Йәмғиәт өсөн файҙалы, әүҙем эшмәкәрлек алып барған, ижадҡа ла өлгөргән, фекер киңлеге менән айырылып торған, заман менән бергә атлаған, төрлө яҡлап төплө белемгә эйә булған, халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән кешеләр һәр ваҡыт хөрмәт үә һоҡланыу уята. Ундай шәхестәрҙең уй-фекерҙәрен тыңлау, ишетеү – үҙе бер тормош һабағы. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – киң йәмәғәтселеккә билдәле абруйлы шәхестәребеҙҙең, милләтебеҙ ағинәйҙәренең береһе, шағирә, тәржемәсе . Уның менән һәр кешегә яҡын төшөнсәләр, заман, тормош, йәшәйеш хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы, быйылғы июнь айы һеҙҙең өсөн айырыуса иҫтәлекле – күркәм юбилейығыҙҙы билдәләнегеҙ. Был юбилей алдағыларынан айырыламы, уны ниндәй уй-кисерештәр менән ҡаршы алдығыҙ?
Гүзәл Ситдыҡова: Ҡайһы бер йылдағы тыуған көндәрем бөтөнләй иҫтә юҡ. Йылдар ғына өҫтәлә бара. Көҙгөгә ҡарамаһаң, нисә йәш икәнен онотоп та китәһең әле (көлә – авт.).
Иҫтә ҡалған тәүге тыуған көнөм, ғөмүмән, ошондай көн барын аңлауым, 10 йәш тулғанда булды. Элек бит тыуған көндө үткәрмәйҙәр ине. Беҙ колхозһыҙ ерҙә йәшәгәс, ҡош-ҡорт тотоуы ауырыраҡ була торғайны. Эргәлә йылға бар, шуға ҡаҙ-өйрәген аҫрарға әллә ни ҡыйынһынманыҡ, ә бына тауыҡ тотоу мәшәҡәтлерәк, сөнки уға иген кәрәк. Йәй буйы үлән орлоғо йыйып, кесерткән тапап, шуны ҡатыҡҡа ҡушып болғатып ашата инек. Туҡлыҡлыраҡ булһын өсөн өҫтөнә арыш оно һибәһең. Әсәйем йәй башында уҡ бесән ваҡытына тип йомортҡаны йыя башлай, көл араһында һаҡлай торғайны. Биш балалы ғаиләлә танһыҡҡа ғына бирелгән ризыҡ ине ул. Ун йәшем тулған көндә әсәйем башҡаларға – берәр, ә миңә ике йомортҡа бешереп бирҙе.
Йәнә бер тыуған көнөм Ингушетияға сәфәрҙә үтте. Ул саҡта депутат инем, Дәүләт Думаһының парламент уҡыуҙарына илебеҙ субъекттарынан да депутаттарҙы саҡырғайнылар. Икенсе бер тыуған көнөмдө Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының делегацияһы составында Германияла, Берлинда ҡаршы алдым.
2001 йылғы тыуған көнөмдә ил башлығы Өфөгә килгәйне, “Аҡбуҙат” ипподромында сығыш яһағанында трибунаға яҡын ғына ултырып, тыңларға насип булды.
Быйыл етенсе тиҫтәмде түңәрәкләп ҡуйған тыуған көнөмдә кисерештәр бик күп, әлбиттә. Йәшәлгән ғүмереңә күҙәтеү эшләп, йомғаҡ яһайһың. Шатлыҡлы ла, бер аҙ моңһоуыраҡ та, әммә мин бер ваҡытта ла олоғайыуҙан да, ҡарт булып күренеүҙән дә ҡурҡманым. Иң мөһиме – ғаиләлә, илдә именлек булһын. Бер шиғырымда: “Бәхет бит ул ҡартлыҡ, ҡәҙерен бел! Күпмеләргә ҡартлыҡ килмәй ҡала”, – тип яҙғайным. Ҡартлығымды күргәнгә шөкөр, тим.
– Әлеге мәлгә ғүмерегеҙҙәге төп ҡаҙанышығыҙ йә бурысығыҙ тип нимәнелер айырып әйтер инегеҙме?
Гүзәл Ситдыҡова: Былтыр хәләлем менән ғаилә ҡороуыбыҙға ярты быуат тулды, алтын туйыбыҙҙы үткәрҙек. Ике бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Өс ейәнсәребеҙ, бер ейәнебеҙ бар. Быны ҡаҙаныш тип тә атап булмай, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте тиергә кәрәк. Инде 14 йыл хаҡлы ялдамын, әммә эшләүҙән туҡтағаным юҡ, тиергә мөмкин: бына шул – ҡаҙаныштыр. Даими яҙам, уҡыйым, тәржемә итәм, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында осрашыуҙар үткәрәм. Күп кенә китаптарым донъя күрҙе, шөкөр. Хатта Льюис Кэрроллдың “Алиса в стране чудес” әкиәтен “Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары” тип башҡортсаға тәржемәләгән китабым Ирландияла баҫылып сыҡты. Ижад итергә мөмкинлегем бар, бының өсөн ғаиләм миңә уңайлы шарттар тыуҙыра, рәхмәт уларға.
“Бәҫ өҫтәр яҡшылыҡ күрһәм,
милләтемә мин яусы,
Көндәрем хеҙмәттә үтә –
милләтемә мин ялсы,
Милләт өсөн хәүеф тыуһа,
була(а)лам утлы ҡамсы,
Халҡым ҡанынан тамғанмын –
башҡорттанмын бер тамсы!”
тигән шиғырымды бурысым, йәшәү девизым тип тә әйтергә була. Ҡупшы һүҙ өсөн әйтмәйем быны, ысын күңелдән халҡыма, илемә хеҙмәт итәйем, тип йәшәйем.
– Һеҙ заман яңылыҡтарынан ҡалышмайһығыҙ, интернет мөмкинлектәрен дә киң файҙаланаһығыҙ. “Бәйләнештә” сайтындағы ҙур “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмөнөң дә ойоштороусыһы. Ошо хаҡта ине һорау: халыҡтың күбеһе тормошон хәҙер шул интернетһыҙ күҙ алдына килтерә алмай. Глобаль мәғлүмәт селтәрендә барыһының да ваҡытын файҙалы белемдәр туплауға ғына бағышлауы икеле. Нисек иҫәпләйһегеҙ: интернет кеше өсөн файҙамы, әллә киреһенсәме? “Алтын урталыҡ”ты нисек табырға?
Гүзәл Ситдыҡова: Интернеттың барлыҡҡа килеүенә бик шатмын, миңә, мәҫәлән, унда эшләү оҡшай. Шул ҡәҙәре күп мәғлүмәт табырға була, ә мин – яңы мәғлүмәт алырға яратҡан кеше. Глобаль селтәрҙән кем нимә эҙләй, шуны таба: бысраҡ эҙләгәне – бысраҡ, яҡшылыҡ эҙләгәне – яҡшылыҡ. Бында интернеттың ғәйебе юҡ, кешенең үҙенән тора.
“Бәйләнештә”ге “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” ул Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе булып эшләгәнемдә ойошманың сайтында тупланған мәғлүмәттәр юғалмаһын өсөн асылған төркөм булараҡ барлыҡҡа килде. Башҡа төркөмдәрем дә бар. Ул саҡта башҡортса яҙышҡан төркөмдәр бик юҡ та ине әле. Төркөмөмдә күберәк зыялы ҡатын-ҡыҙ, тәү сиратта, ауыл интеллигенцияһы теркәлгән тиергә лә мөмкин. Ир-егеттәр ҙә бар, әлбиттә.
Уларҙа һәр башҡорт ҡатын-ҡыҙын, шулай уҡ милләтебеҙҙе яратҡан, туған телебеҙҙе белгән, гүзәл затҡа ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса фекерен белдерергә, ниндәйҙер матур эштәр башҡарыуҙа ҡатнашырға, ойошторорға теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Үҙ һәләттәрен күрһәтеү өсөн дә мөмкинлектәр киң: әҙәбиәт, сәнғәт, эшҡыуарлыҡ, ҡул эштәре, халыҡ педагогикаһы... Бәхәс тыуҙырыу маҡсатында нимәлер яҙыр, кешеләрҙе кәмһетер өсөн махсус рәүештә асылған алдаҡ сәхифәләрҙе күҙәтеп, алып ташлап барам.
– Интернет темаһын дауам итәйек. Һеҙ – башҡорт Википедияһының әүҙем авторы, мөхәррире лә. Был эшмәкәрлегегеҙ ижад итеүгә ҡамасауламаймы?
Гүзәл Ситдыҡова: Википедияла 10 йылдан ашыу яҙышам. Бик әүҙем эшләгән дә, китаптарымды әҙерләгән саҡта туҡталыбыраҡ торған ваҡыттар ҙа булды. Һуңғы дүрт-биш йыл эсендә күп яҙыштым. Быны ижад тип ҡарайым, сөнки интернетта республикабыҙ, илебеҙ яҙмышы, шәхестәребеҙ тураһында меңдәрсә мәҡәлә яҙҙым. Бигерәк тә халҡыбыҙҙың боронғо тарихына бәйле мәҡәләләр яҙыуҙы үҙ итәм.
Мәҫәлән, 1870 йылдарҙа Ырымбур өлкәһендә Карл Фишер тигән кеше этнологик, антропологик маҡсатта башҡорттарҙы күпләп фотоға төшөргән, шул фотолар һаҡланған – иҫ киткес ҙур хазина бит! Ошо турала белгәс, шул ҡәҙәр һөйөнөп, мәҡәлә яҙҙым, ҡайһы бер фотоларҙы ла ҡуя алдым. Эш шунда: беҙгә ҡәҙерле был фотоһүрәттәр һаҡланған сайттарҙың бәғзеләре, авторлыҡ хоҡуғына таянып, уларҙы ҡулланырға рөхсәт итмәй. Шулай ҙа мөмкин булғандарын алып ҡуйырға тырышам. Был эшем ижад ҡына түгел, хатта фәнни ғәмәл, тип тә әйтер инем.
Википедияла эшләү рухи ихтыяждарыма яуап бирә, сөнки тәржемә итергә лә яратам, күп мәҡәләләрҙе рус һәм башҡа телдәрҙән башҡортсаға әйләндереп, үҙебеҙҙең мәғлүмәттәрҙе өҫтәп эшләйбеҙ. Энциклопедиялар, һүҙлектәр менән эш итеү ҙә ифрат оҡшай. Тыуған көнөмә лә сәскә түгел, ошондай китаптар бүләк итегеҙ, тип яҡындарыма әйтеп ҡуйғанмын. Яҙышырға, мәғлүмәт эҙләргә, табырға, башҡалар менән уртаҡлашырға ла яратыуым – ул тарихыбыҙҙы, туған телебеҙҙе һаҡлауға виртуаль энциклопедиябыҙға индергән өлөшөм дә.
– Ғаилә тормошонда бик тә кәрәкле, халыҡ аҡылына таянған фәһемле кәңәштәрҙе туплаған китаптар авторы ла һеҙ. Заман башҡа – заң башҡа, тиһәләр ҙә, был әйтем әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләренә, халыҡта электән йәшәп килгән ниндәйҙер эске тәртип ҡанундарына ҡағылырға тейеш түгелдер. Шулай ҙа ундай күренештәр осрап тора. Милли әҙәп тигән төшөнсәне юғалтмаҫ өсөн нимә эшләргә мөмкин, ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
Гүзәл Ситдыҡова: Мәҡәлдәр, әйтемдәребеҙ менән эшләргә яратам. Депутат булғанда, башҡорттарҙың шәриғәттән башҡа махсус ҡанундары булмаған, тигәнде йыш ҡына ишетергә тура килә ине. Ысынлап та, беҙ, мосолман булараҡ, исламды мең йылдан ашыу әүәл ҡабул иткән милләт булараҡ, дин ҡанундары буйынса йәшәгәнбеҙ. Шәриғәткә буйһонһаҡ та, яҙылмаған ҡанундар ҙа булған, улар мәҡәл, әйтемдәр рәүешендә һаҡланып ҡалған.
Фольклорыбыҙҙа ла һәр осраҡ өсөн ҡанун кимәлендәге тип әйтерлек мәҡәл йә әйтем таба алабыҙ. Халыҡ ижады өлгөләрен, ғөмүмән, рухи хазинабыҙ ҙа, ҡануннамәбеҙ ҙә тип атарға була. “Күсле ил – көслө ил” тигән китабымды тап шул мәҡәл, әйтемдәргә таянып, фольклорсы түгел, ә закондар сығарыу өлкәһендә эшләгән кеше булараҡ яҙҙым. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәребеҙҙе башҡорттарҙың ғаилә низамнамәһе, ҡануннамәһе тип тә атарға булыр ине. Китап һаман да үҙ уҡыусыһын таба, уны һорайҙар. Ошо эшем өсөн бик һөйөнәм. Тап ғаиләлә милләт тәрбиәләнә, милләт бишеген әсәйҙәр тибрәтә. Шуға ла уларға алтын-көмөштән дә ҡиммәт ошо мираҫыбыҙҙы өйрәтергә лә, һаҡларға ла бурыслыбыҙ, тип уйлайым.
– Етди фекерләү, аҡыл эшмәкәрлеге талап иткән шөғөлдәр көстө лә күп ала. Ә ниндәй ғәмәлдәр күңелегеҙгә ял бирә, Гүзәл апай?
Гүзәл Ситдыҡова: Ижадтың да күңелгә ял биргәне була. Балалар өсөн ижад – шундай. Баҡсала сәскә үҫтерергә яратам. Йәш саҡта эшләп, баҡсаға ялдарҙа ғына йөрөгәндә, был шөғөлөмә бик тотона алмай инем. Магазиндарҙа ризыҡҡа сират булған ваҡытта йәшелсә, еләк-емеш, улар араһында мотлаҡ бәрәңге була, сәсеп, балаларыбыҙҙы эшкә лә өйрәттек, табыныбыҙ ҙа һыйлы булды. Үҙ ереңдә, саф күңел тойғоларын ҡушып, үҙ ҡулдарың менән үҫтергән, эшкәрткән, таҙа ризыҡты ашау – бәхет бит ул. Тупраҡтан, тәбиғәттән көс алам. Йән тыныслығын тағы ла намаҙҙа, үҙебеҙҙең изге Ҡөрьәнебеҙҙә табам.
– Ауыр заманда йәшәйбеҙ, тип зарланып та китәбеҙ ҡайһы саҡта. Ә шулай ҙа бер әлегеһе генә түгел, һәр заманда ла ауырлыҡтар булған. Ауыр хәлгә осрап, бөтөнләй төшөнкөлөккә бирелеп барғандарға йәшәүҙең тәмен белергә, алға барырға нимә ярҙам итер ине тип уйлайһығыҙ, Гүзәл апай?
Гүзәл Ситдыҡова: Эйе, һәр замандың – үҙ һынауҙары. Беҙҙекенән да ауырыраҡ, бик ҡурҡыныстары ла булған – ҡанға батҡан, үләттәр килгән, аслыҡтан яфаланған... Ҡыйынлыҡтар була торор, шуға ҡарамаҫтан, һәр заманда ла кеше булып ҡалыу зарур. Уға һынау итеп ҡарарға кәрәк. Беҙҙең халыҡ сабыр. Уҙған быуат башында донъяға килгән ҡәйнәмде миҫал итеп күрәм – халҡыбыҙҙың иң матур сифаттарын үҙендә туплағайны. Ул шатлыҡты ла, ҡайғыны ла түҙемле ҡабул итер булды. Ауыр хәбәр ишетһә, иң беренсе намаҙға баҫа торғайны. Һуғыш заманында үҙенең йүнселлеге арҡаһында балаларын ас үлемдән ҡурсалап алып ҡала алған һоҡланғыс кеше ине ул.
Үткәндәге ауырлыҡтар беҙҙеке ише генә булмаһа ла, халыҡ шөкөр итеп, зарланмай йәшәй белгән. Ауылда малдан өҙөлмәй, “уныһы юҡ, быныһы юҡ” тип зарланмай ғына, үҙенә генә түгел, ҡала кешеләренә лә өлөш сығарып йәшәгән милләттәштәргә һоҡланам. “Илайым, күҙ-йәш түгәм” тип йырлаған йырҙарҙы өнәмәйем мин, имеш, мөхәббәтенән яҙып ҡайғыра. Шул булдымы ҡайғы?! Тимәк, был кеше менән ғүмере бәйләнергә тейеш булмаған. “Аллаһы Тәғәлә һин теләгәнде түгел, һиңә тейешлене бирә” тип әйтелгән бит.
Ҡайғы-хәсрәт күрмәй йәшәгән бер кеше лә юҡтыр, сабырҙар бөгөлмәй, “Сабыр төбө – һары алтын” тип йәшәй. Таң атмай ҡалған бер көн дә юҡ, гел төндән тормай ул тормош. “Мин күктәргә ҡасам илағанда, Төшөп етмәй унан күҙ йәшем”, – тип яҙғайным бер. Беҙҙең халыҡ хатта йыназала ла тауышһыҙ ғына илай...
– Фәһемле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә күп йылдарға етерлек ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ижад ҡомары теләйбеҙ, Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы!
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әңгәмәләште