Арҙаҡлы милләттәшебеҙ, абруйлы сәйәсмән, ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, “Башҡортостан” гәзитенең 1986 – 1990 йылдарҙағы баш мөхәррире Мансур Әйүпов бөгөн 75 йәшлек юбилейын билдәләй. Олуғ замандашыбыҙҙы матур ғүмер байрамы уңайынан ҡотлап, уның тормошо һәм эшмәкәрлегенә байҡау яһайбыҙ, фекерҙәрен, тәҡдимдәрен еткерәбеҙ.
Именлек нигеҙендә торған сәйәсмән
Дәүләкән районының Исмәғил ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән Мансур Әйүпов мәктәптән һуң Салауат педагогия училищеһын тамамлағас, 1966 йылда үҙҙәрендәге район гәзитендә эш башлап, унда баш мөхәррир урынбаҫарына тиклем хеҙмәт юлы үтә. Ошо осорҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын да тамамлаған киң ҡарашлы, белемгә ынтылған журналистың 1973 йылдан алып артабанғы тормошо һәм эшмәкәрлеге Өфө менән бәйле.
Баш ҡалала Башҡортостан китап нәшриәтендәге тырыш хеҙмәтен баһалап, республика етәкселеге уны 1976 йылда Мәскәүҙәге Юғары партия мәктәбенә уҡырға ебәрә. Өфөгә юғары квалификациялы белгес булып ҡайтҡас, Мансур Әнүәр улына ҙур вазифа йөкмәтелә – ул КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире урынбаҫары, матбуғат, радио, телевидение секторы мөдире итеп тәғәйенләнә, йәғни республикалағы барлыҡ киң мәғлүмәт саралары эшенә етәкселек итә башлай. 1979 – 1986 йылдарҙа ошо бурысты атҡарған ваҡытта партия комитеты секретарҙары менән матбуғат, радио, телевидение етәкселәре араһында эшлекле бәйләнештәр булдырыуға күп көс һала, оло тәжрибә туплай.
Тырыш хеҙмәтен, ойоштороу һәләтен, һөнәри оҫталығын юғары баһалап, Мансур Әйүповты “Совет Башҡортостаны” гәзитенә баш мөхәррир итеп ҡуялар. Республиканың төп матбуғат баҫмаһына 1986 – 1990 йылдарҙа уңышлы етәкселек итә ул.
Мансур Әнүәр улының артабанғы эшмәкәрлеге дәүләт хеҙмәте менән бәйле. 1990 йылда, илдә ҙур үҙгәрештәр башланған мәлдә, уны БАССР Министрҙар советы рәйесенең социаль-гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. СССР-ҙың тарҡалыуы, Рәсәй власы структураһының ҡапыл көсһөҙләнеүе ил төбәктәрен көрсөккә ҡаршы үҙаллы көрәшергә, йәмәғәт тормошоноң яңы формаларын уйларға мәжбүр итә. Көслө сәйәсмән Мансур Әйүпов республиканың беренсе Президентын һайлау эшендә, унан власть органдарының яңы системаһын төҙөүҙә төп терәк-таяныстарҙың береһе була. 1994 йылда Башҡортостан Республикаһының Дәүләт секретары итеп тәғәйенләнгәс, төбәк үҫешенең стратегик йүнәлештәре менән айырыуса киң шөғөлләнә башлай.
Реформалар идеологияһы, иҡтисади стратегия эшләү, Рәсәй составында республиканың сәйәсәте, дәүләт етәксеһе ҡарарҙарының, төбәктәге барлыҡ тармаҡтар алдына ҡуйылған бурыс-талаптарҙың үтәлешен контролдә тотоу – ошо һәм башҡа яңы, ҡатмарлы эштәрҙе ойоштороуҙы Башҡортостан Президенты М.Ә. Әйүповҡа йөкмәтә. Нәҡ Мансур Әнүәр улы төбәгебеҙҙәге күп мәсьәләләр буйынса йүнәлештәрҙе билдәләүҙә төп ролде үтәй. Улар – Башҡортостан Республикаһынан ҡушымтаһы булған Федераль килешеү эшләү, 1994 йылда федераль үҙәк менән ике аралағы мөнәсәбәттәр тураһында Килешеү әҙерләп ҡул ҡуйыу. Шуны билдәләргә кәрәк: Башҡортостандың Федераль килешеүгә ҡул ҡуйыуы Рәсәй Федерацияһының берҙәмлеген, бөтөнлөгөн нығытыуға ҙур өлөш индерә. Илдәге күп республикалар, милли округтар тап беҙҙең алымды сәйәси киңлектә өлгө, йүнәлеш итеп ала.
Ғөмүмән, үткән быуат аҙағының ауыр, ҡатмарлы осоронда Башҡортостан етәкселеге кешеләр араһындағы ыңғай мөнәсәбәттәрҙе, үҙ-ара татыулыҡты һаҡларға тырыша, рухты, ихтыяр көсөн үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Халыҡтың бүленеүенә, дини, милли, социаль нигеҙҙә ыҙғыштарға юл ҡуйылмай. Тап ошо осорҙа төбәгебеҙҙәге барлыҡ дин, конфессиялар үҫешенә төрлө яҡлап булышлыҡ ителә, Өфөнөң илдәге ислам үҙәге булараҡ урыны һаҡланып ҡына ҡалмай, нығытыла ла.
Сәйәсмән М. Әйүпов йәмғиәттә тотороҡлолоҡто, татыулыҡты һаҡлау буйынса эшмәкәрлектең башында тора. Сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең мәнфәғәттәрен дә күҙ уңында тотоп, башҡорт мәҙәниәтен комплекслы үҫтереү маҡсатындағы программалар төҙөү, саралар уҙғарыу, шул иҫәптән I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреү Башҡортостанда йәшәгән башҡа халыҡтарҙың да милли мәҙәниәтен күтәреүгә булышлыҡ итә. Республика Президентының 1995 йылдағы тәүге Мөрәжәғәтнамәһендә үк (уны әҙерләүгә төп өлөштө Мансур Әйүпов индерә) төбәгебеҙ халҡына шул еткерелә: һәр милләт һәм конфессия вәкилдәренә иғтибар бүленәсәк, халыҡтарҙы берләштергән тарих, мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең рухи мираҫына терәк күрһәтеләсәк.
Әйтелгән һүҙҙәрҙе ғәмәли йәһәттән раҫлап, халыҡтарҙың тарихи тамырҙарын нығытыу мөмкинлеге лә киңәйә. Быға тиклем ғәҙелһеҙ рәүештә ситләтелгән, онотолған шәхестәрҙең исемдәрен кире ҡайтарыу буйынса киң эшмәкәрлек йәйелдерелә, уларҙың юбилейҙары үткәрелә башлай. Республиканың мәҙәниәт өлкәһе яңы һулыш ала, милли сәнғәткә йәш көстәр килә. Ҡатмарлы заманда власть ижади союздарҙың хоҡуҡтарын һаҡлап ҡалыуға ла булышлыҡ итә. Мәғариф тармағын үҫтереүгә юл һалына: яңы юғары уҡыу йорттары, уларҙың филиалдары асыла, Башҡортостандың Фәндәр академияһы барлыҡҡа килә. Социаль-гуманитар өлкәлә башҡарылған ошо һәм башҡа бихисап эштәр, һис шикһеҙ, ысын кешелеклелек сифаттарын, рухты һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Ҡайһы бер урындарҙа төрлө нигеҙҙә ыҙғыштар барғанда, беҙҙең Башҡортостандың дәүләт етәкселеге, төп ҡиммәттәргә иғтибар бүлеп, дөйөм именлекте тәьмин итеүгә өлгәшә.
Ошолай дәүләт етәксеһенең уң ҡулына әйләнгән, республикалағы сәйәси ҡоролоштоң үҙәгендә торған Мансур Әйүпов артабан Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры итеп тәғәйенләнгәс тә, был тармаҡта заманса белем биреү, фәнни инфраструктура булдыра, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри йәһәттән камиллашыуы өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға күп көс һала. Артабан IV саҡырылыш Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына депутат итеп һайланып, унда милләттәр эше буйынса комитет рәйесе урынбаҫары бурысын лайыҡлы атҡара. Мансур Әнүәр улы һәм уның ярҙамсылары тарафынан әҙерләнгән “Рәсәй Федерацияһы дәүләт милли сәйәсәте нигеҙҙәре тураһында”ғы федераль закон проектын айырып билдәләргә кәрәк. Был проект Рәсәйҙең барлыҡ субъекттарында, федераль дәүләт учреждениеларында һәм ғилми ойошмаларҙа ике тапҡыр тикшерелеп, бик күп ыңғай баһа ала. Документтың положениелары илдәге милли сәйәсәткә йоғонто яһай.
Артабан Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһына йәнә ректор итеп ҡуйылғас һәм Башҡортостан Фәндәр академияһы вице-президенты бурысы йөкмәтелгәс тә, Мансур Әйүпов төп һөнәри принциптарына тоғро ҡала һәм әле лә фән юлында тынғыһыҙ эшен дауам итә.
“Гәзиттең бәҫе – уның халыҡҡа кәрәклегендә”
Оло юбилейы алдынан Мансур Әнүәр улы менән осрашып, уның үткән һәм бөгөнгө тормошҡа ҡарата фекерҙәрен һораныҡ.
– Төрлө тармаҡта эшләһәм дә, бөгөн һөйләшеүҙе матбуғат хаҡында уйланыуҙарға бағышлау дөрөҫ булыр тип уйлайым, – тип белдерҙе Мансур Әнүәр улы. – “Башҡортостан”да баш мөхәррир бурысын атҡарған йылдарым ғүмеремдәге иң матур, янып, ялҡынланып, кинәнеп эшләгән осором булған икән. Был йәшлеккә генә түгел, ә хеҙмәттән ысынлап кинәнес алыуға ла бәйле. Матбуғат минең өсөн тап шундай урын ине: бөтә күңелеңде һалып ижад итәһең, эшеңде бик күптәр күрә, уҡый, фекерҙәрен әйтә, өҫтәүенә кемдәрҙеңдер проблемаларын хәл итеп, уларҙы ҡыуандыраһың... Ә үҙең ҡеүәтләү, рәхмәт һүҙҙәре ишетеп, тағы ла сәмләнеберәк эшләргә дәртләнәһең. Халыҡҡа кәрәклегеңде тойоу көс бирә. Кешегә бит тап шул мөһим дә.
Педагогия училищеһынан һуң үҙебеҙҙең район гәзитендә эшләй башлауыма шиғыр яҙыуым, әҙәбиәтте, тарихты өйрәнергә ынтылыуым сәбәпсе булды. Тәүҙә әҙәби хеҙмәткәр, унан яуаплы секретарь, баш мөхәррир урынбаҫары булдым. Артабанғы яҙмышым иһә баш ҡалабыҙға бәйле. Унда ла матбуғат эше хеҙмәтемдә төп урындарҙың береһен биләне.
Ғөмүмән, халҡыбыҙ күңеленә матбуғат хеҙмәткәрҙәренә хөрмәт, ышаныс юйылмаҫлыҡ итеп һалынған. Уларҙы йәмәғәтселек фекерен еткереүсе, власть менән йәмғиәт араһындағы күперҙе нығытып тороусы тип беләләр. Тимәк, аңлашып йәшәүҙе тәьмин итеүсе. Власть менән йәмғиәт араһындағы мөнәсәбәттән сәйәсәт тыуа. Улар яҡшы бәйләнеш алып барһа, бер-береһен тыңлаһа, ил тотороҡло үҫешә. Ә инде ҡайһыһылыр еңергә, өҫтөнлөк итергә тырыша башлай икән, матбуғаттың йәмәғәтселек фекерен сағылдырыу көсө юҡҡа сыға.
Мин “Башҡортостан”да баш мөхәррир бурысын атҡарған йылдарҙа, билдәле булыуынса, матбуғаттың иң көслө сағы ине. Тиражыбыҙ 110 мең данаға барып еткәйне. “Кызыл таң”дыҡы ла шулай, “Советская Башкирия”ныҡы иһә – 125 мең. Был һандарҙың 20-30 проценты төрлө власть органдарына, ойошма-предприятиеларға мотлаҡ тип бирелгән күрһәтмә буйынса йыйылһа, башҡаһы – тулыһынса халыҡтыҡы.
– Ә гәзиттең сифатына килгәндә?
– Мин эшләгән осорҙа, әйткәнемсә, гәзиткә власть тарафынан да, халыҡ яғынан да иғтибар ҙур саҡта, сифат та юғары булды. Коллектив бик тәжрибәле ағайҙарҙан, эшенә мөкиббән бирелгән апайҙарҙан тора, улар йәштәрҙе үҙ өлгөһөндә оло яуаплылыҡ менән тәрбиәләй, үҫтерә ине. Өлкән һәм йәш быуын вәкилдәре һәр береһе тәғәйен урынын белде, тимәк, хеҙмәтеңә иғтибар әҙәп, әхлаҡ, бер-береңә хөрмәт сифаттарын да ныҡлы теҙгендә тотҡан.
Беҙҙең “Башҡортостан”да был мәсьәләгә элек-электән ныҡлы иғтибар бирелде, һөҙөмтәлә һәр бүлектә айырым тармаҡ буйынса белгес кимәленә еткән, республиканың барлыҡ райондарына ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирә алған, уларҙағы үҫеште, булыуы ихтимал проблемаларҙы күҙаллаған тәжрибәле, аналитик фекерле журналистар эшләне. Уларҙы танып-белеп торҙолар, хөрмәт иттеләр. Гәзитебеҙҙә ошо йола артабан да һаҡланыр, беҙҙең хәбәрселәр төрлө тармаҡтар буйынса белгес кимәлендә эш алып барыр тигән ышаныстамын.
– Ә гәзиттең яҡшылығын нимә билдәләй?
– Ул халыҡҡа кәрәк булырға тейеш. Нисек кенә заманса биҙәлмәһен, әгәр яҙмаларҙың эсе буш – ҡоро һүҙҙәр теҙеме икән, кешене ылыҡтырып булмаясаҡ. Һәр мәҡәләлә ниндәйҙер проблема күтәрелеүе мөһим.
– Матбуғатты алдырыусыларҙың күп өлөшө – өлкәндәр. Ә йәш, урта быуынды нисек йәлеп итергә мөмкин?
– Минеңсә, иң беренсе тәжрибә үткәреп ҡарарға кәрәк: социологтарҙы, студенттарҙы, ирекмәндәрҙе йәлеп итеп, халыҡ менән кәңәшләшергә. Шул саҡта һәр береһенең үҙәгенә үткән иң көнүҙәк мәсьәләләр асыҡланасаҡ. Әйтәйек, ауылдар араһындағы юлдарҙың насарлығы. Һәм ошо проблеманы район халҡы, республика менән бергәләп нисек хәл итергә мөмкинлеген өйрәнә башлаһаң, бының һөҙөмтәһе, һис шикһеҙ, булыр ине.
Белеүебеҙсә, әле Башҡортостанда “Инцидент” тигән система эшләй. Башҡортса әйткәндә, “ғәжәп хәл” тигән һүҙ. Ошо көнүҙәк хәл-ваҡиғаларҙы тикшергәндә ниңә баҫма матбуғаттың да көсөн файҙаланмаҫҡа? Бик тә мәслихәт булыр ине. Әйтәйек, райондарға барып өйрәнелгән мәсьәләне тәүҙә баҫманың сайтында һәм социаль селтәрҙә сығараһың. Ошо уҡ материалды гәзиттә баҫаһың. Артабан был темаға сығыштар буйынса власть органдары тейешле саралар күрә. Уларҙы гәзиттең үҙендә генә сығарырғалыр. Тәжрибә өсөн, хатта мәҡәләне рус телендә баҫтырырға ла булыр ине, тип уйлайым – төп маҡсатыбыҙ киң аудиторияны йәлеп итеү бит.
Бына ошолайыраҡ эш алып барғанда, халыҡ матбуғатты ярҙамсыһы, терәге итеп күрер ине, тип уйлайым. Әлбиттә, барыһын да тәүҙә власть, урындағы хакимиәт менән бергә башлау мөһим. Был халыҡҡа ғына түгел, власҡа ла кәрәк бит. Гәзиттең аныҡ, ныҡлы ярҙамын тойһа, кешеләр уға яҙылмайынса ҡалмаясаҡ. Власть та матбуғатҡа ҙурыраҡ ышаныс бағлаясаҡ.
Мәҫәлән, эшҡыуарҙар мәсьәләһен алайык. Улар тырышып нисек тә табыш алырға, юҡты бар итергә ынтыла, әммә күбеһе үҙ хоҡуҡтарын, ырамлы эш итеү юлдарын белеп еткермәй. Ошо сәбәпле, әйтәйек, төрлө дәүләт программаларынан ситтә ҡалып, эшмәкәрлек дәртен юғалта, күңелдәре төшә. Уларға гәзит аша киң яҡлы ярҙам ойоштороп ебәреү ифрат шәп булыр ине. Шул уҡ “Инцидент” нигеҙендә райондарҙағы йүнселдәрҙең проблемаларын сайтта ла, гәзиттә лә ниңә күтәрмәҫкә? Был мәсьәләгә тейешле министрлыҡ вәкилдәрен йәлеп итергә, уларҙы эшҡыуарҙарҙың янына алып барып, көнкүрештәре менән таныштырырға ла мөмкин. Барыһы хаҡында ла гәзиттә яҡтыртылып барырға тейеш. Һөҙөмтәлә власҡа ла, айырым кешегә лә, матбуғат баҫмаһына ла файҙа буласаҡ.
Эйе, гәзиттең бәҫе – уның халыҡҡа кәрәклегендә. Беҙҙең бөгөнгө осраҡта иһә “властың иғтибарын халыҡ ихтыяждарына йүнәлтеүҙә ике яҡҡа ла ярҙам итеүҙә” тип уйлайым. Уртаҡ мәнфәғәттәрҙе берләштерергә тейеш матбуғат. Заман ниндәй генә булыуға ҡарамаҫтан, йәмғиәттең дә, властың да ихтыяждары үҙгәрмәй ул – улар һәр саҡ аңлашып, бергәләп дөйөм файҙаға эшләргә ынтыла.
Һүҙ аҙағында бөгөнгө матбуғат хеҙмәткәрҙәренә, шул иҫәптән үҙебеҙҙең 105 йыллығын билдәләгән “Башҡортостан” гәзите коллективына әүәлгесә янып, дәртләнеп, халыҡҡа, республикаға хеҙмәт итеүҙәрен теләйем. Башҡарған ғәмәлдәрҙән, йәмғиәткә файҙа килтереүҙән оло ҡәнәғәтлек тойоу – барыбыҙ өсөн дә ҙур бәхет ул. Ошо бәхетебеҙ ғүмерлек булһын!
– Мансур Әнүәр улы, һеҙҙе оло юбилейығыҙ менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бар эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
- Дилбәр ИШМОРАТОВА