Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
13 Сентябрь 2022, 21:31

Саф хистәрҙән генә яралған шағир ине...

Рәмил Йәнбәк менән тығыҙ аралашып йәшәнем.

Фото шәхси архивтан.
Фото:Фото шәхси архивтан.

Мөхәббәт, тоғролоҡ, ир-егеттең ҡатын-ҡыҙға бирелгәнлеге һәм һөйөүе тураһында күп шиғыр яҙҙы шағир Рәмил Йәнбәк. Бының өсөн әҙиптең башҡаларҙа булмаған ниндәйҙер сифаттарының өҫтөнлөк итеүе, үҙенсә генә фекерләүе һәм үҙенсәлекле холоҡ-фиғеле, иң мөһиме, тормошто яратыуы фарыздыр. Әлеге иҫтәлектең геройы – ижадсы Рәмил Әхмәт улы ошо һыҙаттарҙың барыһына ла эйә. Уның күптәргә хас булмаған ихласлығын, киң күңеллелеген, кеше йәнле булыуын һәм ҡатын-ҡыҙҙы ихтирам итә белеүен дә билдәләргә кәрәк.

  

Үҙен ағайҙарса тотто

 

...Алдымда шағирҙың төрлө йылдарҙа нәшер ителгән шиғри йыйынтыҡтары ята. Шуларҙың береһе, автографлыһы – “Тик һиңә ышанам” тип аталғанына күҙ һалайыҡ. Йыйынтыҡтың исеме үк шағир һөйөүенең ышанысҡа ҡоролғанын аңлата. Ысынлап та, әгәр ир менән ҡатын һөйөүе ышанысҡа ҡоролмаған икән, уларҙың киләсәгенең булыуы мөмкинме? Әйткәндәй, әлеге йыйынтыҡты әҙип миңә 1999 йылда бүләк иткән. Ул саҡта “Ағиҙел” журналына Яҡуп Ҡолмойҙоң көндәлектәрен баҫтырыу уйы менән килгәйнем, “шағир ағайым” менән кәңәшләшергә тип янына индем. Ғәжәп ҡаршылыҡлы яҙмышлы йырсы-шағирҙың көндәлектәрен айырым йыйынтыҡ итеп баҫтырып сығарыу мәсьәләһен күтәргәйнем ул саҡта. Шулай ҙа килеүем бушҡа булманы: Рәмил ағайҙы китабы сығыуы менән дә ҡотланым. Шунда ул: “Миләүшә һеңлемә аҡ бәхеттәр, гел шатлыҡтар ғына теләп, Рәмил Йәнбәк ағаһы” тип яҙып, китабын да тотторҙо.

Эй, уҙған ғүмер! Ул ваҡытта Рәмил Йәнбәк йәш шағир иҫәпләнә ине, әммә олпат йәшенә барып етә алманы. Шағир ағай менән 1974 йылда университетта филология факуль­тетының башҡорт-рус бүлеге студенткаһы булып киткәс танышҡайным. Ул ваҡытта Баймаҡ ҡыҙы Әлфиә Барлыбаева менән 1-се ятаҡтың 38-се бүлмәһендә йәшәнек, ә күршебеҙҙә генә Ғафури районынан йырсы-студент Ғәзиз, Таһир исемле (йәл, фамилиялары онотолған) һәм Самат ағай Фәйзуллин йәшәне. Улар ҡайһы саҡта беҙгә йомош менән инә торғайны, сәй эсеп, бүлмәләшебеҙ Фирҙәүес менән гәпләшеп ултыралар. Ә беҙ, ата-әсәйҙәр ҡуйынынан саҡ сыҡҡан “бала-саға” уларға өҫтәл әҙерләйбеҙ, шулай һөйләшә-аралаша торғас, шағир ағайыбыҙ – “Рәмил ағай”ға, ә беҙ уның һеңлекәштәренә әйләндек.

Рәмил ағай көләкәс, йомшаҡ күңелле, төртмә телле ине. Киң күңелле булды, үҙен ағайҙарса тотто. Әллә шул сифаттары күңелгә яҡын булғанлыҡтанмы, бар яҙыусы, шағирҙар ҙа шулайҙыр, тип уйлай торғайным. Ул йылдарҙа студенттар араһында йәш айырмаһы ҙур ине. Мәҫәлән, Йәүһәрә апай, Батыр Наҙарғоловтар беҙҙән биш йәшкә олораҡ, ике-өс йәшкә өлкәнерәктәр ҙә бар. Әллә шуғамы икән, Рәмил ағай беҙҙе, яңы ғына мәктәп бөтөп килгәндәрҙе, ихлас ҡурсаланы, яҡын күрҙе.

Беренсе курста уның менән Башҡортос­тан радиоһы һәм телевидениеһында “Пионер осҡоно”, ”Күңелле станциялар”, “Яңы китап сыҡты” кеүек балалар өсөн ойошто­ролған программаларҙы алып барырға тура килде. ”Тауышың матур, яғымлы, ипле бит, артабан да ташлама инде, һеңлекәш”, – тигәс, тапшырыуҙы Риф Әхмәҙиев менән дауам иттек. Ә Рәмил ағай “Башҡортостан пионеры” гәзитенә эшкә күсте.

Өсөнсө курста уҡығанда мин Салауат районы ҡыҙҙары Альмира Яруллина, Фәниә һәм Рәйлә Фәйзуллиналар менән йәшәнем. Альмира артист Хәмит Яруллинға туған тейеш кеше булғанға, ҡайһы саҡта ул беҙҙең бүлмәлә көн дә тигәндәй булды, Рәмил ағай ҙа ҡатыны Зилә менән йыш инә. Улар ғаиләле булғас, фатирҙа йәшәне, ҡайһы саҡта беҙгә улдары Таһирҙы ҡалдырып китә торғайны.

Тормош беҙҙе Рәмил ағай менән артабан да айырманы, ә Зилә апай менән курсташ булдыҡ. 1970 йылда уҡыусыларҙың республика ижади конкурсында ҡатнашып, приз­лы урынды яулауымды ла белә ине Рәмил ағай, шуға “һин бит Ҡолмойҙар тоҡомонан, яҙышыуыңды ташлама” тип дәртләндерҙе. Ҡанатлана торғайным! Йәнә бер күргәндә миңә: “Яҙышыуыңдан туҡтама, һеңлекәш, аҙ-маҙ булһа ла гонорары бар, күмәк ғаиләлә тыуғанһың, саҡ ҡына ярҙамы булыр, – тине. – Иң мөһиме, ҡәләмең бар, яҙыш!” Үҙе осраған һайын берәй нәмә яҙып килтерергә задание бирә, шуға күрә редакцияға йөрөй башланым. Йә Нестеров исемендәге музейға барып берәй күргәҙмә, йә алдынғы студенткалар, йә каникулға ҡайтҡанда ауыл тормошо хаҡында хәбәрҙәр алып киләм. Яҙған­дарымды оҡшатты.

Дәртле ваҡыттар булған бит! Университеттың тамаша залында яҙғы һәм көҙгө шиғыр кисәләре шаулап уҙа. Унда Рәмил Йәнбәков, Зөһрә Ҡотлогилдина, Миңнур Әхмәтова, Марат Әбүзәров, Айрат Абзалов, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Йомабикә Аҡъюлова, Хәлисә Мөҙәрисова шиғырҙарын уҡый. Ғүмәр Әбделмәнов, Рамаҙан Йән­бәковтар йырлай. Курсташым Рәмилә Иҫәнғолова менән “Знание” (хәҙер “Белая река”тип атала) китап магазинынан әҙиптәрҙең шиғри йыйынтыҡтарын алып ҡайтабыҙ ҙа, уларҙы һатып, икенсе көнөнә аҡсаһын магазинға илтәбеҙ.

 

Ихласлығы менән хәтерҙә ҡалды

 

Рәмил ағай Йәнбәк менән университетты тамамлағандан һуң да күрешеп-аралашып торҙоҡ, сөнки ул университетты 1979 йылда тамамлаған төркөм менән булған осрашыуҙарҙан бер ваҡытта ла ситтә ҡалманы. Хәтеремдә: һуңғы осрашыуыбыҙ Жәүәт менән төркөмдәшем Наилә Азаматоваларҙың дачаһында уҙғайны. Эй, күңелле йөрөгәйне шунда Рәмил ағай менән Зилә апай! Эйе, ул ваҡытта барыбыҙ ҙа бик-бик бәхетле инек шул. Шаярабыҙ, көләбеҙ, төрттөрөшәбеҙ, иртәгәһенә уларҙың баҡсаһында иҫтәлек өсөн үҫентеләр ултырттыҡ. Үҫәме икән әле шул ағастар? Уны Рәмил ағай ҙа ултыртышҡайны бит!

Университетты тамамлағандан һуң да ошоға оҡшаш аралашыуҙар дауам итте. Башҡорт әҙәбиәтенә, шиғриәткә ғашиҡ кеше булараҡ, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында – башҡорт теле һәм әҙәбиәте, унан алда Сибайҙа Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте предметтарын уҡытҡан йылдарҙа бер ваҡыт Рәмил ағайҙы уҡыусылар менән осрашыуға саҡырҙым. Уның Ләйсән исемле ҡыҙы ла уҡыусым булды. Ул минең ҡыҙым Таңсулпан менән аралашты, икеһе лә – уҡыу алдынғылары. Ошо кластан өс ҡыҙ: Зөлфиә Биккинина, Ләйсән Йәнбәкова һәм Таңсулпан Әминева мәктәпте алтын миҙалға тамамланы, вуз бөттө. Үҙ-ара яҡшы аралаша ине ҡыҙҙар. Улар Ләйсәндең атаһы Рәмил Йәнбәк ҡатнашлығында “Мөхәббәт бармы ул, әллә юҡмы?” тигән дәрес-диспутта иң әүҙемдәре булғайны. Башта яҡшылап әҙерләндек, әлбиттә, программа буйынса өйрәнгән әҙәби әҫәрҙәр аша байтаҡ миҫал килтерҙек, уҡыусылар фекерҙәрен әйтте. Берәү ҙә оялып торманы. “Уй-хистәрегеҙҙе йәшермәгеҙ, асыҡтан-асыҡ әйтегеҙ, һеҙҙең был сифатығыҙ тормошта бик кәрәк буласаҡ, – тип алдан киҫәтеп ҡуйҙым. – Һеҙ бит шағир менән һөйөү, мөхәббәт тураһында һөйләшәсәкһегеҙ”.

Рәмил ағайҙы ҡыҙы Ләйсән аша саҡырҙым. “Атайым ихласлап ризалашты”, – тине Ләйсән. Эйе, беҙҙең дәрес-диспут бик яҡшы, күңелле уҙҙы, һуңынан уҡыусылар осрашыу буйынса үҙҙәренең фекерен яҙып тапшырҙы. Уларҙы йыйып алғас, иң башта Ләйсән Йәнбәкованың яҙмаһына күҙ һалдым. Унда “Мөхәббәт бар ул! Бар! Мин мөхәббәткә ышанам, быға минең атай-әсәйемдең миҫалы ла өлгө булып тора” тигән юлдарҙы уҡыным. Һуңынан уларҙы иҫтәлек өсөн Рәмил ағайҙың үҙенә тапшырғайным, һаҡлағандырмы-юҡмы, белмәйем. Әммә Рәмил ағайҙың бик шатланып уҡығанын яҡшы хәтерләйем.

Бынын һуң апаруҡ ваҡыт уҙғас, бер ваҡыт кис телефоным ифрат тынысһыҙ шылтырап, йәнемде өшөттө. Кем булыр икән? Алдым, ҡыҙым Таңсулпан икән. Был ваҡытта ул, университеттың хоҡуҡ факультетын тамамлап, Яңауыл ҡалаһында прокурор ярҙам­сыһы булып эшләй ине.

– Әсәй, ҡайһы Ләйсән мәрхүмә булды икән? Зинһар, белешеп тиҙ генә шылтырат әле, – тине. Аптырап киттем. Ысынлап та, мин уҡытҡан, 10 “Б” класында уҡыған Ләй­сәндәр бер нисәү ине шул. Ҡайһыһы икән?..

Әммә Таңсулпан түҙмәгән – ошо уҡ көндә Өфөгә ҡайтып төштө. Килеп инеү менән:

– Әсәй, Ләйсән Йәнбәкова мәрхүмә булған бит, – тине. Үҙе илай. Ашап та торманы, өйҙәренә йүгерҙе. Бына шулай класташын, әхирәтен һуңғы юлға оҙатҡандан һуң ғына эшенә китте ҡыҙым. Ә Рәмил ағай менән Зилә апай нисек күтәргәндер был ҡайғыны, Хоҙай үҙе генә белә...

Күҙ йомғансы ғынам йәшәнегеҙ,

Күҙ йәштәре булып тамдығыҙ.

 Күбәләктәй ҡыҫҡа һеҙҙең ғүмер,

Мәңге йәп-йәш көйө ҡалдығыҙ...                

– тигән шиғыр юлдары аша шағир йөрәгенең ҡайғынан һыҡрағанын тоймау мөмкин түгел ине.

Рәмил ағай игелекле булыуы, башҡаларға ихласлығы, яҙамсыллығы менән дә хәтерҙә ҡалған. Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзына ла мин уның кәңәше менән индем. Бер баҫмаға килгәнемдә ул миңә: “Һеңлекәш, ниңә Журналистар союзына һаман инмәй йөрөйһөң? Давай, перәме хәҙер үк үҙем тәҡдим яҙып бирәм”, – тип әрләштереп алды ла әллә ни арала ҡулыма характеристика яҙып та тотторҙо. Ә икенсе рекомендацияны “Һәнәк”тә бергәләп эшләргә насип булған изге күңелле яҡташым шағир Риф Мифтахов бирҙе.

“Европаны фашист ҡоллоғонан ҡотҡарып, һәләк булған миллиондан ашыу совет һалдаттарының яҙмышын асыҡларға тырыш, шулар тураһында яҙ. Был бит үҙе бер ҙур эш! Үҙең уйлап ҡара: миллиондан ашыу һалдат һәләк булған, күпме ғаилә ҡарауһыҙ, балалар – атайһыҙ, әсәйҙәр – ирһеҙ, өләсәй-олатайҙар улһыҙ ҡалған. Ярай, беҙ һуғыштан һуңғы быуын йәштәре, ти. Ә бит балалар үҙ ерен яратып, уға бирелгән патриот булып үҫергә тейеш, шулаймы? Тимәк, һуғыш темаһына яҙыуҙы ташлау иртәрәк, һеңлекәш, йөҙ йыл да уҙмаған бит әле, һуғыш яралары һаман да һулҡылдай түгелме?.. Тыныслыҡ һәм һуғыш темаһының әле бер ваҡытта ла төшөп ҡалғаны юҡ һәм төшмәйәсәк тә. Был бик көнүҙәк тема, шуны онотма”, – тип ҡыҙып һөйләне Рәмил ағай. Айырыуса Даян Мурзин буйынса яҙыуымды хупланы, Вафа Әхмәҙуллинды ла халыҡҡа ҡайтарырға кәрәклеген өҫтәне. Әлбиттә, был һөйләшеүҙе мин бер ҡасан да онотманым, йөрәк түрендә тоттом. Европа буйлап сәйәхәт иткәндә туғандар ҡәберлектәрен күргәндә, уларҙы иҫкә төшөрҙөм.

Сабир Шәрипов та һүҙ ҡыҫтырмай ҡалманы, әлбиттә. Бынан һуң улар икәүләп Башҡортостан Яҙыусылар союзына инергә өгөтләй башланы.

 

Иҫән булһа ине...

 

Был һөйләшеү мине, ысынлап та, уйға һалды һәм бер ҡайтҡанымда Башҡортостан Яҙыусылар союзына ғариза тапшырҙым. Ихлас, ярҙамсыл Рәмил ағайҙы ла, Сабир ағайҙы ла йыш иҫкә төшөрәм. Эх, хәҙер улар әле иҫән булһа ине...

Рәмил Йәнбәков Башҡортостандың Күгәрсен районында 1952 йылдың 10 авгусында Дауыт-Ҡайып ауылында донъяға килә. Ете йәш ярымда ғына атайһыҙ ҡалған малай донъяның бик күп әсе-сөсөһөн татый, бала ғына көйө хужалыҡта ла, колхоз эшендә лә егелеп эшләй. Үҙҙәрендә – башланғыс, унан – Теләүембәт ауылында, артабан Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта белем ала. Бер йыл тыуған колхозында эшләгәс, БДУ-ның филология факультетына уҡырға инә, ошонда ул әҙәби ижад менән етди шөғөлләнә башлай, студенттарҙың “Шоңҡар” әҙәби-ижад түңәрәгендә тәүге шиғырҙарын һәм мәҡәләләрен баҫтыра.

...Бик һуңлап мин дә Рәмил ағайҙың йә радиокомитетта, йә телевидениела төрлө тапшырыу алып барыуҙарының тиккә булмауын аңланым. Был турала ул уҡыусылар менән осрашыуҙа ла әйткәйне бит. “Мин үҙ-үҙемде ҡарап, хәләл хеҙмәтем менән үҙемә-үҙем аҡса табып уҡыным, студент саҡта уҡ республика гәзит-журналдарына яҙыштым. Һеҙ ҙә, атай-әсәйҙәрегеҙгә генә ышанып ултырмағыҙ, үҙегеҙҙе үҙегеҙ ҡарап, уҡырға тырышығыҙ. Хеҙмәтегеҙ юғалмаҫ, үҙегеҙгә ышанысығыҙ артыр, эшләп тапҡанығыҙҙың ҡәҙерен белерһегеҙ” тип кәңәштәр биргәйне. Әле бишенсе курста уҡып йөрөгәндә үк “Башҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”) гәзитендә эшләй башлауын, көндөҙгө бүлектә уҡыуына ҡарамаҫтан, эшләп тә, белем эстәп тә, педагогия практикаһы үтеп тә, үҙен журналист булараҡ та танытыуын, ошо баҫмала һигеҙ йыл эшләп, баш мөхәррир вазифаһына тиклем күтәрелеүен дә һөйләгәйне...

Артабанғы йылдарҙа тәжрибәле шағир, егәрле журналист Рәмил Йәнбәк “Башҡортос­тан” китап нәшриәтендә – баш мөхәррир һәм директор, БР Яҙыусылар союзы ида­раһы рәйесе урынбаҫары була. Туранан-тура “Ватандаш” журналын ойоштороуҙа ҡатнаша һәм унда бер нисә йыл баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. “Ағиҙел” баҫмаһында ла үҙен егәрле, энциклопедик белемгә эйә белгес, журнал йөгөн төпкә егелеп тартҡан баш мөхәррир урынбаҫары итеп таныта.

Рәмил Әхмәт улының иң әүҙем ижад осоро, минеңсә, 80-се йылдар аҙағына тура килә. Тәүге әҫәрҙәрендә әҙип Тыуған ил, хеҙ­мәт, тыуған ер, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында яҙа, әммә артабанғы йылдарҙа ижады күпкә олпатлана һәм үҫә. Шағир йәшәү һәм үлем, үткәндәр һәм киләсәк, ваҡыт һәм йыһан, донъя һәм кеше ҡәҙере кеүек фәлсәфәүи темаларға мөрәжәғәт итә. Уларҙа лирик геройҙың ихласлығы, саф һағыш-һыҙланыуҙары ярылып ята. Әҫәрҙәренең теле ябай, аңла­йышлы. Шағир – туғыҙ китап авторы, Баш­ҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, З. Биишева, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ә инде 2015 йылда уға Бәләбәй районы хакимиәте булдырған Фәтих Кәрим исемендәге премия бирелә.

Рәмил Йәнбәктең йөрәктән алыр шиғырҙа­рына композиторҙар Абрар Ғабдрахманов, Салауат Низаметдинов, Айрат Ғайсин, Р. Сәғитов моңло йырҙар ижад итте. Бөгөн уларҙың күбеһе Башҡортостандың танылған йырсыларының репертуарына ингән. Шундай йырҙарҙың береһен, мәҫәлән, “Әсәкәйем” исемлеһен, Айрат Ғайсин ижад иткән. Оҙон ғүмерле һәм халыҡ яратып ҡабул иткән был йырҙы “Юлдаш” радиоһы аша ишеткәнем бар. Күпме һағыш, күпме моң һыйған был йырға! Унда яңғыҙ ғаилә ҡараған, ирҙәр эшен егелеп тартҡан ҡәҙерленән-ҡәҙерле әсәйҙе һағыныу ҙа, уға рәхмәтле булыу ҙа ярылып ята. ”Ниңә шундай хисле йөрәк бирҙең?” тигән юлдарҙы тыңлағанда, күҙгә йәш эркелә. Ғөмүмән, йырҙы иламай-тетрәнмәйенсә тыңлау мөмкин түгел. Ни эшләйһең? Хоҙай тарафынан хисле йөрәк бирелгән, ҡулыңа ҡәләм тотторолған икән, шул йөгөңдө тартмай хәлең юҡ...

Шулай уҡ Рәмил ағай менән Зилә апайҙың “Яңғыҙ елкән” исемле йырҙы ла яратыуҙарын беләм. Ҡыҙҙары Ләйсән артынан “киткән” Зилә апайға бағышланған башҡа шиғырҙары ла бар Рәмил Йәнбәктең. Шуларҙың береһендә, “Ҡатынға әйтер серем” тигәнендә, ошондай юлдар йөрәкте өтә.

Бик һағынам һине, бик һағынам,

Һин янымда көйө һағынам.

Күҙҙе наҙлар күпме һылыуҙар бар,

Ә мин бары һиңә табынам.

Табынырға Хоҙай түгелһең дә,

Илаһиә түгел... Ябайһың!

Илаһиә булһаң, һөймәҫ инем –

Ябайлығың менән арбайһың.

 

Рухын ҡыуандырайым...

 

Рәмил Әхмәт улы – журналистика менән шиғриәтте лә бергә үрелдереп алып барған егәрле әҙип ул. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, шиғриәттән айырылманы. Әгәр уның “Оҙайлы яҙ” исемле шиғри йыйынтығы 1990 йылда донъя күргән булһа, иң һуңғыһы “Аҡ ялан” тип атала. Ошо йыйынтыҡҡа ингән “Мин тыуғанмын” исемле бер шиғырында хисле шағир үҙе хаҡында былай тигән:

Мөхәббәттән беләм, тыуғанмын мин,

Саф хистәрҙән генә яралған.

Йәнем аҡ нур минең, ә нурҙарға

Ғашиҡ булмағандар һарандар.

Мөхәббәттән беләм, тыуғанмын мин,

Бәрәкәтле ерҙә яралған.

Йәнемдә бит ерҙе, кешеләрҙе

Яратыуым ғына ҡаралған.

Мин мөхәббәт өсөн яралған.

Үкенескә ҡаршы, талантлы әҙиптең шиғриәтенә лә, йырҙарына ла әлегәсә тулы баһа бирелмәгән, тимәк, әҫәрҙәре тәнҡит­селәр һүҙен көтә.

Йомғаҡлау һүҙемдә әлеге иҫтәлектең яҙылыу тарихына ла ҡағылып китәм. Йәйге айҙарҙа, һағынып сит илдән ҡайтҡан мәл­дәрҙә бер ваҡытта ла “Ағиҙел”гә һуғыл­ма­йынса киткәнем булманы. Бер ҡайтҡанында Сабир ағай “китте”, унан аҙаҡ Рәмил ағайҙың “киткәнен” уҡып иланым. Һуңғы күрешеүҙә Рәмил ағай бик моңһоу күренгәйне, күҙҙәре һағышлы ине, үҙе нисектер йыраҡта һымаҡ тойолдо миңә.

– Миләүшә, мәҡәләләреңде уҡып барам. Һинең өсөн бик шатмын, – тип хушлашыр алдынан ул фатихаһын бирҙе. Һәм бер аҙ шымып торғандан һуң: “Ағайыңды ла онотма!” – тип өҫтәне. Шунда мин уға яҙырға һүҙ бирҙем. Тик гел донъя мәшәҡәттәре килеп сығыу арҡаһында ҡулыма ҡәләм алырға форсат теймәне. “Ағай йәш әле, өлгөрөрмөн” тип уйлағайным. Ә ул мине көтөп торманы. Кем белгән? Рәмил ағайҙы үҙе иҫән сағында ҡыуандыра алмауыма бик ҡаты үкендем дә бит, һуң булды. Шуға шағирҙың тыуыуына 70 йыл тулған көндәрҙә булһа ла, исмаһам, шағир рухын ҡыуандырайым, тинем.


Миләүшә ГОДБОДЬ

Читайте нас: