Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
9 Сентябрь 2022, 10:51

Сабир ағайҙы һағынам...

Бар ғәм һиңә тартылды.

Нәсих Хәлисов фотоһы.
Фото:Нәсих Хәлисов фотоһы.

Эйе, ныҡ һағынам. Үҙе иҫән сағында ла юҡһына торғайным. Уны күрмәһәм йә ҡулын ҡыҫмаһам, көнөмдөң яҡтылығы һүрәнләнә төшөр һымаҡ ине.

Яҙыусы, “Ағиҙел” журналының бүлек мөдире Сабир Шәриповтың эш кабинеты миңә бер ишек аша ғына. Йыш, көнөнә бер нисә мәртәбә инеп сығам уның янына, һәм мин генә лә түгел. Ул бер ҡасан да яңғыҙ булманы, уның тирәһенә һәр саҡ кеше йыйылыр, күренекле яҙыусы, шөһрәтле заттарҙан алып ауылдан килгән яңы ҡәләм тотоусыға тиклем – барыһы ла Шәриповҡа һыйыныр ине. Юлаусыларға уның киң күкрәкле әзмәүерҙәй кәүҙәһе генә ышыҡ булманы, киң күңеле, кешелекле вә кеселекле йөрәге, күптәрҙе үҙенә саҡырып, тынысланыр, ярҙам алыр оло донъяға әүерелер ине шул...

Төш мәлендә бында шахматсылар мәж килә. Сәлимйән ағай, Харис ағай, Наил Ғәйетбай һәм башҡа күптәр, шаҡ-шоҡ килеп, шаулашып, мәрәкәләшеп уйнай. Үҙе бер спектакль, үҙе бер комедия... Уйнаусылар икәү булһа, тамашасылар ундан ашып китә ҡайһы саҡ.

Сабир ағай шәп уйнаны. Оҫта стратег булды. Иҫ киткес тәүәккәл­лек менән “была не была” ти ҙә ҡурҡыу белмәйенсә һөжүмгә ташлана. Ҡайһы саҡ уңайлы позиция булдырыу өсөн “ферз”ен “пешка”ға биргән саҡтары ла булды. “Ахмаҡ һин” тиһәм, “хәҙер, хәҙер, ҡыҙыҡ була” тип баҫып уйнарға тотона. Былай ҙа арыу кәүҙәһе, өҫтән аҫҡа ҡарағас, тағы ла бәһлеүәнгә әйләнә. Күпселектә еңә ул. Уның шәп фразаһы мәңге онотолмаҫ:

– Ҡара әле, ҡара, ысветһыҙ ғына ауылда, төпкөлдә генә тыуһам да, мат ҡуя беләм би-ит! Шә-әп, әллә мин гениймы икән, ә?!

Еңелеүҙе ауыр кисерә, “хәҙер барыбер еңәм” тип тағы ла сәмләнеп китә. Еңһә, ҡояштан былайыраҡ балҡый:

– Бына ошо матты еңгәгә (йә киленгә) йылы ғына килеш күстәнәс итеп алып ҡайт, – тип көлгән була. – Күберәк күстәнәс теләһәң, әйҙә, тағы ла уйнайыҡ, – тип тә ебәрә.

Ул миңә һәр саҡ, шаяртып:

– Һин Табын ырыуынан түгел­дер, һин Кирәй-ҡыпсаҡ ырыуынандыр ул, әй, – тип көлөр ине.

– Мин – Табын, иң көслө ырыу­ҙан, – тип ныҡышам.

– Табындар хәҙер ваҡланды, тар күңеллеләр күбәйҙе, ә һинең күңелең киң, ҡыпсаҡтыр ул һин, тарихыңды ҡара әле, – тип һаман теңкәгә тейә Сабир ағай. Үҙенең күңеле бигерәк киң, донъяны ҡабул итеүҙәре саф, сабыйҙарса булғанға күрәме, үҙе кеүек ихлас, керһеҙ “ырыуҙаш”тарын эҙләүе булғандыр был шаярыуы ла. Иҫ киткес кешелекле, хайран итерлек кеселекле, һоҡланғыс таҙа, матур кеше булды шул ағай.

Уның менән яҡындан аралашыуыма Ғиниәт ағайым да, Венер ағайым да сәбәпсе булғандыр. Күренекле ғалим булған ағайым менән Сабир Шәрипов БДУ-ла бер осорҙа уҡып, бер бүлмәлә йәшәгән. Сабир ағай беҙҙең ауылда булып, өләсәйем ҡулынан сәй эсеп, ҡаһарман олатайымдың хәтирәлә­рен тыңлап ултырған. “Олатайың менән өләсәйең дан кешеләр ине. Үҙҙәре үтә ябай ҙа кеүек, үҙҙәре бер буй етмәҫ хазина ла. Тормош юлында бик күп кешене осратаһың, күбеһе иҫтә лә ҡалмай, ә Сафиулла ағай менән Факиһа апай бер күреүҙән хәтеремдә һаҡлана”, – тип һөйләй торғайны.

Тыуған ауылым Сәйетбаба уға тағы ла шуныһы менән ҡәҙерле: яҡын ғына ҡәрҙәше – Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов бала сағында беҙҙең яҡтарға йыш ҡунаҡҡа килгән. Унда ағайымдың эҙҙәре лә һаҡлана, ти ине. Был батыр ағаһының данын мәңгеләш­тереүҙә ҙур эштәр ҙә башҡарҙы.

Мәләүез районының Юлдаш ауылында булғанда (һуғышҡа тиклем Зөбәй Үтәғолов унда уҡытҡан) Сабир ағайҙың һөйләгәндәренән герой хаҡында бигерәк күпте белеп ҡалдым. Ғөмүмән, Сабир Нәғим улы күпте белде, юлда йөрөгәндә һәр йылғаның, тауҙың һәм башҡа атамаларҙың килеп сығышын, мәғәнәһен ентекләп аңлатты.

Ростов өлкәһенең бер ауылы янында барған Зөбәйҙең һуңғы алышы тураһында Юлдаштағы осрашыуҙа ағай тәьҫирләнеп һөйләне. Үҙ позицияһын һаҡла­ғанда беҙҙең батырҙар танктарға ҡаршы мылтыҡ менән генә тора. Улар атыша-атыша йырлап үлә, һуңғы мәлдә бары 13 кенә яугир ҡала. Улар мәктәп бинаһына урынлаша.

Атышып, фашистарҙы белем усағына яҡын ебәрмәйҙәр, һуңғы сиратта гитлерсылар, танктарҙың артына ышыҡланып килеп, бина­ның бер нисә еренә ут төртә. Класс бүлмәләре әсе төтөн менән тула. Патрондар кәмей, гранаталар ҙа һанаулы ғына. Атыштар туҡтап торған мәлдә Зөбәй командиры менән икәү генә иҫән ҡалғанын аңлай. Ул котелогын ала ла штыгы менән ошондай һүҙҙәр яҙа: “Беҙ икәү генә ҡалдыҡ. Бәхил булығыҙ. Зөбәй”. Тимәк, үҙенең үләсәген аңлаған.

– Ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған ағайым мәктәп эсендә, үҙ ерен һуңғы һулышынаса һаҡлап, үлә. Хәтәр символика бит, – тип һөйләгәйне Сабир Нәғим улы. – Ул улына ла хат яҙа, һуңынан уныһын да табалар. Илеңә тоғро хеҙмәт ит, илеңде ярат, улым, тип яҙған була ағайым. Тик улы 18 йәшендә генә ауырып вафат булып ҡуйҙы, быныһы – тағы ла әсерәк һағыш, сөнки батырҙың дауамы өҙөлдө. Зөбәй Һәҙиә Дәүләтшина менән бергә уҡыған. Герой тураһында аса­һыларым күп әле. Ауылда герой иҫтәлеген яңыртаһы бар.

Шулай ил хәстәре, уйҙары менән йәшәне әҙип. Зөбәй кеүек Сабир ағайҙа ла илһөйәрлек тойғоһо хаттин ашҡайны. Герой тураһында ен­текләп туҡталыуым шунан ғибәрәт тә.

Венер ағайым менән улар “Китап” нәшриәтендә әҙәби-нәфис бүлектә бергә эшләне. Анығырағы, Сабир ағай мөдирлегендә барҙы эш. Китап та сығарҙылар, шахмат та уйнанылар, башҡаһына ла өлгөрҙөләр.

Ағай һуңынан баш ҡаланан бөтөнләйгә ауылға ҡайтып киткәс, Сабир ағай, шәп мөхәррир ине, әҙәбиәтте Венер кеүек төптән аңлағандар бик һирәк, китеп дөрөҫ эшләмәне, тип уфтанып та алды. Ауылыма юлым төшөрөн белһә, ағайға мотлаҡ берәй күстәнәс ебәрә, йә үҙенекен, йә яңы ғына баҫылған башҡа китапты, бер ҙә булмаһа, “Ағиҙел”, “Бельские прос­торы” кеүек әҙәби журналдарҙың һандарын булһа ла тоттора. Сәләм әйт, уҡыһын, ауылда баҫылып ятмаһын, тип ҡыҫҡа ғына өгөт-нәсихәт тә биреп өлгөрә.

Күстәнәс тигәндән, Сабир ағай Ҡыш бабай кеүек изге бер зат булдымы, һәр кемгә берәй бүләк таба ине. Миңә эшкә балаларым килгә­нен белеп ҡалһа, килеп тә етә, бе­рәй кәнфит булһа ла тотоп инә ине. Китап та, дәфтәрҙәр ҙә тоттора, арҡаларынан һөйә һәм... ул-ҡы­ҙым да тартынмай уға һыйына торғайны. Йылы һәм изге энергети­каны сабый нығыраҡ һиҙә, тиҙәр бит.

Ҡулды ҡыҫҡанда һәр саҡ тиерлек, шунан, минең ҡул йылымы, тип һорай. Үҙе ирәйеп, йылы ивеет, тип йылмая. Ысынлап та, ҡулы йылы ине ағайҙың. Күңеле йылы кешенең генә шулай булалыр.

“Ҡолонташ” исемле һуңғы китап­тарының береһен бүләк иткәндә, “Гөлшат киленгә, Мөнир ҡустыға – тик яҡшылыҡтар теләп, бөгөн дә, иртәгә лә...” тип яҙып бирҙе. Ысынлап та, ул яҡшылыҡтар ғына теләп йәшәне. Үҙенә ҡасан инһәң дә, күҙ нурҙарын бөтөрөп, гел ҡулъяҙма­лар менән ултырыр ине. Ҡайһы саҡ бөтөнләй “аяҡ” менән яҙылған “әйбер”ҙәрҙе лә “әҙәм” рәтенә килтереп, урынынан да тормай мөхәр­рирләй. Шуны эшләп ултырғансы, үҙең берәй әҫәр яҙһаң, файҙалы­раҡ булыр, тип әйтә торғайныҡ. Ул, бында бер орлоҡ бар ул, эшләһәң, “мал” сығарып була, тип йылмая.

Тормош иптәше Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы ла иҫләй: “Кеше эше менән булашып, үҙеңдең ижадың туҡтай ҙабаһа, тип өндәшһәм, ярһып китә торғайны. Нисек кеше эше булһын, әҙәбиәттең киләсәге был, тигән була. Ана, өҫтәлдә яҙылып бөтмә­йенсә тарихи романы, Зөбәй Үтәғо­лов хаҡында яҙмалары ҡалды. Йәл. Үҙ хәстәре менән йәшәмәне...”

Мәрхүм булыр алдынан Сабир ағай тыуған яғына ҡайтып, һәйкәл асып, оло саралар үткәреп, Еҙем йылғаһынан Баҡыйҙан Толпар ауылынаса ағып төшә. “Һиҙенгәндер ул китерен... – тип һөйләй Зәйтүнә апай. – Кәмәләре, башҡа кәрәк-ярағын күтәреп, ашҡынып ҡайтты, тыуған ере менән шулай хушлашыуы булғандыр. Беҙ ҡайтҡан төндә ямғыр ныҡ яуҙы, хатта таштар аҡты, тау йылғалары тиҙ күтәрелә. Сараларҙан һуң, тәбиғәт­тең ҡаршы килеүенә ҡарап торманы, дуҫтары менән Еҙемгә төшөп китте. Толпарға етәрәк боҙ ҡатыш ямғыр яуырға тотондо, тип һөйләне һуңынан дуҫтары. “Барыбыҙ ҙа ҡая янына барып ышыҡландыҡ. Бер Сабир ағай ғына, яңғыҙ бер өйәңке аҫтына барып баҫты ла таң ҡалып тирә-яҡҡа ҡарап тора башланы. Үҙебеҙҙең янға, ышыҡҡа, саҡыра­быҙ, ә ул ҡоласын йәйеп торҙо ла рәхәтләнеп көлә, ә боҙ ҡатыш ямғыр һыҙыра ғына”.

Ҙур һәм бейек өйәңке янында ҡоласын йәйеп ихлас йылмайып тор­ған бәһлеүән кәүҙәле Сабир ағай. Был күренеш күҙ алдымдан китмәйәсәк. Ямғыр тымыу менән беҙ уның янына йүгереп бара­саҡбыҙ, уның янында ышыҡ, уның янында тыныс.

Король ауҙы. Ергә баҫһа, ер һелкенә ине. Бәһлеүән кәүҙәле, сабый күңелле әҙип бер кемгә бер ни белдермәй, ауырлыҡ һалмай әҙәпле генә рәүештә мәңгелеккә табан юл алды... Ышанғым да килмәй, Сабир ағай. Ә мин һине һағынғайным, ныҡ һағынғайным.

...Мин ялдан эшкә сыҡтым, һин юҡһың. Һорашҡайным, бәлки, ир­тәгә килер, тинеләр. Шул тиклем их­лас, донъяны һөйөп туймаҫ кеше лә был фанилыҡты, беҙҙе ташлап китә икән дә... Аптырата лабаһа был тормош... Урының йәннәттә буласаҡ, ғүмер юлыңда изгелек орлоҡтары ғына сәсеп йәшәнең. Үҙ урыныңды, үҙ хозурыңды белеп, аңлап йәшәй белдең, ағай, шуға бар ғәм, бар халыҡ һиңә тартылды. Ә һин иртәрәк ҡуҙғалғанһың, бер ни өндәшмәй, бер ни белгертмәй... Ожмах баҡсаһында Мостайҙарға, Зәйнәб апайҙарға, Солтангәрәй­ҙәргә сәләм әйт...

- Мөнир ҠУНАФИН

Читайте нас: