Шәхестәр
14 Ноябрь 2022, 17:00

Рәсүл Мәхмүтовты беләһегеҙме?

Тамъян ырыуының лайыҡлы улы менән таныштырабыҙ.

Рәсүл Мәхмүтовты беләһегеҙме?Рәсүл Мәхмүтовты беләһегеҙме?
Рәсүл Мәхмүтовты беләһегеҙме?

25 ноябрҙә Миәкә районында Тамъян ырыуы вәкилдәренең йыйыны үтә. Ошо айҡанлы был ырыуҙың лайыҡлы улы Рәсүл Мәхмүтов менән таныштырабыҙ. Шағәле Шаҡман вариҫы булған Рәсүл Маннаф улы - Эске эштәр полковнигы, техник фәндәр докторы.

Рәсүл Мәхмүтов 1947 йылда Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Йомағужа ауылында тыуған. Мораптал мәктәбен тамамлағас, Свердловск янғын һүндереү-техник училищеһында белем ала һәм барлыҡ ғүмерен янғын һағы хеҙмәте менән бәйләй. Ябай курсанттан Башҡортостан Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрының беренсе урынбаҫары - республика дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәт идаралығы начальнигына тиклем юл үтә. Мәскәүҙә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының юғары академияһында уҡый. Ғүмеренең һуңғы йылдарында "Башспирт" йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары булып эшләне.

Рәсүл Маннаф улы ил алдындағы хеҙмәттәре өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән II дәрәжә "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" ордены, III, II, I дәрәжә "Фиҙакәр хеҙмәте өсөн" миҙалдары, "Эске эштәр министрлығында яҡшы хеҙмәте өсөн", ВЛКСМ Үҙәк комитетының Маҡтау билдәһе һәм башҡа күп награда менән бүләкләнде, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы байрағы янында шәхси фотоһүрәте ҡуйылды.

Ул бай тәжрибәһен йәш быуын менән ихлас уртаҡлашты, һайлаған һөнәренә ғүмер буйы тоғро ҡалды. Шәхси ваҡыты, һаулығы менән иҫәпләшмәйенсә, күп йыллыҡ ныҡышмал хеҙмәте менән республика халыҡ хужалығы объекттары хәүефһеҙлеген нығытыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе һәм ҙур абруй ҡаҙанды.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Тәлғәт Шаһмановтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас