Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
14 Ғинуар 2023, 09:30

Ул бик ҡатмарлы ваҡытта власҡа килде

Уны һайлап, беҙ яңылышманыҡ, сөнки ул саҡта илдә хәл ауыр ине һәм шул ваҡытта ауыл яҡлау тапты. Мортаза Ғөбәйҙулла улы һәр саҡ әйткән һүҙендә торҙо.

Ул бик ҡатмарлы ваҡытта власҡа килде
Ул бик ҡатмарлы ваҡытта власҡа килде

Радил Мөхәмәтдинов – партия һәм дәүләт эшмәкәре, БАССР Юғары Советының дүрт саҡырылыш һәм Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, КПСС-тың XXVIII съезы делегаты, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.

Радил Ҡыяметдин улы белдереүенсә, Мортаза Рәхимовтың республика етәксеһе булып китеүендә уның да өлөшө бар.

–  Мортаза Ғөбәйҙулла улының был эшенә килеүендә мин үҙемде беренсе кеше итеп иҫәпләйем. Ул бик ҡатмарлы ваҡытта власҡа килде. Республикаға идара итеү эшен элек партия комитеты алып бара ине – ил тарҡалғас, ул да бөттө. Һайлауҙы ойоштороу барышы ла контролдән сыҡты – кем теләй, шул кандидатҡа яҙыла. Мин ул саҡта ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары булып эшләй инем, Исмәғил Ғәбитов иптәш – министр.

Һайлауға тәҡдим ителгән кандидаттарҙы ҡараным да, Исмәғил Ғәбитовҡа инеп: “Бында һайларлыҡ кандидат юҡ. Беҙ үҙебеҙгә кәрәк кешене һайларға тейешбеҙ”, – тинем. Ул: “Кемде тәҡдим итәһең?” – ти. Мин: “Бына Мортаза Ғөбәйҙулла улы бар”, – тинем. Мортаза Рәхимов ул саҡта ҙур ғына предприятиеның етәксеһе ине, ул ауыл хужалығына яғыулыҡ менән ярҙам итеп торҙо, Илеш һәм Күгәрсен райондарындағы берәр хужалыҡтарын заводтың ярҙамсыл хужалыҡтары итеп алды. Шуға ла беҙ уны бик оҡшаттыҡ. “Ул ауылда үҫкән ябай, хеҙмәт тәрбиәһе алған кеше. Әйҙә уны күрһәтәйек”, – тинем. Мортаза Ғөбәйҙулла улы ул ваҡытта СССР депутаты ине. Мәскәүҙән шылтырып таптыҡ һәм тәҡдимебеҙҙе еткерҙек. Һуңынан уның рөхсәтен алып, уның тыуған районы исеменән республика депутатлығына кандидатураһын ҡуйҙыҡ, бик һәйбәт үтте, яҡташтары яҡланы. Һуңынан республиканың Юғары Совет Президиумы Рәйесе һайлауына тәҡдим итте. Өфөләрҙең икенсе төрлө фекере лә бар ине, әммә Мортаза Рәхимовты 54 район депутаттары яҡлап сыҡты. Икенсе турҙа Юғары Совет Президиумы Рәйесе булып үтте. Өс йылдан һуң уны республиканың беренсе Президенты итеп һайланылар.

Уны һайлап, беҙ яңылышманыҡ, сөнки ул саҡта илдә хәл ауыр ине һәм шул ваҡытта ауыл яҡлау тапты. Мортаза Ғөбәйҙулла улы һәр саҡ әйткән һүҙендә торҙо. Ул халыҡ менән ябай аралашты, уның һулышын аңлаған кеше булды. Һәр ваҡыт райондарға йөрөнө, хәл менән яҡындан танышты. Ҡулланыусылар йәмғиәтен үҫтереүгә етди иғтибар итте, аҙыҡ-түлек етештереү өсөн яңы ҡорамалдар алдырҙы.

Шулай итеп, ул республиканы һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индерҙе. Мортаза Ғөбәйҙулла улы шул тиклем ҡыйыу кеше булды.

Төрлө етәкселәрҙе һуңғы юлға оҙаттырға насип итте, әммә былай итеп халыҡ ағылып килгәнен күргән юҡ ине, – тине Радил Мөхәмәтдинов.

Автор фотоһы.  

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: