Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
19 Июль 2022, 15:30

Ҡаһарман рухы мәңгелек

Тәфтизан Миңлеғоловтың тыуыуына – 100 йыл. Герой исеменә тап төшөрмәйҙәр

Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың бюсы янында хәтер кисәһе.
Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың бюсы янында хәтер кисәһе.

Күптән түгел Баймаҡ районының Күсей ауылынан Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың тыуыуына 100 йыл тулды. Ошо уңайҙан уның тыуған ауылында хәтер һәм ҡәҙер кисәһе, төрлө спорт саралары ойошторолдо.

 

“Өлгө булырға тейешбеҙ”

 

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Баймаҡ районынан алты яугиргә “Советтар Союзы Геройы” исеме бирелә. Улар араһындағы берҙән-бер башҡорт егете Тәфтизан Миңлеғолов менән күсейҙәр сикһеҙ ғорурлана. Нисәмә быуын уның рухына тап төшөрмәй, илһөйәрлек һәм ватансылыҡ тәрбиәһендә үҫте, герой вариҫтары булараҡ, һәр саҡ алдынғылар рәтендә булды, белемгә ынтылып, уҡыу йорттарын тамамлап, бөгөн дә республикабыҙҙың төрлө төбәгендә Күсей ауылының данына тап төшөрмәй хеҙмәт итә. Ауылыбыҙҙан сыҡҡан Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев яҙғанса, “Беҙ – күсейҙәр бит әле!” тигән һүҙҙәр бала саҡтан һәр кем күңеленә матур бер йыр кеүек яҙылып, ғүмер ахырына тиклем оҙата бара. Шулай булмаһа, ошо көндәрҙә Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған байрам сараларын ауылдаштары шул тиклем юғары кимәлдә үткәрә алыр инеме ни?!

Геройға арналған байрам саралары Тәфтизан Миңлеғолов исемен йөрөткән белем усағы янындағы бюст эргәһендә башланды. Мәктәп директоры Ҡунаҡбай Уйылданов белдереүенсә, йыл дауамында геройҙың ауылында, уның исемен йөрөткән белем усағында ғына түгел, тотош Баймаҡ районында Тәфтизан Таһир улының батырлығына арналған төрлө саралар, асыҡ класс сәғәттәре, спорт ярыштары ойошторолған. Һүрәттәр, иншалар конкурсы, шиғыр һөйләү бәйгеләре – барыһы ла геройҙың яҡты иҫтәлегенә арналған, уға дан һәм хөрмәт күрһәтелгән.

Күсей ауылы биләмәһе башлығы Мөхәмәт Әбсәләмов үҙ сығышында, Тәфтизан Миңлеғоловтың тыуыуына 100 йыл тулыуға ярашлы, Күсей, Тоҡтағол, Басай һәм Иҫәнбәт ауылдарында башҡа­рыл­ған эштәргә бер аҙ байҡау яһаны. “Геройҙың даны күсейҙәр генә түгел, ошо биләмә халҡы өсөн дә өлгө һәм оло ғорурлыҡ булып тора. Йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә лә ул ҙур йоғонто яһай. Ауылыбыҙҙан сыҡҡан Советтар Союзы Геройы – беҙҙең өсөн ғорурлыҡ та, оло терәк һәм киләсәккә ышаныс та”, – тине ул.

– Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата районда бихисап сара үтте, бөгөн уның тыуған ауылындағы ҙур байрам ошо эштәргә йомғаҡ та булып тора. Беҙ ауылдашыбыҙ Тәфтизан Миңлеғоловты ҙурлап ҡына ҡалмайбыҙ, һуғыш яланында, яу ҡырында ятып ҡалған, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Еңеүҙе яҡынай­тыу­ға үҙ өлөштәрен индергән тыл хеҙмәт­сәндәренә лә оло ихтирам һәм хөрмәт күрһәтәбеҙ. Ә беҙгә, күсейҙәргә, Герой вариҫтары булыу икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Беренсенән, Тәфтизан Миңлеғоловтың рухына тап төшөрмәй яҡшы уҡырға, тырышып эшләргә, матур йәшәргә тырышабыҙ, икен­сенән, беҙ, Геройҙың яҡташтары булараҡ, һәр ерҙә өлгө булырға тейешбеҙ. Быуындар бәйләнеше йылдар буйы дауам ителеп, киләсәктә лә Тәфтизан Миңлеғоловтың ауылдаштары һәр ерҙә танылыу тапһын, үҙ һөнәрҙәренең оҫтаһы булһын, – тине сығышында Баймаҡ районы ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова.

Артабан Тәфтизан Миңлеғоловтың бюсына сәскәләр һалынды, бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.

 

Геройҙың “Алтын Йондоҙ” миҙалы ҡайҙа?

 

Күсей ауылы – таланттар төйәге. Бер ауылдан ғына әллә күпме күренекле шәхес сыҡҡан: Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, халыҡ артисы Зифа Баязитова, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин һәм башҡалар. Мәктәптә ауыл тарихын, тормош-көнкүрешен, күренекле ауылдаштарының тормошон һәм ижадын сағылдырған бай музей эшләй. Мәктәп директоры Ҡунаҡбай Уйылданов етәкселегендәге коллектив уны яңы архив материалдары менән тулыландырыу маҡсатында төрлө эш алып бара.

Тәфтизан Миңлеғоловтың тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата эҙләнеүҙәр ваҡытында бик ҙур асыштар яһалған. Ниһайәт, уның Герой исеменә лайыҡ булыуы хаҡындағы рәсми документтар табылған, әле улар бик ҡәҙерләп һаҡлана. Ошонда уҡ ул ерләнгән Беларусь Респуб­ликаһының Гомель өлкәһе Брагин районы Галки ауылындағы туғандар ҡәберлегенең фотоһы урын алған. Был ҡәбер­лектә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһынан Советтар Союзы Геройҙары Ҡәйүм Әхмәтшин, Рәүеф (Әбдрәүеф) Дәүләтов, Ғәбит Әхмәтов, Һиҙиәт Булатов, Сәлмән Биктимеров, Марат Ҡужалов, Әмир Хәйҙәров, Тимербулат Халиҡов, Ҡотләхмәт Хәйбул­лин һәм Сафа Хәсәновтар бергә ерләнгән.

Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Тәфтизан Миңлеғолов Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән наградлана. 1944 йылдың 14 ғинуарында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән уға “Советтар Союзы Геройы” исеме бирелә. Илебеҙҙең иң юғары исеменә лайыҡ булғандарға махсус миҙал булдырыу идеяһын ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты секретары И. Сталин тәҡдим итә, һәм ул “Советтар Союзы Геройы” исеменә лайыҡ булғандарға документ менән бергә тапшырыла. Тәфтизан Миңлеғоловтың тыуыуына 100 йыл тулған йылда “Алтын Йондоҙ” миҙалының эҙен юлларға тәүгеләрҙән булып Ҡунаҡбай Шәриф улы Уйылданов тотона. Уның был теләген район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев тә хуплай, һәм ошо изге ниәткә ярашлы эш дауам ителеп, Геройыбыҙҙың миҙалы ла, тыуған ауылының сағыу ҡояшы аҫтында мең төҫтәрҙә балҡып, ниһайәт, табылыр тигән ниәттә ҡала барыһы ла.

 

Ниндәй булған ул Тәфтизан?

 

Тәфтизан Миңлеғолов тураһында бала саҡтан хәбәрҙар булып үҫтем. Уның бер туған ҡустыһы Миҙәхәт Миңлеғоловтың ғаиләһе беҙгә күрше генә йәшәне. Ауылдың ололары уның улы, хәҙер инде мәрхүм класташым Ғәлийән Миңлеғоловты хас Тәфтизан тиҙәр ине. Дыуамал, сая, бала саҡтан ат яратҡан, китеп барған атты йүгәнһеҙ-ниһеҙ һыбай менгән, сабыштарҙа ал бирмәгән, йыр-моңға маһир Ғәлийәндең сифаттары олатаһы Тәфтизан Таһир улында ла булған.

Бөгөн ауылда Геройҙың иң яҡын туғандарының береһе, бер туған апаһы Фәйрүзә инәйҙең улы Ғиниәт Игебаев йәшәй. Ул ауыл мәсетенең имам-хатибы булды, әле лә дин юлында. Тәфтизан Миңлеғоловтың рухына ҡорбан салдырып, ҡунаҡтарҙы ҡорбан ашы менән һыйланы, улы Урал Игебаев “Ылаҡ” уйынын ойошторҙо.

– Әсәйемдең Тәфтизан ағай хаҡында һөйләгәндәрен мин бала саҡтан тыңлап үҫтем. Ул фронтҡа Күсей ауылынан түгел, ә үҙе эшләп йөрөгән Ишбирҙе руднигынан алына. Көн һайын иртән ауылдан рудникка йөрөгән. “Өс тапҡыр гудок ҡысҡыра, тәүгеһен ишетеү менән аҙымдарыбыҙ шәбәйә торғайны, икенсеһендә эшкә барып етәбеҙ”, – тип һөйләгән ул апаһына. Рудниктан һуғышҡа бер төркөм эшсе алынған, уларҙың барыһын да баштан-аяҡ кейендереп ебәргәндәр.

Тәфтизан хатты бик йыш яҙған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, береһе лә һаҡланмаған. Уны һәр саҡ сәләмдәр ебәреүҙән башлар булған, хатта “Күсем ташына ла сәләм әйтегеҙ” тип яҙған. Әсәһе, өләсәйем, “Ниңә һәр саҡ сәләм ебәрәһең дә ятаһың, үҙеңдең хәлдәреңде яҙ” тигәс, “Түлкә бында емереклектәр, пуля-снаряд яуа” тип яҙған. Бер хатында: “Күкрәгем тулды орден-миҙалдар менән” тигән юлдар ҙа булған. Уның хаттарын бала саҡта өләсәйем күрһәтеп, уҡып, илап ултырғанын бөгөнгөләй хәтерләйем дә ул, тик бына шуларҙы һаҡлауҙы уйламағанмын. Бөгөн шуныһы үкендерә, – ти Ғиниәт Игебаев.

 

“Ылаҡ” уйыны ла ситтә ҡалманы

 

“Геройҙың тыуған көнөнә арналған байрам сараларында ни өсөн сабышы, спорт ярыштары һәм “Ылаҡ” уйыны үткәрелә?” тип һораусылар булыр. Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, Тәфтизан Миңлеғолов, бала саҡтан атта һыбай йөрөп, уның ялына йәбешеп үҫкән. Сос, таһыллы, отҡор, зирәк тә булған, шуға күрә ауылдаштары тарафынан йыл һайын уның призына төрлө спорт саралары үткәрелә, бигерәк тә волейбол буйынса ярышта ошо райондың ғына түгел, күрше Әбйәлилдең командалары ла әүҙем ҡатнаша.

Был юлы шулай уҡ мәктәп һәм ауыл йәштәре араһында волейбол буйынса ике команда үҙ-ара көс һынашты. Беренсе урынды Күсей мәктәбе уҡыусылары командаһы яуланы.

Ә бына ат ярышына, атап әйткәндә, “Ылаҡ” уйынына башҡа яҡтарҙан да килеүселәр булды. Бөрйән, Әбйәлил, Баймаҡ райондары һәм Күсей ауылы командалары ҡатнашты. Һуңғы йылдарҙа Урал аръяғында “Ылаҡ” уйыны киң танылыу яулай бара. Унда тәүге ҡатнашыусыларҙың береһе, хәҙер үҙе йәштәрҙе был уйынға өйрәткән Урал Игебаев, Тәфтизан Миңлеғоловтың яҡын туғаны, был юлы судья булараҡ сығыш яһаны. Командалар үҙ-ара бик матур уйын күрһәтте. Йыраҡ араларҙы яҡын итеп килгән Бөрйән районы командаһы беренселекте яуланы. Әтек ауылынан ағалы-ҡустылы Роберт менән Иҙел Баймөхәмәтовтар, Байғаҙынан Ғәҙел Ишҡолов ярыштан бик ҡәнәғәт. Егеттәр үҙҙәренең бәйге аттарын “КамАЗ” машинаһы менән алып килгән. Еңеүселәргә аҡсалата приз һәм кубок тапшырылды.

– Социаль селтәрҙәр аша Күсей ауылында ат сабышы булыуы хаҡында белеп ҡалдыҡ та тәүәккәлләнек. Бик матур яҡтар, беҙҙең Бөрйән районы тәбиғәтенә тартым. Бер ауылда ғына ат сабышы, “Ылаҡ” уйыны үткәреүгә йөрьәт итеү – үҙе батырлыҡ! Ауылда ат яратҡан халыҡтың йәшәүе шунда уҡ күҙгә ташлана, сөнки ярышты ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәткән ололар ҙа, йәштәр ҙә күп булды, – тине Бөрйәндән Роберт Баймөхәмәтов.

Ә бына күрше Әбйәлил районынан килгән Альберт Ыласыновтың аты өс йәшкә тиклемге йәш аттар араһында беренсе урынды яуланы. Оло аттар араһында Иҙел Баймөхәмәтовтың, ә Күсей биләмәһе аттары араһында беренселек буйынса Юлай Игебаевтыҡыларға тиңләшеүселәр табылманы.

 

 *  *  *

Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата байрам саралары артабан мәҙәниәт йортонда дауам итте. Бында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, уның беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина һәм урындағы халыҡ ҡатнашты. Йөкмәткеле сара ауыл оҫталарының, мәктәп коллективының бай, сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Район һәм ауыл тормошонда, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан бер төркөм хеҙмәт алдынғылары Башҡортостан Хөкүмәте, район хакимиәте һәм район ветерандар советының Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.

Күсей ауылы халҡы, бик матур байрам үткәреп, үҙҙәренең батыр улын хөрмәтләп кенә ҡалманы, киләсәк быуынға оло аманат та тапшырҙы. Герой вариҫтарының һәр ерҙә үҙҙәрен ғорур һәм лайыҡлы тотоу, тыуған ерен, атайсалын онотмау, уны һөйөү, кәрәк икән, яҡлау, ауылдаштары алдында үҙҙәрен яуаплы тойоу, күренекле шәхестәр үҫтергән бәрәкәтле Күсейгә гелән тоғро ҡалыу бурысы ла артты. Был һүҙҙәргә ҡеүәт өҫтәп, тап ошо көндә ауылдың өс йәш егете – Рәмзил Игебаев, Тимур Илбулов һәм Фидан Сөләймәновтар әрме сафына юлланды. Герой вариҫтарының Ватан алдындағы изге бурыстарын теүәл үтәп, тыуған ерҙәренә имен-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Был байрамды юғары кимәлдә үткәреүгә тырышлыҡ һалған мәктәп директоры Ҡунаҡбай Уйылдановҡа, уның тәҡдимен күтәреп алып, ярҙам ҡулы һуҙған педагогия коллективына, ауыл биләмәһе, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтле ауылдаштары. Баймаҡ районында ғына түгел, тотош республикала билдәле шәхестәре менән дан тотҡан Күсей ауылының киләсәге артабан да яҡты булһын.

 

Кәримә УСМАНОВА

Баймаҡ районы.

Олатайым,

Советтар Союзы Геройы

Тәфтизан Таһир улына

 

“Һаумы, Тәфтизан олатай! Бик алыҫтан, әммә шул уҡ ваҡытта ныҡ яҡын һәм ҡәҙерле булған тыуған ереңдән – Күсей ауылынан, Аҡма йылғаһы, Мәмилә һәм Күсемташ тауҙары буйынан һиңә күп сәләмдәр юллайым. Үҙем менән таныштырам. Мин – Фәйрүзә апайыңдың улы Ғиниәттең өлкән улының ҡыҙы, йәғни ейәнсәрең булам. Исемем – Асия. 3-сө класта уҡыйым.

Олатай, быйыл һинең тыуыуыңа 100 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. Бөгөнгө тыныс, матур тормошта йәшәүебеҙ өсөн һиңә рәхмәт әйтәм һәм рухың алдында баш эйәм.

Бөйөк яугир олатайым! Һин тыуған төйәгеңә ҡайтырға тейеш инең бит, әммә яуыз һуғыштың зәһәрле ут-ялҡыны аямаған. Дошман менән тиңһеҙ алышта, һуғыш яланында баш һалғанһың. Фашистарға бирешергә теләмәй, пулялар һыҙғырыуына ла, снарядтар шартлауына ла иғтибар итмәй, һаман алға, Еңеүгә табан атлағанһың. Күгебеҙ аяҙ, илебеҙ имен, еребеҙ тыныс, халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты булһын өсөн көрәшкәнһең.

Олатай, һин мәшһүр шәхесһең! Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ булғанһың. Ауылдаштарың һинең исемеңде мәңгеләштереү маҡсатында бик күп эш башҡара. Ауылыбыҙҙың иң ҙур, матур урамы һинең исемеңде йөрөтә. Һәр көн иртәнсәк мәктәп алдында һинең һының ҡаршылай. Белем усағы Тәфтизан Миңлеғолов исемен йөрөтә. Был минең өсөн оло ғорурлыҡ.

Быйыл да һинең 100 йыллығыңа ҡарата мәктәбебеҙҙә, ауылыбыҙҙа бик күп саралар үткәрелә. Уҡыусылар һинең батырлығыңды данлап иншалар яҙа, шиғырҙар ижад итә, һүрәттәр төшөрә, спорт ярыштарында ҡатнаша...

Ҡәҙерле олатайым, йәнең-тәнеңде аямай дошмандарға ҡаршы көрәшкәнһең. Беҙ һине онотмайбыҙ, һин – беҙҙең йөрәктәрҙә! Илебеҙ өсөн көрәшкән батырҙарҙың исеме мәңгелек, улар үлемһеҙ. Һинең ҡаһарманлығың алдында баш эйәм, бөйөк яугир олатайым!”

 

Асия ИГЕБАЕВА.

Мәктәп директоры Ҡунаҡбай Уйылданов.
Читайте нас: