Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
23 Декабрь 2022, 19:38

Миәкәләр Аҡмуллалары менән бәхетле

Шағир-мәғрифәтсенең тыуған төйәгендә бай йөкмәткеле саралар булды.

Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Бөйөк мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙары, йылдар үтһә лә, тоноҡланмай, бөгөнгө заман өсөн дә ул көнүҙәк, шуға ла халҡы күңеленән дә юйылмай. 1989 йылда Миәкә районы советы ҡарары менән Аҡмулла исемендәге премия булдырылғайны. Йыл һайын декабрҙә уның лауеаттары билдәләнә. Уға әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшкән сәнғәт оҫталары, танылған яҙыусылар, ғалимдар, рәссамдар, районды күтәргән шәхестәр лайыҡ була. Быйыл да сираттағы лауреат асыҡланды. Ошо уңайҙан Аҡмулла төйәгендә шағирҙың тыуған көнөндә күләмле саралар ойошторолдо.

 

Туҡһанбайҙа – Аҡмулланың эҙҙәре

 

Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 191 йыл тулыуға арналған саралар уның тыуған ауылы Туҡһанбайҙа башланды, улар илһөйәрлек рухы менән һуғарылғайны. Шәхестәрҙе, тарихты онотмау, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон үҫтереү бер-береһе менән тығыҙ бәйле. Был көндә ауылда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә обелиск асылыуы ла урынлы булды.

“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ярҙамында ул ике ай самаһы ваҡыт эсендә барлыҡҡа килгән. Йәнәби-Урсай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Тимерйән Лотфуллин әйтеүенсә, Туҡһанбайҙан 66 яугир Бөйөк Ватан һуғышына китә, уларҙың 35-енә генә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип була. Ауылдағы обелиск йәш быуынға Тыуған иле өсөн ғүмерен биргән һалдаттарҙың батыр­лығын иҫләтеп торасаҡ. Хәтер ташы республика субсидияһы, урындағы хакимиәттән бүленгән аҡса, халыҡтың һәм эшҡыуар­ҙарҙың уртаҡ көсө менән барлыҡҡа килгән. Обелискыны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов сығыш яһап, ҡатмарлы осорҙа йәшәһәк тә, халыҡ менән ҙур эш башҡарылыуын билдәләне, әүҙемдәргә Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Яҡташтарына изге эштәрҙә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған эшҡыуарҙары, фермерҙары менән дә көслө был төбәк. Әлеге обелискыны булдырыуға крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Динар Мәхийәнов та тос өлөш индергән.

 

Музейҙа шағир тураһында тарих һаҡлана

 

Туҡһанбайҙа шағирҙың музейында булыу ҙа ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Төрлө йыл­дарҙа Мифтахетдин Аҡмулла премияһына лайыҡ булған лауреаттарҙың ғына түгел, Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарының да Туҡһанбайҙағы сарала ҡатнашыуы йәштәрҙең мәшһүр шәхестәр менән ҡыҙыҡһыныуын сағылдырҙы. Әйт­кәндәй, был уҡыу йорто студенттары – Аҡмулла музейының даими ҡунағы.

Ысынлап та, бөйөк сәсәндең ижад, тормош юлы хаҡында бында бай мәғлүмәттәр тупланған. Ул 1981 йылда шағирҙың тыуыуына 150 йыл тулыуға арнап асылған. Шул ваҡыттан бынан кеше өҙөлмәй, уларҙың һаны йылына алты меңгә етә. Эргәһендә шағирға ҡуйылған һәйкәл дә – яҡташтарының Аҡмуллаға хөрмәт билдәһе.

Музей мөдире Миләүшә Ғәйнетдинова мәғрифәтсе-шағирҙың тормош һәм ижад юлы тураһында ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле итеп һөйләне. Бөйөк шәхес тураһында хәтергә алыу уның тураһында иҫтәлектәрҙе яңыртты.

– Аҡмулла ҡайҙа ғына булмаһын, олоһон да, кесеһен дә белемгә өндәгән. Уның шиғырҙарын халыҡ шунда уҡ отоп алыр һәм яттан һөйләп йөрөр булған. Уҡымыш­лылығы, тура һүҙлелеге, ғәҙеллеге өсөн халыҡ уны Аҡмулла тип йөрөткән. Ул, ҡаланан-ҡалаға, ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйләүгә йөрөп, халыҡтың ауыр  тормошон күргән, байҙарҙың рәхимһеҙлегенә, ҡомһоҙ­лоғона йөрәге әрнегән. Ярлы-ябағаны яҡлап, уны тырыш булырға, белемгә ынтылырға саҡырып, шиғырҙар әйткән. Аҡмулланың шиғырҙары ярлыларға – йыуаныс, байҙарға ҡарата иһә әсе һүҙ, киҫәтеү булып яңғыраған.

Музейҙа иң ҡиммәтле ҡомартҡыларҙың береһе – китап һалыр өсөн ҡулайлама. Мифтахетдин Аҡмулла уны үҙ ҡулы менән бер сөй ҡулланмайынса эшләгән, – тип һөйләне ҡунаҡтарға Миләүшә Таһир ҡыҙы.

Ғөмүмән, музейҙа 700-ләп экспонат һаҡлана. Аҡмулланың китаптары, XIX быуат башҡорттарының көнкүреш әйберҙәре бар. Һәр залдың үҙенең тәғәйенләнеше: бере­һендә Аҡмулла премияһы лауреаттарының фоторәсемдәре урын алған, икенсеһендә этнографик башҡорт өйө күренеше сағылған, өсөнсө зал шағирҙың тормош юлына, ижадына бағышланған, уның шәжәрәһен, ҡулъяҙмаларын, башҡорт, ҡаҙаҡ музыка ҡоралдарын күрергә мөмкин.

 

Сафар халҡы ла ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршыланы

 

Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған ерен­дәге саралар артабан Сафар ауылында дауам итте. Ауыл клубында халыҡ менән йәнле осрашыу булды. Район хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов Сафар халҡына тырыш­лығы, берҙәмлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Урында күрелгән төҙөкләндереү сараларын да иғтибарға алды.

Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған кисәне ауыл мәктәбе уҡыусылары мәшһүр сәсәндең шиғырҙары менән дауам итте. Аҡмулла премияһы лауреаттарының, башҡа ҡунаҡтар­ҙың сығыштарын да халыҡ яратып тыңланы. Мәртәбәле шәхестәрен шулай ҡәҙерләгән­дәре өсөн миәкәләргә рәхмәт һүҙҙәре лә яңғыраны. Мифтахетдин Аҡмулла исемен­дәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты вәкилдәре мәғрифәтсенең шиғырҙарын да һөйләне, йыр-бейеүгә һәләтле булыу­ҙарын да күрһәтте.

Юғары уҡыу йортоноң башҡорт филоло­гияһы факультеты магистранты – Ейәнсура ҡыҙы Нурзилә Ҡолһарина Миәкә еренә беренсе тапҡыр килеүе һәм бай күңел кисерештәре алыуы тураһында һөйләне.

– Педагогия университетында беренсе курстан алып аҙаҡҡаса Мифтахетдин Аҡ­муллаға ҡарата, бөйөк мәғрифәтсе булараҡ, тәрән һөйөү тәрбиәләнә. Бөгөн сәсәндең тыуған төйәгендә булыу – беҙҙең өсөн иҫтә­лекле ваҡиға. Был сара күңелдә оҙаҡҡа һаҡ­ланыр. Йорт-музейында булып, урындағы халыҡтан уның тураһында ишетеү ҙә мөһим ине. Миәкәләрҙең бик ҡунаҡсыл булыуына иғтибар иттек, студенттар килде, тип беҙҙе ихлас ҡаршы алдылар. Ауылдары ла күркәм, ғөмүмән, Миәкә бар яҡлап оҡшаны, – тине Нурзилә.

Залда йәш быуындың ҡатнашыуы ла тәрбиәүи көскә эйә булды, сөнки тап ошондай осрашыуҙар балаларға шәхестәребеҙҙе белеп үҫергә ярҙам итә. Ауыл сәхнәһендә яңғыраған музыкаль сығыштар аша аҫаба халыҡтың моңо, мәҙәниәте менән таныштыҡ.

 

Быйылғы премия – педагогия институтында

 

Миәкә ерендә башҡорт халҡының күренек­ле мәғрифәтсе-шағиры Мифтахетдин Аҡмул­ланың тыуыуына 191 йыл тулыуға арналған саралар район мәҙәниәт һарайында Аҡмулла премияһын тапшырыу тантанаһы менән тамамланды. Был көндә залда шағирҙың фекерҙәштәре, рухташтары йыйылды.

Миәкә халҡы үҙенең һәләтле улын онотмай. Йыл һайын Аҡмулла исемендәге лауреаттар билдәләнә. Быйыл уның 34-се лауреаты тәбрикләнде.

Район хакимиәте башлығы Ришат Аҡту­ғанов, кисәгә йыйылыусыларҙы тәбрикләп, был сараның киңәйә барыуын иғтибарға алды.

– Талантлы яҡташыбыҙ Мифтахетдин Аҡмулланың ижады, тормошо барыбыҙҙы ла бөгөнгө сараға берләштерә. Аҡмулла ҡайһы ғына тарафтарҙа йөрөһә лә, барыһы ла уны үҙенең яҡташы итеп һанаған, сөнки ул үҙе лә бөтә халыҡтарға ҙур ихтирам менән ҡараған. Аҡмулла – уҡытыусы, шағир һәм тәрән аҡыл эйәһе. Ул мәҙәни ҡиммәткә эйә бай рухи мираҫ ҡалдырған. Уның фекерҙәре бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай. Тотош кешелекте борсоған проблемаларҙы күтәргән мәғрифәтсе-шағир башҡорттарҙың ғына түгел, башҡа милләт халыҡтарының да һөйөүен яулаған. Аҡмулланың исемен мәңгеләштереү маҡсатында ҙур эштәр алып барыла. 1989 йылдан алып Аҡмулла исемендәге премияны йыл һайын декабрь айында тапшырып киләбеҙ. Шағирҙың ижады һәм тормошона арналған иң яҡшы әҫәрҙәр, район хеҙмәтсәндәре тормошон сағылдырған эштәр баһалана. Күренекле шағир Рәшит Шәкүр уның тәүге лауреаты исеменә лайыҡ булғайны, быйыл премияны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты коллективы алды, – тип тантаналы рәүештә уны уҡыу йортоноң проректоры Алмас Мостаевҡа тапшырҙы.

Алмас Флүр улы, ошондай юғары наградаға рәхмәт белдереп, бының һәр уҡытыусы, һәр студент өсөн мөһим булыуын билдәләне. “Был премияны республикабыҙ өсөн уҡытыусылар әҙерләүҙәге ҡаҙаныш­тарыбыҙҙы баһалау тип ҡабул итәбеҙ”, – тине ул, миәкәләргә ихлас рәхмәт белдереп.

Тамаша залында ҡасандыр Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлап, әлеге көндә Миәкәлә уңышлы хеҙмәт иткән уҡытыусылар ҙа бихисап ине. Уларҙың бер нисәһенең сәхнәгә сығып, үҙҙәрен һөнәрле иткән уҡыу йортона рәхмәт белдереүҙәре, студент йылдарын хәтергә алыуҙары ла сараны тулыландырҙы.

Һәр сығышта Аҡмуллаға хөрмәт, ихтирам сағылды. Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Алмас Сәйетов, тура һүҙле сәсәндең әйткәндәрен киләһе быуын да белеп, һеңдереп үҫергә тейеш, тигән фекерен еткерҙе.

 

Аҡмулла шиғырҙарын һөйләүселәр бүләкләнде

 

Тағы ла бер күркәм ваҡиға менән үҙен­сәлекле булды кисә, “Аҡмулла һабаҡтары. Наследие Акмуллы” республика проекты сиктәрендә быйыл үҙәк район китапханаһы тарафынан “Аҡмулла уҡыуҙары” конкурсы ойошторол­ғайны. Республикабыҙ әҙәбиәте­нең иң яҡшы өлгөләрен танытыу, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы маҡсат итеп ҡуйған был конкурста ҡатнашыусылар сәсәндең шиғырҙарын яттан һөйләне. Еңеүселәр байрам тантанаһында дипломдар менән бүләкләнде.

“Башҡорт телендә шиғырҙы яттан һөйләү” номинацияһында өлкәндәр араһында беренсе урынға Боғҙан ауылынан Зәлифә Янышева лайыҡ булды.

– Был конкурсты ойоштороусыларға рәхмәт. Аҡмулланың шиғырҙарын белеп үҫеү йәһәтенән бындай сара бигерәк тә йәш быуын өсөн мөһим. Аҡмулланың ижады менән күптән ҡыҙыҡһынам. Бигерәк тә тәбиғәт темаһына арналған шиғырҙары оҡшай. Уларҙың һәр береһенә тәрән фекер һалынған. Шиғырҙарҙа хәҙерге телмәрҙә ҡулланылмаған һүҙҙәр ҙә осрай, уларҙы һүҙлектәрҙен ҡарап, мәғәнәһенә ныҡлап төшөнөп ҡуям. Үҙемдең дә Аҡмулланың шиғыр стилен өйрәнеп яҙған ғилми эшем бар. Йылдар үтһә лә, шиғырҙары иҫкермәй, кисә генә яҙылған кеүек. Аҡмулланың һәр ваҡыт белемгә, камиллыҡҡа ынтылыуы ла өлгө булып тора, – тип һөйләне оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Зәлифә Фәтих ҡыҙы.

Шулай уҡ шиғырҙарҙы рус телендә яттан һөйләүселәр араһында ла еңеүселәр иғлан ителде. Балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә ҡатнашыуы менән дә ҡиммәт ине әлеге ижади бәйге. Бәләбәй районынан Лидия Мавлюта-Шурсал Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырын сыуаш теленә тәржемә итеп һөйләгәне өсөн беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Миәкә районының Садовый ауылынан VIII класс уҡыусыһы Ләйсән Гәрәеваның үҙе ижад иткән “Мәңге йәшә, Аҡмулла!” тигән шиғыры ла юғары баһа алды.

Аҡмулла исемендәге премияға быға тиклем лайыҡ булған лауреаттарҙың ҡатна­шыуы ла кисәнең мәртәбәһен арттырҙы. Уларҙың береһе – Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәрүәр Сурина миәкәләргә байтаҡ йылы һүҙҙәрен әйтте.

– Башҡорт телен, Аҡмулланы ҙурлап, бөгөн Миәкә ерендә ҙур ҡор үтә. Бындай сараларҙа хәҙер бер нисә тапҡыр ҡатнашам. Аҡмулланың тыуған төйәгендә үҙемдең ижадымды үҫтереү өсөн дә бик күп тема таптым. Керчь тигән ат булһынмы, һушты алырлыҡ аҫалы балаҫтармы, Дим буйына ғына хас талғын йырҙармы – барыһына ла бай, тәрән темалар һалынған. Был яҡҡа тап ошо йырҙарҙы ла һағынып киләбеҙ, – тине ул сығышында.

Башҡорт халҡының моңона, йыр-бейеү­ҙәренә тулы булды сәсәндең тыуған төйә­гендәге байрам. Ғаяз Исмәғилев етәкселе­гендәге башҡорт халыҡ хоры, “Дим ҡыҙҙары” бейеү квартеты, “Лилиә” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, ғөмүмән, һәр музыкаль сығыш тамашасы күңелен арбаны. Арҙаҡлы шә­хестәрен ҙурлау ҙа, тарихыбыҙға ихтирам да, мәҙәниәтебеҙҙе данлау ҙа сағылды Аҡмулла төйәгендә.

- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Миәкә районы

Читайте нас: