Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
2 Сентябрь 2022, 16:00

Рух һағында торған ханым

Ул һаман да сафта.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Фото:Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Өлкәнәйгәс йәшлекте, бала саҡты йышыраҡ иҫкә төшөрәбеҙ. 60-сы йыл урталары хәтергә килә. Стәрлетамаҡ педагогия институтына яңы ғына ингән сағым. Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өлкән курстарҙа уҡыған ҡыҙҙарҙы күҙәтәм: улар нисек кейенә, ниндәй прическа яһай, биҙәнеп йөрөргә яраймы икән?..    Әнисә Таһирова, Әсхәл Әхмәтҡужин үҙҙәренең дәртле шиғырҙары менән һушты ала, ә бер ҡыҙ үҙенең сибәрлеге менән мине әсир итте: һыҙылып киткән ҡара ҡаштар, бөҙрәләнеп торған сәс, балҡып торған дәртле күҙҙәр... Буй-һынына ҡарап, уның спорт менән шөғөлләнгәнен дә төҫмөрләйем.

Тормош шулай насип итте – ул ҡыҙ менән бер ҡалала эшләнек. Мин Маяҡ ҡасабаһында башта рус теле һәм әҙәбиәтенән, аҙаҡ Баш­ҡортостан мәҙәниәтенән уҡыт­тым, ә ул Күмертау ҡалаһы мәктәбендә, рус теле һәм әҙәбиәте белгесе булһа ла, урын булмау сәбәпле, немец теленән белем бирә башланы.

Күмертау ҡалаһының почетлы гражданы, Дуҫлыҡ ордены кавалеры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы, бик күп Почет билдәләре, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән мөләйем ҡатын Рәйсә Сырлыбаева булыр. Оло йәшкә етеп тә төҫ ташламаған, ут йомғағындай етеҙ, күҙҙәрендә дәртле осҡондар, сөнки һәр атҡан таңға шатлана, үҙенең дәрт-дарма­ны менән башҡаларҙы ла тоҡан­дыра белә торған оло йөрәкле шәхес. Ике бала әсәһе, хөрмәтле өләсәй, ҡунаҡсыл хужабикә, тоғро, һөйкөмлө ҡатын да.

Ул Баймаҡта алты балалы ғаиләлә үҫә. Атаһы Рәхмәт Сабир улы халыҡ судьяһы итеп һай­ланғас, ғаиләне Сибай ҡалаһына күсерәләр. Үҙ-ара башҡортса аралашалар, шуға күрә рус мәктәбендә уҡыһа ла, Рәйсәнең күңелендә туған теленә һөйөү хистәре уйылып ҡала. Телгә, әҙәбиәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, мөкиббән бирелеп китаптар уҡыу уны Стәрлетамаҡ педагогия институтына алып килә. Аллағыуат ауылында хеҙмәт юлын башлай, шул уҡ йылдарҙа Польшала хеҙмәт итеп ҡайтҡан, спорт менән шөғөлләнгән сибәр, аҡыллы егет – Камил Ханмырҙин менән сәстәрен-сәскә бәйләп, Күмертау ҡалаһына күсенәләр. Ҡалала немец теле уҡытыусылары етешмәй, шуға ла Рәйсә, Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетын бик уңышлы тамамлап, мәктәптә немец теленән уҡыта. Ул дәрес биреп кенә ҡалмай, төрлө түңәрәктәр, интернациональ дуҫлыҡ клубы, музейҙар ойоштора, Германиянан килгән делегациялар менән осрашыуҙа тәржемәсе була. Сит ил ҡунаҡтары уның немец телен яҡшы белгәненә һоҡлана.

Рәйсә Рәхмәт ҡыҙының ойоштороу һәләте Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә етәкселек иткәндә ғәйәт ярҙам итә. Бығаса башҡорт рухы бик һиҙелмәгән ҡала, ҡапыл йоҡонан уянғандай, икенсе тормош менән йәшәй башлай: ҡала мәҙәниәт һарайҙарына башҡорт милли кейемдәре, ҡурай, ҡумыҙ алдыртыла, бейеү, фольклор түңәрәктәре эшләй башлай, башҡорт телендә радиоканал да булдырыла. Рәйсә Сырлыбаева һәләтле кешеләрҙе эҙләп табып, түңәрәк етәкселәре итеп тәғәйенләй. Коллективтар төрлө конкурстарҙа алдынғы урындар яулай. Сығыштары Баш­ҡортостан радио-телевидениеһы аша тапшырыла, Өфө филар­монияһы сәхнәһенә лә менәләр.

Илдәге үҙгәрештәр ҡала тормошонда ла, халыҡтың көнкүрешендә лә сағылмай ҡалмай. Кис етһә, йә­ше лә, ҡарты ла мәҙәниәт усаҡта­ры­на ағыла, төрлө художестволы үҙешмәкәр түңәрәктәр эшләй. Ю. Гагарин исемендәге парк­ты төҙөк­ләндереү, ҡала халҡы­ның ғаилә менән ял итеү урынына әйләндереү эштәрен дә ойоштора булдыҡлы етәксе.

Мин шул йылдарҙа Маяҡ ҡаса­баһында Башҡортостан мәҙәниә­тенән уҡыта башлағайным. Бер мәл Мәғариф министрлығынан фарман килеп төштө – башҡорт теле һәм мәҙәниәте буйынса дәрестәр әҙерләп, республика­быҙҙың төрлө төбәк хакимиәт­тәренән йыйыл­ған мәғариф бүлеге мөдирҙәренә, мәктәп директорҙа­рына асыҡ дәрестәр күрһәтергә. Был эш миңә йөкмәтелгәс, Рәйсә Рәхмәт ҡыҙына мөрәжәғәт итеп, уның ярҙамы менән дәрестә башҡорт халыҡ кейемдәрен файҙаланыу, ҡурай, ҡумыҙ ҡулланыу мөмкинлеге табылды.

Шуны ла айырып әйтке килә: Күмертау – күп милләтле ҡала, халыҡ-ара татыулыҡты нығытыу өсөн, Рәйсә ханым тырышып байтаҡ саралар – сыуаш халҡының Канашын, татар халҡының Йыйынын, рус халҡының Соборын һәм башҡа милли йолаларҙы, байрам­дарҙы уҙғарыуға өлгәшә, башҡа милләт вәкилдәре лә ситтә ҡалмай. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, тырыш ҡатын көнүҙәк проблемаларҙы күтәрә, уның етәкселегендә уҙған саралар халыҡтың күңел көҙгөһө лә, әхлаҡи кимәле лә, тәрбиә мәктәбе лә булып хәтерҙә ҡала.

Һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, ҡай­танан мәктәпкә ҡайтып, бер аҙ эшләгәс, Рәйсә Рәхмәт ҡыҙына тағы ла ҙур бурыс йөкмәтелә – ЗАГС бүлеге мөдире итеп тәғә­йен­ләйҙәр. Никахты теркәү башҡорт халыҡ йолаларына нигеҙләнеп, тотош бер байрамға әйләнеп, ике дәүләт телендә алып барыла. Күп балалы ғаиләләр байрамы, исем туйҙары традицион сараларға әйләнеп китә.

Хаҡлы ялға сыҡҡас та Күмертау ҡала башҡорттарының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, унан оҙаҡ йылдар үҙе рәйес булып байтаҡ эш атҡара. Солтангәрәевтәр ғаиләһенең шәжәрә байрамы шундай матур һәм тәрән мәғәнәле, тарихи документтарға нигеҙләнеп, ҙур тантанаға әйләнеп үткәне хәтерҙә. Ғөмүмән, ундай сараларҙы һанап бөтөү мөмкин түгел.

Бына инде тиҫтә йылға яҡын Рәйсә Рәхмәт ҡыҙы баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә йәшәй. Өлкәндәрсә яйлап өй тирәһендә өйөрөлмәй, йәштәрсә ҡайнап йәшәй, йәшнәй ул. 80 йәшен тултырһа ла, һис тә төҫ ташламай – нурлы күҙҙәре осҡон сәсеп тора, йәмәғәт эшенә маһирлығы баш ҡалала тағы ла нығыраҡ әүҙемләшеп киткәндәй.

Мәскәүҙә ул бихисап йылдар башҡорт ҡоролтайына етәкселек итте. Халҡыбыҙҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәрен, телен, сәнғәтен илебеҙ мәркәзе халҡына еткереп, йәштәрҙә халҡыбыҙ тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыр, тел маһирлығын үҫтереү, башҡорттарҙы бергә туплау өсөн барыһын да эшләне. Хәҙер инде Мәскәү башҡорттары ҡоролтайын йәш ғалим, яҙыусы Салауат Әхмә­ҙуллин етәкләй, Рәйсә Рәхмәт ҡыҙы – уның алмаштырғыһыҙ кәңәшсеһе, ярҙамсыһы.

Ә 80 йәше тулыу айҡанлы, Баш­ҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡара­ма­ғындағы Тулы хоҡуҡлы вәкил­леге бинаһында бик күркәм тантаналы кисә уҙғарылды. Абруйлы шә­хесте ҡотларға бихисап вәкил­дәр килде. Был кистә Рәйсә Рәхмәт ҡыҙына оло хөрмәтләү һүҙҙәре, ҡосаҡ-ҡосаҡ гөлләмәләр яуҙы, Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләк­тәр тапшырылды.

Кисә аҙағында тантана сәбәп­сеһе барлыҡ ҡатнашыусыларға, ошо сараны ойоштороусыларға оло хөрмәт күрһәткәндәре өсөн рәх­мәт һүҙҙәрен әйтте һәм килә­сәктә лә тығыҙ бәйләнештә эшләр­гә, ҡоролтайға ярҙам итергә теләген белдерҙе. Рәйсә Сырлыбаеваның был һүҙҙәрен ҡеүәтләп, халыҡ дәррәү алҡышланы.

Юбилярға һаулығын, именлеген, дәрт-дарманын юғалтмайынса, тағы ла ҙурыраҡ юбилейҙарын тормош иптәше, таянысы Камил ағай менән иңгә-иң терәп ҡаршыларға яҙһын, тигән теләктә таралышты ҡунаҡтар.

Башҡортостандың халыҡ шағи­ры Абдулхаҡ Игебаевтың шиғри юлдары яҡташы – Баймаҡ ҡыҙы Рәйсә Рәхмәт ҡыҙы Сырлы­баеваға тап киләлер, тим:

...Үҙ халҡынан айырылмаһа,

Илгә арналһа эше,

Дандарын тауҙай күтәреп,

Был донъяла мәңге шулай

Күкрәп йәшәр кеше! (“Ажарланып тора тауҙар”).

-   Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА

Читайте нас: