

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тыуған көнөн билдәләй.
Максим Васильевич республикала эшләү осоронда үҙен тәжрибәле етәксе һәм сәйәсмән итеп күрһәтте, төбәкте үҫтереүгә тос өлөш индерә. Ул табип булған осорҙа ла үҙенең һөнәри оҫталығы, иңенә һалынған бурыстарҙы бар күңелен һалып үтәүе, талапсанлығы менән хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанды. Бөгөн иһә уның иңенә тағы ла ҙурыраҡ, яуаплы йөкләмәләр һалынған.
“Башҡортостан” гәзите лә барлыҡ ҡотлауҙарға ҡушыла һәм Максим Васильевичҡа еңел булмаған һәм үтә лә яуаплы эшендә уңыштар, ғаилә именлеге һәм һаулыҡ теләй.
Мәғлүм булыуынса, Максим Забелин 1979 йылдың 17 июлендә Курск өлкәһенең Суджанск районындағы Гончаровка ауылында тыуған. Санкт-Петербург ҡалаһындағы С. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын, Рәсәй Оборона министрлығының Табиптарҙы камиллаштырыу дәүләт институтында клиник ординатураны, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған. Медицина фәндәре докторы.
Төрлө етәксе вазифалар биләй, шул иҫәптән 2018 – 2021 йылдарҙа Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына етәкселек итә. 2021 – 2022 йылдарҙа республика Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры була. Пирогов, генерал Шаймортов ордендары менән наградланған.
Фото: Башҡортостан Башлығының рәсми сайтынан.