

Бөгөн Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путин тыуған көнөн билдәләй. Ошо айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– Бөгөн Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путин тыуған көнөн билдәләй. Беҙҙең республикаға күрһәткән ярҙамы өсөн Президентҡа рәхмәтлемен. Владимир Владимирович тарихи ғәҙеллекте терегеҙеүгә ярҙам итте һәм үҙенең указы менән генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен бирҙе. Республикала донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәген асыуҙы, студент кампусы төҙөлөшөн, карбон полигонын булдырыу тураһындағы ғаризаларыбыҙҙы хупланы.
Владимир Владимирович Башҡортостанға һәр саҡ йылы һәм хөрмәт менән ҡараны. Беҙҙең тыуған еребеҙҙең күп милләтле булыуын һәм Ватаныбыҙҙы быуаттар дауамында һаҡлап килгән батыр яугирҙәребеҙҙе бер нисә тапҡыр билдәләне.
Бөгөн бөтә илебеҙ беҙҙең лидер эргәһенә тупланды. Сөнки беләләр: уның артында – дөрөҫлөк. Уның артынды – беҙҙең киләсәк, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.