Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
2 Август 2022, 16:11

Ул – халҡын, халҡы уны данланы

Айнур Юлдашбаев  Илшат Тажетдинов сығыш яһай.
Илшат Тажетдинов сығыш яһай.Фото:Айнур Юлдашбаев

Былтыр район баҫмаһы ойошторолоуға 90 йыл тулыу айҡанлы Баймаҡ районы журналистар ойошмаһы һәм “Һаҡмар” гәзите редакцияһы әүҙем йәмәғәт хәбәрселәренең исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында уларҙың Хәтер һәм ҡәҙер кисәләрен ойоштороу буйынса ҙур эш атҡарып сыҡты. Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты Азамат Тажетдиновтың яҡты иҫтәлегенә арнап, “Халҡына дан йырланы” ижад конкурсын үткәреү ҙә ана шул алдан билдәләнгән уй-ниәттәрҙең береһе ине.

Әйтергә кәрәк, Азамат Тажетдиновтың улдары, Икенсе Этҡол ауылы китапханаһы һәм “Ағинәйҙәр” ойошмаһы менән берлектә ойошторолған был сара юғары кимәлдә үтте һәм унда бәйгене йыл да уҙғарырға ҡарар ителде. Арҙаҡлы шәхесебеҙ иҫтәлегенә арналған “Халҡына дан йырланы” исемле кисә Икенсе Этҡол ауылында икенсе йыл рәттән үткәрелде. Шиғыр, ҡобайыр, хикәйә ижад итеүселәр араһындағы конкурс йыл башында иғлан ителде һәм унда Баймаҡ төбәгенән генә түгел, ә Йылайыр, Учалы, Белорет, Илеш, Ишембай райондарынан, Өфө ҡалаһынан 65 ҡәләм оҫтаһы көс һынашты. Сараға Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынба­ҫа­ры Илшат Тажетдинов, мәғариф һәм фән ми­нистрының беренсе урынбаҫары Альберт Йәримов, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, “Йөрәк һүҙе” проекты авторы Наилә Сәфәрғолова, күрше ҡала һәм райондарҙан ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы тамаша ҡылды.

Хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә ҡатнашыусы­ларҙы район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев һәм Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Мирйән Әлмөхәмәтов ихлас тәбрикләне. “Икенсе Этҡол ауылы үҙенең бай тарихы, уңған халҡы, билдәле шәхестәре менән дан тота, – тине үҙенең сығышында район етәксеһе. – Шулар араһында арҙаҡлы ир-азамат, тыуған яҡты өйрәнеүсе, яҙыусы һәм журналист Азамат Әғзәм улы Тажетдинов айырым урын биләп тора. Бар ғүмерен мәғарифты үҫтереүгә, халҡына тоғро хеҙмәт итеүгә арнаған шәхес булараҡ билдәле ул. Ундайҙар мәңге халыҡ хәтерендә һаҡлана, бөгөнгө сара ла халҡыбыҙҙың аҫыл улдарының береһенә мәҙхиә йырлау, уның исемен мәңгеләштереүҙә етди аҙым ул”.

Мәғариф ветераны Зилә Ғүмәрова үҙенең сығышында Азамат Әғзәм улы менән бергә эшләгән йылдары тураһындағы хәтирәләрен уртаҡлашты, уның абруйлы уҡытыусы, мәктәп директоры, тыуған төйәге, халҡы өсөн күп изге эш атҡарған шәхес булыуын билдәләне.

“Халҡына дан йырланы” исемле ижади конкурсҡа ебәрелгән эштәрҙе З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова, билдәле шағирә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Фирүзә Абдуллина баһаланы. Бынан тыш, Икенсе Этҡол һәм Байым мәктәптәре уҡыусылары араһында викторина ла иғлан ителгәйне. Ижади бәйге еңеүселәрен тәбрикләү сараның иң күркәм өлөшөнә әүерелде.

Өлкәндәр араһында “Поэзия” номинация­һында Икенсе Этҡолдан Әкрәм Ҡәйепҡолов, Иҫке Сибайҙан Мотал Рәмов һәм Ишбирҙенән Сәлимә Барлыбаева-Иҫәндәүләтова еңеп сыҡты. “Проза” номинацияһында иһә Һәмәндән Миңзәлә Сирғәлина, Илеш районынан Яҙгөл Байрамғолова, Йомаштан Айһылыу Юнысбаева, Белорет ҡалаһынан Зөлфиә Сәлихова-Муллағолова, Йылайыр районынан Гөлдәр Кәлимуллина лауреат булып танылды.

“Ҡобайыр” номинацияһында өлкәндәр ара­һында Икенсе Этҡолдан Көнһылыу Сөләй­мә­нова, балаларҙан Байым мәктәбенең VIII класс уҡыусыһы Азамат Вәлитов иң юғары баһаға лайыҡ булды. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының махсус призы менән “Ышаныс” номинацияһында еңгән Әлфиә Бикташева (Баймаҡ ҡалаһы) бүләкләнде. “Һаҡмар” гәзи­тенең махсус приздары “Ышаныс” номинация­һында еңгән Лилиә Ғәниеваға (Баймаҡ ҡалаһы), “Өмөт” номинацияһына лайыҡ булған Яҙгөл Әминеваға (Икенсе Этҡол мәктәбенең IV класс уҡыусыһы) тапшырылды. Ә инде конкурстың төп призы – Гран-при Үрге Яйыҡбайҙан лайыҡлы рәүештә өс жанрҙа ла берҙәй уңышлы ижад иткән Ишдәүләт Сафиуллинға бирелде. Әйткәндәй, ижади бәйге еңеүселәрен бүләкләүгә приздарҙы Азамат Тажетдиновтың улдары, район ҡоролтайы һәм “Һаҡмар” гәзите редак­цияһы әҙерләне.

“Тарихын данлар шәхестәребеҙ бар” тип аталған ҙур сараның икенсе өлөшөндә дәүләт эшмәкәре И.А. Тажетдиновтың “Атайымдың эшен дауам итеп...” китабының исем туйы булды. 700-ҙән ашыу биттән торған күләмле, бай мәғлүмәтле баҫма Байым, Икенсе Этҡол ауылдары халҡына төбәп яҙылған һәм мосолман шәжәрәләре төҙөү буйынса методик, ғәмәли әсбап булараҡ ҡарала ала. Ошо китап хаҡында фекерҙәре менән Икенсе Этҡол мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Мораҙым Хәлилов уртаҡлашты һәм баҫманың ауылдар халҡы, тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн бик файҙалы, ҡиммәтле булыуын айырыуса билдәләне.

“Атайымдың эшен дауам итеп...” китабы тураһында уның авторы Илшат Тажетдинов, яҙыу­сы һәм журналист Мөнир Ҡунафин, Баш­ҡор­тостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наилә Сәфәрғолова сығыш яһаны. Һуңынан Илшат Азамат улы хеҙмәттә юғары ҡаҙаныш­тарға өлгәшкәндәргә Башҡортостан Хөкүмәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Был наградаға Икенсе Этҡол ауылы старостаһы Амур Әминев, китапхана мөдире Фәниә Мәжитова, шәхси эшҡыуар Риза Сирғәлин, ауылдың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы (рәйесе – Көнһылыу Сөләймәнова) лайыҡ булды. Икенсе Этҡол һәм Байым ауылдары халҡы автор ҡулынан яңы китап алып һөйөндө. Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев эшендә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Икенсе Этҡол мәктәбе уҡытыусылары Әлфирә Арыҫланова, Гөлсөм Иҫәнғужина, “Йәйғор” ансамбле (етәксеһе – Фирүзә Бүләкова), “Сыбалайыр һылыуҙары” ансамбле (Фәниә Мәжитова), “Ағинәйҙәр” ойошмаһын Почет грамоталары менән бүләкләне.

“Тарихын данлар шәхестәребеҙ бар” сараһын үткәреүгә район китапханаһы ла үҙ өлөшөн индерҙе, халыҡ таланттары Рәмил һәм Рәил Хәсәновтар, Фәниә менән Динар Мәжитовтар, Рәфҡәт Ишбулатов һәм Мораҙым Хәлилов концерт номерҙары менән һөйөндөрҙө. Артабан Икенсе Этҡол мәктәбенә арҙаҡлы яҡташыбыҙ Азамат Тажетдиновтың исемен биреү тантанаһы булды. Унда Башҡортостан мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Альберт Йәримов, матбуғат ветераны, Азамат Әғзәм улының ижадташ дуҫы Салауат Мөхәмәтшин сығыш яһаны. Альберт Марат улы белем биреү өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Икенсе Этҡол мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нурия Вәлиеваға, физкультура, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Мөнир Яҡуповҡа һәм Байым мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Вәлитоваға Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министр­лығының Почет грамоталарын тапшырҙы. Илшат Тажетдинов үҙенең тәбрикләү телмәрендә атаһының исемен мәңгеләштереүгә күп көс һалған ауыл халҡына, район башҡорттары ҡоролтайына, район хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе һәм мәктәп коллективына уҡыу-тәрбиә эшендә уңыштар теләне.

Ғүмере буйына ил хәстәре, милләт ғәме менән янып йәшәгән арҙаҡлы яҡташыбыҙ Азамат Тажетдиновтың исеме бер ҡасан да онотолмай, ул халыҡ хәтерендә һаҡлана. Уның тыуған төйәгендә үткән сара быны асыҡ иҫбатланы.


Азамат МӨХӘМӘТШИН

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев Мотал Рәмовты ҡотлай.
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев Мотал Рәмовты ҡотлай.
Министр урынбаҫары Лилиә Вәлитованы тәбрикләй.
Министр урынбаҫары Лилиә Вәлитованы тәбрикләй.
Читайте нас: