Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
29 Июль 2022, 14:07

Ниғмәтулланың улы – Тәлғәт

Бар булмышында йылылыҡ.

Уның һәлмәк, әммә ышаныслы аҙымдарынан, кешеләргә мөрәжәғәт итеүенән, күбеһен танып иҫәнләшеүенән, кем булыуына ҡарамаҫтан, бүлдермәйенсә тыңлай белеүенән, ғөмүмән, бар булмышынан олпат йылылыҡ бөркөлөп торғандай. Ағайҙың күңел йылыһы шулай, яңы ғына хуш еҫле икмәк бешкән мейестән бөркөлгән ипкен кеүек йомарт тарала һәм барыһына ла етә. Һүҙебеҙ – күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ошо көндәрҙә 80 йәшен тултырған Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов хаҡында.

 

Коллектив уға өҫтөнлөк бирҙе

 

Ул 1964 йылдан береһенән-береһе яуаплыраҡ вазифалар биләй, ике тапҡыр мәҙәниәт министры вазифаһына тәғәйен­ләнә, хеҙмәтен намыҫ менән башҡара, тос башланғыстарға нигеҙ һала. “Һәнәк” журналында, “Башҡортостан” гәзитендә баш мөхәррир була. Арҙаҡлы уҙаман үҙенең ғүмер байрамын “Хәтер ипкендәре” исемле иҫтәлектәр йыйынтығы менән ҡаршылай, унда ул үткән дәүергә, яңы тарихыбыҙға, бөгөнгөһөнә үҙенең баһаһын бирә.

“Ағиҙел” журналында былтырҙан бирле баҫылған мемуарҙары ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, ул яңыраҡ китап булып донъя күрҙе. Тәлғәт Ниғмәтулла улының күп яҡлы бай тормош юлы күптәргә өлгө булырлыҡ һәм фәһем алырлыҡ. Кисә генә булып үткән һымаҡ тойолған ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаған, шаһиты булған дәүләт эшмәкәре беҙгә беренсе заттан тороп һөйләй, ваҡланмай, берәүгә лә яла яҡмай, хәл-ваҡиғаларға теүәл һәм ғәҙел баһа бирә.

Билдәле булыуынса, Тәлғәт Сәғитов ошо көндәрҙә 105 йыллығын билдәләгән “Баш­ҡортостан” гәзитендә 1990 йылдың апре­ленән 1997 йылдың ноябренә тиклем баш мөхәррир булып эшләй. Башҡор­тостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була, шуға күрә бөгөн ике иҫтәлекле ваҡиғаны бергә бәйләп һүрәтләһәк, һис тә артыҡ булмаҫ. Ғәмәлдә Тәлғәт Ниғмәтулла улының “Башҡортостан” гәзитендә эш башлауы түбәндәгесә булды.

1990 йылдың апрелендә беҙ, “Башҡор­т­остан” гәзите хеҙмәткәрҙәре, Хөкүмәт башлығы урынбаҫары вазифаһына тәғәйен­ләнгән Мансур Әйүпов менән хушлаштыҡ һәм түҙемһеҙләнеп яңы баш мөхәррирҙе көтәбеҙ. Шул осорҙағы ижтимағи-сәйәси хәлгә ҡыҫҡаса ғына күҙәтеү. КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инде барыһын да хәл итмәй, донъяның үҙәге түгел. Шулай ҙа редакцияларға аҙмы-күпме үҙаллылыҡ бирергә, йәғни яуаплылыҡтың бер өлөшөн коллективтың иңенә һалырға ынтылған саҡ. Редакцияға “Рескомдың пропаганда һәм агитация бүлегенән ошо вазифала кемде күрергә теләйһегеҙ?” тигән һорау менән сыҡтылар һәм шул ыңғайы ғына яуап эҙләп ҡаранылар.

Дәғүәселәр әллә ни күренмәй, эше ҡатмарлы һәм яуаплы, матбуғаттың роле һәм әһәмиәте күтәрелгән ваҡыт, шулай ҙа лайыҡлы кешеләр бар. Коллективтың тәүге һорау алыуҙа уҡ Тәлғәт Сәғитовҡа өҫтөнлөк биреүе мәғлүм. Ул – сәйәсәттә һәм ижтимағи тормошта билдәле шәхестәрҙең береһе. Комсомолда, партияла күп йыллыҡ тәжрибә туплаған. Иң мөһиме, йәмәғәтселек даирәһендә абруйы юғары. Етмәһә, үткән дәүерҙә Реском менән гәзит редакцияһының партия ойошмаһы араһындағы низағ иң юғары кимәлгә еткән сағында Тәлғәт Сәғитов бер нисә йыйылыш үткәрҙе һәм үҙен ғәҙел, мәсьәләгә объектив ҡараған эшмәкәр итеп танытты.

 

Беҙҙең яңы баш мөхәррир

 

Шулай итеп, коллективтың Тәлғәт Сәғитовты һайлауына ғәжәпләнергә түгел. Быға тиклем мәҙәниәт министры булыуы, элегерәк Телевидение һәм радио тапшырыу­ҙар буйынса дәүләт комитетына етәкселек итеүе, “Һәнәк” журналында баш мөхәррир булып эшләүе лә “Совет Башҡортостаны” гәзитенә һөнәри яҡтан яҡын икәнлеген күрһәтте.

Оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле, талапсан, шул уҡ ваҡытта кешегә ихтирамлы, төплө, белемле, ихлас, итәғәтле, тауыш күтәрмәй, тыныс ҡына һөйләшә һәм үҙенең фекерен аңлата белә. Шулай итеп, төп милли баҫмаға етәксе вазифаһына төбәктә билдәле һәм популяр сәйәсмән тәғәйенләнде, сөнки беҙҙең республикала кадрҙар сәйәсәтенең үҙенсәлектәре ифрат күп яҡлы һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы. М.З. Шакировтан һуң идара итеү стиле үҙгәрҙе, ә яңы власть әле нығынып өлгөрмәне. Ошондай шарттарҙа “Башҡортостан” гәзитенә һәм уның баш мөхәрриренә кәңәш үҙәге ролен алырға тура килде. Был хәл бөтәһенә лә оҡшағандыр, тип уйламайым.

Минән йыш ҡына: “Һин дүрт баш мөхәррир менән эшләнең. Ҡайһыһы менән еңелерәк булды?” – тип һорағандары бар. Ауыр һорау. Кемгә өҫтөнлөк бирергә? Талапсан, шул уҡ ваҡытта кешелекле Абдулла Исмәғилевкәме, гәзит өсөн яңылыҡ артынан яңылыҡ эҙләгән Мансур Әйүповҡамы, әллә 90-сы йылдарҙа гәзитте яңыртыуға өлгәшкән, юғарылағы­ларҙы матбуғат менән иҫәпләшергә өйрәткән, ауыр мәлдәрҙе коллектив менән бергә күтәргән, хеҙмәткәрҙәрҙең көнкүрешен еңеләйтеүгә күп көс һалған Тәлғәт Сәғитов­ҡамы? Бәлки, үҙенең үҙгәртеп ҡороуҙары менән танылған егәрле яҙыусы Ғәлим Хисамовҡалыр?

Редакцияға бер килгәнемдә барыһы ла ҡыуанып, эште онотоп, күңелдәре күтәрелеп йөрөй. Ҡайҙандыр бер машина онмо, шәкәрме табып алып ҡайтҡан баш мөхәррир, ләкин шоферына түләргә аҡса таба алмай­ҙар. Тәлғәт Ниғмәтулла улы, икенсе ҡатҡа төшөп, типография менән һөйләште лә, аҡсаһын килтереп, шоферға тотторҙо.

Быға тиклем беҙгә бер-беребеҙҙе аңлау, оҙаҡ йылдарға мөнәсәбәттәрҙе һаҡлау өсөн ысын мәғәнәһендә һайлау аша үтергә тура килде.

1990 йылдың ҡышында Башҡортостан Юғары Советына һайлауҙар тәғәйенләнеүе билдәле булды. Заманында мин йәшәгән Ишембайҙа “Юрматы” башҡорт халыҡ үҙәге эшләй торғайны. Мандаттарҙы бүлешергә беҙ ҙә үҙ көсөбөҙҙө индерергә булдыҡ. Байтаҡ кешене ҡарағандан һуң шул осор партияның өлкә комитетында эшләгән Тәлғәт Сәғитовтың кандидатураһында туҡталдыҡ. Ул бер аҙ уйлағандан һуң, тәҡдимде ҡабул итте. Дөрөҫөн әйткәндә, һайлауға әҙерле­гебеҙ юҡ ине, сөнки тәүге тапҡыр альтернатив шарттарҙа үткән һайлау үҙенә күрә сетерекле генә талаптар ҡуя. Мәҫәлән, был юлы һайлауға район һәм ҡалаларҙың башҡарма комитеттары рәйестәре үҙҙәре йәшәгән төбәктең социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыу һылтауы менән әүҙем ҡатнашырға теләк белдерҙе һәм, көнэлгәре дефицит һыуыт­ҡыстар, төҫлө телевизорҙар, хатта автомобилдәр өләшеп, үҙҙәренең маҡсат­тарын нығытып ҡуйҙы.

 

Сәғитовҡа рәхмәт әйтегеҙ

 

Мин үҙем өсөн Тәлғәт Сәғитовты шул осор­ҙа астым. Ул Өфөнән килгән кеше, лә­кин сит түгел. Тыуған ере ошо яҡта. Уны таный­ҙар, беләләр, хөрмәт итәләр, ләкин һайлау уйын түгел. Ул – ҙур сәйәсәт. Уның һайлау кампанияһын шул тиклем тыныс, ипле алып барыуы барыһын да аптыратты. Беҙ, әлбиттә, киҫкенерәк, ләкин ғәҙел алымдар яҡлы, әммә беҙҙең кандидат баҫым яһауға ҡырҡа ҡаршы. Иң фәһемле осрашыуҙарҙың береһе Маҡар ауылында булды. Шундағыларҙан берәү: “Мәҙәниәт министры булып эшләнегеҙ, тыуған ауылығыҙға мәҙәниәт һарайы ла төҙөп ҡуя алманығыҙ”, – тигән дәғүә белдерҙе. Тәлғәт Ниғмәтулла улы был һорауға әҙер ине. “Республикала йыл һайын тиҫтәләрсә мәҙәниәт усаҡтары төҙөлә. Уларҙың күбеһе беҙ әле ултырған клубтан насарыраҡ хәлдә. Миңә был үтенес менән беренсе тапҡыр мөрәжәғәт итәләр. Әгәр Маҡарға мәҙәниәт һарайы кәрәк икән, ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкмен һәм вәғәҙәмде үтәйәсәкмен”, – тине ул.

Ысынлап та, заманса мәҙәниәт һарайы, уға ҡушып ҙур спорт залы бер нисә йыл эсендә Тәлғәт Сәғитовтың ҡатнашлығында төҙөлөп тә ҡуйҙы. Эш шуға барып етте: проект һәм сметаны арзанайтыу маҡсатында спорт залын ҡалдырып торорға тәҡдим иткәйнеләр, ләкин һүҙендә тормаһа, ул Сәғитов булмаҫ ине. Хөкүмәт башлығының урынбаҫарын алып килде лә мәсьәләне маҡарҙар файҙаһына хәл итте. Мәҙәниәт һарайын асҡанда шул саҡтағы Хөкүмәт башлығы Рафаэль Байдәүләтов: “Миңә түгел, Тәлғәт Ниғмәтулла улына рәхмәт әйтегеҙ”, – тине.

Икенсе осрашыу Тәлғәт Сәғитовтың атаһы Ниғмәтулла ағайҙың ауылы Иҫке Һәйеттә булды. Төпкөл төбәк. Бындағы халыҡ юлһыҙ, клубһыҙ донъя көтһә лә, сабыр, ипле һәм тыныс ауылдаштарын бик йылы ҡабул иттеләр. Һуғыш яланында һәләк булған Ниғмәтулла ағайҙы хәтерләгән инәйҙәр иҫән ине әле.

– Ҡара әле, атаһына оҡшап тора бит әле ул, – тип арҡаһынан һөйҙө ауылдаш инәйҙәр.

– Ниғмәтулла һуғышҡа киткәндә тап һинең һымаҡ ине.

– Зөләйхә еңгә ни хәлдә? – тип әсәһен һораштылар.

Ундағы халыҡтың һайлау һымаҡ ҡатмарлы мәсьәләне үҙ-ара килешеп хәл итеүе оҡшаны. Үҙҙәре тыныс ҡына итеп һөйләй, бер-береһен ипле тыңлай, әле килеп Тәлғәт Ниғмәтулла улының “Ағиҙел” журналында донъя күргән “Хәтер ипкендәре” тигән иҫтәлектәрендә Әнүр Вахитовтың: “Ҡайҙан һиндә, Сәғитов, Европаса тәрбиә?” – тип аптырауы иҫкә төшә. Ошонан, Иҫке Һәйеттән, килмәйме икән ундағы әҙәп, ғәҙеллек, тыңлай белеү, тәрбиә һәм бер-береңә хөрмәт һымаҡ мәңгелек ҡиммәттәр.

Моңло Тәлғәт

 

Бәләкәй Тәлғәт атаһының тыуған ауылы Иҫке Һәйеткә беренсе тапҡыр илленсе йылдар башында, йәғни 7-8 йәшендә, аяҡ баҫа. Бик отҡор, таҡмаҡтарҙы оҫта башҡара һәм моңло булып сыға ҡунаҡҡа килгән яңы ауылдаш малай. Йәлләткес йырҙар, бәйеттәр менән барыһын да таң ҡалдыра, иларға мәжбүр итә. Күҙ йәшен түкмәҫлекме ни, яуҙа ятып ҡалған атаһы Ниғмәтулла хаҡында, ана, нисек ҡыҙғаныс итеп сеңләй. Иламаҫ ереңдән иларһың. Кем уйлаған, тағы ла утыҙ йыллап ғүмер үтер, ошо ихлас йылмайып йырлаған малай үҫеп етер, яуап­лы вазифалар биләр, дәүләт эшмәкәренә әйләнер, яҙмыштарҙы хәл итер, барлыҡ мәҙәниәт өсөн яуап бирер тип.

Әлегә Тәлғәт Иҫке Һәйет балаларына үҙенсә концерт күрһәтә. Малайҙың урам тултырып йырлап ебәреүе була, ололар ҙа йыйыла һала. Бына, атаһына арнап бәйет башҡарғайны, ололар илай-илай:

– Кем балаһы был? Ҡайҙан килгән? – тип һораны.

– Тайба апай менән Фәтҡулла ағайҙың ейәне. Һуғышта үлеп ҡалған Ниғмәтулланың улы Тәлғәт. Ҡайһылай оҫта йырлай. Кем уйлаған инде?

...Иҫке Һәйет менән беҙ төн уртаһында хушлаштыҡ. Тәлғәт ағай уйсан. Атайҙың тыуған еренә юл йыш төшмәй. Күпме кеше менән осрашты. Улар заманында атаһы менән ошонда ағас эшкәрткән, бесән сапҡан, мал көткән. Ҡайтҡанда, Тәлғәт Ниғмәтулла улы атаһының ҡәберен оҙаҡ йылдар эҙләүе, ләкин һаман таба алмауы хаҡында һөйләгәйне. Әлегә ул атаһы һуғышҡан, һәләк булған яҡтар хаҡында яҡынса ғына белә, барып сығырға ла теләге бар. Кем белә, бәлки, табыр ҙа.

 

Яңырыу юлында

 

Ә хәҙер Тәлғәт Ниғмәтулла улының редакциялағы эшмәкәрлеге хаҡында. Ул килгәс, гәзит яңы һулыш алды, үҙенә аныҡ маҡсаттар билдәләне. 90-сы йылдар республикабыҙ, илебеҙ тормошонда иң хәл иткес ҡатмарлы йылдар булып тарихта ҡаласаҡ. “Совет Башҡортостаны” гәзите “Башҡортостан” булып нәшер ителде. Күпселек гәзит һәм журналдарҙың баш мөхәррирҙәре алышынды. Уларҙы төрлө яҡҡа тартҡыларға, араларҙы боҙорға теләүселәр ҙә юҡ түгел. Хатта хәҙерге демократия шарттарында, йәнәһе, гәзит нимә яҙһа ла ярай, тигән зыянлы һәм хәүефле фекер өҫтөнлөк итә башланы. Юғарынан да аныҡ һәм теүәл күрһәтмәләр биргән үҙәк юҡ. Был ролде “Башҡортостан” гәзитенә һәм уның баш мөхәррире Тәлғәт Сәғитовҡа алырға тура килде. Ҡайһы юлдан атларға тип баш ватҡанда, гәзит мөхәррирҙәре генә түгел, Хөкүмәт вәкилдәре лә Матбуғат йортона, бишенсе ҡатта урынлашҡан “Баш­ҡор­тостан” гәзитенә килеп, кәңәшләшеүҙе кәрәк тип тапты. Ошо хаҡта аҙаҡ гәзиттәрҙә яҙмалар донъя күрә.

Яңырыу техник тәьминәткә лә ҡағыла. Компьютерлаштырыу башланғас, барлыҡ редакциялар икеләнеп иҫкегә йәбешеп ятҡанда “Башҡортостан” иң беренсе булып яңыса эшләүгә нигеҙ һала. Бының өсөн гәзит эргәһендә киске курстар асыла, белгестәр килә һәм өр-яңы эш башлана. Баш мөхәррир үҙе лә коллектив менән бергә компьютерға ултыра. Ошо йәһәттән “Башҡортостан” беренсе урынды ала һәм уның баш мөхәррире компьютер менән бүләкләнә. Гәзитте пропагандалағанда уҡыусылар янына буш ҡул менән барыу килешәме? Ишембайҙа футболка тегәләр, Салауат ҡалаһында полиэтилен пакет яһарға мөмкин. 1992 йылда гәзит үҙенең 75 йыллығын заманса биҙәлгән, төҫлө футболкалар һәм пакеттар менән ҡаршылай.

 

Береһе лә әйләнеп ҡайтманы

 

Тәлғәт Сәғитов атаһының һуңғы төйәген табыу тураһындағы хыялынан бер ваҡытта ла төңөлмәне. Ниғмәтулла ағайҙы күргән, аралашҡан кешеләр бар, улар йылы хәтирәләр ҡалдыра.

Былтыр ғына вафат булған Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин бына нисек хәтерләй Ниғмәтулла ағайҙы: “Ниғмәтулла ағай һуғышҡа тиклем Өфөлә эшләне. 1940 йылда булһа кәрәк ул ауылға ҡайтҡайны. Шундай матур итеп, бөхтә, ҡаласа кейенгән. Сөм-ҡара сәстәрен шыма итеп тарап ҡуйыуы килешле. Уның һөйләшеп ултырыуы үҙе бер мәртәбә ине”.

Тәлғәт Ниғмәтулла улының әсәһе Зөләйхә инәйҙең хәтирәләрен уҡығанда күҙгә йәш килә.

“1942 йыл, февраль. Дәһшәтле һуғыш барған көндәр, ауылда һанаулы ғына ирҙәр ҡалған, тип әйтерлек. Бер кис шулай Баһауетдин ағайҙар ҡунаҡҡа саҡырып алды. Солтанов Ғаффар ағай Хәлимә апай менән, Буранғолов Камил Рауза ханым менән, Ниғмәтулла менән мин барҙыҡ. Ғаффар ағай ауыл советы рәйесе булып эшләй, Буранғолов – мәктәп мөдире; Баһауетдин ағай – сельпо председателе, Ниғмәтулла артелдә хисапсы ине. Хәлимә апай, Рауза ханым, Гөлниса апай өсәр бала менән тороп ҡалдылар. Был арыҫландай ирҙәр бронь менән ҡалып килә ине. Мәжлес башҡа ваҡыттағы кеүек күңелле түгел инде. Ҡайғылы йырҙар йырлашып ултырҙыҡ. Ниғмәтулла матур итеп оҙон көйҙәргә йырлай торғайны. Күп тә үтмәне, беҙҙең ирҙәр бер-бер артлы яуға китте. Илашып оҙатып ҡалдыҡ. Киттеләр ҙә, береһе лә әйләнеп ҡайтманы...”

Тәлғәт Ниғмәтулла улы 90-сы йылдар уртаһында өлкән улы Азамат менән Псков өлкәһендә ерләнгән урынды эҙләп ҡарай. Бер ҡараһаң, урындағы военкоматта барыһы ла билдәле һымаҡ. Яугирҙең улына һәм ейәненә “Будкино ауылы эргәһендә эҙләгеҙ” тип әйтеп ебәрәләр. Таба алмайҙар, Великие Луки районында ундай ауыл юҡ. Урындағы кешеләр алыҫтан килгәндәргә ярҙам итергә тырыша. “Михалькино ауылына барығыҙ, Липец ауылын ҡарағыҙ, унда аҙым һайын туғандар ҡәберлеге”, – тиҙәр.

Аҙым һайын ҡәберлек. Великие Луки райо­нында ғына һикһәндән ашыу. Етмәһә, район военкоматы ял иткән көнгә тура килә Сәғитовтар.

Аҙаҡ ярҙамға компьютер килә. Азамат менән уның хәләл ефете Емеш-Наталья Викторовна ауылдан-ауылға, ҡәберлектән-ҡәберлеккә йөрөп түгел, компьютерҙан Оборона министрлығының һәләк булғандар исемлеге аша күберәк мәғлүмәт алырға мөмкин икәнлеген иҫбатлай. Ниғмәтулла Фәтҡулла улы Б. Рудкино ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән икән. 2014 йылдың 8 майында яугирҙең улы Тәлғәт, ейәндәре Азамат менән Салауат, бүләһе Буранбай был яҡтарҙы күреп ҡайтты. Иҫтәлекле тантанала 11 йәшлек Буранбай ҙа ҡатнашты һәм күҙ йәше менән бына ниҙәр әйтә:

– Олатай, хәҙер һин дә өйлө булдың. Адресың да бар. Беҙ ҡайҙа килергә икәнде белгәс, хәлеңде белеп торорбоҙ...

-   Рәлиф КИНЙӘБАЕВ

Читайте нас: