Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
2 Декабрь 2022, 16:44

“Яҙмышыма яҙғанына ризамын…”

Төп инаныстарыңды ла сүп-сарҙан аралау мотлаҡ.

Айрат Нурмөхәмәтов
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов

Башҡорт әҙәбиәтен генә түгел, халҡыбыҙ тарихын да яҡшы белгән ғалим һәм педагог. Әҙәби тәнҡитсе, шағир. Профессор, филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты. Фәнил Тимерйән улы Күзбәков тураһында был һүҙҙәр. Билдәле ғалим, бихисап республика журналистарының остазы ошо көндәрҙә 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Шул уңайҙан хөрмәтле шәхес менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Фәнил Тимерйән улы, 70 йәш­лек “түңәрәк” дата алда­ғы­ла­рынан һандар менән генә тү­гел, ә уны ҡабул итеү тойғо­лары менән дә айырыламы? Йөҙәрлә­гән фәнни, фәнни-популяр хеҙ­мәттәр яҙған, уҡыу әсбап­тары авторы булған ғалим үҙ эшмә­кәр­легенән ҡәнәғәтлек хисе кисерәме?

– Ғүмерҙең бындай мәлдәре туҡталып уйланыу өсөндөр ул. Ваҡытында иҫәп-хисап тотоу ҙа кәрәк бит. Һин хөрмәт иткән, һине хөрмәт иткәндәр ҡаршыһында, ҙур­ҙан ҡупһаң – халҡың алдында яуап тотоу… Бөгөнгөләй көндәлек ығы-зығыла маяҡ булырға тейешле маҡсаттар ҙа тоноҡланып ҡалған­дай була. Әҙәм балаһына ваҡыты-ваҡыты менән физик яҡтан да, рухи халәттән дә таҙарынып алыу фарыз. Төп инаныстарыңды ла сүп-сарҙан аралау, ҡый-ғыпырын “утап”, ерен йомшартып тороу мотлаҡ, минеңсә.

Ижад кешеһенә, ғөмүмән, әҙәм балаһына эшен тәғәйен баһалау­ҙары бик мөһим. Һәр йәһәттән дә яҙмышыма яҙғанына бик ризамын: фән докторымын, шағир булараҡ “Һайланма әҫәрҙәр”ем ташҡа ба­ҫыл­ды, маҡтаулы исемдәрҙән дә мәхрүм итмәнеләр. Мостай ағай әйтмешләй, “һөйгәнемдән уңдым”. Уландарым менән йорт һалдым. Ейән-ейәнсәрҙәрем йүгерешеп йөрөй… Журналистика йүнәлешен­дәге потенциалды тулыһынса файҙалана алмағанға ғына йән ҡайыша. Хәйер, быныһы минән генә тормай ине шул…

Эйе, нимәгәлер өлгәшелгән… Шулай ҙа эшләнәһе эштәрҙең етдиерәге алда әле.

 

– Профессиональ даирәлә әле тормошҡа ашырылмаған ниәттәрегеҙ бармы? Журналис­тикаға ҡағылышлы фекерҙә­регеҙ ҙә ҡыҙыҡһындыра...

– Һөнәри даирә минең өсөн – шиғриәт менән фән. Икенсеһе тар­маҡланыңҡырап та китә: әҙәби тәнҡит, журналистика (публицис­тика). Ваҡытлы матбуғаттың ғәмәли торошон да, теорияһын да өйрән­дем. Башҡортостан журналисти­каһы буйынса донъя күргән китабым (Башкирская журналистика как явление этнической культуры. – Уфа, 2006. – 384 стр.) инде 20 йылға яҡын был йүнәлештә республикала төп монографик хеҙмәт булып ҡала килә.

Был өлкәләрҙе баҙар бизмән­дә­ре менән үлсәү үҙен аҡламаһа ла, ысынбарлыҡ менән иҫәпләш­мәйенсә ярамай. Беҙҙең ваҡытлы матбуғат, башлыса, оператив хәбәр еткереү функцияһын ғына үтәй хә­ҙер. Аналитика бик аҙ. Проблемалар буйынса фекер алышыуҙы Мат­буғат агентлығы ғына ойошторғолай.

Әҙәби тәнҡиттең торошо ла ҡәнәғәтләнерлек тип әйтә алмайым. Уның кимәле әҙәби мөхиттең кимәле менән туранан-тура бәйле. Элек-электән шундай парадоксаль күренеш хөкөм һөрә: әҙиптәрҙең бөтәһе лә тиерлек – ҡушҡуллап ғәҙел тәнҡит яғында, тик ул ғәҙел тәнҡит (!) үҙҙәренең ижадына ҡағыла башлаһа, һеркәләре һыу күтәрмәй.

Халҡыма хеҙмәт итәйем тигән әҙәби тәнҡитсегә (был һүҙ риторика булып яңғырамаһын ине. Рәми ағайҙың яҙмышынан фәһем ала­йыҡсы, йәмәғәт!) милли рухиәтте, туған әҙәбиәтенең донъя әҙәбиә­тен­дәге тәғәйен урынын, әҙәбиәт ғилемен тейешенсә белеү генә етмәй. Уға, Рәми ағай һымаҡ, йөрә­гендә халҡын йөрөткән ҡаһарман булыу ҙа шарт.

 

– Хәҙер интернет селтәре аша ғәм халыҡҡа таралған, шиғыр йә хикәйә тип аталған яҙмалар күп. Ошо күренеш ысын, “сифатлы” тип әйтәйек, әҙәбиәткә ҡамасау итмәйме, уҡыусының кимәлен төшөрмәйме? Интернет-ижад тураһында фекерегеҙҙе ишетке килә. Шулай уҡ бөгөнгө әҙәби тәнҡит өлкәһен нисек баһалайһығыҙ? Ғөмүмән, үҙ һүҙен, объектив ҡарашын еткерә алырҙай белгестәр бармы?

– Кешенең ижад емеше тип иҫәпләгән әҫәрҙәрен халыҡҡа еткерергә теләүе – тәбиғи күренеш. Интернет был осраҡта киң мөмкин­лектәр аса, ләкин уларға үҙ ваҡы­тында тейешле баһа бирә барыу бик ҡатмарлы. Ҡом ара­һында, әлбиттә, алтын бөртөгө лә күренә һалып бармай. Килер бер көн, был йүнәлештә лә махсус белгестәр шөғөлләнә башлар, ғилми-тикше­ренеү институттары эшләр. Тик шу­ныһы бар: әлегеһе көндә жур­нал­дарҙа сыҡҡан, китап итеп нә­шерләнгән художестволы әҙәбиәт­те тейешенсә баһалай барырлыҡ махсус ойошмалар була тороп та, әҙәбиәт ғилеме эсендәге көндәлек әҙәби тәнҡит үгәйһетелеп ҡарала. Ни өсөн? Сөнки уның менән тейешле кимәлдә шөғөл­ләнер өсөн, үрҙә әйтелгәнсә, белемле булыуҙан тыш, халҡыңдың ил тойғоһон йөрөткән улы булыуың да мотлаҡ.

 

– Социаль селтәрҙәрҙе ҡарайһығыҙмы, уларға, ғөмүмән, ҡарашығыҙ нисек?

– Социаль селтәрҙәр, аралашыу формаһы булараҡ, үҙ-ара бәйлә­нештәр даирәһен киңәйтә, әлбиттә. Тик әлеге шул ыбыр-сыбыр нәмә­ләр иғтибар итерлек мәғлүмәттәрҙе күмеп китә. Ҡыҙғанысҡалырмы, күптәргә үҙ туҡһаны ғына туҡһан, үҙ кумиры ғына – иң шәбе… Хатта ҡайһы берҙә интеллигенция вәкил­дәре араһында аралашыу мәҙә­ниәтенең түбән булғанына иҫ-аҡы­лың китерлек. Миңә, тикшере­неүсе булараҡ, төрлө социаль селтәр­ҙәргә ингеләп ҡарау фәһемле, ә даими ҡарап барғандары күп түгел.

 

– Ғилем, ижадтан тыш, ярат­ҡан шөғөлөгөҙ ҙә барҙыр? Арып киткән саҡта күңелегеҙгә нимә ял бирә?

– Йәй айҙарында, мөмкинлек тыуыу менән, тәбиғәт ҡосағына ынтылам. Башҡортостанымдың һоҡ­ланғыс урындарын тулыһынса бай­ҡап сыҡтым тиерлек. Эш буйынса, башҡа мәшәҡәттәр менән йөрө­гәндә лә – йылға-күл буйҙары бул­һынмы, тау-ҡаялар тиһеңме – бер-ике сәғәткә булһа ла туҡталып ки­теү яйын ҡарайым… “Ағиҙел” журналы редакцияһында эш­ләгәндә, тираж арттырыуға бәйле һәр районда булыу мөмкинлеге тыуҙы. Быны мин үҙенә күрә яҙмыш бүләгеләй ҡабул иттем.

Ҡыш айҙарында саңғыға баҫҡы­лайым. Тик быныһы һуңғы йыл­дарҙа һирәк эләгә. Ә бит заманында (студент саҡта) саңғы секция­һына йөрөнөм, ярыштарҙа ҡатнаш­тым. Шахмат уйнарға яратам. Улан­дарҙы ла өйрәттем. Хәҙер ейән­дәр­ҙең үҫеңкерәгәнен көтөргә ҡала…

 

– Фәнил Тимерйән улы, әҙә­биәт һөйөүселәргә генә түгел, баш­ҡаларға ла ниндәй, әйтәйек, биш башҡортса китапты мотлаҡ уҡып сығырға кәңәш итер инегеҙ?

– Халҡыңдың рухи мираҫын үҙләштермәйенсә, үҙеңде башҡорт­мон тип әйтергә ярамайҙыр ул. Нисек итеп “Урал”ды (эпосты ла, йырҙы ла) йә иһә “Азамат”ты, “Ҡо­лой кантон”ды, “Һуңғы Һартай”ҙы белмәйенсә, башҡортмон тип йө­рөргә мөмкин?! Әсәй-өләсәйҙә­реңдең бишек йырҙарын, әкиәт-ҡарһүҙҙәрен, атай-олатайҙа­рың­дың хикәйәт-бәйәндәрен күңелеңә һеңдереп үҫһәң, халҡыңдың рухи мираҫы ҡаныңда булыр. Был – милли рухыңдың нигеҙе.

Артабан – Рәми Ғарипов. Тик уның ижадын аңлар өсөн яҙмышын белеү мотлаҡ. Шәйехзада Бабич, Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләт­шина, Мостай Кәрим… Халыҡ ижадын белгән һәм һаналған әҙиптәр менән ентекле таныша алған кеше инде бөгөнгөләрҙән кемгә күберәк иғтибар итеү кәрәклеген үҙе белер.

Форсаттан файҙаланып, мил­ләт­тәштәремә, бындай ҙа тото­роҡһоҙ заман булыуға ҡарамаҫтан, һис ҡасан ҡабатланмаҫ илаһи мәлдәрҙең тәмен татып, тормош йәменә кинәнеп йәшәүҙәрен, Кеше булып ҡалыуҙарын теләп, ошо ши­ғыр юлдарымды бағышлар инем:

 

Зарланмайыҡ: баҫты, тиеп,

Йылдарҙың ауырлығы.

Көтһөн әле юлыбыҙҙа

Тылсымдың табылыры!

 

– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!

- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА

Читайте нас: