Шәхестәр
1 Ноябрь 2022, 08:02

Ул – халҡын, халыҡ уны яратты

Дәүер кешеһе ине...

Автор фотолары.Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына нигеҙ һалған күренекле ғалим һәм педагог Зиннур Йәрмөхәмәтовҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылды.

Үҙ халҡын күтәргән халыҡтың киләсәге бар, тиҙәр. Ысынлап та, милләте, атайсалы хаҡына, республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәген иҡтисади, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау үҙәгенә әйләндереү өсөн ғәйәт ҙур эш атҡарған, тыуған ҡалаһы Сибайын төбәк мәккәһенә әйләндерҙе Зиннур Ғөбәйҙулла улы. Уның яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үҙе оҙаҡ йылдар етәкселек иткән Сибай институты бинаһына таҡтаташ асыуҙан башланды. Сарала РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, шәхестең ҡыҙы Гүзәл Йәрмөхәмәтова һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.

Зиннур Йәрмөхәмәтов – дәүер кешеһе, үҙ заманының алдынғы ҡарашлы, алдан күҙаллай белгән, халҡына тоғро хеҙмәт иткән, мәшһүр эштәр атҡарған абруйлы шәхестәренең береһе ул. БДУ-ның Сибай институты директоры Илдар Хәмитов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, оҙаҡ йылдар бергә эшләгән Семен Чернов, Йәлил Һөйөндөков, Ирек Бикмәтов, Йәүҙәт Биккинов, ҡала советы һәм хакимиәте етәкселәре сығыш яһап, Зиннур Ғөбәйҙулла улының эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе.

Сибай институты директоры Илдар Хәмитов әйтеүенсә, Зиннур Йәрмөхәмәтов төбәктәге берҙән-бер юғары уҡыу йортона нигеҙ һалыусы, уны ойоштороусы ғына түгел, ә һаҡлап ҡалыусы ла булды. Ул етәкселек иткән 18 йылда Сибай институты республика һәм тотош Рәсәй уҡыу йорттары араһында иң яҡшылар араһында иҫәпләнде. Бында белем алған студенттар Урал аръяғы райондарында хеҙмәт итә: район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтары, прокурор, етәксе, уҡытыусы, иҡтисадсы һәм таусылар – барыһы ла Сибай институтында белем алыуҙары менән бәхетле.

Көньяҡ-көнсығыш төбәктең йәш ҡыҙ һәм егеттәре өсөн был уҡыу йорто тормошта үҙ урынын ғына түгел, һөйгән йәрҙәрен дә табырға ярҙам итте. Ауыл ерендә белем алған балаларҙың күбеһе ҙур ҡалаларға барып уҡый алмай, уларҙың матди хәле лә быға ҡамасаулай. Сибайҙағы ошо белем усағы күптәргә үҙ хыялдарын тормошҡа ашырырға, һәләттәрен артабан үҫтерергә, ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырырға ярҙам итә.

Зиннур Ғөбәйҙулла улының алдан күрә белеүсәнлеге, замандан бер аҙым алда атлауы һөҙөмтәһендә Сибай институты һаҡланып ҡалды, тиһәк, дөрөҫ булыр, моғайын. Әйткәндәй, Илдар Хәмитов та – Зиннур Йәрмөхәмәтовтың уҡыусыһы, унан етәкселек итергә өйрәнгән өмөтлө йәш директорҙарҙың береһе.

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың да, Зиннур Йәрмө­хәмәтовтың элекке студенты булараҡ, әйтер һүҙҙәре күп. “Ул һәр студентҡа иғтибар бүлеп, һәр беребеҙ менән ихлас аралашыр ине. Институтты тамамлап сыҡҡас та, шәкерттәре менән бәйләнеште өҙмәне, ваҡыт табып, хәлдәрен белешер, кәңәштәрен бирер ине. Хәтеремдә, район хакимиәте башлығы булып тәғәйенләнгәс тә, иң беренсе булып Зиннур Ғөбәйҙулла улы ҡотланы, кәңәштәре менән үҙ-үҙемә ышаныс өҫтәне. Сибай инс­титутына ул етәкселек иткән йылдарҙа тәрбиә эшенә лә ҙур иғтибар бирелде. Төрлө ауылдарҙан килгән йәштәр өсөн был үҙе үк тормош мәктәбе булды. Студенттарҙың нисек кейенеүенән алып уларҙың мәҙәни аралашыуына ҡәҙәр Зиннур Йәрмөхәмәтов ҙур иғтибар бирә торғайны. Тәжрибәле етәксе, үҙ эшенең ысын патриоты, халҡының абруйлы улы булды”, – тип хәтирәләрен уртаҡлашты Рөстәм Шәрипов.

Зиннур Йәрмөхәмәтов “Башҡортостан” гәзитенең дә яҡын дуҫы булды. Тап уның ярҙамында Сибай институты баҫмабыҙҙы 100-әр дана алдырҙы. Шәхсән миңә лә уның менән байтаҡ йылдар эш буйынса аралашырға насип булды, Сибай институты тураһында махсус биттәр әҙерләнек, интервьюлар алдыҡ. Бер ваҡытта ла ул үҙен көттөрөп, ишеге төбөндә ултыртып ҡуйманы, тәғәйен ваҡытында ҡабул итер, һинең менән сәғәттәр буйы аралашып ултырырға ваҡыт табыр, баҫмаға бирер алдынан һәр мәҡәләне үҙе уҡып сығыр ине. Атайҙарса хәлеңде һорашып алыр, кәңәштәрен бирер, етәксе булараҡ, фекерҙәрен әйтер, алдынғы ҡарашлы сәйәсмән булараҡ, сәйәсәттә лә үҙ ҡарашын белдереп ҡуйыр булды. “Башҡортостан” гәзитенең байтаҡ мөхәр­рирҙәре һәм хәбәрселәре менән Сибай инс­титутында осрашыуҙар үтте, уларҙың һәр береһен ихлас ҡабул итте, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Хәйер, ул башҡортса нәшерләнгән башҡа гәзит һәм журнал редакцияларына ла һәр саҡ иғтибарлы булды, баҫмаларҙы уҡыу йортона күпләп яҙҙырҙы. Күптәр Зиннур Йәрмөхәмәтовтың һәр кешегә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыуын билдәләне.

Ысынлап та, был көндә һәр кем күңе­лендәге изге фекерҙәрҙе әйтергә тырышты, Зиннур Йәрмөхәмәтовтың төрлө йылдарҙа төрлө урында етәкселек иткән ваҡыттарын иҫкә алды, ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларҙы һөйләне. Ҡайҙа ғына, ниндәй генә вазифала эшләмәһен, Зиннур Ғөбәйҙулла улы һәр саҡ кешелекле һәм кеселекле булып ҡалыуы, үҙ халҡын, атайсалын яратыуы, милләтенә тоғро хеҙмәт итеүе менән айырылып торҙо.

Конференцияла ҡатнашыусылар, резолюция ҡабул итеп, ‘’БДУ-ның Сибай институтына Зиннур Йәрмөхәмәтовтың исемен биреүҙе юлларға” тигән һүҙҙәрҙән һуң көслө алҡыштар яңғыраны. Был үҙ сиратында олуғ шәхестең исемен мәңгеләштереүҙә тағы бер етди аҙым буласаҡ. Үҙенең тырыш­лығы менән көньяҡ-көнсығыш төбәктә тотош бер Белем мәккәһе булдыра алған, уға оҙаҡ йылдар лайыҡлы етәкселек иткән Зиннур Йәрмөхәмәтов быға, һис шикһеҙ, лайыҡ.

Резолюцияла профессор һәм ғалим Зиннур Йәрмөхәмәтовтың 75 һәм 80 йәшенә арнап фәнни-ғилми конференциялар үткәреү, Сибай институтында уның исе­мендәге стипендия булдырыу, Сибай ҡалаһының бер урамына уның исемен биреү, Салауат Юлаев орденына тәҡдим итеү кеүек тәҡдимдәр ҙә булды. Быларҙың һәр береһе тормошҡа ашырылыр, тигән ышаныста ҡалайыҡ.

 


Кәримә УСМАНОВА

Сибай ҡалаһы.

Читайте нас