

СССР-ҙағы иң билдәле балалар яҙыусыһы һәм шағиры, бик күп китаптар авторы Корней Чуковский (1882-1969) ҡасандыр башҡорт телен өйрәнергә тырышҡан. Уның был ынтылышы һәм билдәле яҙыусы Ғәйнан Әмири (1911-1982) менән генә түгел, башҡорт шиғриәте легендаһы Рәми Ғарипов (1932-1977) менән дә таныш булыуы хаҡында күптәр белмәй.
Ғәйнан Әмири бына нимә тигән иҫтәлектәр ҡалдырған:
«Эш шулай булды. 1961 йылда Мәскәү өлкәһенең Переделкино ҡалаһындағы ижад йортонда эшләгән осор ине. Бында К.И. Чуковскийҙың дачаһы урынлашҡайны, яҙыусы унда даими тиерлек йәшәй ине. Бер ваҡыт миңә яҙыусы Павел Нилин миңә мөрәжәғәт итте:
– Һеҙ бит Башҡортостандан?
– Эйе.
– Беләһегеҙме, Корней Иванович уға башҡорт теленән дәрестәр бирә алырлыҡ башҡорт яҙыусыһын эҙләй.
Мин, әлбиттә, шатланып ризалаштым. Икенсе көндө күрештек.
– Зинһар өсөн, мине һеҙҙең ваҡытығыҙҙы сарыфлаған өсөн ғәфү итегеҙ! Һәм ниңә был йәшкә еткәс, һеҙҙең телде өйрәнергә булды икән тип аптырамағыҙ, – тине Корней Иванович.
– Бер аҙ ғәжәпләнәм шул, Корней Иванович, – тинем мин.
– Беләһегеҙме, мин ниндәйҙер кимәлдә төркиәт ғилеме менән таныш. Әгәр һеҙ мине аҙ ғына булһа ла башҡорт теле курсына индерһәгеҙ, бәлки, һүҙлек ярҙамында булһа ла, һеҙҙең телгә тәржемә ителгән әкиәттәремде уҡый алыр инем.
Мин яҙыусыға бер нисә дәрес үткәрҙем һәм Корней Ивановичҡа башҡортса-урыҫса һүҙлек бүләк иттем. Һаубуллашыр алдынан К.И. Чуковский миңә үҙенең "Кешеләр һәм китаптар" тигән китабын бүләк итте. Унда түбәндәге яҙыу бар ине: “Башҡорт теленең шул тиклем моңло һәм сағыу тел икәнлеген төшөндөргөн хөрмәтле Ғайнан Ғимазетдин улы Әмировҡа. Корней Чуковский. Переделкино. 3 февраль, 1961 йыл”.
Артабан яҙыусылар хат алышыуын дауам итә, унда Корней Иванович үҙенең һәр хатында башҡортса һүҙҙәр өҫтәп яҙа. Лидия Чуковскаяның хәтирәләрендә Корея Чуковскийҙың ошондай яҙмаһын табырға мөмкин. Ул унда Рәми Ғарипов менән осрашыуҙы һүрәтләй. Әйтергә кәрәк, ул саҡта Рәми Йәғәфәр улы ни бары студент ҡына була, мәгәр совет әҙәбиәте мэтрында етди тәьҫир ҡалдыра.
“1953 йылдың 13 октябре ине. Бер башҡорт эргәмә килде, студент, яланбаш, һөйләшеп киттек. Ныҡлы аҡ тештәр, мөләйем йылмайыу. Күңел сафлығы, юғары намыҫлылыҡ, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ. Пушкинды белә, Лермонтовты башҡорт теленә тәржемә итә. Ябай, тыныс, уйсан – ул мине бик йыуатты һәм нисектер ошо ҡояшлы изге көн менән гармонияла кеүек тойолдо. Ул Әҙәбиәт институтында уҡый икән, Бондиҙың лекцияларын тыңлай. Ниңәлер уның менән осрашыуҙы мин ваҡиға кеүек тоям...”
Фото: miloserdie.ru