Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
13 Ғинуар 2023, 21:00

"Рәсәйҙең мәҙәниәт министрын хайран ҡалдырғайныҡ..."

Хәләф Ишморатов: "Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән эшләү еңел дә, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы ла ине".

"Рәсәйҙең мәҙәниәт министрын хайран ҡалдырғайныҡ..."
"Рәсәйҙең мәҙәниәт министрын хайран ҡалдырғайныҡ..."

Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовты һуңғы юлға оҙатырға уның командаһында эшләгән дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре күпләп килгәйне. 1994-1995 йылдарҙа – республиканың мәҙәниәт министры, 1995 – 2005 йылдарҙа Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары булған Хәләф Ишморатов Мортаза Ғөбәйҙулла улын “киң ҡарашлы сәйәсмән” тип билдәләне.

– Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән эшләүе еңел дә, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы ла ине. Еңел, сөнки мәсьәләләрҙе үҙ йөрәге аша үткәреп, аныҡ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә торғайны. Ҡатмарлы, сөнки бик талапсан булды. Үҙе былай көндәрҙә генә түгел, ә шәмбелә лә, шәкшәмбелә лә иң беренсе эшкә килә лә иң аҙаҡтан ҡайта торғайны. Үҙ ҡулы аҫтында эшләгәндәрҙән дә шундай уҡ тәртипте талап итте. Ул йылдарҙа ҡала, район хакимиәттәре, министрлыҡтар барыһы бер команда булып, төптән егелеп, илебеҙ, халҡыбыҙ мәнфәғәтендә тырышып эшләне.

Ул, бер ҡарағанда, бик ябай булды, икенсе яҡтан, ҡарарҙарҙы шундай фәлсәфәүи ҡараш менән, төплө итеп ҡабул итер ине.

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Рәсәйҙә, элекке СССР биләмәһендә, бик киҫкенләшкән милләт-ара мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеүгә тос өлөш индерҙе. I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәргәс, Мортаза Ғөбәйҙулла улының указына ярашлы, рустарҙың Соборын, татарҙар конгресын ойошторҙоҡ, мариҙар, сыуаштар, мордвалар, йәһүдтәр һәм башҡалар барыһы ла үҙҙәренең съездарын үткәреп, аныҡ ҡарарҙар ҡабул итте. Ошо нигеҙҙә, Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында төрлө халыҡтар милли үҙәктәргә берләшеп, ҡулға-ҡул тотоношоп эшләп китте. Әгәр ҙә республикабыҙҙа шул ваҡытта милләт-ара, дини нигеҙҙә бер ниндәй ғауға-низағ килеп сыҡмаған икән, бында, һис шикһеҙ, Мортаза Ғөбәйҙулла улы алып барған сәйәсәттең өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Тап шул йылдарҙа Башҡортостанда бер юлы дүрт объектта эш алып барылды: Башҡорт дәүләт академия драма театрын, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрын реконструкциялау, "Нур" татар дәүләт, Милли йәштәр театрҙарын төҙөү. Был эштәрҙең барыһы ла республика бюджеты иҫәбенә атҡарылды.

2001 йылда Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостанда Координация советы ултырышын үткәрҙе. Республикаға илебеҙҙең барлыҡ төбәктәренән мәҙәниәт министрҙары килде. Өс көн дауамында улар беҙҙәге мәҙәни хәл-торошто ҡараны. Ҡайтыр алдынан Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Михаил Ефимович Швыдкой аэропортта миңә: “Һеҙ шундай ҙур планка бирҙегеҙ. Хәҙер ярты йылдан киләһе ултырышты Рәсәйҙең ҡайһы төбәгендә үткәрергә тип аптырап торабыҙ, сөнки мәҙәниәт өлкәһендә Башҡортостандағылай киң эшмәкәрлекте әлегә бер ерҙә лә күргәнебеҙ юҡ”, – тине. Бына ошо бәләкәй генә миҫал да Мортаза Ғөбәйҙулла улының бөйөклөгөн асып һала: үҙен “мин - хужалыҡ етәксеһе” тиһә лә, киң ҡарашлы һоҡланғыс сәйәсмән ине ул, – тип һөйләне Хәләф Хәлфетдин улы.   

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

"Рәсәйҙең мәҙәниәт министрын хайран ҡалдырғайныҡ..."
"Рәсәйҙең мәҙәниәт министрын хайран ҡалдырғайныҡ..."
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: