Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
12 Апрель 2022, 15:38

“Күңел талабы барыһынан да көслөрәк...”

Рафаил Зинуровтың һоҡланғыс ижад донъяһына бер ҡараш.

Нәсих Хәлисов
Фото:Нәсих Хәлисов

Һәр халыҡ үҙ тарихын үҙе яҙа, үҙе һаҡлай һәм, ҡурсалап, киләһе быуынға тапшыра. Был йәһәттән яуапһыҙлыҡ, ғәмһеҙлек күрһәткәндә ҡанлы-шанлы ил тарихын да ситтәрҙең тартып алыуы, хатта уны өр-яңынан яҙырға маташыуы ла бик ихтимал.

Үҙ йыр-моңо, теле һәм тыуған ере, шәхестәре һәм батырҙары булған халыҡ бәхетле. Тик был баһалап бөткөһөҙ хазинаны ҡәҙерләп, түкмәй-сәсмәй киләһе быуындарға тапшырыу замандаштарыбыҙҙың ҡулынан килерме? Ошо юҫыҡта халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һүҙҙәре барыбыҙ өсөн дә васыят булып яңғырағандай: “Ғалимдарын танымаған халыҡтың зиһене томаланыр, йырсыларын тыңламаған халыҡтың ҡолағы һаҡбайланыр, рәссамдарын тамаша ҡылмаған халыҡтың күҙе һуҡырайыр, ә шағирҙарын һанға һуҡмаған халыҡтың зиһене лә томаланыр, ҡолағы ла һаҡбайланыр, күҙе лә һуҡырайыр һәм өҫтәүенә – йөрәге туңып боҙға әйләнер”.

Юҡ, беҙ туң йөрәк тә, һаҡбай ҙа, һуҡыр ҙа түгелбеҙ, тик бөйөк шағирыбыҙҙың борсолоуҙарын тәрән аңлап, иҫкәртеүен күңелебеҙгә һалып ҡуйырға бурыслыбыҙ. Шөкөр, халыҡҡа хеҙмәт иткән батырҙарыбыҙ исемен мәңгеләштереү, оло шәхестәребеҙҙе баһалау, сағыу таланттарҙы асыу буйынса республикала мөһим эштәр башҡарылғанына шаһитбыҙ. Ҡайһы бер талантлы, даланлы яҡташтарыбыҙҙың был бурысты үҙ ирке, үҙ теләге, күңел ҡушыуы буйынса, ҙур яуаплылыҡ тойоп, уңышлы атҡарғанын да беләбеҙ.

Бөгөн шундай шәхестәрҙең береһе – күп яҡлы хеҙмәттәре менән барыбыҙға ла яҡшы таныш, башҡаларҙан айырылып торған ижади һәләттәр эйәһе, йәмәғәт эшмәкәре, юрист, яҙыусы, скульптор Рафаил Нариман улы Зинуров менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Юридик фәндәр докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты – бына ниндәй киң ҡоласлы сағыу шәхес һәм ихлас кеше ул әңгәмәсебеҙ.

– Рафаил Нариман улы, һеҙ әйткәнсә, теге йәки был шәхестең тарихтағы роле тураһында ғүмер буйы оҙон-оҙаҡ бәхәсләшергә мөмкин, сөнки беҙ йыш ҡына үткән дәүер шәхестәренә бөгөнгө күҙлектән ҡарап фекер йөрөтәбеҙ. Тарих юғары тиҙлектә алға елеүен дауам итеү менән бергә бик күп арҙаҡ­лыларҙы, ҡабатланмаҫ шәхестәрҙе үҙе менән алып китә. Һеҙҙең күп йыллыҡ хеҙмәтегеҙ тап шуға – ниндәйҙер сәбәптәр менән онотолған, тарих арбаһынан бөтөнләй төшөп ҡалған йәки ярым-ярты ғына өйрәнелгән шәхестәрҙе дәүерҙәр туҙаны эсенән ҡаҙып сығарып, замандаштарыбыҙ иғтибарына тәҡдим итеүгә арналған. Ҡайҙан һеҙҙә бындай көслө ынтылыш?

– Хеҙмәт юлым хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә, республиканың башҡарма һәм закондар сығарыу органдарында, 120-нән ашыу ғилми хеҙмәт, тиҫтәнән ашыу китап яҙыу өҫтөндә үтһә лә, күңел талабына ятышлы мауыҡтырғыс шөғөл барыһынан да көслөрәк булып сыҡты. Башҡортостан тарихы менән ҡыҙыҡһыныуым этнографик һәм антропологик тикшеренеүҙәр нигеҙендә скульптура портреттары – тарихи һындар ижад итеү менән мауығыуға килтерҙе. Үткән быуаттарҙа халҡының, иленең азатлығы, ғәҙеллек өсөн көрәшкә күтәрелгән батырҙарға оло хөрмәт йөҙөнән, һәр береһен үҙ күреп, яратып эшләнем. Һәр образ аша шул дәүерҙең һулышын, характерын, хис-тойғоларын, рухи донъяһын сағылдырырға тырышаһың, йөҙ-ҡиәфәтен, хатта битендәге һәр һырын, ҡарашын, асыуын, йылмайыуын нисек бирер өсөн баш ватаһың, уйланаһың, тарих биттәренә бағаһың...

Мине айырыуса ХVI – ХVIII быуаттарҙағы башҡорт һәм ХVI – ХIХ быуаттарҙағы индеецтар ихтилалдары, уларҙа ҡатнашыусылар, был тарихи ваҡиғалар араһындағы оҡ­шашлыҡтар, сағыштырыуҙар ҡыҙыҡһын­дырҙы. Һын эшләргә тотонор алдынан шәхестең образы күҙ алдында торорға тейеш. Тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнгәндән һуң уйымдағы Салауат Юлаевтың йәш сағын, шиғри күңелен һында кәүҙәләндерергә тырышам, шиғырҙарын ҡат-ҡат уҡыйым... 1662–1664 йылдарҙағы Урал аръяғы күтәрелеше етәксеһе Һары Мәргән, аҙаҡ Ҡараһаҡал, Бәпәнәй Торопбирҙин, Сәйет батыр, Алдар батыр, Батырша, Кинйә Арыҫланов, Ҡәнзәфәр Усаев, Ҡаранай Моратов һындары күңелемдә бер-бер артлы тыуҙы.

 

– Ниндәй материалдарҙы ҡуллана­һығыҙ? Был шөғөлгә ҡасан тәү башлап тотондоғоҙ?

– Мин тыуып үҫкән Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылы эргәһендә “Зөлҡәрнәй тауы” тип йөрөтөлгән урында аҡ балсыҡ күп була торғайны. Заманында бөтә халыҡ унан файҙаланды, хәҙер генә уның кәрәге ҡалманы шикелле. Бөгөнгөләй хәтерҙә, БДУ-ның хоҡуҡ факультетында уҡып йөрөйөм, ауылға ҡайтҡан һайын Зөлҡәрнәй балсығын сумаҙандарға, биҙрәләргә тейәп, осраҡлы йөк машинаһына йә иһә электричкаға ултырып, ятаҡҡа алып киләм дә индеецтарҙың һындарын әүәләргә керешәм. Бүлмә китә балсыҡ менән тулып, бысранып... Ни өсөн эште тап индеецтарҙан башланығыҙ, тиһе­геҙме? Бәлки, ул замандағы кинофильм­дарҙы ҡарау, китаптар уҡыу шауҡымы булғандыр, һәр хәлдә уларҙың һынын әүәләү ҡыҙыҡ, күңелле була торғайны. Хатта университетта ойошторолған конкурста ҡатнашып, беренсе урынды алғаным иҫтә.

Стәрлебаш районы прокуратураһында эш башлағас, яратҡан шөғөлдән айырылып торорға тура килде. Эш ҡатмарлы, ваҡыт тығыҙ... 90-сы йылдар башында йәнә балсыҡҡа тотондом.

 

– Рәсәйҙең Федерация Советы холында Өфөлә асыласаҡ ШОС һәм БРИКС дәүләттәре саммиттарына арнап, “Донъя илдәре тарихында шәхес” тигән шәхси күргәҙмәгеҙ һеҙҙең сәйәсәттә генә түгел, мәҙәниәттә лә талантлы шәхес икәнегеҙҙе раҫланы. Рәсәй парламенты ағзалары һәм хеҙмәткәрҙәре, Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко күргәҙмәлә булып, ҡәнәғәтләнеү белдергән, тиҙәр. Ниндәй эштәрегеҙ экспозицияла урын алды?

– Күргәҙмәгә төрлө йылдарҙа ижад ителгән 33 эшемде ҡуйҙым. Тәүгеләре лә, өлгөрлөк осоронда ижад ителгәндәре лә булды. Был милли геройҙар – үҙ дәүләттәренең барлыҡҡа килеүендә ҙур роль уйнаған тарихи шәхестәр, халҡы һәм иленең азатлығы өсөн көрәшеүселәр. Уларҙың артында тотош тарих, ҡайһы саҡта батырлыҡ менән драматизмды бәйләгән фажиғә лә тора. Мәҫәлән, кенәз Александр Невский, Ҡытай батыры, билдәле флотсы Жан Чен Гун, Ҡаҙағстан геройы Тәүкә хан, үзбәк дәүләтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Шей Бәни хан, тажик халҡы батыры Исмаил Сомони һәм әллә күпме индеецтар ҡәбилә­ләре юлбашсылары... Башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре экспозицияның ҙур өлөшөн биләне: алдараҡ әйтеп үткән башҡорт батырҙарынан тыш, Мәскәүгә рус батшаһынан подданныйлыҡ алыуы тура­һында Жалованный грамота артынан барған илселәрҙең береһе Тәтегәс бей бюсы ла бар ине.

Федерация Советында сенатор булып эшләгән осор... Өфөләге саммит асылғанға тиклем республикаға килә торған ҡунаҡ­тарҙың милли батырҙары һындарын эшләп өлгөртөргә кәрәк, тип ашығам. Һиндостан, Көньяҡ Африка, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Бразилия илдәренең геройҙарын тәрән өйрәнеп, образдарын күҙ алдына баҫтырҙым. Мәскәүгә Зөлҡәрнәй балсығын сумаҙандарға тултырып, тәүҙә поезда, аҙаҡ ике такси менән фатирға илтергә тура килде... 

Һындарҙың һәр береһе сал тарихтың биттәрен аса. Башҡортостандың беренсе прокуроры, танылған дәүләт эшмәкәре, аҙаҡ Рәсәй Халыҡ комиссарҙары комитетының эштәр идаралығына етәкселек иткән һәм 1936 йылда репрессияға эләккән Иван Герасимов бюсы ла беҙгә тарихтың аҡ һәм ҡара яҡтарын һөйләй ала. Беренсе прокурорҙың бармаҡ башындай ғына фото­һын архивтан эҙләп таптым, биографияһын, хеҙмәт юлын өйрәндем. Зөлҡәрнәй балсығынан эшләнгән 45 сантиметр бейеклегендәге бюст бөгөн Башҡортостан Прокуратураһы музейында ултыра.

2003 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған көндә “Енәйәтселек һәм хоҡуҡ һаҡлау проблемалары институты”на нигеҙ һалған Рәсәйҙең атаҡлы криминологы И. Карпецтың һынын эшләү тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткәстәре, икеләнеп торманым, Түбәнге Ләмәҙгә ҡайтып, йәнә Зөлҡәрнәй тауына барып әйләндем. Арҙаҡлы шәхестең фотоларына таянып, эшкә тотондом. Ғалимдың ҡатыны ижадымды ыңғай баһалап, ҙур рәхмәт белдерҙе. Аҙаҡ Ҡазан ҡалаһындағы предприятиеға һынды формалаштырыу өсөн виксинт материалына заказ бирҙем. Бюсты үҙем ҡойҙом.

 

– Ғөмүмән, һеҙ башҡорт халҡының ғына түгел, ә илебеҙҙәге, донъялағы башҡа халыҡтар тарихына ла битараф түгелһегеҙ икән...

– Ижади күргәҙмәләрҙе тәү тапҡыр ғына ойоштормайым, шул уҡ ваҡытта мин профессиональ скульптор ҙа түгел. Күңелемә үтеп ингән, тетрәндергән, тарих биттәрендә тәрән эҙ ҡалдырған бөйөк кешеләрҙең йөҙҙәрен күреп белмәһәм дә, уларҙы йөрәгем менән тоям, улар йәшәгән дәүерҙе, ынтылыштарын күҙ алдына килтерәм. Бөтә күңелем йылыһын, оҫталығымды һалып ижад итеүҙән ҡәнәғәтлек кисергәндән һуң, уларҙы музейҙарға ҙур теләк менән бүләк итәм. Әлеге көндә ижад емештәрем – монументаль һәйкәлдәр республикабыҙҙың байтаҡ районында урынлашҡан: Кинйә Арыҫлановтың суйындан ҡойолған бюсы – Көйөргәҙе районында, Ҡаранай Моратовтың полимер-бронза бюсы Стәрлебашта, Ҡәнзәфәр Усаевтың бронза бюсы – Ҡырмыҫҡалыла, Ғәззәли батырҙың бронза һыны – Хәйбулла районында, Еңеүҙең 75 йыллығына тылда ҙур хеҙмәт күрһәткән ҡатын-ҡыҙға арналған полимер-бронза скульптура – Яңауылда, Урал батыр тоҡомдары – Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә арналған һәйкәл – Әбйәлилдә.

Яңауыл һәм Әбйәлил райондарындағы һәйкәлдәр 2020 йылда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә асылды, улар шәхси иҫәпкә башҡарылды. Батырша мулла бюсын Иҫке Балтастағы музейға, полковник Нафиҡов һынын Миәкә районындағы Сатый урта мәктәбенә бүләк иттем.

Корея Республикаһының милли геройы адмирал Ли Син Сун бюсын ошо илдең парламентына, ә әрмәндәрҙең тарихи батыры Саакян һынын Әрмәнстандыҡына ихлас күңелдән бүләк итеп, уларҙы һөйөндөрҙөм. Йәмғеһе 32 илдең милли геройҙары образдары, ә барлығы 58 скульптура ижад ителде. Әле Баймаҡ районының Байыш ауылы халҡы үтенесе буйынса Хажиәхмәт Унасовтың бюсын еренә еткереү өҫтөндә эшләйем.

 

– Һеҙ – йәмәғәтсе, сәйәсмән, чиновник, йәғни дәүләт кешеһе булараҡ, эшегеҙҙе һүҙ менән генә түгел, ә ижадығыҙ менән дә нығытып, халыҡ­тар, ҡитғалар араһында дуҫлыҡ күпер­ҙәрен һалыусы ла, рухи бәйләнештәрҙе нығытыусы ла. Һеҙҙең өс томдан торған “Әрмәнстан – мең йыллыҡтар юлы” тип аталған хеҙмәтегеҙ, боронғо замандан башланып, хәҙерге көнгә тиклем дәүерҙе үҙ эсенә алып, шиғри телдә яҙылған оло тарих. Ғәжәп, йылъяҙманы шиғырға һалып та, хатта математика алымдарын ҡулланып та яҙып була икән: әрмән халҡының тарихы 1476 дүрт юллыҡтан тора һәм һәр юлында – 12-шәр ижек! Боронғоно белеү менән бергә ниндәй тел байлығы, теүәллек кәрәк был үҙенсәлекле эште башҡарып сығыр өсөн...

– Үҙенсәлекле Көнсығыш мәҙәниә­тен өйрәнеү үҙеңдең мәҙәниәтеңде тәрәнерәк өйрәнеүгә этәрә. Рух һәм тел яҡынлығы Ҡаҙағстан тарихы менән ҡыҙыҡһыныуымды көсәйтте. “Тарих һәм этнография” журналында ҙур ғына хеҙмәтем баҫылып сыҡты. Көнсығыш әҙәбиәтен өйрәнеп, урта быуат Иран шиғриәтендә төп фекерҙең берҙәмлеккә, тыныслыҡҡа өндәү, изгелеккә һәм ғәҙеллеккә ынтылыш икәнен яҡшы аңланым. “Башҡортостан юлы” тип аталған тарихи поэмамдың төп темаһы ла халҡыбыҙҙың азатлыҡ һәм ғәҙеллек өсөн көрәшен сағылдыра. 15 өлөштән торған поэманы яҙғанда архив материалдары, тарихи сығанаҡтар ҡулланылды һәм шул уҡ ваҡытта шәхестәр һындарын ижад итеү буйынса эш барҙы. Көнсығыш поэзияһының робағи жанрында яҙылған шиғри юлдарҙың һәр береһе 11 ижектән тора. Был жанр күңелгә лә, башҡорт теленең лексика һәм фонетикаһына ла ауаздаш.

Шиғриәт менән фәнде берләштереп, башҡорттарҙың Урта быуат дәүеренән беҙҙең көндәргә тиклемге мең йыллыҡ юлын байҡарға тырышылды. Ике быуатҡа етерлек дауам иткән башҡорт ихтилалдары етәкселәренең батырлығы Башҡортостан тарихына уйылып яҙылған. Алдар Иҫәкәев, Күсем Түләкәев, Йосоп Арыҡов, Килмәк Нурышев, Аҡай Күсемов, Батырша һәм, әлбиттә, Салауат батыр. XIX быуат уртаһынан башлап үҫешә башлаған башҡорт әҙәбиәте һәм фән вәкилдәренең эшмәкәрлеген сағылдырырға тырыштым. Улар ифрат күп: Ғәли Соҡорой, Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Ғәбит сәсән – барыһын да һанап сығыу мөмкин дә түгел хатта. 2007 йылда хеҙмәт китап булып баҫылып сыҡты.

 

– Бындай үҙенсәлекле, киң ҡоласлы, ҙур белем һәм ижади һәләт талап иткән хеҙмәткә тотонорға күптәр баҙнат та итмәҫ ине. Әйтеүегеҙсә, һеҙҙе бөйөк Көнсығыш классигы Фирҙәүси­ҙең (935 – 1020 йылдар) 30 йыл буйы ижад иткән бөйөк “Шахнамә”һе дәртләндергән. Ниндәй ҙур ижади ҡыйыулыҡ!

Рафаил Нариман улы, һеҙ “Юрист яҙмалары”н, хикәйәләр яҙыуҙан тыш, танылған шәхестәрҙең һындарын ижад итеүҙе һәм музейҙарға бүләк итеүегеҙҙе һаман дауам итәһегеҙ, киң ҡоласлы хеҙмәтегеҙ өсөн бер тин дә һора­майһығыҙ, дан-шөһрәт артынан ҡыумайһығыҙ. Ҡайҙан килә бындай киң күңеллелек?

– Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадында шундай әйтем бар: “Изгелек ҡыл да һыуға һал – балыҡ белер, балыҡ белмәһә – халыҡ белер”. Яҡташтарым ихлас күңел һалып эшләгән ижад емештәремде  күрә һәм баһалай, бөртөкләп йыйған һәм өйрәнгән тарихи шәхестәребеҙ исемдәрен һаҡлап киләһе быуындарға тапшырырға теләй, мин дә ошо эшкә лайыҡлы өлөшөмдө индерәм икән, бәхеттең сиге юҡ тигән һүҙ!

 

– Бәхәсләшмәйбеҙ, тик мәңгелек төшөнсәләрҙе, тарих тигән бөйөк хаҡлыҡты һаҡлаған талант эйәләрен йәмәғәтселектең ваҡытында баһалауы ла, дәртләндереүе лә мөһим бит.

– Хәҙер ижад итеү өсөн мөмкинлектәр артты. Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә эшләгән осорҙа күренекле сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре Зәки Вәлидиҙең бюсын эшләү теләге тынғы бирмәне. Төнгө йоҡо иҫәбенә уны тиҙерәк эшләү уйы менән янам, иҙән балсыҡ менән тула, ҡатыным да ҡәнәғәтһеҙлек белдерә... Ваҡыт ҡыҫынҡы, уңайһыҙлыҡтар яфалаған мәлдәр ҙә булды. Хәҙер инде оҫтаханам булыуы бик яйлы, бер кемгә ҡамасауламайым. Республиканың һигеҙ районы биләмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарына, фронтовик ҡатындар­ға, танылған көрәшсегә, башҡорт ихтилалдары етәкселәренә арналған һәйкәлдәрем тора. Тыуған ауылым Түбәнге Ләмәҙҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәргә фекерҙәшем, хеҙмәттәшем Р. Сәлимгәрәев менән мемориал төҙөгәндә скульптураны атайым Нариман Лоҡман улының төҫ-ҡиәфәтенә ҡарап эшләнем. Ул 1939 йылғы фин һуғышынан һуң немец фашистарына, аҙаҡ япондарға ҡаршы көрәшкән. Алты йылдан һуң ғына тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтҡан. Район хакимиәте был иҫтәлекле, минең өсөн бик ҡәҙерле булған мемориалды эшләүҙә ҙур ярҙам күрһәтте.

 

– Һеҙҙең яратҡан шөғөлөгөҙҙө артабан да дауам итерегеҙҙе тын алышы­ғыҙҙан белеп, тойоп торабыҙ. Күңел талабына ҡаршы барып булмай. Бөгөн ниндәй шәхестәр образдарын күңеле­геҙҙә йөрөтәһегеҙ?

– Әңгәмәнең башында әйтә биреп ҡуйғайным инде. Шағир, полководец, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың йәш сағын, илһамланып шиғырҙар яҙған мәлен һүрәтләгем килә. Һын оҫтаханамда ултырһа ла, әлегә уйланыу өҫтөндәмен. Әбйәлилдә Түңгәүер ырыуы батыры, халыҡ мәнфәғәт­тәрен яҡлап, күтәрелештә ҡатнашҡан Көҫәп Солтанғоловтың бюсын ижад итеү уйы тынғы бирмәй. 

 

– Үҙенсәлекле ижад емештәрегеҙҙе баһалар, “себештәрегеҙ”ҙе һанар алтын көҙ етеренә ышанабыҙ. Көтөлмәгән табыштар насип итһен, уңыштар һеҙгә, Рафаил Нариман улы!

 

Динә АРЫҪЛАНОВА әңгәмәләште.

Читайте нас: