Мортаза Рәхимов иң ауыр осорҙа республикаға етәкселек итте, тип билдәләне Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова.
– Ҙур ҡайғы, ҙур юғалтыу кисерҙе беҙҙең Башҡортостан халҡы. Бөгөн Мортаза Ғөбәйҙулла улының рухына доға уҡымаған кеше һирәктер, тип уйлайым. Уны мәңгелеккә оҙатыуҙа ҡатнаштыҡ. “Башҡортостан” дәүләт концерт залы үҙ йәшәү тарихынды бындай халыҡ ағымын күргәне булмағандыр. Шәхестәр, Аллаға шөкөр, Башҡортостанда күп, ләкин Мортаза Ғөбәйҙулла улы иң ауыр - үҙгәртеп ҡороу ваҡытында Башҡортостанға етәкселек итеү бурысын иңенә алды. Иртәгә нимә булырын белмәгән осор. Икенсе идеология, власть алмашына... Бына шундай ауыр ваҡытта Мортаза Ғөбәйҙулла улы беҙҙе көрсөктән алып сыҡты.
Сит өлкәләр арҡаларына тоҡ аҫҡанда, аслыҡ кисергәндә, Башҡортостан халҡы ошо ауыр ваҡытты сағыштырмаса еңел үткәрҙе, сөнки уның ысын хужаһы булды. Мортаза Ғөбәйҙулла улының атаһы - колхоз рәйесе - ауыл халҡын, хужалыҡты нисек ҡайғыртҡан, улы ла, “атаһынан күргән юҡ юнған” тигәндәй, бар Башҡортостанды усында тотоп торҙо, барыбыҙ тураһында ла атайҙарса хәстәрлек күрҙе.
Уның етәкселегендә республикабыҙҙа башҡорт та, урыҫ та, татар ҙа, сыуаш та үҙ мәҙәниәтен үҫтерә алды. Беҙ, башҡорттар, үҙебеҙҙе ысын мәғәнәһендә ошо ерҙең хужаһы итеп тойоп, рәхәтләнеп башҡортса һөйләшә башланыҡ, мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытылды. Күпме мәҙәниәт һарайҙары, юлдар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, спорт комплекстары һалынды!
Уның халҡына күрһәткән изгелектәрен, оло фиҙакәр хеҙмәтен баһалап бөтөрлөк түгел. Ил ағаһының хеҙмәтен, тормошон әллә күпме өйрәнергә кәрәк буласаҡ әле.
Бына шундай олуғ шәхес менән бәхилләштек бөгөн. Урыны ожмахта булһын. Башҡа етәксе булып килә торған кешеләргә һәм бөгөнгө хужаларға Мортаза Ғөбәйҙулла улының тормошо, эшмәкәрлеге оҫталыҡ һабағы, кешеләрҙе яратыу мәктәбе булһын, – тине Таңсулпан Ғарипова.
Автор фотоһы һәм "Юлдаш" радиоһы төркөмөнән.