

Һәр яҙыусы – үҙ халҡының көҙгөһө кеүек, уның ижадында халыҡтың рухи тормошо сағыла. Шағирлы халыҡ – бәхетле халыҡ. Мәҡәләм геройы – күренекле әҙип Нәжип Иҙелбаев халҡына хеҙмәт итте. Уның әҫәрҙәрен һанай китһәң, иҫәбе-һаны юҡ. Фронт шиғырҙары һәм йырҙарынан тыш, ижадсы ҡобайырҙар, ике һәм дүрт юллыҡтар, арнауҙар, поэмалар, пьесалар, тәржемәләр, повестар, балалар өсөн хикәйәләр һәм әкиәттәр, башҡорт сатираһын байытҡан шаян шиғырҙар, башҡорт һәм татар композиторҙары менән берлектә олоһо ла, кесеһе лә йылы ҡабул иткән йөҙәрләгән йыр яҙҙы.
Халыҡ ижадына тартым
Нәжип Иҙелбай тыуған Баймаҡ районының Иҙелбай ауылы хәҙер юҡ инде, 1950 йылда Баймаҡҡа ҡушылған. Яҙыусының ауылдаштары, ҡәрҙәштәре ошо ҡала ситендәге Кәкре ауыл тип исемләнгән урында донъя көтә. Бында ихлас, ҡунаҡсыл, йор һүҙле, тырыш, тыуған яғы менән сикһеҙ ғорурланған кешеләр йәшәй.
Әҙип ябай эшсәндәр ғаиләһендә ҙур ауырлыҡтар күреп үҫә. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң, утын әҙерләүсе, ауыл советы сәркәтибе һәм китапханасы була. Унан инде Баймаҡ тау-сәнәғәт техникумында уҡып, бер нисә йыл ошо ҡалалағы баҡыр иретеү заводында эшләп ала. Иҫтәлектәрендә яҙыуынса, был вазифаға ул нәфис әҙәбиәткә һүнмәҫ мөхәббәт уятҡан классик-драматург Мирхәйҙәр Фәйзиҙең кәңәше буйынса һәм ярҙамында урынлаша. Ҡыҙыҡһыныусан, китапҡа, аң-белемгә ынтылған үҫмер башҡортса нәшерләнгән “Ҡыҙыл Баймаҡ” район гәзитенә яҙыша башлай һәм уның әүҙем хәбәрсеһенә әйләнә. Гәзиттә цех тормошо, егәрле эшселәр, уларҙың уй-теләге һәм башҡарған бурыстары тураһында һүрәтләмәләр, хәбәрҙәр баҫтыра. Халыҡ менән тығыҙ аралашып, эшселәр тормошон яҡшы белгән Нәжип Сафа улы ошо редакцияға эшкә саҡырыла, бер аҙ тәжрибә туплағандан һуң Өфөгә күсеп килә. Башҡортостан радиокомитетында хеҙмәт итә, башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ ташын һалған бер төркөм оло быуын яҙыусылары Афзал Таһиров, Дауыт Юлтый, Төхвәт Йәнәби, Сәйфи Ҡудаш, Рәшит Ниғмәти, Ғәлимов Сәләм, Баязит Бикбай, Мөхәмәтйәров Хәй, Батыр Вәлид, Али Карнай, Мөслим Марат кеүек ижадсылар менән аралаша, үҙенең тырышлығы арҡаһында һәләтле журналист һәм яҙыусы булып таныла.
Бер шағирҙың ижадында ла тематик киңлек үҙенән-үҙе генә барлыҡҡа килмәй, шиғри һүҙҙең бәҫен белгән бер әҙип тә үҙе күреп белмәгән ерҙәр, үҙ йөрәге аша кисермәгән хис-тойғо хаҡында яҙа алмай. Быны яҡшы аңлаған Нәжип Иҙелбай ҙа яңылыҡҡа һыуһаған, илдә барған ғәйәт ҙур төҙөлөштәрҙән ситтә ҡалмаған – Мәскәү – Волга каналын төҙөргә китә. Маҡсаты – тормошто өйрәнеп, уны әҙәбиәттә сағылдырыу, халыҡ башҡарған эштәрҙә бергә ҡайнап йәшәү. Теләгенә ирешә әҙип, ҙур төҙөлөштөң уртаһында ҡайнай, төрлө милләт кешеләре менән аралаша, рус, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк телдәрен өйрәнә, эшселәр тормошо һәм алдынғы хеҙмәт кешеләре тураһында хәбәрҙәр яҙа. Ошонда ул Максим Горький менән әҙәбиәттәге проблемалар хаҡында фекер алыша.
Артабан эшһөйәр, ҡыҙыҡһыныусан егетте “Канал ударниктары” исемле гәзиткә эшкә саҡыралар. Был баҫмала ул, рус телен төплө өйрәнеп, журналист булараҡ үҫә һәм Башҡортостанға ҙур тәжрибә туплап, хатта танылыу яулап ҡайта. Республикала нәшер ителгән башҡорт һәм рус баҫмалары менән хеҙмәттәшлек итә.
Һуңынан Нәжип Сафа улы Башҡортостан “Китап” нәшриәтенә эшкә килә. Бында ул 1937-1938 йылдарҙа тәржемәсе һәм әҙәбиәт бүлеге мөхәррире була, бер үк ваҡытта ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтында ла уҡый. Тик немец фашистары власҡа килгән көсөргәнешле йылдарҙа уға оҙаҡ эшләргә насип булмай – 1938 йылда Армия сафына саҡырыла. Һалдат Иҙелбай ете йыл хеҙмәт итә һәм һуғыштың башынан аҙағынаса ҡатнаша. Аҡ финдәргә ҡаршы көрәшә, Балтик буйы республикаларын азат итә. Тәүҙә – өлкән сержант, һуңынан – лейтенант, гвардия өлкән лейтенанты хәрби исеме бирелә. Фронттың алғы һыҙығында һәм Мәскәү өсөн барған үлемесле алыштарҙа өс тапҡыр ауыр яралана, контузия ала... 1945 йылда ҡаты яраланған офицерға һуғыш инвалиды танытмаһы биреп, тыуған төйәгенә ҡайтарып ебәрәләр, батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, “Мәскәүҙе обороналаған өсөн” миҙалы һәм башҡа наградалар тапшырыла.
Һуғыштан һуң яҡташыбыҙ башкөллө әҙәбиәткә сума – ҡот осҡос һуғышта ҙур ҡайғы-юғалтыуҙар аша еңеү яулаған халҡыбыҙҙы һәм яу ҡырында һәләк булғандарҙы данлап шиғырҙар һәм йырҙар ижад итә. Уларҙы тыуҙырғанда халыҡтың тел хазинаһын файҙалана, йәнле, аҡыллы образдар менән байытылған әҫәрҙәрен яҙа. Әҙиптең башҡорт халыҡ традицияларына таянып ижад итеүе, сәсәндәр тыуҙырған ҡобайырҙарҙы өйрәнеүе һөҙөмтәһендә әҫәрҙәре ғәжәп халыҡсан һәм ябай, унда милләт, халыҡ һәм тыуған ер тойғоһо ярылып ята, әҙип үҙе лә донъяға, халыҡ тормошона ябай күҙлектән ҡарай. Ике һәм дүрт юллыҡтарын, “Ил тигәндең кеме юҡ” исемле сәсәндәр тарафынан тыуҙырылған ҡобайырҙарға тартым әҫәрен, “Йырым һиңә булһын”, “Игенсегә хөрмәт һәм дан”, “Тыуған ерем-сәңгелдәгем”, ”Заман йөгөн тарта бир” кеүек шиғырҙарын һәм йырҙарын алһаҡ – барыһының да халыҡ ижадына тартым икәнен күрәбеҙ.
Әҙип “Ҡыҙыл Башҡортостан” (хәҙер – “Башҡортостан”), “Ленинсы” (хәҙер – “Йәшлек”) гәзиттәрендә эшләй, башта “Ҡыҙыл Башҡортостан” редакцияһында – әҙәби хеҙмәткәр, һуңынан мәҙәниәт һәм әҙәбиәт бүлеге мөдире була. Ошо баҫмала уның шиғырҙары, йырҙары, ҡобайырҙары баҫыла. Баязит Бикбай мөхәррирләүендә фронт шиғырҙары тупланған “Күк шинель” исемле тәүге китабы донъя күрә. Йыйынтыҡҡа авторҙың окоптарҙа йөрәк ҡанына мансып яҙылған “Күк шинель”, К. Симоновҡа эйәреп ижад ителгән “Көт мине”, “Блиндажда ятҡанда”, “Мәскәүҙе һаҡлағанда”, “Иҫән-һау йөрөп ҡайттым”, “Еңеү иртәһе”, “Тик мөхәббәт кенә үлемһеҙ”, “Һалдар яланда”, “Фронтташ дуҫҡа хат” исемле һәм башҡа әҫәрҙәре тупланған. Республика баҫмаларында эшләгән йылдарҙа Н. Иҙелбай шағир, прозаик һәм тәржемәсе булараҡ таныла, артабанғы йылдарҙа уның “Ел, ерәнем”, “Йырым һиңә булһын”, “Ағиҙел буйында”, “Еңеү иртәһе” исемле шиғри йыйынтыҡтары, “Ҡуштирәк”, “Яҡтыгүл” тигән хикәйә һәм пьеса китаптары донъя күрә.
Дуҫлыҡ күперенә ҙур өлөш индерҙе
Нәжип Иҙелбай ысын мәғәнәһендә тыуған яҡ йырсыһы ине. Уның “Тыуған ерем – сәңгелдәгем”, “Талҡаҫта”, “Ағиҙел ярында”, “Өфөм – һин уйымда”, “Беҙ ҡунаҡсыл Баймаҡтан”, “Баһадир яҙ килә” исемле шиғырҙарында ҡурай һәм буҙ турғайҙар моңо һеңгән Баймаҡ тәбиғәте һәм Ирәндек ҡайындары, ошо яҡтың уңған кешеләре тасуирлана. Елеккә май тирткән, башлап ат еккән, тәүге тапҡыр һөйгәнен үпкән, яуҙа һәр биҙәген һаҡлап ҡан түккән тыуған еренә, тоҙло тире һеңгән, ҡара ерҙең ҡара икмәген иренмәй иккән игенселәр, шахтерҙар, малсылар, һауынсылар кеүек ябай хеҙмәт кешеләренә дан йырлана.
Ҡәләм оҫтаһы тыуған төйәгенә булған һөйөүен, ижади илһамды тыуған яҡтарынан, ауылынан, Ирәндегенән, яҡташтарынан һәм халҡынан ала.
Нәжип Иҙелбай ғүмеренең күп йылдарын тыуған яҡтарынан ситтә уҙғара. Ул арҙаҡлы шәхестәр менән аралаша, кешеләрҙән фәһем ала, бүтән төбәктәр менән сағыштырып, Тыуған иленең матурлығын, ҡөҙрәтен һәм бөйөклөгөн, Ирәндек, Таналыҡ, Төйәләҫ, Яугүл, Ҡыҙҙар тауы, тыуған ауылы –Иҙелбай һәм Баймаҡтың үҙенә ни тиклем ҡәҙерле булыуын аңлай. Эйе, уның лирик геройҙары гел сәйәхәткә тартыла, әммә күңелдәре һәр саҡ тыуған яғына тарта, әммә тыуған төйәге менән бәйләнеште өҙмәй.
Йыйып әйткәндә, аҡһаҡалдар аҡылы һеңгән, олатайҙар ҡулынан нурланған тыуған тупраҡҡа тоғролоҡ шағирҙың шиғриәтенең төп фекерен билдәләй ҙә инде.
Нәжип Иҙелбайҙың вафатынан һуң донъя күргән “Еңеү ҡояшы” исемле китабында ла шул уҡ тыуған ергә һөйөү һәм тоғролоҡ, дуҫлыҡ, йәшәү йәме, тәбиғәтебеҙ яҙмышы кеүек темалар өҫтөнлөк итә. Уларҙы уҡығандан һуң үҙеңә өр-яңы донъяны асҡандай булаһың. Унда авторҙың, тәрән саф кисерештәр һәм тойғолар менән нығытылып, үткер фекерҙән торған, өс тиҫтәнән ашыу халыҡсан йырҙары ла ингән. Шуларҙың береһе – бөгөн дә яратып йырланған “Сирен сәскәләрен бүләк итәм...” Тексы ябай ғына, әммә һәр һүҙенән ихласлыҡ, кеше күңеленең саф тойғолары һирпелеп торғандай. Уға Башҡортостандың талантлы композиторы Рафиҡ Сәлмәнов, моңло көй ижад итеп, йырҙы халыҡсан һәм үлемһеҙ яһаған.
Башҡорт шиғриәтендә йырсы-шағир булараҡ танылыу яулаған Яҡуп Ҡолмой, Ҡадир Даян, Назар Нәжми, Шәриф Бикҡол, Абдулхаҡ Игебаев, Гөлфиә Юнысова, Ибраһим Абдуллин, Сафуан Әлибаев, Зөһрә Ҡотлогилдина һәм башҡа күренекле әҙиптәр бар. Ошо исемлектә ижады менән дан алған Нәжип Иҙелбаевтың йырҙары үҙенсәлекле булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Уларҙа тормошобоҙҙоң бар йәме, шатлыҡ-ҡыуаныстары, һағыштары, олатайҙарса уйланыуҙары, йәшлек дәрте, егеттәрсә батырлыҡтары төрлө биҙәктәрҙә балҡый. Кешеләрҙең донъяға ҡарашы, уй-хистәре, тирә-йүнгә мөнәсәбәте сағылған, халыҡ күңеленең түренән урын алып, үҙенсәлекле моң булып таралған был йырҙарға мәшһүр композиторҙар Хөсәйен Әхмәтов, Мәсәлим Вәлиев, Нариман Сабитов, Тәлғәт Шәрипов моңло көй яҙған. Уларҙың тиҙ арала таралып, данға күмелеп китеүенең сере лә, алда билдәләнгәнсә, яҙыусының халыҡтың ауыҙ-тел ижадын яҡшы белеүе һәм фольклор мираҫына таянып эшләй белеүендә генә түгелдер. Бында Н. Иҙелбайҙың башҡорт поэзияһының иң гүзәл традицияларына нигеҙләнгән һәм шунан һут алған әҫәрҙәренең бергә ҡушылып байыуы ла үҙ ролен уйнайҙыр.
Нәжип Сафа улының йыр текстары ғәжәп музыкаль һәм ритм-интонация яғынан шыма, рифмалары теүәл, стилистикаһы төҙөк, асыҡ һәм образлы һүҙҙәре тәрән мәғәнәгә эйә. Әйткәндәй, ул йырсы-шағир Ҡадир Даяндың, “халыҡ йырҙары телдән-телгә күсеп, шымарып, тулылана барып тамам камиллашып, артабан да йәшәүен дауам итә икән, беҙ, яҙыусылар, халыҡ йырҙарының формаларына ғына түгел, уларҙың ябай ғына һүҙҙәр менән тәрән мәғәнә биреүенә лә ныҡ иғтибар итергә һәм уларҙан өйрәнергә тейешбеҙ”, тигән һүҙҙәренә тоғро ҡалған. Быға миҫал итеп уның “Ел, ерәнем” йырын атау ҙа етәлер. Унда лирик геройҙың, “үлһәң – үлергә, әммә еңелмәҫкә” тип ант иткән башҡорт егетенең уң ҡанаты – аты менән һәр ҡарыш ер өсөн утҡа инеүе, үлемдең күҙенә тура ҡарап тыуған иле, ере, халҡы азатлығы һәм киләсәге өсөн алға ынтылыуы тасуирлана. Йырҙың дәртле көйө күңелде күтәрә һәм еңеүгә рух өҫтәй. Көй авторы – Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә дан алған аҫыл композиторыбыҙ Заһир Исмәғилев. “Ел, ерәнем”, 1949 йылда Бөтә Союз радиоконкурсында беренсе урынды яулағандан һуң, Рәсәйҙә иң популяр йырҙарҙың береһенә әйләнде. Бына нисек матур яңғырай ул:
Ел, ерәнем, егетеңде
Еткер ел етмәҫ ергә.
Яланда түгел, яуҙа ла
Гел икәү булдыҡ бергә.
Менгән атым-
Уң ҡанатым...
Быларҙан тыш, Нәжип Иҙелбай бөтә ғүмере буйы дуҫлыҡҡа дан йырлаған, художестволы тәржемә эшендә егелеп эшләгән әҙиптәрҙең береһе булды. Уның дуҫлыҡҡа, туғанлыҡҡа арналған “Дуҫлыҡ юлы”, “Дуҫтарға яңы йылдағы теләктәрем”, “Тупланайыҡ, дуҫтар, туғандар!”, “Дуҫлыҡ йәшәгән саҡта”, “Сәсе ағарҙы аҡындың”, “Йөҙөң яҡты, күҙең яҡут”, “Тарбағатай төтөнө”, “Дала”, “Йомарт дала”, “Абайға”, “Мөхтәр Әүәзовҡа”, “Сәләм һиңә, алтын Өфө!” исемле һәм башҡа шиғыр, йыр, арнауҙарында туғандаш халыҡтар дуҫлығына дан йырлана, беҙ бергә булһаҡ ҡына көслөбөҙ, тигән фекер уҙғарыла.
Ысынлап та, улар XXI быуатта ла көнүҙәк яңғырай! Ә бит Нәжип Иҙелбай – үҙ заманында халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға ҙур көс һалған, бының өсөн рус, туғандаш төрки халыҡтар һәм сит ил классиктарының яҙыусылары һәм шағирҙарының иң яҡшы 140 әҫәрен башҡорт теленә тәржемә иткән шәхес! Улар араһында Д. Лондон, С. Михалков, М. Бубеннов, Н. Гоголь, А. Островский, А. Чехов, С. Аксаков, М. Горький, А. Гайдар, Н. Погодин, П. Бажов, О. Гончар, П. Ершов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти менән берлектәге С. Злобиндың “Салауат Юлаев” романы һәм башҡа бик күп әҙиптәрҙең төрлө жанрҙағы әҫәрҙәре бар. Ә инде туғандаш халыҡтар әҙәбиәтен алһаҡ, шағир, прозаик, журналист һәм тәржемәсе Н. Иҙелбаевтың ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, үзбәк авторҙары Абай Ҡонанбаев, Сығынғәле Сәйетов, Сырбай Мәүленов, Ҡыуандыҡ Шыңғытбаев, Бөркөт Исхаҡов, Ҡайрат Жомағәлиев кеүек әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен башҡорт теленә ауҙарыуҙағы тырышлығын, Мөхтәр Әүәзовтың “Абай юлы” эпопеяһы, Сыңғыҙ Айытматовтың әҫәрҙәрен атарға мөмкин. Былар барыһы ла Башҡортостан менән туғандаш Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан халыҡтары менән дуҫлыҡ күпере булдырыуға ҙур өлөш индерҙе. Шуныһы үҙенсәлекле, автор ниндәй генә телдән тәржемә итһә лә, шул телде һәм шул телдә яҙылған әҫәрҙе яҡшы белә һәм быға миҫал итеп уның рус, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ әҙәбиәте өлгөләрен билдәләргә мөмкин. Әҙиптең үҙенең дә байтаҡ әҫәрҙәре ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк, рус телдәренә тәржемә ителгән.
Күңелемдә – яҡты иҫтәлек
Нәжип Иҙелбай ижады хаҡында күп һөйләргә мөмкин булыр ине, уның арнауҙары, ике һәм дүрт юллыҡтары үҙе бер тикшеренеү сығанағы. Быларҙан тыш, хикәйәләре, повестары, республика гәзит-журналдарында донъя күргән эшселәр, колхозсылар, хеҙмәт алдынғылары, яугирҙар тураһында очерктары, һүрәтләмәләре, ижади портреттары, әҙәбиәт һәм сәнғәт оҫталары тураһындағы иҫтәлектәре үҙе бер донъя! Мәҫәлән, “Ҡуштирәк” исемле йыйынтыҡҡа уның халыҡтан яҙып алған боронғо легендалары ла ингән, әҙип республикабыҙҙың ауыл клубтарында үҙешмәкәр драма түңәрәктәрендә шөғөлләнеүсе таланттар өсөн бер, ике шаршаулыҡ пьесалар ҙа яҙҙы. Уларҙың барыһы ла һуғыштан һуңғы йылдарҙа шаулап-гөрләп ауыл клубтарында ҡуйыла килде. Йыйып әйткәндә, Нәжип Сафа улы Иҙелбаев ватандаштары, милләттәштәре һәм халҡы алдындағы бурысын тулыһынса үтәне, үҙ халҡы тураһында башҡа халыҡтар ҙа белһен өсөн мөмкин тиклемде эшләргә тырышты, сит ил һәм туғандаш халыҡтарҙың шағирҙары һәм яҙыусыларының әҫәрҙәрен дә, башҡорт телендәге әҫәрҙәрҙе лә сит телдәргә тәржемә итеп, халыҡ рухиәтен кәүҙәләндерҙе.
Башҡорт әҙәбиәтендә Н. Иҙелбайҙың вафатынан һуң ижады хаҡында йыш яҙылмаһа ла, онотолманы тиергә мөмкин. Киң ҡырлы әҙип ижадын мәңгеләштереү һәм уҡыусыларға еткереү маҡсатында тәнҡитселәр Әхмәт Мәхмүтов, тыуған яҡты өйрәнеүсе яҙыусы-журналист Юрий Узиков, ғалим Фәнил Күзбәковтар ҙур көс һалды. Өфөлә әҙип йәшәгән йортта иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Баймаҡ урамдарының береһенә әҙиптең исеме бирелгән.
Н. Иҙелбай халыҡтан үҫеп сыҡҡан, шиғриәттә хәләл көсө менән тир түккән, әҫәрҙәрендә үҙ халҡының яҙмышы менән йәшәгән һәм тын алған, ижадында ябай кешенең хис-тойғоһон һәм рухиәтен сағылдырған, тормошто халыҡ күҙе, халыҡ йөрәге менән ҡабул иткән. Ижадта халыҡсанлыҡ – ҙур һәләт ул, шуны онотмаһаҡ ине!
Баймаҡ халҡының матур бер йолаһын телгә алғым килә: был яҡтарҙа атайыңдан оло кешегә ихтирам һәм хөрмәт менән олатай тип өндәшәләр. Нәжип олатайҙың биографияһына иғтибар итһәң, ул ғүмер буйына ситтә йәшәгән, әммә тыуған яғын онотмаған, сейәле, аҡ ҡайынлы Ирәндек тауҙары, көмөш һыулы Талҡаҫы, туғандары, дуҫтары, ауылдаштары янына мөмкин тиклем йышыраҡ ҡайтырға тырышҡан. Баймаҡ килене булараҡ, быға мин үҙем дә шаһитмын, сөнки ғүмеремдең һигеҙ йылы Сибайҙа уҙҙы. Ә ул, ғәҙәттә, Сибайҙағы яҡын туғаны Мәүлетйән олатай һәм уның улы Рәшит Йомағужиндарҙа туҡтай торғайны. Олатайҙы тәүге тапҡыр уларҙа күрҙем. Тәүгеһендә Рәшит ағай менән Хәлимә еңгәйҙәрҙең дүрт бүлмәле фатирында ҙур мәжлес баралыр, тип оялып ҡына ингәйнем. Баҡтиһәң, уларҙа Нәжип Иҙелбай булған икән! Рәшит ағай аккордеонда һыҙҙыра йә ҡош булып һайрай, әҙиптең һүҙҙәренә яҙылған “Ел, ерәнем”де йырлап ебәрә. Гармун һәм йыр тауыштарына тәҙрә быялалары сыңлап киткәндәй тойола, фатир шатлыҡҡа, йырға-моңға тулған!
Мине күргәс, Нәжип Иҙелбай, өҫтәл артынан сығып, ике ҡуллап килеп күреште һәм “үҙебеҙҙең килен икән” тип тупылдатып арҡамдан һөйҙө. Үҙенә килешеп кенә торған ҡара костюмда ине, аҡ күлдәк өҫтөнән ҡупшы ҡара елән кейгәйне. Түргә уҙырға саҡырһалар ҙа ҡыйманым, йомошомдо йомошлағас, китергә ашыҡтым. Әммә шул арала ғына ла әҙиптең йор һүҙле, күлдәй киң күңелле һәм ихлас икәнлеген тойҙом. Мин ҡайтырға юлланғанда Хәлимә еңгәй менән Рәшит ағай парлашып “Тыуған ауылым”ды йырлап оҙатып ҡалды. Шундай моңло һәм иҫ киткес аҫыл йыр!
Шунан һуң нисек итеп Нәжип Иҙелбайҙы тыуған яҡ йырсыһы тип атамайһың инде?! Нисек итеп халыҡ яҙыусыһы тимәйһең?! Әҙиптең барлыҡ китаптарына ла ингән был мәшһүр йырға талантлы композитор Тәлғәт Шәрипов көй яҙған. Шул мәлдән башлап “Тыуған ауылым” тыуған яҡҡа һөйөү символына әйләнеп, инде 67 йыл халҡыбыҙ күңелендә йәшәй.
Нәжип Иҙелбай 1991 йылдың 1 октябрендә 78 йәшендә яҡты донъя менән хушлашҡас, уның тормош юлдашы әҙиптең исемен мәңгеләштереү мәсьәләһе менән беҙгә Сибайға килде. Шунда Нәжип олатайҙың үҙе үлгәндән һуң сыҡҡан “Еңеү ҡояшы” исемле китабын бүләк итте – ”Тыуған ауылым” ошо йыйынтыҡҡа ла ингән.
... Тыуған илемдән бик йыраҡта йәшәһәм дә, был йырҙы әлегәсә онотҡаным юҡ. Уны тыңлағанда-көйләгәндә мин дә Башҡортостанымды, тыуған ауылым Ҡанаҡайҙы, Һәләүегем, Бәкән йылғаларын, Торатауымды һағынам, юҡһынам. Нәжип Иҙелбай менән булған ҡыҫҡа ғына осрашыуҙарҙы ла күңелемдә яҡты бер иҫтәлек итеп йөрөтәм.
Миләүшә ГОДБОДЬ