

Билдәле хәҡиҡәт: бер ваҡытта ла бер ниндәй яҙарман да (төрөксәнән – яҙыусы) геройын тулы ҡанлы итеп сағылдыра алмай. Эйе, был бөтә ҡәләм эйәләренә лә ҡағыла. Айырым шәхестең ысын йөҙөн бер ҡасан да ысын ғына, асыҡ ҡына итеп күрһәтеп булмай – беҙ һәр ваҡыт яҡынса һынландырабыҙ, уны ниндәйҙер бер күҙ алдына килтерелгән бәндә итеп күрһәтәбеҙ.
Әлбиттә, ул кешенең исем-шәрифе бар, уҡыусы уны гәзит битендә шуға ҡарап таный, әммә яҙма барыбер уны тулыһынса күҙ алдына баҫтырып бөтмәй. Әңгәмәсем – Рәйед Абдулхай улы Миңдебаев, был маҡсатҡа өлгәшер өсөн һүрәтләнәсәк кеше тураһында роман яҙырға кәрәк булыр ине, ти.
Һүҙ үҙ яғыбыҙҙан, йәғни хәҙерге Мәсетле районынан башлана. Рәйед ағайҙың ауылын, дөрөҫөрәге, шул бөткән Аҡҡын ауылының урынын күреүем тураһында әйтәм. Үҫмер саҡта, алтмышынсы йылдар уртаһында, бер барғайныҡ Әй йылғаһы аръяғына. Ул төбәктә, заготскотта, мал һимертәләр ине. Аҙаҡ район эҙәрмәндәренән ишетеүемсә, тарихи яҙмаларҙан күреүемсә, был ауылда 1735 – 1740 йылдарҙағы башҡорт күтәрелештәрендә башлап йөрөүселәрҙең береһе Дыуан улысы старшинаһы Мәндәр Ҡарабаев тыуа... Мәндәр, уның улы Мәүлит, уның туғаны, тик батша яғында йөрөгән Миңдейәр Араҡаевтар... Уларҙың атайҙары Араҡайҙар... Уларға ҡаршы, Әй аша ҡошсолар ауылында йәшәгән старшина, “тоғро” башҡорт – гел Мәндәр Ҡарабаевҡа ҡаршы көрәшкән йәлләд Татищевтың дуҫы тиһәң дә була, атаһы менән Көҙәш Рахманҡоловтар...
Бәлки, 1938 йылғы Рәйед ағайҙың нәҫел тамырҙары ла шул заттарға барып тоташалыр? Хәрби кеше булырға ла ынтылған бит егет. Беҙҙең халыҡ кеүек, эшенә бирелгән, йыйнаҡ эшмәкәр, түҙемле, кәрәктә ныҡ тотанаҡлы ла.
– Атайым Абдулхай Аҡҡын ауылынан тәүгеләр рәтендә фронтҡа оҙатыла, – тип һөйләй бөгөн Рәйед ағай. – Ул 1910 йылғы. Һуғышҡаса ферма мөдире була, аҙаҡ Белоретта колхоз рәйестәре курсында уҡый. Уҡып ҡайта ла бер көн дә рәйес булып эшләмәй, 1941 йылдың авгусында һуғышҡа китә, шул уҡ йылда Смоленск өсөн барған ҡаты алыштарҙа хәбәрһеҙ юғала.
Инәйем Мәрфуға яғынан Йосоп ҡарттайым – дыуамалыраҡ бәндә, колхозға керергә теләмәй Свердловск өлкәһенең Злоказово станцияһы-ҡасабаһына күсенә. Шунан ауылға кире лә ҡайтмай, үлгәнсе шунда ғүмер һөрә. Хәлле зат. Һуңынан мин үҫкәндә Аҡҡынға ла килде, яңғыҙ инәйемә донъя көтөшөргә ярҙамлашты. Атайымдарҙың, беҙҙеңсә, әтейемдәрҙең биш балаһы тыуа. Икеһе бәләкәй саҡта уҡ үлә, иң олоһо – Ризван ағайым – 1931 йылғы, шунан һуң мин киләм, Радик энем бар. Ризван ағайым, Аҡҡын бөткәс, беҙ күршеләге Тайыш ауылына күсенгәс, шунда өй һалды, комбайн, автомашина йөрөттө. Алты балаһы бар. Ә 1941 йылғы Радик энекәшем билдәле ғалим, тупраҡ белгесе булып танылды. Ауыл хужалығы фәндәре докторы, академик, БДАУ-ның профессоры.
Һуғыштан һуңғы балалар, ысынлап та, бөтәһе лә белемгә ынтыла, туғандары ла тырыштыра, сөнки тормош ауыр, илдә етешһеҙлек. Аслыҡ тиһәң дә ярай. Белемле булһаң ғына, әҙәм булырһың, донъяң еңеләйер, тигәнде һеңдереп үҫә улар. Егет ҡорона еткәс әле, ҡыш төньяҡтараҡ ятҡан Нөгөш, Ҡарлыхан ауылына ағасҡа баралар. Урыҫтарҙың өйөндә, төнөн иҙәндә ҡуналар. Иртән торһалар, күҙ асҡыһыҙ буран, “Нати” тракторы Мунсаҡ тауы һыртына еткәс көрткә бата, былар йөккә тейәлгән бүрәнә өҫтөндә шаҡырайып ултыра. Туңалар. Трактор ватыла. Буранда, билдән ҡар кисеп, йәйәүләп ауылға тәпәйләйҙәр. Шунда йөк башында ултырғанда Рәйед ант итә: уҡырға!
Башта Тайыш ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай, шунан 15-17 саҡрымдарҙағы Әй ашаһындағы Дыуан-Мәсетле урта мәктәбенә йөрөп уҡый. Ауыл балаһы ни ул йылдарҙа колхоз эшенән бушамай: һыбай мал көтә, бесән саба, утауҙа – алда, ураҡта ырҙын табағынан ҡайтмай. Бистаркала өй буйлап көл дә йыялар. Инәһе яңғыҙы, ситтән ярҙам көтөрлөк тә түгел. Шулай ҙа Тайыш мәктәбе директоры Баймөхәмәт ағай һайлауҙа ҡатнашырға өгөтләй – егеттең үҙе лә еңел аяҡ, хатта гармун тарта, бейей. Дәртле, сибәр ҙә. 50-се йылдарҙың уртаһы, Дыуан-Мәсетлелә унынсыны тамамлау менән генә мөрхәтһенмәй, юғарыраҡҡа ынтыла. Өфөлә уҡырға керергә! Тик аҡса юҡ. Өҫ-башты бөтәйтергә, юлға кәрәк.
Колхозда һыҙырылып йөрөп эшләһә лә, түләмәйҙәр. Егеттәр – Рәйед менән Вәзир дуҫы – ҡәтғи ҡарарға килә: күршеләге Силәбе өлкәһенең Нязепетровск ҡалаһына сығып китәләр. Нязепетровск ҡалаһы – шул уҡ башҡорт ере. Унда, тау башында, бала ҡатайҙарҙың атаһы Ҡатай бабай ерләнгән.
Ҡала ситендә хәлле генә йәшәгән урыҫ кешеһе егеттәрҙе эшкә яллай. Тегеләр аяуһыҙ ҡояш аҫтында 10 көн бесән саба, 100 һумғаса аҡса йыя. Хәҙер Өфөгә юлға йыйынырға ла мөмкин. Ике дуҫ Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына имтихан тапшыра.
Ни бәхет, Рәйедте уҡырға алалар, ә дуҫы Вәзирҙе, ҡыҙғаныс, урыҫ теленән “икеле” һуғып ауылға ҡайтарып ебәрәләр. Рәйед шат, сәмсел, нисектер рус теле ашаһынан да үтә, нисектер... Әллә Мәрфуғаның малайы ҡотло ҡуллы, өлөшлө уғлан көйө тыуғанмы был донъяға? Улай тиһәң дә, үҙе лә хәтәр егет бит – сибәр, ҡойоп ҡуйған һомғол буйлы. Гармунсы, бейеүсе, гел ҡор уртаһында. Ҡыҙҙарҙың күҙенән төшмәй.
Тырышып уҡый егет, йәмәғәт эштәрендә ҡайнай, йәйге каникул ваҡыттарында ла тик ятмай – Златоустҡа аҡса эшләргә ашыға. Университеттың бейеү ансамблендә ҡатнаша, баянда уйнарға өйрәнеп тә ала, Башҡортостандың ВЛКСМ өлкә комитеты саҡырыуы буйынса Ҡаҙағстан сиҙәм күтәреүселәре янына концерт менән бара.
Шул заманда уның, егет кешенең, ҡыҙҙар “сиртеп йөрөүе” хаҡында төпсөнәм. Ғәләмәт, уныһы ла беҙҙең Дыуан-Мәсетле ауылына бәйле, имеш. Клара – сельпола бухгалтер. Өфөлә финанс техникумын тамамлаған, беҙҙең төбәктәге Салйығот ауылынан, аҡ йөҙлө, һарғылтыраҡ сәсле, ә был – ҡара килешле бит инде. Студент каникулда элек уҡыған ауылға велосипедта килә. Киске уйында клубта “общий” – ҡара-ҡаршы баҫып бейейҙәр, беҙҙең яҡтағыса “Яблочко”ны һалдыралар. Ә был ҡыҙ һәм егеттәрҙе баянда бейетә, үҙе лә елкенеп уртаға төшөп китә. Баянсы – дан кеше, бөтәһе алдында ла шәп, абруйлы. Теге бухгалтер ҡыҙға күҙе төшә, уйындан һуң оҙата китә.
1962 йылда, һуңғы курстан һуң, Клара менән Рәйед өйләнешә. Матур, оҙон ғүмер кисерәләр, ике бала үҫтерәләр: Лира менән Илшатты. Лира бөгөн – табип-косметолог, ике бала әсәһе, Илшат – Рәсәйҙең Литвалағы илселегендә кәңәшсе. Ҡыҙғаныс, Клара Йәнәхмәт ҡыҙы уҙған йыл вафат булып ҡалды...
1962 йылда БДУ-ны тамамлаған йәш кешене Салауат районының Малаяҙ мәктәп-интернатына ебәрәләр. 1965 йылда йәш коммунист дөйөм район партия конференцияһында райкомдың агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире итеп һайлана, тағы ла өс йылдан Башҡртостан партия өлкә комитетына инструктор сифатында күсерелә. 1968 йылдан 1980 йылғаса ошо урында тир түгә, ике йыл Мәскәүҙә Юғары партия мәктәбендә уҡып ҡайта. Ике йылын алып ташлаһаҡ, ун йыл ғүмер.
1980 йылда Рәйед Миңдебаевты Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы башлығының урынбаҫары тип тәғәйенләйҙәр. Нәҡ бына ошонда, 1985 йылда, беҙ яҡташ ағай менән осраштыҡ – Рәйед ағай мине, 31 йәшлек ауыл уҡытыусыһын, радиоға хәбәрсе итеп алды. Рәйед Абдулхай улы Миңдебаев – хәҙерге Тайыш янындағы бөткән Аҡҡын, йәғни башҡорт батыры Мәндәр Ҡарабаев ауылынан. Мин – Рәйед Миңдебаев 1954 – 1957 йылдарҙа беҙҙәге, Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә уҡыған ауылдан. Был һүрәтләмә-хәтирәне яҙып ултырыуым да шуға бәйле.
Башҡортостан радиоһында биш йыл эшләнем. Нәҡ шул радиола эшләгән осорҙа Рәйед Миңдебаев үҙен тулыһынса күрһәтте, шәхес булараҡ асты, тип уйлайым. Эйе, ул радионан һуң да, 1992 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы, 2000 йылғаса Министрҙар Советында ла, Башҡортостан Президенты аппаратында ла – гел юғарыла эшләне, әммә бер ваҡытта ла һауаланманы, тотанаҡлы була белде – был Миңдебаевтың иң төп сифаттарының береһе; үҙенең ауыл балаһы, ауылдан, шул Аҡҡындан – халҡы араһынан сыҡҡанын онотманы, алдашманы, һәр урында билен биштән быуҙы, шуға бөтә ерҙә лә һыйҙы. Бер ҡасан да ерҙән айырылманы, халҡы тамырҙарынан, теленән яҙманы, сәбәләнмәне, юҡ, эсеп туҙманы, ҡул аҫтында булған байлыҡҡа ла оронманы. Ә ни хаҡына? Ул табынған олпат фирҡә тарҡалды, ул инанған ил таралды, ә атаһы Абдулхай шул ил өсөн башын һалды, ҡартатаһы Йосоп хатта тыуған төйәген ташлап ҡасты, ә инәһе Мәрфуға апай балаларым тип өҙөлдө, ул үҙе лә (тоғро партия һалдаты) нисәмә йыл илгә, фирҡәгә тоғро хеҙмәт итте.
- Ринат КАМАЛ