Иртәгә ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың береһе – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы-штурмовик, гвардия полковнигы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тула.
Илештәрҙең ғорурлығы ул
Республикабыҙҙа уның кемлеге тураһында һөйләп тороу кәрәкме икән?! Мәктәп йылдарынан алып һәр бала уның батырлығы тураһында белеп үҫә. Муса Гәрәев үҙе яҙған һәм уға арналған китаптар, уның тураһында документаль фильмдар бихисап. Исеме урамдарға, төрлө учреждениеларға бирелгән.
Муса Ғайса улы Илеш районының Иләкшиҙе ауылында 1922 йылдың 9 июлендә тыуған. Был ауылда күп тә тормаған, ете йәше тулғас, Ташшишмә ауылына күскәндәр. Ә 1937 йылда Муса күрше Бишҡурай ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай.
Илеш районында Геройҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса күп эш башҡарылған, тинек. Район үҙәге Үрге Йәркәйҙә М. Гәрәев музейы, ул үҫкән Ташшишмә ауылында йорт-музейы бар. Үҙе уҡыған Бишҡурай ауылындағы мәктәп уның исемен йөрөтә. Район үҙәгендәге кинотеатрға ла Геройҙың исеме бирелгән.
Юбилей йылында иһә яҡташтары бик ҙур эш башҡарған. Беҙгә улар тураһында Илеш районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рөстәм Әхмәҙиев һөйләне.
– Муса Гәрәев – районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, үҙебеҙҙең башҡорт егете. Уның менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Муса Ғайса улы Башҡортостанда ғына түгел, тотош Волга буйы федераль округында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ булған берҙән-бер кеше бит! Уның 100 йыллыҡ юбилейына бар Илеш әҙерләнә, тиһәк, һис тә хата булмаҫ, моғайын, – тине ул.
Рөстәм Флүр улы белдереүенсә, улар башта эште йәш быуындан башлаған. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә батырлыҡ дәрестәре үткәрелгән, улар өсөн күп төрлө ярыш-бәйгеләр ойошторолған. Ғөмүмән, ижади бәйгеләрҙә теләгән һәр кем ҡатнаша алған: герой яҡташтарына арналған һүрәттәр, кроссвордтар, ҡул эштәре, йыр, шиғыр конкурстары иғлан ителгән. Районда булған һәр 48 клубта патриотик саралар үткәрелгән.
– “Башҡортостан” киностудияһы уға арнап фильм төшөрҙө, шишәмбе һәм кесе йома балаларға уны үҙебеҙҙең кинотеатрҙа күрһәтәбеҙ, өлкәндәр ҙә ихлас ҡарай. Шулай уҡ район артистары “Герой юлынан” тигән спектакль әҙерләп ҡуйҙы. Уны ла бик яратып тамаша ҡылдылар. Оҙаҡламай уны Өфөлә һәм яҡын райондарҙа күрһәтәсәкбеҙ. Ғөмүмән, батыр яҡташыбыҙға арналған эштәр байтаҡ булды. Китап та баҫтырылды, “Аҡбуҙат” журналы уға бер һанын бағышланы, Өфөләге М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры спектакль әҙерләп ҡуйҙы. Муса Гәрәевтең улы Евгенийҙы саҡырып, ҙур түңәрәк өҫтәл ойошторҙоҡ. Был сараларға йомғаҡ яһап, еңеүселәрҙе бүләкләнек, – тине ул.
Музей ҡыҙыҡлы хәтирәләр һаҡлай
Үрҙә телгә алған ике музейға ла капиталь ремонт үткәрелгән. Мәҙәниәт бүлеге начальнигы белдереүенсә, Үрге Йәркәйҙәге төп музейға, “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, 10 миллион һум аҡса бүленгән. Был аҡсаға бинаның фасады алмаштырылған, тағы бер экспозициялар залы өсөн подвал эшләнгән, ихатала эскәмйәләр ҡуйылған, биләмәгә ваҡ таш түшәлгән. Йәнә шуныһы, бөгөн музей алдында Муса Гәрәевкә өр-яңы һәйкәл асыла. Быға тиклем уның бюсы ғына торған. Хәҙер иһә тотош буй-һынын сағылдырған матур һәйкәл буласаҡ. Бынан тыш, музей биләмәһендә торған самолеттың да тышҡы яғы матурланған. Етәксе белдереүенсә, Ташшишмә ауылындағы йорт-музейға ла ремонт эшләнгән.
Яңыртылған музейҙы беҙ ҙә барып күрҙек. Беҙҙе ғилми хеҙмәткәр Фәриҙә Нуриәхмәтова ҡаршы алды һәм уларҙың икеһен дә күрһәтте, ентекләп герой тураһында һөйләне.
Үрге Йәркәйҙәге был музей башҡа райондарҙыҡынан айырылып тора. Ул заманса технологиялар менән йыһазландырылған, видеояҙмалар ҡарарға, аудио тыңларға була. Шулай уҡ экспонаттар бик бай һәм үҙенсәлекле. Ыҡсым ғына ике ҡатлы был йорт тәрән тарих эҙҙәрен һаҡлай!
Фәриҙә Ғизетдин ҡыҙы һөйләүенсә, Үрге Йәркәйҙәге музей 1992 йылда асылған. Муса Ғайса улы уның асылырын белгән, тик иҫән сағында күреп өлгөрмәгән.
Музей хеҙмәткәре беҙҙе экспозиция, Геройҙың тормошонан ҡыҙыҡлы дәлилдәр менән таныштырҙы. Муса Гәрәевтең атаһы балалары бәләкәй саҡтан ситкә, ҙур ҡалаларға йөрөп эшләгән икән. Ә өйөнә ҡайтҡас, балаларына, күршеләренә яңылыҡтар, яңы технологиялар тураһында һөйләгән. Атаһының ошо һүҙҙәрен тыңлап үҫкән егет мәктәпте тамамлағас, тимер юлсы булырға хыяллана. Иптәш егете менән башҡаларға өндәшмәй генә Өфөләге Тимер юл халыҡ комиссариаты техникумына документтарын ебәрә. Һәм уларҙы имтихан тапшырырға саҡыралар. Рус телен белмәү сәбәпле, тәүге йылда уҡырға инә алмайҙар, рабфакта тороп ҡалалар һәм телде өйрәнәләр. Киләһе йылда иһә Муса уҡырға инеүгә өлгәшә. Шул саҡта урындағы йәштәргә эйәреп, аэроклубҡа йөрөй башлай һәм күк йөҙөнә ғашиҡ була.
1940 йылда Энгельс ҡалаһының хәрби авиация мәктәбенән уҡытыусылар килә һәм, йәштәрҙән имтихан алып, үҙҙәренә курсанттар һайлай. Уны истребителдәр төркөмөнә алалар. Имтихандарҙы үткәс, Илешкә ҡайтып, был турала ата-әсәһенә әйтә, тик кире килгән саҡта поезға өлгөрмәй ҡала һәм икенсе партия менән бомбардировщиктар төркөмөнә китә. Уҡый ғына башлағас, һуғыш башлана. Уны тиҙ арала штурмовикка уҡыталар һәм һуғышҡа ебәрәләр.
1942 йылдың сентябренән яуға инә ул. Был осорҙағы ҡаһарманлыҡтары күптәргә билдәле. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һуғыш ваҡытында һәр пилоттың үҙ уҡсыһы булған. Улар икәүләп хәрби осоштарға йөрөгән. Ҡағиҙә булараҡ, пилоттар кабинала ҡаплаулыраҡ ултырған, ә уҡсылар асыҡ һауала күренеп торған. Һуғыш бөткәнсе пилоттар иҫән ҡалһа ла, улар бишәр-етешәр уҡсыны алмаштырған. Ә бына Муса Гәрәев бөтә һуғышты бер уҡсы менән генә үткән. Ул Силәбе егете Александр Кирьянов булған. Яҡташыбыҙ һәр ваҡыт самолеттарҙы ла, уҡсыһын да һаҡлап йөрөткән.
Муса Ғайса улын яҡшы яҡтан күрһәткән тағы бер дәлил: уға хәрби задание буйынса тимер юлдарҙы һәм поездарҙы һөжүмгә тоторға кәрәк булған. Ул иһә, ипле кеше булараҡ, поездың тик башын ғына, йәғни паровозын шартлатҡан, башҡа еренә теймәгән. Ошоноң өсөн уға аҙаҡ “Маҡтаулы тимер юлсы” тигән исем дә биргәндәр. Сержант булып һуғышҡа барған егетебеҙ һуғыш тамамланыуға полк штурманы булып, майор хәрби дәрәжәһенә етә.
Баҫалҡы кеше була
Еңеүҙе ҡыйыу яҡташыбыҙ Мәскәү ҡалаһында ҡаршылай. Май башында уның ике аҙналыҡ ялға ҡайтҡан сағы була. Һуғыштағы яҙылмаған ҡанун буйынса, геройҙарҙы һаҡлайҙар, “улар иҫән ҡалһа, барыһы ла яҡшы буласаҡ һәм дошманды еңәсәкбеҙ” тигән ышаныс йәшәй.
Еңеү көнөнән һуң ул тыуған яғына йүнәлә. Бында ла уның баҫалҡылығы күренә. Ул ҡайтып килгәнен бер кемгә лә хәбәр итмәй, уҡсыһы Александр Кирьянов менән бергә була. Өфөгә йүнәлгән самолетҡа ултырғас, радист уларҙың миҙалдарын күреп ҡала һәм аэропортҡа хәбәр итә: беҙҙең менән геройҙар ҡайтып килә! Һөҙөмтәлә уларҙы ҙур делегация ҡаршы ала.
Геройҙың артабанғы тормошо ла билдәле. Ул бер килке осоуын дауам итә, хәрби булып хеҙмәт итә. 1964 йылда һаулығы насарайыу сәбәпле, отставкаға сыға. 1965 – 1977 йылдарҙа ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе вазифаһын үтәй. Башҡортостанда спорттың хәрби-техник төрҙәрен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, был ойошманы Советтар Союзындағы 47-се урындан икенсе урынға тиклем күтәрә. Оҙаҡ йылдар СССР һәм БАССР Юғары Советы депутаты була. Замандаштары уны бик кешелекле, ярҙамсыл, баҫалҡы кеше тип хәтерләй. Ул үҙе өсөн бер нимә лә һорамай, башҡаларға булһын тип тырыша. Ошо сифаттары өсөн уны яраталар һәм ихтирам итәләр. Герой 1987 йылдың 17 сентябрендә Өфөлә вафат була. Баш ҡаланың Еңеү паркында ерләнә.
Был музейҙы район кешеләре бик ярата. Унда күрше төбәктәрҙән дә киләләр. Ташшишмә ауылында иһә уның тыуған йортоноң күсермәһе эшләнгән. Беҙ уны ла барып күрҙек. Ябай башҡорт өйө, ябай көнкүреш әйберҙәре, тик унан, әйтерһең, ниндәйҙер серле нур сәселә.
Геройҙың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, Муса Гәрәевтең тыуған яғында – Бишҡурай ауыл биләмәһендә был иҫтәлекле ваҡиғаларға арналған байрам саралары үтә. Тантаналы митинг, театрлаштырылған тамаша, байрам концерты, реконструкцияланған йорт-музейҙы асыу, халыҡ спорт уйындары төрҙәре буйынса ярыштар, авиаторҙарҙың күрһәтмә сығыштары була. Иртәгә иһә Өфөлә ҙур тантаналы саралар планлаштырылған. Башҡортостан ДОСААФ-ы Муса Гәрәев беренсе тапҡыр осорға өйрәнгән аэродромда авиация байрамы үткәрә, унда техника һәм ҡоралдар күргәҙмәһе, авиация шоуы, парашютсылар сығышы, концерт үтәсәк, шулай уҡ Первушин аэродромында авиашоу көтөлә.
- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА