Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
16 Сентябрь 2022, 19:26

“Алдымда – ҡағыҙ, ҡулымда – ҡәләм...”

Яҙыу оҫтаһы һөнәренә яуаплы ҡарай.

ғаилә архивынан.
Фото:ғаилә архивынан.

Билдәле журналист, публицист Марсель Әҡсән улы Ҡотлоғәлләмов тураһында тәфсирләп һөйләп тороу кәрәкмәйҙер, исеме барыһына ла яҡшы таныш. Башҡорт матбуғатының абруйлы уҙаманы 80 йәште аша атлағанда ла ҡәләменән айырылмай, көнүҙәк темаларға уҡымлы мәҡәләләр яҙыуын дауам итә. Һайлаған һөнәреңә, үҙ-үҙеңә ни ҡәҙәр тоғролоҡ был! Күптән түгел уның тағы бер – “Күңелдәге уйҙы һүҙ белдерер” тигән китабы донъя күрҙе. Шул уңайҙан һәм олпат ҡәләмгирҙең һөнәребеҙ, йәшәйештең бәғзе яҡтары тураһында фекерҙәрен дә ишетергә теләп, уның менән осрашып һөйләштек.

...Һәр төрлө заманда эшләргә, ижад итергә яҙған ҡәләм оҫтаһы менән әңгәмәләшеү ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә булды. Үҙенең ваҡиға­ларға бай, үҙенсәлекле тормош юлы тураһында күпертмәй, хатта бер килке шаярыу ҡатыш бәйән итә ул. Ә һуғыш осоронда донъяға килгән быуын вәкиле булараҡ, уға һынауҙар аҙ төшмәгән. Нужа һурпаһын да аҙ эсмәгән. Шуғалыр ҙа тормоштоң ҡәҙерен, кешелек­лелектең, үҙ принцип­тарыңа тоғролоҡтоң баһаһын яҡшы белә. Йәшерәктәргә, бигерәк тә үҙен матбуғат өлкәһендә һынаған­дарға һәм тапҡандарға ла әйтер һүҙе тынғы бирмәгән һорауҙар өҫтөндә төптән уйланыуҙан хасил булған, үлсәнгән, күңел төпкөлөнән сыҡҡан.

 

– Марсель Әҡсән улы, матбуғат өлкәһендәге ғүмерлек һөнәрегеҙгә килтергән юлығыҙ ниҙән башланғайны?

– Мәктәптә уҡығанда уҡ дәфтәр битендә стена гәзите сығара торғайным. Һәр тәнәфес һайын. Тыуған Әбйәлилемдең Амангилде ауылында уҡығанда мәктәп гәзитенең һәм сатирик йөкмәткеле гәзиттең мөхәррире булдым. Комсомол билетын юғалтҡас, ул гәзиткә үҙемде лә төшөрөп ҡуйҙылар әле (көлөмһөрәй – авт.). Ҡаты шелтә лә сәпәнеләр.

“Осҡон” район гәзитендә яҙма­ларым үҫмер саҡтан баҫылды. Мәк­тәптән һуң Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инеп, филология факультетын тамамланым. Өсөнсө курста республика матбу­ғаты менән хеҙмәттәшлек итә башланым. Диплом алыуға Йылайыр райо­нының бер мәктәбендә уҡы­тыр­ға йүнәлтмә бирҙеләр. Сит яҡҡа барғы килмәне, шуға ла был шартҡа буйһонмайынса, тот та Әбйәлилгә ҡайт та кит! Башбаш­таҡлыҡ инде, ул заманда уҡыуың­ды бөткәс ҡайҙа ебәрәләр, шунда барыу бурыс ине бит.

 

– Йәштән булмышығыҙға тап килмәгән ҡағиҙәләргә буйһон­маған икәнһегеҙ... Мәсьәлә нисек хәл ителде?

– Район гәзитендә эшләй баш­ла­ғайным инде. Шунда уҡ бүлек мөдире итеп ҡуйҙылар, кадрҙарға ҡытлыҡ та булғандыр инде ул саҡта. Бер заман РОНО мөдире Ғәлиев тигән ағай тотоп алды:      “Ә-ә, дезертир! Ниңә мәк­тәпкә барма­ның?” – ти. “Бармайым”, – тип үҙем­декен һөйләйем. Ярай әле ағай яҡшы кеше ине, аяҡ салманы, гәзиттәге эшемде дауам иттем. Һуңғараҡ мөхәррир урынба­ҫары, унан мөхәррир булдым. Унан “Совет Башҡортостаны”ның Әбйә­лил, Белорет, Бөрйән, Учалы яҡта­рындағы үҙ хәбәрсеһе булып бер нисә йыл эшләнем. Ижад өсөн бик ҡыҙыҡлы төбәктәр булды улар. Артабан инде хеҙмәт юлым, тормошом Өфө менән бәйле.

 

– Һеҙ интернет менән дуҫ тү­гел, мәҡәләләрегеҙҙе лә ҡулдан яҙаһығыҙ. Был заманға яраҡла­шырға теләмәүҙән, ҡабул итмәү­ҙәнме?

– Хәҙер халыҡтың күбеһе шул виртуаль донъяла йәшәй шул. Бына һеҙ ҙә, йәшерәк журналистар, социаль селтәрҙә эшләйһегеҙ, яҙаһығыҙ – талап шундай, аңла­йым, ни хәл итәһең. Ә бына мин уны ҡабул итә алманым инде. Балалар компьютерҙа баҫырға өйрә­теп тә маташты, юҡ, күңел ятманы. Элеккесә, алдымда – ҡағыҙ, ҡу­лымда – ручка. Һеҙ йәшәгән йәм­ғиәткә берегә алманым килеп сыға.

65 йыллап ғүмерем матбуғат менән бәйле. Хәҙер килеп төшөнкө уйҙарға ла бирелеп китәм: гәзит-журнал, китап уҡыған кеше торған һайын кәмегәндә, кемгә хәжәт инде яҙғандарым, юҡ менән булдыммы икән, тип...

Телевизор тоҡандырһаң да, күңел талабыңа яуап бирерлек тапшырыу табыуы икеле. Бигерәк тә дөйөм ил каналдарын күҙ уңында тотам. Хәҙер унда күберәк – кешене ҡулланыусы булырға әйҙәү, ашау-эсеү, түбәнге инстинкт­тарҙы ҡәнәғәтләндереү... Мәғри­фәти, яҡшы мәҙәни программалар аҙ. Ҡайһы саҡта “Культура” һәм “Спас” каналдарын ҡарап алам.

 

– Ә көнөгөҙҙө нимәһеҙ күҙ алдына килтерә алмайһығыҙ?

– Йырһыҙ йәшәй алмайым. Иртән торғас та “Ҡурай” каналын ҡуям. Шунан ғына үҙ мәшәҡәт­тәремә тотонам. Иң яратып тыңлағандарым – Г. Ғәлиева һүҙҙәренә Ғ. Дәүләтбирҙин ижад иткән “Бер хәбәрең генә”, Ш. Бикҡол һүҙҙәренә Н. Ғәлиевтең “Оҙата кил” йыры. Күңелдең балҡып киткән саҡтары ла, моңһоуланып, күҙгә йәш алған саҡтар ҙа була. Ир-егеттәр иламай, тиһәләр ҙә, хәләлем Сания Ғөзәйер ҡыҙы баҡыйлыҡҡа күскәне бирле, ағайығыҙҙың да күңел һауыты тула ла тора. Ҡыҙҙарым да: “Атай, күңелең тулһа, илап ал, бының бер ояты ла юҡ. Ауырлыҡ булып йөрәгеңә ятмаһын”, – тип тора.

Үҙем шиғыр яҙмаһам да, шиғыр яратам. Һәр кем уны ижад итмәҫкә, әммә күңелендә йөрөтөргә мөмкин. Йырһыҙ йәшәп булмаған кеүек, шиғырһыҙ ҙа тороп булмай ул.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер ҡулына бер китап та тотоп ҡара­маған әҙәмдәр бар. Битарафлыҡ баҫҡанмы инде уларҙы? Моңһоҙ, уйһыҙ, китапһыҙ йәшәр өсөн кем булырға кәрәк икән ул?..

 

– Ә шулай ҙа күңелендә моң зауығын йөрөткән кешеләр күбе­рәктер, тип ышанайыҡ, Марсель ағай. Матбуғатыбыҙҙың абруйлы ветераны булараҡ, ҡәләм­дәштәрегеҙгә ни әйтер инегеҙ?

– Журналистың һөнәре үтә яуаплы, сөнки ул көслө ҡорал – һүҙ менән эш итә. Был ғәмәлде ғәйәт ҙур яуаплылыҡ менән башҡарырға кәрәк, илке-һалҡылыҡ һис ярамай. Журналист теләһә ниндәй шарт­тарҙа ла фекеренең аныҡлығын һәм тирә-яҡтағы хәл-ваҡиғаларҙы объектив баһалау һәләтен һаҡларға бурыслы. Һүҙ менән эшләү форсаты бирелгән икән, ул выждан иләге аша үтеп, намыҫтан ғына ҡойолорға тейеш. Шул хаҡта иҫтән сығармаһалар ине. Бынан тыш, белемеңде, мәғлүмәтле­легеңде арттыра, яңырта барыу зарур.

 

– Һораша торғандар күп, әлбиттә, һеҙҙе тыңлау – үҙе тотош һабаҡ. Киләһе һөйләшеү­ҙәргә лә һүҙ ҡалһын әле! Ошо әңгәмәне ниндәй һүҙҙәр менән тамамлап ҡуйырға теләр инегеҙ?

– Роберт Рождественскийҙың күңелемә әлеге мәлдә айырыуса ауаздаш булған шиғырын уҡып үтәйем әле:

Тихо летят паутинные нити.

Солнце горит на оконном стекле.

Что-то я делал не так;

извините:

жил я впервые на этой земле.

Я ее только теперь ощущаю.

К ней припадаю.

И ею клянусь...

И по-другому прожить обещаю.

Если вернусь...

Но ведь я не вернусь.

Яңы китабымдың аҙағында яңғыратҡан фекер менән төйнәп ҡуймаҡсымын: “Кеше нимә менән бәхетле һуң? Балалары, ғаиләһе менән. Туғандары, дуҫтары менән. Күңеленә ятҡан эше һәм ижад менән. Кеше нимә теләй? Бының мәңге һәм өҙлөкһөҙ булыуын. Ҡояштың тауҙар өҫтөнән үткән юлы сикһеҙ булыуын... Ғүмерҙең матур йыр булыуын...”

– Матур йырҙарға тиң ғүмер кисергәнһегеҙ, Марсель ағай, матур эҙҙәр һалғанһығыҙ. Уйлы, ғәмле һүҙегеҙ менән тағы ла оҙаҡ уртаҡлашып торорһоғоҙ, тигән өмөттә ҡалабыҙ, һаулыҡ теләйбеҙ!

- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА

Читайте нас: