Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
14 Май 2022, 19:30

Ижади оҫтахана яҙмалары

Нәсих Хәлисов фотоһы.
Фото:Нәсих Хәлисов фотоһы.

Ваҡыттың тиҙ үтеүе хаҡында әйтеп, берәүҙе лә аптыратып булмай. Ә шулай ҙа башҡорт әҙәбиәте классигы, башҡорт матбуғатының тоғро дуҫы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев арабыҙҙа һәр саҡ йәшәр, ижад итер төҫлө ине. Баҡтиһәң, уның беҙҙе ҡалдырып китеүенә лә өс йыл тулған икән...

Ошо көндәрҙә Өфөнөң йәмле урындарының береһенә әүерелгән Рауил Бикбаев исемендәге парк асылды. Башҡортостан Башлығы                  Радий Хәбировтың ҡатнашыуы был сараға мәртәбә өҫтәне.                                     

Һәр беребеҙ белә: Рауил ағай иҫ киткес егәрле яҙыусы булды. Дәүләт эшмәкәре булараҡ та, Рауил Төхвәт улы үҙ һүҙен әйтә килде. Әммә мине йәнә таң ҡалдырғаны – шәхси архивында баҫылған яҙмалары, тәржемәләре ҡалыуы. Ҡатыны Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы          Украина шағирҙарының шәлкемен ышанып тапшырҙы, һәм мин уларҙы Рауил ағайҙың яратып уҡыған, даими авторы булған “Башҡортостан” гәзитенә тәҡдим итергә булдым.

Был шәлкемдә Рәсәйгә һөйөү, дуҫлыҡ, олуғ Ватаныбыҙҙағы халыҡтарҙың тыныслыҡ яҡлы булыуы асыҡ сағыла. Һәр ваҡыттағыса, шағир заманына кәрәк һүҙҙе әйтә. Шулай булырға тейеш тә. Башҡа төрлө булыуы мөмкин дә түгел – был Рауил Бикбаев ижады. Башҡортостандың халыҡ шағирының һүҙе.

 

Лариса АБДУЛЛИНА, шағирә.

 

Виктор КОЧЕВСКИЙ

 

Исемеңдә һинең ете хәреф

 

Полтаваның уйсан ҡырҙарында

Таңғы монар ергә тарала.

Тирәктәргә бүҙәнәләр тауышы,

Поездарҙың төтөнө урала.

Ҡыйыҡтарға ҡауҙы ҡот килтергән,

Аҡсарлаҡтар шауы диңгеҙҙә,

Уҡ шикелле Карпат шыршылары

Түбәләрен күккә тейгеҙгән.

 

Түбән эйеп тығыҙ башаҡтарын,

Уйға сумған бына ер тағы.

Патрондарҙың гильзаһына тулған,

Украина, һинең тупрағың.

 

Иҫтә әле ҡайғы менән тулған

Вокзалдарҙы үртәп, емереп,

Тимер сыбыҡ менән ерҙе быуҙы

Фашистарҙың шашҡан өйөрө.

 

Йөҙкәйеңә тояҡ эҙен уйып,

Ярһыу аттар үтте таң ярып.

Минең ҡаным менән ҡушылып аҡты

Яуҙа ауған шәһит ҡандары.

 

Әсәләре Кавказ тауҙарының,

Әсәләре алыҫ Себерҙең

Һаман һинең иңһеҙ киңлектәрҙә

Эҙләй булыр ғәзиз ҡәберҙе.

 

Унда әле һаман кәкүк һанай

Йәшәлмәйсә ҡалған йылдарҙы.

Күкрәгендә һаҡлай Украина

Үҙен яҡлап ауған улдарҙы.

 

Һин яҙаһың, ерем, йондоҙло йыр,

Йондоҙҙарға һинән нур аға.

Исемендәге ете сағыу хәреф

Йәйғор булып балҡый донъяға.

 

 

Виталий КОРОТИЧ

 

Башҡортостан иҫтәлеге

 

Башҡорт полкы, ат ялына йәбешеп,

Йылға аша йөҙөп сыҡҡанда,

Офоҡтарҙан сағылып, һыу төбөндә

Ялҡын ята ине ул таңда.

 

Баҫыу иңләп, ғәскәр алға күсте

Ҡара атта ҡара бөркөттәй.

Башаҡтарҙан ергә һибелеп ҡалды

Пуля кеүек ауыр бөртөктәр.

Кусимовтың аты ут эсенә

Бар полкты сапты эйәртеп.

Һыҙланыуҙан зәңгәр күк ҡарайҙы,

Гүйә, таңда килде ергә төн.

 

Ҡанға сәсәп, ир эйәрҙән ауҙы,

Украина ерен ҡосаҡлап.

Таһир ул саҡ Герой түгел әле,

Генерал да түгел ул саҡта.

 

Һуштан яҙып, оҙаҡ ыңғырашты...

Ә Кусимов иҫкә килгәндә,

Күҙҙәренә ай нур ҡоя ине,

Болоттарҙы йыртып төрәндәй.

 

Яндан аттар сабып үтә ине,

Үлем тарта ине салғыйҙан...

Ҡуйы, ҡара төтөн уртаһында

Эҙләп тапты уны сабыйҙар.

 

...Тыныс төндөң тыныс кешеләре

Хәмер йотоп, ҡымыҙ һемереп

Ултырғанда,

Күҙ алдында тағы

Шул алыҫ төн китте терелеп.

 

Һөйләй Герой алға шыуышҡанын,

Тирә-яҡта баҫыу янғанын.

Яралының көйгән ирененә

Бер ҡатындың йәше тамғанын.

 

Ерҙе иҙгән танк эҙе кеүек,

Тәндә йөйҙәр ҡалған уттарҙан.

Һәм генерал әйтте, миңә ҡарап:

“Һин түгелме, улым,

Теге саҡта мине ҡотҡарған?”

 

Ҡан һарҡыған яңы ярамы ни

Күҙҙәренең ҡыҙғылт ялҡыны.

Тышҡа сыҡтыҡ.

Һалҡын Урал күге

Аҡ мәрмәргә оҡшап балҡыны.

 

Ә генерал һаман хәтерләне

Днепрҙа ҡалған ирҙәрҙе.

Тупрағына ҡайнар ҡаны тамған

Украина тигән ерҙәрҙе.

 

Күҙ алдына Украина килә,

Уҙғандарҙы хәтер балҡытҡас.

Тештәрендә ул ер, әсә кеүек,

Өндәшә гел уға башҡортса.

 

 

Петро РЕБРО

 

Һөйөү тамғалары

 

Башҡортостан! Яҡты яҙмышына

Күңелемдә керһеҙ көнләшеү.

Ил хәстәре тиеп янған ирҙәр

Биттәреңдән һөрткән күҙ йәшен.

 

Онотмай ир тыуған төйәгенең

Һыҙланғанын ҡырҡҡа теленеп.

Шуға, әсәһенә баҡҡан кеүек,

Картаһына ҡарай иленең.

 

Бынау тауҙар һыны шундай таныш,

Әсә йөҙөндәге һырмы ни.

Ошо ергә һөйөүен бында һәр кем

Аңлатмаҡсы шиғыр, йыр менән.

 

Дауылдарҙы еңгән ағас кеүек,

Рәсәй иле ниндәй ныҡ тора!

Башҡортостан уның олононда

Йәшеллеген юймаҫ бер япраҡ.

 

Ғәжәпме ни, ҡунаҡтарын көтөп,

Шар асылып киткәс һәр ҡапҡа,

Башҡортостан һынын башҡа шағир

Дуҫҡа һуҙған усҡа оҡшатһа.

 

Өсөнсөһө Урал күкрәгендә

Йөрәк итеп күрә илкәйен,

Шул йөрәктең ҡан тамыры булып

Күкһелләнә Ағиҙелкәйе.

 

Ә мин ҡурай моңон ишетәмен,

Йотлоғамын ошо моңдарға.

Һәм Салауат балҡып күтәрелә

Иҙел өҫтөндәге монарҙан.

 

Яу ялҡыны һаман янып торған

Күҙҙәренә уның текләйем.

Уҡ-һаҙаҡлы башҡорт, тауҙар ашып,

Бонапарттың теткән тетмәһен.

 

Яңы йылдар, ҡуҙ шикелле балҡып,

Теҙелеп бара хәтер ебенә.

Күпме ергә Еңеү килде, ҡунып

Башҡорт атлылары иңенә.

 

 

Петро ОСАДЧУК

 

***

 

Һағыштарым һибелеп бөткән саҡта,

Украинам минең башлана.

Юлдарымда йырлап аҡсарлаҡтай,

Украинам минең башлана.

 

Сайҡалғанда ярһыу палубалар,

Украинам минең башлана.

Унда – Ҡара диңгеҙ дауылында –

Броненосец ата батшаға.

 

Октябрҙең таңы ҡыйылғанда,

Украинам минең башлана.

Зиндан ҡапҡалары ҡыйралғанда,

Украинам минең башлана.

 

Пан тоҡомо мәңге ҡороған ерҙән

Украинам минең башлана.

Ракеталай һаҡҡа баҫҡан шыршы

Азат Карпаттағы таштарҙа.

 

Украинам минең башлана –

Көндәремдә яңы шатлыҡ асам.

Күк көмбәҙе, йырлы офоҡ кеүек,

Украина бөтмәй һис ҡасан.

 

 

Иван ДРЕЧ

 

Өс билбау хаҡында баллада

 

Ҡулдарыма ятып, талды йоҡоға төн,

Вагнер үҙе уны көйләп тирбәтә.

Өҙгөләнә көҙҙөң һорғолт байраҡтары

Һөңгө кеүек осло шәрә тирәктә.

 

Ағастан ағасҡа ел шыуышып үтһә,

Япраҡтар юлдарҙа дөрләй ут булып.

Шып-шым ғына килә, ағастарға тейеп,

Тимер күлдәк кейгән ҡара өс болот.

 

Шул өс ҡара болот, яман шымсы булып,

Айҙы ҡаплап алып,

Миңә ҡул болғай.

Бына яҙмышың, тип,

Ҡулыңа ал шуны, тип,

Һуҙа улар миңә серле өс билбау.

 

Береһе – минең өсөн.

Туҡылған ул билбау

Алһыу биҙәк һибеп ҡара өҫтөнә.

Икенсеһе – илгә.

Көмөш менән сиккән.

Көмөшө, тутланып, күптән иҫкергән.

 

Ә өсөнсө билбау...

Уттар уны өткән,

Еүешләгән күҙ-йәш, өҙгән ел-дауыл,

Энә урынына ракеталар сиккән...

Быныһы – планетаның ҡанлы билбауы.

 

Туҡтатығыҙ!

Ниңә миңә күрәҙәләр?

Йәнем ытырғана бындай юрауҙан!

Үрелә бөгөн ҡулым халҡым билдәренә

Ҡояш нурынан туҡып, билбау урарға.

 

Шундай бүләк бирәм яҡты планетаға –

Балҡый ул билбауҙа йондоҙ нағышы!

Миңә тиеп һуҙған билбау миндә ҡалһын...

Иң яратҡан төҫөм – ҡара ҡатыш алһыу,

Үрелгән бит шулай шатлыҡ-һағышы.

 

Кусимовтай ярһыу батырҙарҙың

Даны һаман халыҡ телендә.

Ағиҙелдең һыуын эскән ирҙәр

Ятып ҡалды Днепр төбөндә.

 

Һәр саҡ шулай – ил битенә тағы

Күләгәһе төшһә дошмандың,

Таң шикелле алсаҡ батырҙарың

Арыҫланға шул саҡ оҡшаны.

 

Онотормо йылдар ажарланып

Ҡанлы яуға халҡың ҡалҡҡанды!

Бер ҡараһам һиңә, Башҡортостан,

Хәтерләтә һының ҡалҡанды.

 

Ҡолаҡ һалһаң, уҙғандарҙы һөйләй

Ерең ҡылыс, һөңгө телендә.

Башҡортостан! Һин бит нисә быуат

Һаҙаҡ булдың илдең билендә.

 

Башҡортостан! Еңеү оранындай

“Ура!” булып исемең яңғырай.

Илдең Урал тигән ҡайышында

Һин бит револьверлы кобура!

Читайте нас: