Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
13 Ғинуар 2023, 15:52

Рәхмәт һиңә, уҙаман!

Бөтөн эш тә, бар тырышлыҡ та кеше мәнфәғәтенә ҡоролған.

“Ике һөт” тигән автомашина, дөрөҫөрәге, еңел йөк йөрөтөргә тәғәйенләнгән “Москвич” тиҙәр, ике күнәк һөт һыйҙырышлы, шуға “ике һөт” юл буйлап баҫыуҙың башына сыҡты ла туҡтаны. Хужаһы баҫыу буйлап елдергән сәскесле тракторға ҡарап ҡатты, үҙенең йоҙроҡтары ҡыҫылғандан-ҡыҫылды. Берәйһе ситтән ҡарап торһа, был һуғышырға итә икән тип уйлар ине. Тап шулай булды ла. Трактор ер башына етеп, борола башлағайны, әлеге ир, шул яҡҡа ҡарап, ҡулын бер генә һелтәне. Трактор туҡтаны, йөрөтөүсеһе йәһәт төшөп, хужа алдына килеп баҫты. Уныһы трактористы түшенән матҡып тотоп алды ла йоҙроҡло икенсе ҡулын күтәрҙе.

– Юҡ, юҡ, агроном ағай! Һуҡма! Былай ғына әйт!

– Былай ғына әйткәнде һин аңламайһың бит! Ширлегеңә берҙе ҡундырһаң, онотмаҫлыҡ булыр! – Әммә һуҡманы. – Ҡайҙа саптыра­һың? Мин һиңә нисә әйттем, сәсеүҙә тиҙлекте икенсенән арттырмаҫҡа, тип. Ә һин дүртенсе менән киләһең. Орлоҡ ергә ятып өлгөрмәй бит.

– Һуң анау, – тракторист был яҡҡа етеп килгән икенсе сәскескә иҙәне. – Иртәнән бирле минең алдан тик йөрөй. Уның туҙанын күпме эсергә була.

– Туҙан булһа, артҡа ҡал. Саңдың баҫылғанын көт. Һинең иҫәүәнлегең арҡаһында ун центнерҙай буласаҡ уңыш юҡ булды. Һуңғы биш йөҙ метрыңды яңынан сәс!

Агроном тракторҙың ҡуҙғалып киткәнен, элекке юлынан яңынан барғанын ҡарап торҙо ла күрше баҫыуға сыҡты. Быныһында культиватор таҡҡан трактор хәрәкәтһеҙ ултыра ине. Тракторист двигателдә нимәлер эшләгән була.

– Ни булды? – тип килеп һораны агроном.

– Әллә. Аптыраным инде. Һүнде лә, ҡабыҙып булмай.

– Ҡайҙа кит әле. – Агроном үҙе моторҙы тикшерергә тотондо. Бер аҙҙан: – Бар, ултыр кабинаға, ҡыҙҙыр! – тине.

Тракторист шулай эшләне, трактор ҡабынды ла китте. Тракторист урынынан һикереп төшөп, тегеһенең ҡулын  ике ҡуллап тотоп һелкте.

– Ринат Гәрәйшевич! Һин инженер түгел, агрономһың да инде. Бер механик килеп төҙәтә алмағанды “һә” тигәнсе йүнәттең дә ҡуйҙың, – тип ҡыуанды.

Ринат ирен сите менән генә йылмайҙы ла артабан китте.

Ринат баҫыуҙан баҫыуға, бригадтан бригадҡа йөрөп, һуң ғына ҡайтты өйөнә. Машинаһын ҡуйып, тышта йыуынып инеп, тамаҡ туйҙырырға ғына ултырғайны, телефон шылтыраны. Колхоз рәйесе Илья Захаров икән.

– Ринат Гәрәйшевич, тамағыңды туйҙыр ҙа минең янға кил әле, – ти был.

Агроном йәһәт-йәһәт ҡапҡыланы ла колхоз идараһына бара һалды. Рәйес бер үҙе ултыра ине.

– Ринат Гәрәйшевич, бик мөһим хәбәр бар, – тип ҡаршыланы. – Һин нисә йыл эшләйһең әле беҙҙең колхозда?

– Бишенсе.

– Арыу уҡ булып та киткән икән шул. Яңы ғына институт бөтөрөп килгән һымаҡһың ине. Бер уйлаһаң, шулай үткәндер ҙә шул. Уңыш буйынса колхозды районда беренселәр рәтенә сығарҙың бит. Быны бер-ике йылда ғына эшләп булмай. – Рәйес бер аҙ шым ултырҙы, шунан: – Мине районға эшкә димләйҙәр. Ризалаштым. Үҙемдең урынға һине тәҡдим итәйем тигәйнем. Нисек ҡарайһың? – тине.

Ринат күтәрелеп ҡарап йылмайҙы ла ҡапыл ғына өндәшмәне. Алған уңыштары өсөн Мәскәүҙә Бөтә Союз күргәҙмәһендә ҡатнашҡан саҡта, унан һуң йәшелсә үҫтереү буйынса Краснодар ауыл хужалығы академия­һында, Әстрхан һәм Иваново өлкәләрендә тәжрибә уртаҡлашып йөрөгәндә, алдан һөйләшеп ҡуйғандай, “Һеҙ – илдең иң яҡшы агрономдары. Һеҙҙе ҙурыраҡ дәрәжәле эшкә саҡырырҙар. Беҙҙең кәңәш: агрономлыҡтан китмәгеҙ. Һеҙ булмаһағыҙ, юғары уңышты кем үҫтерер?” тинеләр. Дөрөҫ әйткәндәр икән. Ана бит, өгөтләп тә ултыра, тип уйланы. Үҙе Захаровҡа ҡарап:

– Әллә, – тине. – Ни әйтергә лә белмәйем. Уйларға мөмкинме?

– Әлбиттә, мөмкин.

Әммә уйларға ирек бирмәнеләр. Иртәгәһенә үк Стәрлетамаҡҡа саҡырҙылар. Партия район комитетының беренсе секретары Машкинға. Машкин Стәрлетамаҡ районында ғына түгел, бөтөн Башҡортостанда шау-гөр килгән етәксе, Социалистик Хеҙмәт Геройы, КПСС өлкә комитетының бюро ағзаһы ине.

– Әйҙә, Ринат, колхозды ал ҡулыңа, – тине был.

– Хөрмәтле Федор Иванович, был һүҙҙе бер нисә ай элек әйтһәгеҙ, һис уйламай  ризалашыр инем. Тик хәҙер булмай. Мин ауылдаштарыма, Стәрлебаш районы­ның Ҡабыҡҡыуыш ауылы кешелә­ренә вәғәҙә биреп өлгөрҙөм бит. Ҡайтам, ауылда эшләйем, тинем. Улар димләп мине ауыл хужалығы институтына ебәрҙеләр. Шуның рәхмәтен ҡайтарырға тейешмен. Мине эшкә өйрәткәнегеҙгә рәхмәт. Әммә һүҙегеҙҙе йығырға тура килә.

Машкин асыуланманы ла,  бәхәсләшмәне лә. Башҡорттарҙың ныҡымыш икәнлеген белә бит. Берәүгә вәғәҙә бирҙеләрме, үтәй. Ҡар, ямғыр түгел, таш яуһын, барыбер үтәй. Шуға:

– Йәл, – тиеү менән сикләнде.

Ринат Әхмәтов Ҡабыҡҡыуышҡа ҡайтты, ҙур итеп өй һалды. Әммә ул теләгән эш булманы. Агроном урыны буш түгел ине. Шуға төҙөүселәрҙә прораб булып китте. Үҙе өй ҙә һалғас, уңайлы булыр, тип уйланы. Аҙаҡҡараҡ газ тәьминәте ойошмаһында эшләп алды.

1995 йылда Ҡабыҡҡыуыш ауыл Советына депутат булып һайлан­ғас, уға совет эшен етәкләргә тәҡдим итәләр. Гел генә производствола йөрөп күнеккән кешегә был хеҙмәт бөтөнләй ят тойолдо. Шунан уйлана торғас, ризалашты. Ауылдаш­тарының тормошон яйлар өсөн кәрәкле вазифа итеп күрҙе уны. Тәүҙә ауыл Советының хәле менән танышты. Тауыҡ сүпләһә лә бөтөрә алмаҫлыҡ икән дә баһа бындағы эш. Күпме генә тырышһаң да бөтмәй ҙә, нисек кенә йүгереп йөрөһәң дә, кеше күҙенә күренмәй ҙә торған мәшәҡәт икән. Ни хәл итәһең, муйыныңа ҡамыт кейгәс, тартыр кәрәк. Законда билдәләнгән һалымдарҙы йыйыуҙан башлап, ауыл кешелә­ренең көнкүрешен еңеләйтеүгә тиклем бөтөн эшкә  башкөллө сума Ринат. Ауылдың үҙендә ауыл йорттарын, урам-тыҡрыҡтарҙы, күпер һәм юл киҫәктәрен төҙәтеү генә булһа, ни әйттең дә бит. Иң ауыры шул эштәрҙе башҡарыр, көнкүреш­те яйға һалыр өсөн ҡорамал, төҙөлөш кәрәк-ярағы алырға аҡса кәрәк, күп аҡса кәрәк бит. Уны ҡайҙан табырға? Әхмәтов район юлын тапай, йыш ҡына Өфөгә сығып китә. Совет эше өсөн бюджетта ҡаралған аҡсаны ғына көтөп ултырһаң, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Йүгереп йөрөһәң, бюджет һумдарын да арттырып була, инвесторҙар ҙа табып була икән. Бер нисә йылдан Ҡабыҡҡыуыш ауыл Советы ауылдары үҙгәрә башлай, тағы ла бер аҙҙан улар танымаҫлыҡ хәлгә килә. Юлдар һалына, урамдарға асфальт түшәлә, һәр йортҡа һыу, газ үткәрелә, теләүселәргә интернет эшләп тора, үҙҙәренең мәктәбе бар. Ауыл кешеләре үҙҙәренең бөйөктәре менән ғорурлана. Ә улар Ҡабыҡҡыуышта байтаҡ. Миҫалға инженер, ғәрәп теле белгесе, филология фәндәре кандидаты, “Ҡөрьән Кәрим” китабының башҡортса яңғырашын яҙған белгес Нурмөхәммәт Һөйәрғоловты ғына әйтеү ҙә етә. Үҙе ауылдан ситтә йәшәһә лә, ауылы өсөн барыһын да эшләргә тип йән атып тора. Бөгөн Ҡабыҡҡыуыш кешеләре ҡала шарттарында көн күрә. Бының өсөн, әлбиттә, ауыл Советы рәйесе һәм хакимиәт башлығы Ринат Әхмәтов бик күп көс һалды. Ауыл етәксеһе, уның коллективы, ауыл кешеләре бына ошолай булырға тейеш ул, тип Ҡабыҡҡыуышта район, республика кимәлендә семинарҙар үткәреп, йөҙәрләгән ауыл Советы рәйесенә күрһәттеләр. Ошо түгелме ни баһа, ошо түгелме ни Әхмәтовтың хеҙмәтен таныу!

Башҡортостан Хөкүмәте бының менән генә сикләнмәне. Башҡорт­остан Республикаһының беренсе Президенты М. Рәхимов уға рес­публиканың иң оло наградаһы – Маҡтау грамотаһын тапшыр­ғайны, былтыр республика Башлығы Р. Хәбиров Әхмәтовты “Хеҙмәт батырлығы” миҙалы менән бүләкләне.

Ер эшен, ер үҫентеләрен ныҡ ярата Ринат Әхмәтов. Әммә тормош иген игеү, сөгөлдөр, йәшелсәнән мул уңыш алыу менән генә сикләнмәй, бөтөн эш тә, бар тырышлыҡ та кеше мәнфәғәтенә ҡоролған. Ә ауыл Советы эшендә ул һанап бөткөһөҙ файҙа, изгелек ҡылды. Рәхмәт һиңә, уҙаман!

- Х. ҒӘЛИМОВ

Читайте нас: