Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
27 Июль 2022, 10:30

“Алтыным, мунса яғып ебәр әле, зинһар. Юлға аҡланып, сафланып сығаһым килә..."

Бөгөн Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхиҙең беҙҙе ташлап китеүенә биш йыл. Уның арабыҙҙан киткәненә әле лә ышанғы килмәй.

“Алтыным, мунса яғып ебәр әле, зинһар. Юлға аҡланып, сафланып сығаһым килә..."
“Алтыным, мунса яғып ебәр әле, зинһар. Юлға аҡланып, сафланып сығаһым килә..."

Бөгөн Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхиҙең (Хәниә Фәрхислам ҡыҙы Биктаһирова (Халидуллина) беҙҙе ташлап китеүенә биш йыл. Уның арабыҙҙан киткәненә әле лә ышанғы килмәй.

Хәниә Фәрхиҙең бер туған һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина уның тураһындағы иҫтәлекте һаҡлау һәм киләсәк быуынға тапшырыу йүнәлешендә күп эштәр башҡара. Йырсының тыуған ерендә – Тәтешле районында уның музейын астылар, быйыл һәйкәл ҡуйҙылар.

Яратҡан йырсыбыҙҙың һуңғы минуттары – бынан биш йыл элек булған ваҡиғалар тураһында Фирүзә Ибәтуллина социаль селтәрҙәге диуарында уртаҡлашты.

– Нәҡ биш йыл элек иртәнге сәғәт һигеҙҙәр тирәһендә апайым: “Алтыным, мунса яғып ебәр әле, зинһар. Юлға аҡланып, сафланып сығаһым килә. Төшкө яҡҡа Фидаил ҡайтып етер инде ул. Туңдырғыстан балыҡтарҙы алып ҡуй йәме, һинең балығың тәмле була бит, алтыным. Ә мин һиңә һин яратҡанса сәй янына ҡоймаҡтар бешерермен”, – тип шылтыратты. Мин телефонды ҡуйып, шунда уҡ мунса яғырға сыҡтым. Әй көн матур, аяҙ. Бөгөн апайым менән Ҡазанға барыу шатлығынан үҙ алдыма йылмайып, йырлай-йырлай мунса яҡтым. Ҡояшым был һуңғы көнөн әсәйебеҙҙә ҡунған ине! Ә инде сәғәт биш тулғанда күктә ҡояшым һүнде, ер убылды, мин һине мәңгегә юғалттым. Йәнең тыныс, рухың шат булһын, йөрәккәйем. Һуңғы һулышыма ҡәҙәр йөрәгем: “Һин”, тип тибер, – тип яҙҙы Фирүзә ханым.

Мәғлүм булыуынса, Хәниә Фәрхи 2017 йылдың июль аҙағында тыуған еренә – Тәтешле районының Үрге Сәләй ауылына әсәһе (ул саҡта 87 йәш булған) янына ҡайта. 27 июлдә өйөнә ҡайтырға йыйына һәм ҡапыл йөрәге ауыртыуын тоя. Туғандары шунда уҡ “ашығыс ярҙам” саҡырта. Хәниә Фәрхи быға хатта асыулана, әммә һеңлеһе һәм кейәүе ныҡышып, медицина ярҙамын саҡырта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йырсыны дауаханаға алып барып өлгөрмәйҙәр...

Хәниә Фәрхи ысын йондоҙҙай күктә балҡыны һәм бер көн килеп мәңгелеккә атылды. Әммә уның тураһында хәтирәләр, ижады, ҡабатланмаҫ тауышы беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Фото: Фирүзә Ибәтуллинаның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

“Алтыным, мунса яғып ебәр әле, зинһар. Юлға аҡланып, сафланып сығаһым килә..."
“Алтыным, мунса яғып ебәр әле, зинһар. Юлға аҡланып, сафланып сығаһым килә..."
“Алтыным, мунса яғып ебәр әле, зинһар. Юлға аҡланып, сафланып сығаһым килә..."
“Алтыным, мунса яғып ебәр әле, зинһар. Юлға аҡланып, сафланып сығаһым килә..."
“Алтыным, мунса яғып ебәр әле, зинһар. Юлға аҡланып, сафланып сығаһым килә..."
“Алтыным, мунса яғып ебәр әле, зинһар. Юлға аҡланып, сафланып сығаһым килә..."
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: