

Бөгөн Өфөлә, Аксаков урамында Башҡортостандың баш ҡалаһында тыуып үҫкән Арктиканы өйрәнеүсе, штурман Валериан Альбановҡа барельеф асыу тантанаһы булды. Сара билдәле яҡташыбыҙҙың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналды.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Өфөлә йыл ярым Альбанов исемендәге музей эшләүен, был ваҡыт эсендә ул үҙенсәлекле һөҙөмтәләр күрһәтеүен хәтергә төшөрҙө.
Башҡортостандың был мәҙәни объектында 20 меңгә яҡын кеше булған, улар араһында эстрада һәм телевидение йондоҙҙары, туристар, уҡыусылар, студенттар, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм республиканан килгән ҡунаҡтар бар.
- Балалар музейҙы һоҡланып, ҡыҙыҡһынып ҡарай, бында кәмендә бер нисә сәғәт ваҡытын үткәрә. Был экспозицияның сифаты һәм музей хеҙмәткәрҙәренең оҫталығы хаҡында һөйләй. «Көрәшергә, эҙләргә һәм бирешмәҫкә» – йыл ярым эсендә музейҙа булған 20 мең кеше, һис шикһеҙ, ошо девизды үҙ иғтибарына алған. Учреждение республикалағы иң популяр музейҙарҙың береһе, – тип билдәләне Урал Килсенбаев.
Барельефтың авторы - скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков.
Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев Аксаков урамындағы яңыртылған йорттарҙың береһенә барельеф ҡуйыу тәҡдимен индергән төҙөлөш компанияһы етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.
– Беҙ Башҡортостанды данлаған геройҙарыбыҙҙың исемдәрен хөрмәт итергә тейешбеҙ. Музей туристарҙы йәлеп итеү урынына әүерелде һәм Өфөлә ошондай урындарҙың күбәйеүе ҡыуандыра, - тине Ратмир Мәүлиев.
«Ике капитан эҙҙәре буйлап» экспедицияһының ғилми етәксеһе Евгений Ферштер 15 йыл элек экспедицияға әҙерләнгәндә Валериан Альбановтың исеме халыҡ араһында аҙ билдәле булғанын иҫкә төшөрҙө.
– Тәүгеләрҙән булып уның исемен киң йәмәғәтселеккә һеҙҙең ватандашығыҙ Михаил Андреевич Чванов тәҡдим итте. Йыл ярым элек Өфөлә уның исемендәге музей асылды, беҙ уның менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ, ситтә ҡалмайбыҙ. Музей менән бергә быйыл акция үткәрҙек һәм Франц - Иосиф ерендә Башҡортостан, Өфөнөң полярниктар музейы флагтарын күтәрҙек. Тиҙҙән Өфөлә Валериан Альбанов хөрмәтенә аталған урам да барлыҡҡа килер тип ышанам, - тине Евгений Ферштер.
Валериан Иванович Альбанов 1882 йылдың 26 майында Өфөлә тыуған. Ул тыуғандан һуң күп тә үтмәҫтән, атаһы хеҙмәт иткән полк Өфөнән күсерелә һәм малайҙың бала сағы Воронежда, Ырымбурҙа үтә.
Атаһы үлгәндән һуң, Валериан һәм уның һеңлеһе Людмила ағалары Алексей Петрович Альбановтың ғаиләһендә тәрбиәләнгән. Ул 1891 йылдан алып Өфөлә төпләнгән. 1900 йылда Альбанов Санкт-Петербургта Диңгеҙҙә йөрөү класына уҡырға инә. 1902 йылда уны Алыҫҡа йөҙөү училищеһы тип үҙгәртәләр.
Был уҡыу йортон тамамлағандан һуң В. Альбанов икенсе разрядлы штурман була. 1908 йылда алыҫҡа йөҙөү штурманы дипломын алғанға тиклем Альбанов Балтик флоты карабында хәрби хеҙмәт үтә, артабан төрлө сауҙа судноларында штурман һәм капитан ярҙамсыһы булып эшләй.
1912-1914 йылдарҙа Георгий Брусиловтың «Изге Анна» шхунаһында поляр экспедицияһында ҡатнаша. Ул - унда иҫән ҡалған ике ҡатнашыусының береһе. Дрейфта ҡатнашыусылар Карск һәм Баренц диңгеҙҙәре сигендә Изге Аннаның һыу аҫты улаҡтарын асҡан, материктар һәм ағымдар сиге тураһындағы мәғлүмәттәрҙе системаға һалған, Визе утрауын асыуҙы алдан әйткән.
Франц-Иосиф еренә йәйәү сығыу барышында Альбанов төркөмө көньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә боҙҙар дрейфы закондарын билдәләргә һәм Көнсығыш-Шпицберген ағымын асырға мөмкинлек биргән материалдар йыйған.
Валериан Альбанов һәм «Изге Анна» шхунаһы Вениамин Кавериндың «Ике капитан» романындағы штурман Иван Климовтың һәм «Изге Мария» судноһының прототиптары булып тора. Экспедициянан һуң Альбанов төньяҡта хеҙмәт итергә ҡала һәм 1917 йылда яҙмаларын баҫтырып сығара.
Фото: bashinform.ru