Республиканың беренсе Президенты М.Ғ. Рәхимов 1956 йылда Өфө нефть техникумын “Нефть һәм газ эшкәртеү” һөнәре буйынса тамамлай. Ул операторҙан “Өфөнефтехим” заводы директорына һәм республика Президентына тиклем юл үтә. Мортаза Ғөбәйҙулла улы СССР-ҙың халыҡ депутаты, Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы рәйесе итеп һайлана. 2010 йылдың 22 октябренән “УРАЛ” хәйриә фонды Советы рәйесе булды.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы үҙе белем алған уҡыу йортон бер ҡасан да онотманы, унда ҙур теләк менән барып йөрөнө, студенттар менән аралашты, колледждың матди-техник хәлен үҫтереүгә ярҙам итте.
“Өфө нефть техникумындағы студент йылдарымды һәр саҡ йылылыҡ менән иҫкә алам. Тап ошо уҡыу йортонда артабанғы яҙмышымды билдәләгән иҫ киткес яҡшы кешеләрҙе, һәләтле уҡытыусыларҙы осратыуыма шатмын. Бында мин ысын мәғәнәһендә “тормошҡа юллама” алдым. Был уҡытыусыларҙың һөйөүе, профессионализмы һәм ижади энергияһы улар уҡытҡан, тәрбиәләгән кешеләрҙең изге эштәрендә, хеҙмәт ҡаҙаныштарында мәңге йәшәйәсәк” тигән һүҙҙәр бар М.Ғ. Рәхимовтың Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының 75 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ҡотлауында.
Хәҙер Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы тип аталған был уҡыу йортоноң коллективы Мортаза Ғөбәйҙулла улының туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. "Олуғ шәхес хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланасаҡ. Уның хеҙмәте, ярҙамы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың беҙҙең уҡыу йорто студенты булғаны менән сикһеҙ ғорурланабыҙ", - ти улар.
Сығанаҡ: vk.com/uecoll