Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
14 Июль 2022, 22:00

Абрар Ярлыҡаповҡа - Салауат Юлаев ордены

"Тыуған Башҡортостанымдың юғары наградаһын алыу - минең өсөн оло ғорурлыҡ. Награда кавалеры ҡайҙа ғына эшләмәһен, республикабыҙға ярҙам итергә, уның намыҫын яҡларға тейеш", - тине 80 йәшен билдәләгән яҡташыбыҙ.

Абрар Ярлыҡаповҡа - Салауат Юлаев ордены
Абрар Ярлыҡаповҡа - Салауат Юлаев ордены

Бөгөн, 14 июлдә, Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Тулы вәкиллек легендаһы, Башҡортостандың беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле Абрар Бәҙретдин улы Ярлыҡаповты 80 йәшлек юбилейы айҡанлы тәбрикләнеләр.

Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле – республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Греков төбәк Башлығы Радий Хәбировтың Абрар Ярлыҡаповтың күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, уңышлы дәүләт һәм фән эшмәкәрлеге өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнеүе тураһындағы указын уҡып ишеттерҙе.

“Хөрмәтле Абрар Бәҙретдин улы! Ошо залда Һеҙҙе 80 йәшлек юбилейығыҙ менән ҡотлау - оло ғорурлыҡ. Һеҙ совет осоронан һуң төбәктәрҙә тулы хоҡуҡлы вәкиллектәр институттарын булдырыу инешендә торғанһығыҙ, Башҡортостанда ла, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһында ла. Хәҙер ул осор - илебеҙҙең ауыр һәм ҡыҙыҡлы тарихының бер өлөшө. Һеҙ легендар шәхескә әйләндегеҙ. Беҙҙең менән уртаҡлашҡан оло тәжрибәгеҙ һәм белемегеҙ бөгөнгө тормошта ла ҡиммәт, киләсәк иҡтисадын төҙөйәсәк быуынға кәрәк”, – тип белдерҙе ҡотлау телмәрендә Сергей Греков.

Шулай уҡ юбилярҙы Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов та тәбрикләне.

Абрар Бәҙретдин улы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа юғары награда менән бүләкләп күрһәткән хөрмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Тыуған Башҡортостанымдың юғары наградаһын алыу - оло ғорурлыҡ. Атайсалдан сыҡҡан һәм уның именлеге өсөн хеҙмәт иткән һәр кеше өсөн Салауат Юлаев ордены ҙур яуаплылыҡ һала – бар яҡтан да лайыҡлы булыу, уны көндәлек тормошта иҫбатлау һәм күрһәтеү. Награда кавалеры ҡайҙа ғына булмаһын һәм эшләмәһен, ул Башҡортостанға ярҙам итергә, уның йөҙөн, намыҫын яҡларға тейеш, – тине Абрар Бәҙретдин улы.      

Абрар Бәҙретдин улы Ярлыҡапов 1990 йылдың 26 декабренән 1995 йылдың 17 июленә тиклем Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһындағы беренсе Тулы хоҡуҡлы вәкиле була. Ул - иҡтисад фәндәре докторы, Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының иҡтисад һәм йәмәғәт секторы финанстары секторы кафедраһы профессоры. Тәбиғи фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы.

Абрар Бәҙретдин улы 1941 йылдың 12 июлендә Йылайыр районының Матрай ауылында тыуған. 1964 йылда Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлаған. 1968 – 1972 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡорт өлкә комитеты беренсе секретары булып эшләй. 1974 йылда КПСС Үҙәк комитетының Юғары мәктәбен тамамлай. 1974 – 1978 йылдарҙа ВЛКСМ Үҙәк комитетының ауыл йәштәре бүлеге мөдире була. 1981 йылда КПСС Үҙәк комитетының Йәмәғәт фәндәре академияһын тамамлай. 1981 – 1990 йылдарҙа - партияның Үҙәк комитетында ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте бүлегенең, аграр бүлегенең яуаплы хеҙмәткәре. 1985 – 1987 йылдарҙа Афғанстандағы хәрби хәрәкәттә ҡатнаша. 1999 – 2003 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһы Хөкүмәтенең төбәк-ара бәйләнештәр һәм милли сәйәсәт комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләй.

Халыҡтар Дуҫлығы, "Почет Билдәһе" ордендары менән бүләкләнгән.  

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: