

Билдәле юрист, Башҡортостан Республикаһы Конституция судының элекке рәйесе республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.
– Мин уны бик күптән, ул завод директоры булған ваҡыттан уҡ, беләм. 1990 йылда беҙ БАССР-ҙың Юғары Советына депутат булып һайландыҡ. Шунан ул Юғары Совет рәйесе, Башҡортостан Президенты вазифаһына дәғүә иткәс, юрист булараҡ, уға программалар төҙөүҙә ярҙам иттем. Миңә уның командаһында оҙаҡ йылдар эшләү бәхете тейҙе.
Ҡабатланмаҫ көс-ҡеүәте, лидерлыҡ сифаттары менән һоҡландырҙы, аралашыуы еңел булды, кешеләрҙе яҡшы белде. Ябай халыҡ араһынан сыҡҡан етәксе халыҡ хәтерендә мәңгегә ҡаласаҡ.
Республика үҫешһен өсөн шул тиклем күп эш башҡарған Башҡортостандың ысын илһөйәре вафат булыуын ҡабул итеү үтә ауыр, – тине Зөфәр Йәнекәев.
Фото: vegu.ru