“Ғилем” нәшриәтендә публицист Марсель Ҡотлоғәлләмовтың “Йөрәктәге серҙе һүҙ еткерер” тип аталған китабы сығып килә. “Башҡортостан”ды уҡыусыларға республика Хөкүмәтенә сирек быуат етәкселек иткән, илебеҙ һәм халҡыбыҙ өсөн тау-тау эштәр башҡарған Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаров тураһындағы ҡисса әлеге китаптан алынды.
Йәштәр үрҙәрҙе күрә...
Ағайыбыҙҙың кемлеге тураһында йәнә һуҙ ҡуйыртыуҙы артыҡҡа һанайым. Башҡортостан тарихы хаҡында аҙ ғына хәбәрҙар булған кеше лә Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаровты беләлер тигән ышаныстамын.
Йәйге көн йыл менән бер. Оҙайлы сәфәрендә талсыҡҡан ҡояш, һүрәнәйә барған нурҙары менән йөҙйәшәр ҡарағайҙарҙың энәләрен буталға мансып, Яман-Йылайыр аръяғына аҡрын ғына түбәнәйә. Урман төнгө тормошона әҙерләнә. Белмәгән кешегә генә ҡараңғылыҡ шаршауы тәбиғәтте тынлыҡ солғанышына алғандай тойола. Тере бәғзе йән эйәһенең дә, әҙәм балаһы кеүек үк, уянған һәм йоҡоға талған мәле була. Кешеләр ҡасандыр ҡалдырып киткән ошо урман утары Ямашта ла сабыйҙар тыуа һәм фани донъялағы юлын ослағандар баҡыйлыҡҡа күсә торған, һары кесерткән менән һырғанаҡ үрелеп үҫеп, бил тиңе шырлыҡ хасил иткән иҫке зыяратта Зекериә Аҡназаровтың әсәһе менән атаһы — Хәбирә Зыязетдин ҡыҙы менән Шәрәфетдин Ғиләж улының ҡәберҙәрен эҙләп табыу мөмкин булмаған ғәмәл, заман өйөрмәһенә эләгеп, кескәй генә утарҙар түгел, ҙур ауылдар ҙа ер йөҙөнән юғала. Бер нәмә лә мәңгелек булмай. Ләкин хәтер, кешеләрҙең ғәмәлдәре һәм, ғүмерҙәрен тамам итеп, ер күкрәгендә ҡалғандарға беҙҙең рәхмәтебеҙ һаҡлана.
Тәңре уға тәғәйен иткән юлды һәр кем үҙе генә үтә һәм маңлайына яҙылған эш-ғәмәлдәрҙе фәҡәт үҙ ҡулы менән атҡара. Эреле-ваҡлы эштәребеҙҙең һәммәһе лә дөйөм халыҡ башҡарғандарҙың йылъяҙмаһына теркәлә барыуы тураһында һирәк уйланабыҙ. Миңә ниңәлер ҡырҡынсы йылдарҙа уҡ әле Зекериә Аҡназаров бөтмәҫ-төкәнмәҫ йәмәғәт, ойоштороу, хужалыҡ хәстәрҙәренә мөкиббән бирелеп, ошо уртаҡ эштәге үҙ урыны тураһында уйланмағандыр ҙа һымаҡ тойола. Тыйып тотҡоһоҙ дәртле үҫмерҙең ҙур һәм олпат дәүләт эшмәкәре булып етеп, ялға сыҡҡас, бер аҙ тыны иркенәйеп, уҙғандар тураһында уйланғансы һәм улар “Время, Люди, Мысли” тип аталған иҫтәлектәр китабы рәүешен алғансы тиҫтәләрсә йыл кәрәк булған икән.
Зекериә Шәрәфетдин улының үтенесен үтәй барып, миңә китаптың икенсе баҫмаһы ҡулъяҙмаһына бер аҙ ҡул тейҙереү бурысы төшкәйне.
Йәнә лә шуны иҫкәртәйем: ағай яҙмаларында бала сағы, үҫмерлек йылдары тураһында бәйнә-бәйнә теүәлләгәнлектән, миңә геройымдың тормошондағы ул осорға ҡабаттан әйләнеп ҡайтыу зарурлығы юҡ. Зекериә ағай онотҡан хәл-ғәмәлдәр уның яҡташтары һәм замандаштарының иҫтәлектәрендә яңыртыла. Мин иһә уның эшмәкәрлеген, өҫтән-мөҫтән булһа ла, республиканың XX быуаттың икенсе яртыһындағы тормошо менән тығыҙ бәйләнештә күрһәтергә тырыштым.
Һуғыш тураһындағы нәфис фильмдарҙа, йыш ҡына уның башланыуы ғәжәйеп рәүештә күптәрҙең тормошондағы ҡыуаныслы мәлдәр менән тап килеүе күрһәтелә. Шулай, Зекериә менән уның һабаҡташтарының Темәс педагогия училищеһын тамамлаған һуңғы көндәре 1941 йыл июненең аҙаҡҡы ун көнлөгөнә тура килгән икән. Мөғәллимлеккә яңы ғына документ алған педагогтарҙы, әлбиттә, мәктәптәргә бүлгәндәр. Аҡназаровҡа Мырҙый башланғыс мәктәбенә юллама эләгә. Аҙағыраҡ, үҙе хәтерләүенсә, урман кәсебе менән мәшғүл ауыл халҡы колхозда эшләгән бүтәндәр менән сағыштырғанда хәллерәк көн күргән. Ағас әҙерләү участкаһы кибетендә заманына күрә бай ғына аҙыҡ-түлек, сәнәғәт тауарҙары бар. Шулай булғас, тәүге ҡышҡы каникулда уҡ егеттең атай йортона буш ҡул менән ҡайтып инмәүе ғәжәп түгел.
“Бүләккә тип алып килгән күлдәкте күргәс, атайым ифрат ҡыуанды. Хатта күҙенә йәш алды. Бүтәндәргә лә өлөш сыҡты инде, – тип яҙҙы ошо тулҡынландырғыс мәл тураһында, күп йылдар үткәс, Зекериә Аҡназаров. – Ғаиләлә ҙур байрам хасил булды. Уҡытыусы улың ҡайтып төшһөн әле! Өҫтәүенә, хеҙмәтенең емештәре лә ниндәйерәк! Атай ҡунаҡсыл кеше ине: күршеләрҙе саҡырып, шәкәрләп сәй менән һыйлай-һыйлай, малайы хаҡында ғорурланып һөйләй.
Ошо хәл тураһында хәҙер тыныс ҡына хәтерләй алмайым. Миңә белем бирҙеләр, дәүләт, уҡытыусыларым һәм атайым мөғәллим булырға ярҙам итте. Ул хәреф танымаған кеше ине, әммә белемдең мөһимлеген, улын уҡытырға кәрәклекте аңланы”.
Китабынан алынған өҙөк менән Зекериә Шәрәфетдин улының ике сифатына иғтибарығыҙҙы йүнәлтергә теләйем: ата-әсәһенә сикһеҙ ихтирам һәм гражданлыҡ өлгөргәнлеге. Йылдар үтһә лә, ул сифаттар юйылмаған да, юғалмаған да, бәлки уның холоҡ-фиғеленең гүзәл үҙенсәлектәре рәүешен алған.
Мөғәллимлек менән Аҡназаровҡа оҙаҡ шөғөлләнергә насип булмай, һуғыш башланып, йылдан аҙ ғына ваҡыт үтеүгә, егеткә повестка тотторалар. Ул полк мәктәбен тамамлай, отделение командиры булып сыға, бер аҙҙан взвод командиры итеп үрләтәләр. Армияла ла йәмәғәт эштәренән ситләшмәй, партия ағзаһы булып китә. Һуғыш ахырына Зекериәне хәрби-сәйәси мәктәпкә ебәрәләр, ләкин ошо мәлдә генә СССР Юғары Советы Президиумының элекке уҡытыусыларҙы армиянан демобилизациялау тураһында фарманы сыға. Мәктәптәрҙә, бигерәк тә ауылдағыларҙа, педагогтарға уғата ҡытлыҡ үҙен һиҙҙерә. Аҡназаров был йылдарҙа күп нәмәгә эйә була: беренсе нәүбәттә, рус теле, дуҫлыҡҡа тоғролоҡ, кеше мәртәбәһен баһалай белеү һәм ҙур юғалтыуҙарға ла юлыға: 1943 йылда донъя ауырлыҡтарынан тамам ҡаужыған атаһы баҡый китә. Ул саҡ Шәрәфетдин Ғиләж улына 49 ғына йәш була. Ярты йыл үтеүгә, әсәһе лә донъя ҡуя, 16 йәштә ҡустыһы Мөхәммәт ҡалдырып китә. Зекериәнең ун өс йәшлек һеңлеһе Ғәбиҙә менән туғыҙ йәшлек ҡустыһы Ҡотдос үкһеҙ етем ҡала. Уларҙы Зекериәнең ике туған ағаһы Әғзәм Ниғмәтуллин ҡанатына һыйындыра. Ҡыҙ баланы ул ғаиләһенә ала, ҡустыһын балалар йортона урынлаштыра.
Шул рәүешле был һәйбәт кеше Аҡназаровтың яҡындарының яҙмышында яҡты эҙ ҡалдыра. Ә Зекериәгә әрме хеҙмәте иң мөҡәддәс кешеләре менән бәхилләшергә лә форсат бирмәй.
Әүәлге йылдарҙа тәрән уйлы, зирәк аҡыллы етәкселәр, ай-һай, күп булған! Юғиһә, ул саҡ партияның Баймаҡ райкомында ялбыр ҡара сәсле, төптән ныҡ кисәге һалдаттың рухи, интеллектуаль мөмкинлектәре тураһында ҡайҙан белә һалһындар? Бәлки, бында осраҡлыҡ ғәләмәте лә булғандыр, бәлки, белемле белгестәргә ҡытлыҡ та үҙенекен ҡылғандыр, һәр хәлдә, армиянан ҡайтып төшөүе менән үк Зекериәне партия райкомына саҡырталар ҙа комсомол райкомына икенсе секретарь булып барырға тәҡдим итәләр.
Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаровтың 1986 йылда пенсияға сығыу менән формаль рәүештә тамамланған хеҙмәт вахтаһы ғәмәлдә ошонан башланған. Ә инде ысынында ул вахта Зекериә ағай беҙҙең менән бәхилләшкәнсе дауам итте.
“Йәштәр үҙ алдында үрҙәрҙе күрә, ә ҡарттар – тауҙарҙы” тип тикмәҫкә генә әйтмәйҙәрҙер. Бының менән бәхәсләшеү мөмкин түгел. Минең быуын кешеләренең фекеренсә лә, күптәр өсөн комсомол тәжрибә һәм белем туплау мәктәбе булды. Әлбиттә, был йәштәр ойошмаһы тураһында хәҙер бөтөнләй икенсе хәбәр һөйләйҙәр. Ҡайһы бер әҙәмдәрҙең хәтерендә комсомол, идара итеүсе структура уҡ булып етмәһә лә, бюрократ ойошмаһы рәүешендә ҡалған.
“Өйгә саҡыртып алдылар...”
Күпселек өсөн иһә ҡаһарманлыҡ һәм романтика, Ватанға мөкиббән хеҙмәт итеү мәртәбәһен хәтерләтә. Шуны ныҡлы ышаныс менән әйтергә мөмкин: дәүләт эшмәкәре булараҡ, Аҡназаров комсомол эшендә – райкомдың икенсе секретарынан ВЛКСМ өлкә комитетының беренсе секретарына тиклем – формалаша башлаған. Шуғалыр Зекериә Шәрәфетдин улы комсомолдың тарҡалыуын, традицияларының һәм йәштәр хәрәкәтенең баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһенең юғалыуын ауыр кисерҙе. Үҫә һәм быуынға ултыра килгән быуындарҙы идеологик һәм әхлаҡи бушлыҡта ҡалдырырға ярамағанлығын, хатта хәүефле булыуын ул яҡшы аңлай ине. “Комсомол минең өсөн генә түгел, бәлки совет кешеләренең күп быуындары өсөн дә, етди тормош мәктәбе булды. Нәҡ унда күптәребеҙ сәйәси сынығыу алды, ижтимағи эшмәкәрлек тәжрибәһен, хужалыҡ итеү таҫыллығын тупланы”, – тип раҫлай килде З.Ш. Аҡназаров.
Юғары рангтағы комсомол хеҙмәткәре булараҡ, Зекериә Аҡназаров хәҙер шәхес рәүешендә үҙ-үҙенеке түгеллеген аңлай ине. Вазифа баҫҡыстарынан күтәрелә килә кеше ғәҙәтләнгән көнкүреш мөхитенән тормош рәүеше, үҙ-үҙеңде тотоу, бүтәнсә ғәҙәттәр булған донъяға күсә.
Бәс, Аҡназаровҡа 29 йәш һәм республиканың сәйәси етәкселеге әле йәш үк хеҙмәткәрҙе КПСС өлкә комитетының партия органдары бүлеге мөдире итеп үрләтә. Өлкә комитеттың беренсе секретары Семен Денисович Игнатьев тәүәккәл кеше булған икән. Был бүлеккә бит партия эшенең генә түгел, бүтән тармаҡтарҙың да хәл иткес мәсьәләләре килә торғас, унда тәжрибәле кешеләрҙе тәғәйенләргә тейеш булған дабаһа.
Егерменсе быуаттың 50-се йылдары. Сталин мәрхүм булғас, административ механизмға ла, иҡтисадҡа ла, ижтимағи аңға ла ҡыйыш-мыйыш китергә форсат бирмәгән тотҡалар бушағая. Был осор “епшеү”ҙән бигерәк хакимлыҡ өсөн көрәш һәм юғарыла аңҡы-тиңке килеү ваҡыты булғандыр. Билдәле, Мәскәүҙәге “сөскөрөү” дәүләттең һәр быуынында “тымау” булып дауам итә. Башҡортостан да шул дәүләттә көн күрә бит инде.
Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаров республиканың сәйәси “түрбашы”нда йәһәт үк үҙләшеп ала. “Башҡортостан – XX йөҙ йыллыҡта. Тарихи портреттар” тигән китапта тапҡыр әйтелгәнсә, ул илдәге сәйәси конъюнктураны тиҙ һиҙемләй, теге йәки был өлкәлә дәүләт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуҙы шунда уҡ күтәреп ала һәм әүҙем ҡатнашлыҡ итә. Етәкселек эшендә шаҡтай тәжрибә туплап өлгөргән Аҡназаров үҙ бүлегенә булдыҡлы, белемле ярҙамсылар йыя. Уның эш стиле һәм алымдары юғары вазифалы партия функционерҙарыныҡынан шаҡтай айырыла.
Ошо урында бүлектә алты йыл инструктор булып эшләгән билдәле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың хәтерләүҙәренә мөрәжәғәт итәйем. “Мөһим мәсьәләләрҙе бында бергәләп хәл итә белделәр, һәр кәңәшмә эшлеклелек һәм демократик рухта үтә торғайны, – тип яҙа Яныбай Хаммат улы. – Зекериә Шәрәфетдин улы һәммәбеҙҙе лә диҡҡәт менән, тыныс, бүлдермәй тыңлай белде. Кемдеңдер хаҡлы түгел икәнлеген күреп торһа ла, ҡыҙманы, йәберләмәне, мәсьәләне коллективтың ҡарамағына ҡуйыр ине. Ҡайһы саҡ берәй аңлашылмаусылыҡ килеп сыҡһа, уны мәрәкәгә әйләндерергә тырышты”. Артабан, Аҡназаровтың кешелек һәм эш сифаттарына ҡағылып, башҡорт әҙәбиәтенең оҫтаһы былай дауам итә: “...Өлкә комитеттың иң етди бүлектәренең береһен етәкләгәндә лә Зекериә Шәрәфетдин улы, ғәжәйеп рәүештә, етәксе өсөн бик мөһим сифаттарҙы – ихласлыҡ менән талапсанлыҡты – бергә ҡуша алды. Заруры булғанда ҡоро, шул уҡ ваҡытта ғәҙел ине һәм һәр инструкторҙың абруйын баһаланы. Бының өсөн беҙ уны хөрмәт иттек һәм яҡларға һәр саҡ әҙер инек. Уны хатта асыҡтан-асыҡ тәнҡитләй ҙә торғайныҡ. Аҡназаров быға үпкәләмәне, сөнки ошондай тәртипте үҙе булдырғайны – кемдер нимәнелер күрә икән, ошо хаҡта туранан-тура, күҙенә ҡарап әйт”.
Минең фекеремсә, был партия хеҙмәткәренең Аҡназаровҡа ғына бирелгән тулы һәм һәүетемсә объектив баһаламаһы булғандыр. Вазифа баҫҡыстарынан күтәрелгәндә, уның холоҡ-фиғелендә лә, кешеләргә һәм эшкә мөнәсәбәтендә лә насар яҡҡа үҙгәреш күренмәне, һис ҡасан да.
Мәғлүм булыуынса, илдең хужалыҡ комплексы, милек формаларының хәҙер төрлө булыуына ҡарамаҫтан, Зекериә Аҡназаровтың әүҙем дәүләт эшмәкәрлеге йылдарында ғәйәт ҙур территорияла, етештереүҙең ҡатмарлы структураһында, ҡайһы бер райондарҙың тәбиғи-иҡтисади һәм милли айырмалыҡтары шарттарында эшләне. Федерацияның теләһә ҡайһы субъектындағы кеүек үк, Башҡортостанда ла төрлө продукция етештереүсе тармаҡтар һәм предприятиелар сафҡа инде.
Уҙған һуғыш илдең иҡтисадын бомбалар һәм дошмандың йыртҡыслыҡтары менән генә түгел, бәлки аҡсаның һәм ҡул көсөнөң етешмәүе менән дә емерҙе. Шулай булһа ла, Башҡортостанда еңеүҙән һуң һигеҙ-ун йыл үтеүгә, нигеҙҙә, хәрби үткәндең эҙемтәләре бөтөрөлдө. Һуғыш ваҡытында һәм унан алда төҙөлгән предприятиеларҙың ҡеүәте артты, яңы завод һәм фабрикалар хасил булды. Бүтән тармаҡтарҙы уҙа барып, нефть, машиналар эшләү, химия сәнәғәттәре йылдам үҫте, республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында сәнәғәтте үҫтереүҙең локомотивы булырға тейешле төҫлө металлургия барлыҡҡа килде. Ошо йылдарҙа уҡ Өфө синтетик спирт заводы күтәрелде, Күмертау – Төйлөгән, Мейәс – Учалы тимер юлдарынан поездар ҡуҙғалды һәм бүтән объекттар төҙөлдө. Республика картаһында Салауат һәм Сибай ҡалалары пәйҙә булды. Башҡортостан нефть эшкәртеү йәһәтенән илдә беренсе урынға сыҡты. Сәнәғәттең өр-яңы тармағы – нефть химияһы – эшләй башланы. Республикала ифрат әүҙем төҙөлөш йәйелдерелде. Беренсе бишйыллыҡта ғына 4,2 миллион квадрат метр торлаҡ тапшырылды, ауыл ерендә иһә 146 мең йорт күтәрелде.
Хөкүмәт Рәйесе вазифаһында Аҡназаровтың ошо күп яҡлы эштәрҙең уртаһында булыуын тәҡрарлап тороу кәрәкме икән? Әлеге посҡа тәғәйенләнеүен Зекериә Шәрәфетдин улы ябай ғына итеп хәтергә ала.
“Мәскәүҙә йыл ярым ғына булып ҡалдым. Мине өйгә, республикаға, саҡырып алдылар. Был көтөлмәгән хәл булды инде. Бер мәл, төнгө беренсе яртылар тирәһендә, бүлмәмдә телефон шылтыраны. Өлкә комитеттың беренсе секретары Нуриев шылтырата икән:
– Йоҡлайһыңмы?
– Юҡ, – тим.
– Ошондай тәҡдим бар: һиңә республикаға Башҡортостан Министрҙар Советы Рәйесе посына ҡайтырға кәрәк.
– Зыя Нуриевич, хужалыҡ эшендә бер ниндәй ҙә тәжрибәм юҡ бит, – тип яуаплайым.
Яуапҡа ишетәм:
– Һин хәҙер бигүк бәхәсләшмә, беҙ инде бөтөн ыңғай һәм тиҫкәре яҡтарын тикшереп бөткәнбеҙ, иң һәйбәт кандидатура һинеке тигән һөҙөмтәгә килдек. Мин инде был турала Үҙәк Комитетҡа әйткәнмен, иртәгә иртәнсәк шунда әңгәмәгә бараһың.
З.Ш Аҡназаровтың тормошонда һәм эшмәкәрлегендә, шулай, үҙе әйтмешләй, яңы осор башлана.
Республиканың өр-яңы тарихын күҙҙән үткәреүселәр әлеге юғары тәғәйенләүҙе уның Урал аръяғы башҡорттары араһынан сығыуы менән бәйләй. Был – бәхәсле дәлил. Башҡортостанда кадрҙарҙы һайлауҙа этнократик принцип һис ҡасан да уларҙың эш һәм кешелек сифаттарынан өҫтөнлөк алманы. Советтар Союзында дәүләттең иҡтисади һәм социаль сәйәсәте Рәсәйҙең элекке милли сиктәрен үҫеш кимәле буйынса Үҙәккә тиңләштерерлек итеп алып барылды һәм был бурыс уңышлы үтәлә килде. Әйткәндәй, уҙған быуаттың 90-сы йылдары уртаһында һәм 2000 йылдар башында республикала уның төбәктәрен һәм райондарын социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән тигеҙләү программаһы ғәмәлгә ашырылды. Зекериә Шәрәфетдин улы, был ваҡытҡа әүҙем эшмәкәрлектән ситләшһә лә, уның үтәлеше менән ҡыҙыҡһынып торҙо.
Мең мәртәбә хаҡлы
1960 – 1980 йылдарҙа Башҡортостан ошоғаса күрелмәгән темпта үҫте. Сәнәғәт продукцияһын етештереү айырыуса тос булды. Республикала төп тармаҡ һаналған нефть өлкәһен генә алайыҡ. 1967 йылда “Башнефть” берекмәһе, 48 миллион тонна нефть сығарып, үҙ тарихында иң юғары һөҙөмтәгә өлгәште. Ә бер йыл әүәл берекмә илдең мәртәбәле бүләгенә – Ленин орденына – лайыҡ булғайны. Ошо йылдарҙа электр һәм йылылыҡ энергияһы етештереү, минераль ашламалар, пластмасса, каустик һәм кальцийланған сода, автосамосвал, металл киҫеүсе станоктар һәм бүтән төрлө продукция етештереү артты. Зекериә Аҡназаров етәкселегендәге Хөкүмәт Нефтекамала – автосамосвал, Туймазыла – автобетоновоз һәм фарфор, Октябрьскийҙа – автоприбор, Ишембайҙа нефть промыслаһы ҡорамалдары заводтарын күтәреүҙе баш-күҙһеҙ ҡалдырманы.
Ауыл хужалығында ла ҙур төҙөлөш программаһы ғәмәлгә ашырылды. Илле биш малсылыҡ комплексы, шул иҫәптән Стәрлетамаҡ районындағы сусҡасылыҡ комплексы кеүек ҙурҙары, Башҡорт һәм Благовар ҡошсолоҡ фабрикалары, элеваторҙар һәм ҡатнаш аҙыҡ заводтары, ремонт оҫтаханалары һәм бүтән объекттар файҙаланыуға тапшырылды.
Ошо эштәрҙә Аҡназаровтың ойоштороусы булараҡ таланты, күп проблемалар араһында иң мөһимен күрә белеү һәләте һынау тотто. Хөкүмәткә ул рәйеслек иткән йылдарҙа партия власы алда йөрөнө, әммә республика Министрҙар Советы дәүләт идаралығы структураһында һис ҡасан да үҙен икенсе дәрәжәләге звено итеп тойманы. Партияның Башҡортостан Өлкә комитетының элекке беренсе секретары, СССР Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Зыя Нуриев Аҡназаровтың эшмәкәрлеген бына нисек баһаланы:
“Белемле, юғары әҙерлекле кеше булараҡ, ул яңы вазифаһына тиҙ өйрәнде, республика иҡтисадына шунда уҡ тәрән үтеп инә башланы, финанс-кредит эшен үҙләштерҙе, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән агросәнәғәт комплексын, халыҡ мәғарифын, мәҙәниәтте һәм фәнде үҫтереү менән шөғөлләнде. Бергә эшләүҙең тәүге көндәренән үк беҙҙең арала һәйбәт эшлекле мөнәсәбәттәр урынлашты. Партия өлкә комитеты уға даими ярҙам күрһәтте, Министрҙар Советының ролен һәм уның Рәйесенең абруйын күтәреүгә булышлыҡ итте. Хужалыҡ мәсьәләләрен хәл иткәндә өлкә комитет Хөкүмәтте алмаштырыуға юл ҡуйманы, әгәр зарурлыҡ килеп тыуһа, ҡарарҙы Министрҙар Советы аша үткәрҙе. Республика райондары һәм ҡалаларында беҙ Зекериә Шәрәфетдин улы менән килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергәләп, урында уҡ хәл итә торғайныҡ”.
Күп тармаҡлы иҡтисады булған республика Хөкүмәте башлығының вазифа бурыстарында ниндәйҙер сиктәр табыуы ауырҙыр. Шулай ҙа З.Ш. Аҡназаров янындағы кешеләр уның ауыл тормошона һәм проблемаларына айырыуса иғтибарлы мөнәсәбәтен күрә йөрөгәндер. Был күренеште ниндәйҙер законлылыҡ тип күтәреү, бәлки, дөрөҫ булмаҫ, әммә Башҡортостандың иң юғары етәкселәренең тотошлайы тиерлегенең ауылдан сығыуын да инҡар итеү мөмкин түгел. Ауыл кешеләре – төплө, һәммә эшкә етди мөнәсәбәттәге халыҡ.
Аҡназаровтың аҡыл тәрәнлеге йәнә лә шунда сағыла: ауылдағы производство мәсьәләләре менән шөғөлләнгәндә лә ул киҫкен проблемаларҙы, ғәжәпләнерлек оҫталыҡ менән, үҫеп килгән быуын тураһындағы хәстәрлеккә бәйләй белде. Ауылға килеү менән Хөкүмәт Рәйесе тәү сиратта мәктәпкә инер ине – уҡытыусылар менән һөйләшергә, уларҙың теләген тыңларға, ярҙам итергә. Хәҙерге етәкселәргә уҡытыусыларға ҡарата ошондай мөнәсәбәт хас булһасы. “Нимә һуң ул мәктәп?” – тип һорау ҡуя ла, Зекериә Шәрәфетдин улы үҙе үк яуап бирә: “Ул – беҙҙең алдағы тормошобоҙ, киләсәгебеҙ. Ҡалалағы мөмкинлектәрҙең күбеһен бирә алмаған ауыл ерендә балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе уҡытыуҙы һәм тәрбиәләүҙе ойоштороу һәр етәксенең, теләһә ҡайһы власть булғанда ла, төп хәстәрҙәре иҫәбендә булырға тейеш”.
Ябай ғына тойолһа ла, был фекерҙә тәрән фәлсәфәүи мәғәнә бар, сөнки, нимәгә генә тырышлыҡ һалһаҡ та, тормошто дауам итеү хаҡына эшләйбеҙ. Ә ауыл проблемаларын Аҡназаров айырым бер дәрт, гүйә, крәҫтиәндең муллыҡта һәм мәртәбәле йәшәү тигән мәңгелек хыялын ғүмеренең аҙағынаса күреү өмөтө менән өйрәнә ине.
Уҙған быуаттың 60-сы йылдарының башы ауыл хужалығында етештереүҙең шаҡтай үҫеүе менән билдәләнде. Уңыш күтәрелде, игенде тулайым йыйыу артты. Әгәр 1958 йылда иген культураларының уңышы республика буйынса 7,4 центнер булһа, ун йыл үтеүгә ул 19,2 центнерға етте. Ваҡытына күрә тос һан! Малсылыҡ продукттары етештереү ошо йылдарҙа 31–38 процентҡа күтәрелде.
Төрлө тармаҡ предприятиеларын үҫтереү, яңы сәнәғәт объекттары төҙөү, халыҡтың тармаҡ һәм көнкүреш-мәҙәни шарттарын яҡшыртыу республика Министрҙар Советының һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булды. Зекериә Шәрәфетдин улы тиҙләп үҫкән сәнәғәт үҙәктәрендә социаль инфраструктураны формалаштырыуға бәйле мәсьәләләр менән күберәк шөғөлләнде. Ул завод һәм фабрика директорҙары менән һәр саҡ бәйләнештә, цехтарҙа халыҡ менән йыш осраша. Рәйестең әүҙемлеген күреп, Хөкүмәт ағзалары, ҡала һәм район, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре лә илке-һалҡылыҡҡа юл ҡуймай.
З.Ш. Аҡназаров М.Х. Абдулов, Ю.Я. Бобылев, Р.З. Ғәйфуллина, М.А. Зайцев, М.М. Куковицкий, М.С. Муллағәлләмов, Е.В. Столяров, М.А. Ферин, Т.З. Хурамшин, Е.Г. Щебланова, Ғ.Й. Йәнтилин һәм башҡа күптәр менән бергә эшләүен ихлас йылылыҡ менән хәтерләр булды. Әле телгә алған кешеләр – урман, төҙөлөш, нефть, нефть эшкәртеү, машиналар эшләү һәм бүтән тармаҡтар, төрлө дәүләт структуралары етәкселәре. “Республика һәм ил өсөн шул тиклем дә күп эшләгән ошо кешеләрҙе һис оноторға ярамай” тип раҫлаған Зекериә Шәрәфетдин улы мең мәртәбә хаҡлы.
Республиканың тын алышы етәкселектең Үҙәк власть, федераль Хөкүмәт, министрҙар, шулай ук илдең башҡа төбәк башлыҡтары менән мөнәсәбәттәр урынлаштыра белеүенә лә бәйле. Хәтирәләрендә һәм күп осрашыуҙарҙа З.Ш. Аҡназаров СССР-ҙың финанс министры В.Ф. Гарбузов, авиация сәнәғәте министры П.В. Дементьев, энергетика министры П.С. Непорожний, газ сәнәғәте министры А.К. Кортунов, нефть сәнәғәте министры В.Д. Шашин һәм башҡалар менән ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килгәнлеген әйтә ине.
Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесенә дәүләттең юғары етәкселәре А.Н. Косыгин, В.И. Воротников, Д.Ф. Устинов, А.П. Кириленко, М.А. Суслов, М.С. Соломенцевты республикала ҡабул итеүҙә ҡатнашыу насип була. Ҡунаҡтарҙың килеүенең төп мәғәнәһе – республика тормошоноң төрлө яҡтары менән танышыуҙан тыш, Башҡортостандағы властарҙың ҡайһы саҡ “теше үтмәҫтәй” ғәйәт мөһим иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә. СССР Министрҙар Советы Рәйесе Алексей Косыгиндың 1973 йылдың ғинуарында килеүе республика тарихында тәрән эҙ ҡалдырҙы. Эште белеү, талапсанлыҡ һәм принципиаллек, шул уҡ ваҡытта ифрат тыйнаҡлыҡ – ошо сифаттар Алексей Николаевичты бүтән етәкселәрҙән айырып тора ине. Әйткәндәй, А.Н. Косыгиндың республикабыҙға килеүенең һөҙөмтәһе – Өфөләге “Нефтсе” (хәҙер – Дәүләт концерт залы) мәҙәниәт һарайы. Ошо хаҡта һүҙ булған һәм, бер ай үтеүгә, Башҡортостандың баш ҡалаһында әлеге объектты төҙөү тураһында СССР Министрҙар Советы ҡарары ла раҫланған.
З.Ш. Аҡназаровтың яҙмышы көнләшерлек. Төпкөл башҡорт ауылынан сығып, рус телен педагогия училищеһында, партия уҡыу йортонда, комсомол һәм партия эшендә үҙләштереп, Зекериә Шәрәфетдин улы иҡтисади белемде, коллегаларының тәжрибәһен бик тырышып өйрәнгән.
Хеҙмәттәштәре һәм бюролағы иптәштәре менән аралашыуҙа, сәфәрҙәрҙә күренекле эш һәм кешелек сифаттарына эйә етәксе хасил була. Был яҙмаларҙа мин З.Ш. Аҡназаровтың ғаиләһе, зауығы, мауығыуҙары тураһында аңлы рәүештә бер һүҙ ҙә әйтмәнем. Юғары вазифала сирек быуат самаһы эшләү һәр кемдең дә холҡона, тәртибенә йоғонто яһар ине. Ләкин ҡан менән бирелгән аҡыл һәм тәрбиәлелекте йылдар ғына үҙгәртә алмай икән. Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаровҡа игелеклелек, кешене яҡын күреү сәнғәтенә өйрәнеү зарурлығы кәрәк булманы. Ошо сифаттар уға тыумыштан бирелгән һәм һуңғы тын тартышына тиклем Зекериә ағай Шәхес булып ҡалды.
...Ваҡыт ағышы тураһында һүҙ алып барғанда беҙ уның мәңгелек булыуын һәм аҙымдарының ғәмәлдәребеҙҙә сағылып ҡалыуын онотоп ебәрәбеҙ, һәр кеше был донъяға генына һалынған изгелек менән килә. Тәбиғәт-Әсә емереүсене йә яуызды бар итә алмай. Был ғүмерҙе ни рәүешле үтеүе кешенең үҙенә генә бәйле. Бүтән юл да, әмәл дә юҡ.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ