Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
24 Сентябрь 2022, 13:30

Өлфәт Ҡобағошов вафат булды

Башҡортостандың билдәле скульпторына 70 йәш ине.

Өлфәт Ҡобағошов вафат булды
Өлфәт Ҡобағошов вафат булды

Рәссам-скульптор оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң вафат булды.

Өлфәт Миңләхмәт улы Ҡобағошов 1952 йылдың 1 апрелендә Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы Таймаҫ ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһының биҙәү-ҡулланма бүлеген һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған (скульптор Каленушкиндың оҫтаханаһы). Рәсәйҙең Рәссамдар союзы һәм Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы ағзаһы, күп һанлы күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы, төрлө конкурстар еңеүсеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021), Көйөргәҙе районының почетлы гражданы (2022). Скульпторҙың эштәре Өфө һәм Санкт-Петербург кеүек ҡалаларҙы биҙәй.

Иң билдәле эштәре: ғалим-микробиолог И.И. Мечниковтың бюсы, «Зөһрә ҡыҙ» композицияһы, башҡорт халыҡ мәғрифәтсеһе М. Исҡужинға мәрмәр барельефлы һәйкәл, яугир медицина хеҙмәткәрҙәренә арналған һәйкәл, «Урал батыр» эпосының монументаль проекты, башҡорт халыҡ сәсәндәренә эскиз-проекттар, Крәҫтиәндәр һуғышының (1773-1775) милли батыры Кинйә Арыҫлановҡа, башҡорт халыҡ мәғрифәтселәре М. Аҡмулла, М. Өмөтбаев, мәғдәнсе И. Тасимов, башҡорт дәүләт эшмәкәре З. Вәлидигә, күренекле башҡорт шағирҙары Б. Бикбай һәм Ш. Бабич, яҙыусы Һ. Дәүләтшина, педагог Ф. Мостафинаға һәйкәлдәр.

"Башҡортостан" гәзите редакцияһы коллективы мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Фото: "Башинформ".

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: