Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе, 1996 – 2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығына етәкселек иткән отставкалағы милиция генерал-лейтенанты Рафаил Диваев, республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың исеме ил тарихында сағыу сәйәсмән булараҡ мәңгегә ҡаласаҡ, тип белдерҙе.
– Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов, һис шикһеҙ, һәр яҡлап үҫешкән шәхес, көслө етәксе, халыҡҡа иғтибарлы кеше булараҡ хәтерҙә ҡалыр. Уның етәкселегендә Рәсәйҙең ҡеүәтле, терәк төбәге барлыҡҡа килде. Ул илдең сәйәси һәм иҡтисади өлкәләрендә йоғонтоло шәхес булды. Һәм мин, 50 йылдан ашыу хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт иткән кеше булараҡ, Мортаза Ғөбәйҙулла улы ғүмер буйы республика мәнфәғәттәре һағында торҙо, тип әйтә алам.
Ифрат ҙур яуаплылыҡ талап иткән бик ауыр дәүләт бурыстары уның шәхесенә, характерына ҙур йоғонто яһаны. Тәүәккәллек, ҡарарҙы тиҙ ҡабул итеү, төрлө мәсьәләләргә йәшен тиҙлегендә яуап биреү, проблемаға киң ҡараш, хәлде тәрән анализлау, ғәмәлдәге мөмкинлектәр менән уның эҙемтәләрен баһалай белеү хас булды Президентҡа. Шул уҡ ваҡытта, бындай эштә ҡатылыҡ талап ителһә лә, Мортаза Ғөбәйҙулла улы, ябай ауыл кешеһеме, юғары дәрәжәле етәксеме, кешеләргә ғәжәп иғтибарлы, ихтирамлы булыуы менән айырылып торҙо. Һәм тап ошо сифаттарҙың ҡушылыуы уны Башҡортостандың ғына түгел, тотош Рәсәйҙең тарихында мәңгегә көслө сәйәсмән итеп ҡалдырҙы.
Уның хоҡуҡ һаҡлау органдарына даими ярҙамын, хеҙмәткәрҙәрҙең ҡатмарлы эшен аңлауын баһалап бөткөһөҙ. Үҙенең мәшәҡәттәргә күмелеүенә ҡарамаҫтан, эске эштәр органдарының бурыстары, ихтыяждары, йәмәғәт тәртибе торошо, республиканың енәйәти хәле менән ҡыҙыҡһынмаған бер генә көнө лә булманы. Мортаза Рәхимов һәр ваҡыт айырым кешенең һәм тотош халыҡтың хәүефһеҙлеген ышаныслы тәьмин итеүҙе иң өҫтөнлөклө бурыс тип һананы.
Республикаға етәкселек иткән мәлдә эске эштәр органдарының һәм эске ғәскәрҙәрҙең матди-техник хәле нығынды, киңәйтелде, ҡануниәт, норматив база камиллаштырылды, капиталь төҙөлөш, реконструкция әүҙем алып барылды – эске эштәр органдарының һәм бүлексәләренең яңы административ биналары даими сафҡа индерелде.
Кешелекле, иғтибарлы хужа Төньяҡ Кавказ территорияһында вазифа бурысын үтәгән Башҡортостан Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тураһында ла хәстәрлек күрҙе. Республика хәрби шарттарҙа кешеләрҙең ғүмерен мөмкин тиклем һаҡлау өсөн бар көсөн һалды, яраланған иптәштәребеҙҙең ғаиләләренә әхлаҡи, матди ярҙам күрһәтте. "Намыҫым бар" тигән һүҙбәйләнеш уның тураһында – Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов хаҡында, – тине Рафаил Диваев.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Башинформ” агентлығы.