был донъянан һин бурысһыҙ киттең, Факиһа. Фанилыҡтан һәр кем иңенә һалынған бурыстарҙың барыһын да үтәнең. Өлкән йәштәге әсәйеңде ҡарап, тәрбиәләп, фатихаһын алып, һуңғы юлға оҙаттың, үҙең әсә булдың, бала үҫтерҙең, ейәндәр тәрбиәләнең, һөйөклө ир ҡатыны булдың. Иң мөһиме – ерҙә яҡты эҙ ҡалдырҙың, исемеңде әҙәбиәт тарихына яҙып киттең.

…Әсә булған көнөңдә баҡыйлыҡҡа күстең. 45 йәшлек Зөлфиәң, ейән-ейәнсәрең, ихтирам иткән кейәүең, “Факи­һам минең” тип өҙөлөп торған ҡәҙерле тормош иптәшең – һуңғы һулыштарыңа тиклем терәгең-таянысың булған Мансу­рың, ғүмере йәш килеш фажиғәле өҙөлгән берҙән-бер туғаның Исламмораттың ҡалған ейәне лә, яҡындарың, туғандарың, дуҫтарың, ижадыңды яратҡан әҙәбиәт һөйөүселәр ҙә етемһерәп ҡалды.

…Әсә булған көнөңдә донъялыҡтан үттең. Тереләр менән шиғриәт көнөндә хушлаштың. Осраҡлы тап килеүме был, әллә Хоҙай тарафынан яҙмышыңа яҙылғанымы?

Йәнең йәннәттә булһын. Яҡындарыңа сабырлыҡ бирһен.

 

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Читайте нас: