Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
6 Сентябрь 2022, 20:37

Ҡаһарманлыҡҡа тиң эштәр башҡарҙы

Көслө ихтыяры менән үҙенә һәйкәл ҡойҙо.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Абруйлы педагог, билдәле журналист һәм яҙыусы Исмәғил Аҡъюлов Ейәнсура районының Үрген ауылында ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә. Өс йәшендә генә үкһеҙ етем ҡалып, нигеҙ буйында илап ултырғанда, атаһының үҙ балалары булмаған ҡустыһы Нәҙерулла менән килене Зөлҡәғиҙә һис икеләнеүһеҙ уны аҫрауға ала. “Ҡартайған көнөбөҙҙә үҙ ҡаныбыҙҙан яралған бағыусыбыҙ булыр, исмаһам”, – тип уйлағандарҙыр инде. Ысынлап та, шулай килеп сыға ла.

 

Етемлек һурпаһы

 

Атаһы менән уның Ғәйникамал һылыуы ла үкһеҙ етем үҫкән. Егет ҡорона еткәс, ул Баймаҡ яҡтарында алтын йыуыу эшендә йөрөп ала. Артабан ауылда төпләнеп өйләнә, үҙенең хужалығын алып бара. 1930 йылда Үргендә  “Ҡыҙыл таң” колхозы ойошторолғас, үҙ тырышлығы менән грамотаға эйә булған, халыҡ араһында ла, район етәкселеге алдында ла һүҙе үткән Исхаҡ Исмәғил улы уның тәүге рәйесе итеп һайлана. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, ул фронтҡа алына һәм 1942 йылдың 16 октябрендә Украинаның Запорожье ҡалаһын фашист илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн барған ҡаты һуғышта батырҙарса һәләк була. Береһенән-береһе бәләкәй биш малай һәм уларҙың өлкән йәштәге өләсәйҙәре менән әсәйҙәре яңғыҙ ҡала.

“Ҡара ҡағыҙ”ҙың юл арты үтә лә хәйерһеҙ була. Өләсәйҙәре өс-дүрт көн генә ауырып йөрөй ҙә ахирәткә күсә, уның артынса бер-ике аҙнанан ғаиләләге дүртенсе малай Әғзәмдең дә йәне йәннәткә күсә. Шул йылдағы ҡыш үтеүгә, март баштарында, быҙаулауын дүрт күҙ менән көткән алаҡайҙары күтәртеп үлә һәм ғаилә аҡһыҙ тороп ҡала. Әсәләре, өлкән абзыйҙары Бабичтың әрһеҙлеге арҡаһында ғына ғаилә иҫән ҡала. 11 йәшлек абзыйҙары, уҡыуын ташлап, көндәр буйы билбыуарҙан көрттәр кисеп, урман ҡыҙырып, ағас бөрөләрен йыйып, унан өйрә бешереп ашайҙар. Өйрә тиһәң, хәтере ҡалыр, бер боламыҡ инде. Абзыйҙарына ҡустыларын астан үлтермәҫ өсөн, урыҫ ауылдарына барып һоранып йөрөргә лә тура килә, ләкин унда ла әллә нимә әҙерләп ҡуймайҙар шул, юлы гел генә уң булмай.

1945 йылдың сентябрь башы, Исмәғил уҡыу йәшенә еткән. Өләсәһе мәрхүмәнең сепрәк-сапрағынан күлдәк ишараты әтмәләп кейҙереп, әсәһе  ялан аяҡлы малайын мәктәпкә алып бара. Ауыл балаларының күбеһе өҫ-башы яғынан әҙәм ҡарарлыҡ түгел – йолҡоштар инде. Уларға ҡар яуғансы ялан аяҡ мәктәпкә йөрөргә тура килә. Ошо ҡышта, үпкәһенә һалҡын тейеүҙән мандый алмайынса, ғаиләләге икенсе малай Әмир Иҫәнғол дауаханаһында вафат була. 1948 йылдың көҙөндә Бабай ҡасабаһынан (хәҙерге Күмертау ҡалаһы) килеп, 15-16 йәшлек үҫмерҙәрҙе, шул иҫәптән Бабич абзыйҙарын да машиналарға тейәп, ҡалаға предприятиелар төҙөргә алып китәләр. Ун йәшлек Исмәғил өйҙә әсәйҙең төп терәге булып ҡала.

VI класта уҡығанда малай өсөн ҡыш хәйерһеҙ башлана, йүтәл йонсота. Урын юҡлыҡҡа һылтанып, дауаханаға һалмайҙар, балыҡ майына ғына рецепт яҙып бирәләр. Тәүҙә – балыҡ майын, уны йыуҙырырға андыҙ төнәтмәһен эсер булып китә сирле малай, сәскә сәйе лә өҫтәлдән өҙөлмәй. Нисек булһа ла ай ярымдан йүтәл еңеләйә, тын алыуы иркенәйә, уҡырға ла йөрөй башлай.

Февраль аҙаҡтарына һыйырҙарына бесән бик самалы ғына ҡала. “Булған ғынаһын хәҙер ашатып бөтһәк, быҙауға ҡалмай бит”, – тигән уйҙар тынғы бирмәй егеткә. Берҙән-бер мөмкинлек – йәшерәк ҡарама ботаҡтарын ҡырҡып килтереп, суҡтарын тышта ашатып, утынын турап индереп, ҡайырын һыҙырып алыуҙа. “Бер ҡосаҡ ҡайыр бер һәнәк бесәнгә торошло”, – ти бит өлкәндәр. Шундай ниәт менән балтаһын биленә ҡыҫтырып, санаһын һөйрәп, үрге остағы ҡарамалыҡҡа йүнәлә.

Ул ауырып өйҙә ултырғанда яҡын-тирәләге ҡарама баштары ҡырҡылып бөткән, ауылдан дүрт саҡрым самаһы китергә тура килә. Йәш ҡарамаға менеп, байтаҡ ботаҡ ҡырҡып төшөргәс, балтаһын ситкәрәк ырғыта ла үҙе лә ҡар өҫтөнә һикерә һәм бот төбөнә тиклем көрткә бата. Исмәғил ҡышты кәлүш кейеп үткәрә, был юлы ла аяҡтарында йоҡа кәлүш була. Тәрән ҡарҙан улайтып-былайтып килеп сыҡҡанда уң аяғындағы кәлүш булмай, бәйләгән бер шәлкем йүкә өҙөлөп, ҡар аҫтында тороп ҡала. Ҡулдары менән күпме генә соҡоноп эҙләһә лә, табылмай кәлүш, табандары ла өшөй башлай. Ботаҡтарҙы санаға тығыҙлап бәйләп ҡайтырға сығыуҙан башҡа сара ҡалмай. Уң аяғын туңдырып, ҡараңғы төшөүгә генә ҡайтып етә ул, йөгөн һөйрәп.

 

“Баш һуҡҡан яҡҡа!..”

 

Баштараҡ әллә ни һиҙелмәһә лә, аяҡ түҙеп торғоһоҙ һыҙлап-ауыртып тәҡәтен ҡорота. Түҙмәй урындыҡтың буйынан-буйына тәгәрәп йөрөгән саҡтары ла әҙ булмай. Аяҡтың бәкәлдән түбән яғы йәй уртаһына ҡара-ҡыҙыл бетәү менән ҡаплана. Уҡыу йылы башланыуға яҡын алҡымдан түбәнерәк шеш тишелеп ҡара-йәшел эрен ағып сыға башлай. Сентябрь урталарында эрен менән бергә сөгөлдөр орлоҡтарындай ғына ҡара нәмәләр күренә. Аяҡҡа бер кейем дә ярамай. Ҡултыҡ таяғы һымаҡ ҡулайлама яһап, Исмәғил уҡырға йөрөүен дауам итә. Ләкин беренсе сиректән һуң, мәктәпкә бара алмаҫлыҡ хәлгә етеп, өйҙә генә ултырырға мәжбүр була. Ҡыш айҙарында дауаханала ятып сығыуҙың да файҙаһы теймәй.

Ике аҙна тоталар ҙа: “Беҙ, терапевтар, был сир табиптары түгелбеҙ. Киләһе йәйгә хирург килергә тейеш. Шуға тиклем түҙ”, – тип сығарып ебәрәләр. Йәйгеһен дә ике аҙна тотоп, шул уҡ һүҙҙәр менән ҡайтаралар. Икенсе, өсөнсө йәйҙә лә шул уҡ бер балыҡ башы, ә хирург һаман юҡ. Мәктәпкә йөрөмәгәнгә лә көҙ дүрт йыл буласаҡ.

Былай ғазапланып ятыуҙар инде 17 йәшлек егетте сикһеҙ уйҙар ҡосағына сумдыра... “Хоҙай ҡулындағы хирургты тағы күпме көтөп сереп ятырға мөмкин. Быйыл да уҡырға йөрөп булмаҫмы? Әле июнь аҙағы, ике ай бар бит әле. Хирурглы дауахана эҙләп китергә кәрәк, баш һуҡҡан яҡҡа. Аяҡты тубыҡтан түбән ҡырҡтырып, ағас аяҡ менән булһа ла уҡыу башланғансы өлгөрөргә кәрәк!”

Исмәғил бер мәл таңдан юлға сыға. Республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы кабинеттарын күп тапҡыр тапау һөҙөмтәһендә генә, ниһайәт, өс айҙан, октябрь баштарында Иглин районында яңы асылған шифахана тибындағы дауаханаға йүнәлтмә алыуға өлгәшә. Бында бөтә республиканан аяҡтары һәм умыртҡа һөйәктәре зарарланған 40 баланы урынлаштыралар. Бер ни тиклем дауалау курсы үткәс, ауырыуҙарҙы гипс иретмәһенә төрәләр һәм тороп йөрөргә рөхсәт итмәйҙәр. Шифахана табиптары һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр ярҙамы менән ауыр хәлдәге балалар тулы ҡанлы тормош алып бара. Уларға ятҡан килеш уҡыуҙар ойошторола, әҙәби китаптар буйынса конференциялар, кисәләр, байрамдар  үткәрелә, төрлө түңәрәктәр эшләй. Йәштәре еткәндәр, үҙаллы әҙерләнеп, комсомол сафтарына ҡабул ителә. Был шифахана тормошонда һәм балалар яҙмышында ҙур ваҡиға була. Киләсәк тормошҡа әҙерләү маҡсатында малайҙарҙы ҡырҡҡыс менән быяла ҡырҡырға өйрәтәләр.

Был эште Исмәғил дә уңышлы башҡара. Үткән быуаттың 50-се йылдары уртаһынан бер аҙ мандыған халыҡ ауылдарҙа ҙур итеп күп тәҙрәле өйҙәр һала башлай. Заманы өсөн дефицит һөнәргә эйә булған егет һауығып ҡайтҡас, мәктәптә һәм университетта уҡығанда йәйге каникул осоронда байтаҡ ауылдашына ошо яҡтан ҙур ярҙам күрһәтә. 

Исмәғилдең уң аяғы һигеҙ айҙан ашыу таш ҡоршауҙа була. Һәм, ниһайәт, бөтә ауырыуҙарҙан тәүгеһе булып гипстан ҡотола һәм “беренсе ҡарлуғас” булараҡ шифахананы ҡалдыра. “Таяҡтарҙы ташламаҫҡа, йыл да килеп тикшерелеп торорға”, – тигән тәҡдимдәр менән һәм икенсе төркөм инвалиды танытмаһы тапшырып, табиптар уның менән хушлаша.

“Баш һуҡҡан яҡҡа!” сығып китеп, сит-ят ерҙәрҙә бер йылдан ашыу йөрөп, ҡултыҡ таяҡтары менән булһа ла үҙ аяҡтарында ҡайтыуы бөтә ауыл өсөн сенсацияға тиң була. Таяҡтарға таянып йөрөүҙе Исмәғил өнәп етмәй, яйлап таяҡһыҙ йөрөү күнекмәләренә тотона һәм, уҡыу йылы башланыуға, үҙ аяҡтарында ышаныслы атлап китә. Аяҡтан яҙып ултырғанда, сиренең аяуһыҙ көслө сағында, уҡырға ынтылышы бик көслө булһа ла, хәҙер инде VII класта уҡыуҙан күңеле ҡайта башлай.  Дүрт-биш йәшкә кесерәк бала-саға менән бергә уҡыу 18 йәшлек егеткә бик уңайһыҙ булыр, тип күҙаллай. Берәй училище-маҙарҙа ниндәй ҙә һөнәр алыу теләге өҫтөнлөк итә башлай. Ләкин яңы ғына хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан Бабич абзыйы был теләккә ҡырҡа ҡаршы төшә. “Уҡыуҙы дауам итеү баштараҡ ауыр булыр, әммә барыһына ла түҙеп, урта белем алырға кәрәк. Артабан кем булыуҙы, һаулығыңа ҡарап, үҙең хәл итерһең”, – ти ул.

Был һүҙҙәр егеттең күңелендәге юшҡындарҙы иретеп ебәрә, ул уҡыуын дауам итергә була һәм мөкиббән бирелеп белем алырға тотона.

 

Әҫәрҙәре менән үҙенә һәйкәл ҡойҙо

 

Унынсыға еткәнсе кем булырға аныҡ ҡына ҡарары булмаһа ла, һуңғы класта егет беренсе сирек башынан уҡ ныҡлы уйлана башлай. Хыялы – нисек тә юғары уҡыу йортона инеп, студент булыу. Уйҙары күберәк гуманитар йүнәлешкә яҡыныраҡ – М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Көнсығыш телдәр факультеты. Инеү шарттарын белешеп, хат яҙып ебәрә, яуап оҙаҡ көттөр­мәй. Төп шарттарҙың тәүгеһе – берәй сит телде яҡшы белеү, икенсеһе – өҫ-баштың күрмәлекле булыуы. Хаттың адресы буйынса авторҙың төпкөл башҡорт ауылынан икәнен самалаптыр инде, һуңғы шартҡа айырыуса баҫым яһағандар. Хыялый йәш кешенең булмышына был шарттарҙың береһе лә яҡын да килмәй...

Артабан мәктәпте уңышлы тамам­лаған 22 йәшлек егет документтарын Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетына тапшыра. Күп абитуриент имтихандарға армия хеҙмәтенән һуң йә хеҙмәт стажы менән килә, улар уҡырға ингәндә льготаларҙан файҙалана. Шул сәбәпле, һынауҙарҙы уңышлы тапшырһа ла, Аҡъюлов конкурстан үтә алмай һәм ирекле тыңлаусы булараҡ ҡабул ителә. Ауылға ҡайтҡас, абзыйы менән кәңәшләшә. “Стипендия әлегә юҡ бит, бәлки, бармаҫҡалыр?” – ти ул. “Университет һынлы ергә морон төрткәнһең икән, башты байға һалһам да уҡытам. Артабан үҙең ҡарарһың”, – тигән ышаныслы яуап ала.

1965 йылда университетты тамамлау алдынан факультет деканы Марат Минһажетдинов һәләтле студентҡа ике эш урыны тәҡдим итә – Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына ғилми хеҙмәткәр йәки Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡытыусы вазифалары. Аҡъюлов рәхмәт әйтеп икеһенән дә баш тарта һәм тыуған районына ҡайтыу теләген белдерә, ләкин республикабыҙҙың Мәғариф министрлығына Ейәнсуранан һорау булмау сәбәпле, уға Күмертау ҡалаһына ҡараған Маяҡ ҡасабаһындағы интернат-мәктәпкә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы вазифаһы тәҡдим ителә. Был осорҙа мәктәптә республиканың көньяҡ райондарынан бик күп бала белем һәм тәрбиә ала. Тәрән белемле йәш белгес коллегаларының һәм уҡыусыларҙың уртаһында ҡайнай. Өлкән тәрбиәсе, директор урынбаҫары вазифалары ла уны урап үтмәй.

1974 йылда был уҡыу йортонда Мәғариф министрлығы интернат- мәк­тәптәрҙә дәрестәрҙән тыш эшмәкәр­лек буйынса республика семинары үткәрә, ул бик уңышлы килеп сыға. Ошонан һуң Аҡъюловтың исем-шәрифе киң билдәлелек ала һәм ул интернат-мәктәптәр бүлегенең штаттан тыш инспекторы итеп тәғәйенләнә. Артабан Исмәғил Исхаҡ улына республика мәктәптәрен тикшереү, бай тәжрибәһен таратыу буйынса байтаҡ эш башҡарырға тура килә. Уның хәтирәләренән: “Ғүмеремдең иң матур, эшлекле йылдары Маяҡ интернат-мәктәбендә үтте. Балалар өсөн дә, коллегаларым алдында ла үҙ кешегә әйләндем. Өлкәнәйгән көнөмдә ғүме­ремде уҡытыусылыҡ эшенә бөтә булмышымды биреп, эскерһеҙ эшләүем менән бик ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп йәшәйем”.

Исмәғил Исхаҡ улы Ҡыйғы районы ҡыҙы, шулай уҡ тел һәм әҙәбиәт уҡы­тыусыһы Тәғзимә Хәбибулла ҡыҙы менән бик матур, татыу ғаилә ҡороп йәшәне. Ҡыҙҙары Әнисә менән Рәси­мә, юғары белем алып, уңышлы эшләп йөрөй, улар ата-әсәһен бер ейәнсәр һәм өс ейән менән ҡыуандырҙы.

70 йәшен тултырғас, Исмәғил Исхаҡ улы ҙур күләмле автобиографик әҫәр яҙыу эшенә тотона һәм уның өҫтөндә өс йыл ал-ял белмәй эшләй. “Ер йылыһы” повесында төп геройҙың һуғыштан һуңғы йылдарҙағы ауыр тормошо һүрәтләнә. Иңенә ниндәй генә ҡыйынлыҡтар төшмәһен, ул юғалып ҡалмай, киреһенсә, көслө ихтыяры, ҡаҡшамаҫ рухы арҡаһында бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыға. Әҫәр Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә ҙур тираж менән баҫылып сыҡты.                                                                                                “Саҡрым-саҡрым ғүмер юлдары” исемле икенсе повесында автор йәшәү мәғәнәһе, әхлаҡи сафлыҡ, ил һәм халыҡ алдында яуаплылыҡ тойоу кеүек мәңгелек темаларҙы яҡтырта. Был повесын автор ғүмерен шофер һөнәренә арнаған Бабич абзыйына бағышлаған.

Бына шулай өлкәнәйгән йәшендә Исмәғил Аҡъюлов ҡаһарманлыҡҡа тиң эштәр башҡарҙы һәм әҫәрҙәре менән үҙенә һәйкәл ҡойҙо. Быйыл күренекле яҙыусының “Китап” нәшриә­тендә өсөнсө китабын нәшерләү күҙаллана. Тик, бик үкенес, үҙе генә был китабын ҡулдарына тотоп ҡарай алмаясаҡ инде. Ул быйыл беҙҙең аранан китеп барҙы... 

 
Юлай СОЛТАНБАЕВ

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: