Шәхестәр
18 Октябрь 2022, 09:32

Халыҡ мәшһүр улын онотмай

Фәйзулла Солтановтың тыуыуына – 100 йыл.

bashenc.onlinebashenc.online
Фото:bashenc.online

Үҫәргән ырыуы башлығы Мөйтән бей, Аҡ батшаға башҡорт халҡы исеменән вәкил булып барған Бикбау бей, шулай уҡ Ҡолой, Ҡыуат кантон, Зариф хажи, Башҡортостандың беренсе Хөкүмәтен төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан Ю. Бикбов, Ғ. Ҡыуатов, С. Мырҙабулатов, Б. Ишемғол, М. Ҡулаев, 1937 – 1946 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы рәйесе булып эшләгән Рәхим Ибраһимов – ейәнсураларҙың ғорурлығы. Һүҙем иһә – райондашыбыҙ, 1967 – 1990 йылдарҙа, 23 йыл дауамында, республикабыҙ Юғары Советы Президиумы рәйесе булып эшләгән Фәйзулла Солтанов тураһында.

 

Ғәҙел ҡарар ҡабул итә белде

 

Быйыл күренекле дәүләт эшмәкәре Фәйзулла Вәли улы Солтановтың тыуыуына 100 йыл тула. Халҡыбыҙ арҙаҡлы улын онотмай, уның исемен мәңгеләш­тереү йәһәтенән ҙур эштәр башҡара. Мәҫәлән, Ейәнсура районы үҙәгенең бер урамына уның исеме бирелде, унда төҙөлгән мәктәп тә Фәйзулла Солтановтың исемен йөрөтә. Белем усағында арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың музейы асылды.

Фәйзулла Солтановтың бер быуатлыҡ юбилейын билдәләү саралары буйынса район хакимиәте махсус ҡарар ҡабул итте. Уның исемен йөрөткән мәктәптә дөйөм йыйылыш булды. Унда 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан мәктәп янында Фәйзулла Солтановҡа бюст ҡуйыу тураһында тәҡдим ҡаралды. Мәктәп коллективы уны бер тауыштан хупланы. Мөһим эште ойоштороу буйынса С.Ф. Солтанова, М.В. Ваһапов, Р.А. Иҙелбаева, Л.К. Ғүмәрова, М.С. Түләбаев составында комиссия раҫланды. Эш йәмәғәт ойошмалары, бағыусылар иҫәбенә башҡарыла. Мәктәп музейында асылған журналда бюст төҙөүҙә ярҙам күрһәткән ойошмаларҙың, айырым кешеләрҙең исеме яҙыла.

Фәйзулла Вәли улы Байдәүләт ауылында тыуа, бала сағы шунда үтә. Бесән сабыу, күбә тарттырыу, ураҡ осоронда көлтә ташыу – ауыл балалары иңенә ниндәй йөк төшһә, ул да шуны тарта.

– Бер мәл Фәйзулла ағайым менән ҡа­йын япрағы бәйләнек, – тип хәтерләй һылыуы Ғәбиҙә апай. – Атайым шул япраҡты Ырымбурға һатырға алып барҙы, беҙҙе лә ҡалдыр­маны. Был оло шатлыҡ ине. Ағайым эшкә лә, уҡыуға ла сос булды. Ул саҡта ауылда ете йыллыҡ мәктәп, ауыл Советы, колхоз идараһы, клуб, магазин да бар. Белемгә ынтылған ауылдаштар күп ине. Ағайым Стәрлетамаҡтағы педучилищеға уҡырға инде һәм Темәстә тамамлап ҡуйҙы. Шунан Юнай, Мөхәмәтйән ауылдарында берәр йыл уҡытты. Әммә мул, ҡыуаныслы тормош оҙаҡҡа барманы – һуғыш башланды. Ауылдың барлыҡ ир-егеттәре илде һаҡларға китте, шул иҫәптән ағайым да үҙе теләп фронтҡа ашыҡты.

Белемле лә, етеҙ ҙә егетте хәрби комиссариатта һауа-десант ғәскәрҙәренә тәғәйенләйҙәр. Һигеҙ тапҡыр парашют менән һикерә йәш яугир. Һуғыштың иң көсөргәнешле осороноң береһе булған Сталинград яуында ҡатнашып, ҡаты яралана, госпиталдәрҙә дауалана. 1943 йылдың февралендә ҡултыҡ таяғына таянған Фәйзулла ауылына ҡайтып төшә.

Ауылда уны бер ҡыуаныс та көтмәй. Бөтә эш – ҡатын-ҡыҙ, балалар, ҡарттар иңен­дә. Күптәргә “ҡара ҡағыҙ” килгән. Әсәй ҙә, алты баланы ҡалдырып, донъя ҡуйған, атай ҙа өйҙә юҡ. Бәләкәй туғандары тура­һында хәстәрлек күреү уның иңенә ята. Ҙур эште Үрген балалар йортондағы ике ҡустыһын һәм һылыуын алып ҡайтыуҙан башлай. Ауыл советы егетте мәктәпкә эшкә урынлаштыра. Военрук булып эшләй, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша ул. Һуғыш ғәрәсәттәрен үҙ елкәһендә татыған Фәйзулла фронттағы хәлдәрҙе гәзиттәрҙән уҡып бара, ауылдаштарын да яңылыҡтар менән таныштырып тора.

“Ул йылдарҙа һәр ғаиләнең ҡарап торған йәшәү сығанағы картуф баҡсаһы ла һыйыр ине, – тип һөйләй офицер, уҡытыусы, ҡустыһы Ғүмәр. – Беҙҙең дә тотош ғаиләгә –  бер һыйыр. Бала-сағаның әҙерләгән бесәне ни, ҡыш бөттө лә ҡуйҙы. Фәйзулла ағайым колхоз идараһынан бер центнер бесән яҙҙырып алды. Мөғлифә апайға ла бер центнер бесән яҙғандар икән. Беҙ бесән тейәгәндә кәбән төбөнән ике тоҡ бойҙай килеп сыҡты. Һәр беребеҙгә берәр тоҡ бойҙай, тип ҡыуаныша-ҡыуаныша ҡайттыҡ.

“Хоҙайҙың беҙҙе ас үлемдән ҡотҡарыуы шулдыр”, – тип ҡыуанды Мөғлифә апай. Өйгә ҡайтыу менән ағайыма барыһын да һөйләп биргәс, ул уйсан ғына тыңлап торҙо ла: “Бер бөртөгөнә лә теймәгеҙ. Мин ауыл Советына киттем”, – тине.

Ауыл Советы рәйесе булып Ғүмәров ағай эшләй ине. Әйләнеп ҡайтты ла шул уҡ ат менән ике тоҡ бойҙайҙы колхоз келәтенә алып барып тапшырҙы. Ағайым йәштән шулай төптән уйлап, ғәҙел ҡарар ҡабул итә торған кеше булды”.

Әҙәпле, кешеләр араһында йыш булған, ауыл, колхоз, мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәгән тырыш, һәләтле егетте районда тиҙ күрәләр, уға ҙур өмөт бағлайҙар. Шулай итеп, Фәйзулла Вәли улы 1946 йылда ВЛКСМ-дың район комитетының икенсе секретары, унан беренсе секретары итеп һайлана.

 

Һәр саҡ ярҙамын тойҙолар

 

Белемен үҫтереү кәрәклеген яҡшы аңлаған Фәйзулла, ҡатыны, балалары булыуға, бәләкәй туғандарының саҡ үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫыуына ҡара­маҫтан, 1948 – 1950 йылдарҙа Өфөлә партияның өлкә комитеты мәктәбендә уҡый. Уны тамамлағас, район партия комитетына бүлек мөдире булып эшкә ҡайта.

Шул йылдарҙа партияның өлкә комитетында ойоштороу бүлеге мөдире булып эшләгән Рамаҙан Өмөтбаев былай тип яҙа: “Фәйзулла Вәли улы менән тәүге осрашыу 1950 йылдың йәйендә Өфөлә булды. Луначарский исемендәге ҡала баҡса­һында тынлы оркестр уйнаған таныш марш­тар өлкә комитетының коридорҙарын­да ла ише­телеп, республика семинарына йыйыл­ған район, ҡала комитеттары секре­тар­ҙарын, бүлек мөдирҙәрен баҡсаға саҡы­рып тора. Мин дә күл эргәһендәге эскәмйәгә яҡынлаштым. Кәмәлә йөҙгәндәргә ҡарап ултырған берәүҙең эргәһенән урын алдым. Һөйләшеп киттек. Мине, беренсенән, уның бөхтәлеге, кәүҙәһенең килешлелеге һәм һәр ваҡыт хәрәкәттә булған асыҡ йөҙө, дөм-ҡара күҙҙәре йәлеп итте. Ул, урынынан тороп, минең ҡулды ныҡ ҡына ҡыҫып алды. Минең Баймаҡтан икәнемде ишеткәс, сырайы яҡтырып китте. “Беләм, беләм, мин үҙем дә Темәс педучилищеһын бөтөргән кеше”, – тип эске тулҡынланыу менән өндәште ул һәм сәғәтенә ҡараны ла: “Ярар, һөйләшербеҙ, уҡыу башлана бит”, – тип комитетҡа табан йүгерҙе.

Баҡтиһәң, семинарҙа төштән һуңғы беренсе сығыш уныҡы икән. Ниндәй темаға һөйләгәне хәтерҙә ҡалмаған, ләкин уның һәр һүҙен еренә еткереп әйтә белеүе, урынлы мимикаһы бөтә кешеләрҙе лә берҙәй йәлеп итте”.

1952 йылда ул ВЛКСМ-дың өлкә комитеты секретары итеп һайлана. Күп тә үтмәй, башта партия комитетына – инс­труктор, аҙаҡ сектор мөдире итеп тәғәйен­ләйҙәр. Яңынан-яңы яуаплы эштәр йөкмәтелә Фәйзулла Вәли улына. Ул “сабатаһын түргә элмәне”, һәр саҡ кешелекле һәм итәғәтле булды. Яҡташтары менән һәр ваҡыт тығыҙ бәйләнеш тотто. Колхоз рәйестәре, совхоз, мәктәп директорҙары, ауыл советы рәйестәре, ярҙам йәки кәңәш һорап, һәр саҡ уға мөрәжәғәт итер ине.

Фәйзулла Солтановтың үҙ белемен камиллаштырыу, яңы бейеклектәргә күтәре­леү ниәтен республика етәкселеге юғары баһалай, уның уҡырға ынтылышына ризалыҡ бирә.

Бына Мәскәү. Ул, имтихандарын уңыш­лы тапшырып, КПСС-тың үҙәк комитеты янындағы Ижтимағи фәндәр академияһына уҡырға инә. Йәйге каникул осоронда тыуған яғына юллана. Бер ҡайтҡанында райком секретары булып эшләгән Абдулла Исмәғилевкә былай ти:

– Ҡустым, тырышып эшлә, әҙерлән, һиңә мотлаҡ ошо академияға уҡырға инергә кәрәк, – тип өгөтләй. Уның кәңәшен тота Абдулла Ғиниәт улы. Шул уҡ академияны уңышлы тамамлап, 20 йыл буйы “Совет Башҡортостаны” гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй, тарих буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1954 – 1987 йылдарҙа Яңыбай ауыл советы рәйесе булып эшләгән Ғәлийән Хөсәйенов Фәйзулла Солтановты былай тип иҫкә ала.

– Фәйзулла Вәли улын 1967 йылдан белә инем, тәүге осрашыу – 1969 йылда Өфөлә, икенсеһе 1970 йылда Мәскәүҙә ауыл советы рәйестәренең Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә булды, – ти танышым Ғәли­йән. – 63 кешенән торған делегацияға Фәй­зулла Вәли улы етәкселек итте. Кремль һарайында барған кәңәшмәлә ул дүртенсе булып сығыш яһаны. Яҡташым көслө оратор ине – сығышы ҙур иғтибар менән тыңланды. Делегация вәкилдәренә бик итәғәтле булды, исемләп өндәшә, йылмайып ҡына һөйләшер ине.

Яҡташтары Фәйзулла Вәли улы менән йыш осрашты, үҙ мәсьәләләрен хәл итеүҙә уның ярҙамын тойҙо.

– 1968 йылда Чапаев исемендәге колхоз Сиреғол ауылында 162 урынлыҡ урта мәктәп төҙөй башланы, – ти ошо йылдарҙа партия ойошмаһы секретары булып эшләгән Һибәт Рамаҙанов. – Колхоз рәйесе Фәйзулла Вәли улына барып ҡайтырға тәҡдим итте. Мәктәп уның ярҙамында төҙөлдө. Сиреғол урта мәктәбе, Оло Һүрәм аша һалынған күпер, ауылда үткәрелгән һыу, беренсе автобус маршруты, тиҫтәлә­гән­дәрҙең шәхси йомошо уның туранан-тура ярҙамы менән эшләнде.

1978 йылдың яҙы ла, йәйе лә ҡоро килде. Мал аҙығы әҙерләү мәсьәләһе киҫкен торҙо. Колхоз идараһында Фәйзулла Вәли улына барырға тәҡдим иттеләр. Һәм мин, шул осорҙа Чапаев исемендәге колхоз рәйесе, Өфөлә, БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесенең ҡабул итеү бүлмәһендә.

“Бөгөн ҡабул итмәй”, – тинеләр. Мин аптырап ҡалдым. Нисек инде шул тиклем ерҙән килеп, эште теүәлләмәй ҡайтырға? Урамдағы телефон-автоматтан шылтыратып, бер танышым менән кәңәшләштем. “Ошо номерға шылтырат”, – тип ул телефон һандарын бирҙе. Номерҙы йыйып, эште аңлаттым. “Хәҙер обком бюроһына барам, ваҡыт юҡ. Кәрәкле техниканың маркаларын күрһәтеп яҙып ҡалдыр”, – тинеләр икенсе оста.

Күп тә үтмәне, канау ҡаҙыу ҡоролмаһы менән бульдозер килде. Һыу һиптереү агрегаттары ла алып, баҫыуҙы һуғарҙыҡ. Беренсе тапҡыр иген силосы һалдыҡ. Малсылыҡта юғары артым алып, колхоз район күләмендә алдынғылар рәтендә булды.

Бер йылда район етәкселәре: “Ошо көндәрҙә Фәйзулла Вәли улы ҡайта, тирә-йүнегеҙҙе ҡараштырығыҙ”, – тип иҫкәртте. Бер көн иртән колхоздың баш агрономы Миңзаман Уликанов: “Фәйзулла Вәли улы ауылына үтте”, – тигәс, бригадир Билал ағай менән Байдәүләт ауылы зыяратына барҙыҡ. Фәйзулла ағай улы Фәрит менән ата-әсәһенең ҡәберҙәренә мәрмәр таш урынлаштырып йөрөй ине. Зыяраттан сыҡҡанда ул иҫкергән кәртәгә иғтибар итте. Торараҡ Белореттан күп итеп тимер селтәрҙәр алдыҡ һәм ауылдаштары, дәррәү күтәрелеп, бер нисә көндә зыяратты яңыртып кәртәләп ҡуйҙы.

 

Оло ихтирам йөҙөнән

 

Райондың сәнәғәт үҙәктәренән, тимер юл станцияларынан алыҫлығы, юлдарҙың насар булыуы, ҡеүәтле техниканың етешмәүе ниәт иткән күп эштең тормошҡа ашыуына ҡамасауланы. Әммә һәр дәүер етәкселәренең эште эш булһын тип йөрөүен билдәләр инем. Иҫәнғол, Байыш, Абҙан урта мәктәптәре, мәҙәниәт йорттары, медпункттар, йорттар, малсылыҡ объекттары төҙөү еңелдән булманы. Ә шулай ҙа ул саҡта район өсөн ҡеүәтле техника, ҡорамалдар, финанс сығымдарын бүлеүҙе Мәскәү аша хәл итеп була ине.

Бына шундай ниәттән Мәскәүҙәбеҙ. РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты менән булғас, аэропортта автобус көтөргә, “Россия” ҡунаҡханаһында сиратта торорға тура килмәне. Бүлмәгә тиҙ генә урынлаштыҡ та Кремлгә инеп теркәлдек. Миңә “гостевой” пропуск бирҙеләр. РСФСР-ҙың Юғары Советы сессияһында булып, күп кенә хөкүмәт етәкселәрен күрҙем, Солтановтың сығышын тыңланым.

“Тиҙ генә йыйын, Зыя Нуриевичҡа барабыҙ”, – тине ул бер көн. “Чайка” исемле хөкүмәт машинаһында Кремлгә, СССР-ҙың Министрҙар Советына юлландыҡ. Юғары тиҙлектә килгән машина Кремлдең бейек стенаһына бәрелер кеүек. 20-30 метрҙай ғына ҡалды… Хафаланыуымды һиҙгән Фәйзулла Вәли улы, артҡа әйләнеп, былай тине: “Бындай машинала был ҡапҡанан Кремлгә инеү һәр кемгә эләкмәй”. Машина, тиҙлеген юғалтмай, етеҙ генә асылған ҡапҡанан инеп тә китте. Киң коридорҙан СССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары 3.Н. Нуриевтың ҡабул итеү бүлмәһенә үтәбеҙ. Уның ярҙамсыһы хужаның ваҡыты бик тар булыуын, 18 минуттан сит ил делегацияһын ҡабул итәсәген әйтеп, оҙаҡ тормауыбыҙҙы һораны. Ике-өс кеше сығыу менән кабинетҡа индек.

Ҙур эш бүлмәһенең түрендә Зыя Нури улы беҙҙе ихлас ҡаршыланы. Башҡортос­тандағы хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләшкәс, Фәйзулла Вәли улы республика өсөн мөһим бер нисә һорау, хаттарҙы ҡалдырыуын әйтте. Ярҙам һораны. Унан сыҡҡас, башҡа министрлыҡтарға, ведомстволарға киттек. Бер министрлыҡта мине проходнойҙан үткәрмәнеләр. Фәйзулла Вәли улы үҙе генә инеп китте. “Вәт бит, инеүе проблема, ә шулай ҙа эште эш иттек. Көтөгөҙ, һеҙгә асфальт заводы киләсәк!” – тине. Шул йәйҙә районға беренсе асфальт заводы килде. Бер нисә ауыл урамына, ырҙын табаҡтарына, мәктәп ихаталарына түшәлгән асфальт Фәйзулла Вәли улының хәстәрлеге ине.

Шулай Фәйзулла Солтанов аша Мәскәүгә “күпер” һалынды. Юл башы хәйерле булды. Унан һуң да бер нисә тапҡыр Черномырдин, Дурасов кеүек яҡташтар менән осрашып, күп эш башҡарылды. Үрген мәктәбен төҙөүҙе хәл итеү өсөн райкомдың ул саҡтағы беренсе секретары И. Шаһиев менән “Заветы Ильича” колхозы рәйесе Б. Йомалин партияның өлкә комитетының беренсе секретары М. Шакировҡа инә. Ул, Солтановты саҡырып алып: “Фәйзулла Вәли улы, яҡташтарың мәктәп төҙөү буйынса миңә ингән. Районды шефҡа ал, төҙөһөндәр”, – тигән. Ул йылдарҙа республика күләмендәге етәкселәр “Солтановтың яҡташтары бит әле” тип күп кенә мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итте, Яңы Себенле, Таҙлар, Күгәрсен, Ибрай, Өмбәт, Муйнаҡ уpтa мәктәптәре, бер нисә ауылда мәҙәниәт йорто төҙөлдө.

Зекериә Аҡназаров уның тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләй: “Фәйзулла Вәли улы – республика Юғары Советы рәйесе, ә мин республика Министрҙар Советы рәйесе булараҡ, 20 йылдан ашыу бергә килешеп эшләнек. Ул осорҙа портфель бүлешеү тураһында һүҙ ҙә булманы. Әгәр шулай булмаһа, Башҡортостандың үҫешкән нефть химияһы, машиналар эшләү сәнәғәте, ауыл хужалығы булыр инеме?”

Фәйзулла Вәли улы тураһында күп хәтирәләр һаҡлана. Уның сессияларҙы, президиум ултырыштарын алып барыуы, эмоциональ, грамоталы сығыштары, һәр эште еренә еткереп башҡарыуы, кешеләр менән бик ябай аралашыуы үҙе юғары баһаға лайыҡ. Ф. Солтанов 25 йыл РСФСР-ҙың Юғары Советы һәм Президиумы рәйесе урынбаҫары булды. СССР-ҙың Юғары Советы сессияларында, КПСС-тың XXIV, XXV, XXVI съездарында, Пленум­дарҙа ҡатнашты. Уҡытыусылар, яҙыусы­лар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән яҡшы мөнәсәбәттә булды, айырыуса йәштәргә иғтибарлы ине. Уны һуңғы юлға бөтә Өфө халҡы, район делегацияһы оҙатты. Был үҙе оло ихтирам.

Фәйзулла Вәли улы тураһында хәтерләү­селәр күп. Барыһын да яҙһаң, бер нисә китап сығыр ине. Изге кешенән игелек кенә ҡала. Ул беҙҙең арала юҡ, әммә уның тураһындағы хәтирәләр йөрәктәребеҙҙә һаҡлана.


Марат ТҮЛӘБАЕВ

Ейәнсура районы.

Читайте нас