Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
17 Ғинуар 2023, 21:12

Һәҙиәгә тоғролоҡ билдәһе

Әҙибә тураһында аҙ билдәле мәғлүмәттәр донъя күрҙе.

Аҙ билдәле фотоһы. Һәҙиә Дәүләтшина. Ҡырым. Ливадия. 1936 йыл. Яҙыусының Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалындағы музейы фондынан.
Аҙ билдәле фотоһы. Һәҙиә Дәүләтшина. Ҡырым. Ливадия. 1936 йыл. Яҙыусының Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалындағы музейы фондынан.

Ағымдағы йылда Баш­ҡортостан “Китап” нәшриәтендә “Баш­ҡортостандың арҙаҡлы шәхестәре” серияһында “Һәҙиә Дәү­ләтшина. Ижади мираҫы. Хәти­рәләр. Документтар” китабы донъя күрҙе.

Баҫма уның төҙөүсеһе, филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ҡасҡынованың “Һәҙиә Дәүләтшинаның ижади мираҫының аҙ билдәле биттәре” исемле инеш мәҡәләһе менән асылған. Автор билдәләүенсә, яҙыусының ижади мираҫы ҙур түгел, әммә тос һәм йөкмәткеле. Шәхси архивындағы материалдарға нигеҙләнеп, Һәҙиә Дәүләтшинаның тәүге әҫәрҙәре (шиғырҙары) 1921 йылда яҙылған, тигән һығымта яһай ул.

Яҙыусының “Ырғыҙ” романы, “Айбикә”, “Башаҡтар тулҡыны” повестары һәм ҡайһы бер хикәйәләре киң йәмәғәтселеккә яҡшы таныш. Г.Н. Ҡасҡынова үҙенең мәҡәләһендә Һ. Дәүләтшинаның Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалындағы музейында 46 йыл буйы һаҡланған шиғырҙары, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тел, тарих һәм әҙәбиәт институтының ғилми архивында һаҡланып ҡалған ҡайһы бер әҫәрҙәре тураһында һүҙ алып бара, уларҙы анализлай. “Ударник” йыры, “8-се март ударницаларына” шиғырҙарының, “Аҡыҡ бөртөктәре” очеркының тулы варианттарын асыҡлай. “Бәхет ҡошо” нәҫеренең киң йәмәғәтселеккә таныш булмаған шиғри варианты менән таныштыра, “Һырға һабағы” (1935) хикәйәһен яңы күҙлектән анализлай.

“Күңелем дәфтәренә яҙғанмын...” мәҡәләһе –  Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндәрҙең яңы табылған шиғырҙары хаҡында. Бында Дәүләтшиндәрҙең Менәүәрә Йомағолова ҡулында 70 йылдан ашыу һаҡланған шиғри мираҫының әһәмиәте тураһында фекер йөрөтөлә.

“Хәтирәләр. Документтар” тип аталған бүлектә яҙыусының икенсе ире Зәйнулла Сафиндың ҡыҙы Рәйсә Мөхәмәтова, ҡәрҙәштәре Менәүәрә Йомағолова, Миңнур Аткина һ.б. хәтирәләре, 2014 йылда БДУ-ның Бөрө филиалы уҡытыусыла­рының һәм студенттарының Һамар өлкәһе Оло Чернигов районында үткән фольклор экспеди­цияһы мәлендә Сәмсеҡәмәр Хәтипованан, Фәрихә Хөббихужинанан яҙып алған иҫтәлектәре ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Хөснә Юлдыбаеваның “Аҫыл зат”, Фатима Юлтые­ваның “Китап булып сығыр әле”, Миңле­камал Ханисламованың “Һәҙиә Дәүләтшинаны белә инем”, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның “Һөнәрсе образының прототибы”, Рәхимә Сюнскаяның “Арғаяштан уҡ таныш инек” исемле хәтирәләре әҙибәнең йәш саҡтарын, тормошоноң беҙгә билдәле булмаған ҡайһы бер ваҡиғаларын күҙ алдына баҫтыра.

Мөкәрәмә Садиҡованың “Юлдаш булдыҡ”, Ғабдулла Байбуриндың “Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә”, Рамаҙан Ҡотошовтың “Яугир хәтирәләре”, Сәлимйән Бәҙретдиновтың “Яҙмышҡа баш эймәйенсә”, Мәрғүбә Дәүләтшинаның “Яҙмыштары булды аяныслы” мәҡәләләре әҙибәнең Темников лагеры ғазаптарын үтеп ҡайтҡандан һуңғы ғүмерен, “Ырғыҙ” романы өҫтөндә ныҡышмалы эшләгән мәлдәрен һынландыра.

Китапта шулай уҡ яҙыусыға, романдың прототиптарына арналған публицистик характерҙағы материалдар – Ғәзим Шафиҡовтың “Ҡаһарманлыҡ” очеркы, ғалимә, филология фәндәре кандидаты Мәҙинә Хәмиҙуллинаның “Яҙыусының ижади шәхсиәтен өйрәнеү сығанағы булараҡ иҫтәлектәр”, Фәрзәнә Аҡбулатованың “Ырғыҙ һылыуы”, Рәүеф Насировтың “Ҡартатайығыҙға бағышлап китап яҙҙым...” һәм башҡа мәҡәләләр – бирелгән.

Юрий Ергиндың “Һәҙиә Дәүләтшинаның “11753-сө һанлы тикшереү эше”ндәге документтарының төп нөсхәһе”, Марсель Маннаповтың “Ғөбәй Кирәй улы Дәүләтшиндең Баймаҡ районының “Йылайыр” совхозындағы эшмәкәрлеге” исемле мәҡәләләре бығаса бик һирәктәргә генә билдәле документтарға нигеҙләнгән.

“Арнауҙар” бүлегендә Һәҙиә Дәүләтшинаның яҡты иҫтәлегенә бағышланған шиғырҙар урын­лаштырылған. Улар 2010 йылда донъя күргән “Һәҙиә Дәүләтшина. Тормошо һәм ижады” (төҙөүсеһе – Г.Н. Ҡасҡынова) китап-альбомындағы шиғыр-бағышлауҙарҙы ҡабатламай.

Бүлеккә Ғәлим Дәүләди, Фәүзиә Рәхимғолова, Әнисә Таһирова, Рауил Бикбаев, Рәмзилә Хисаметдинова, Факиһа Туғыҙбаева, Рәсимә Ураҡсина, Йомабикә Ильясова, Тамара Искәндәриә, Ғәзим Шафиҡовтың яҙыусыға арналған шиғырҙары, Гүзәл Ситдиҡованың “Һәҙиә” поэмаһынан өҙөк индерелгән.

“Һәҙиә Дәүләтшинаның ижади мираҫы. Аҙ билдәле әҫәрҙәре” бүлегендә иһә яҙыусының “Аҡыҡ бөртөктәре” очеркы, “Ҡыҙыҡ минут”, “Яңы йыл башы”, “Таң йыры”, “Яңғыҙ ҡалып”, “Тәбрик итәм”, “Күпме генә болот ҡабармаһын” шиғырҙары тәҡдим ителә. Әйткәндәй, очерк “Башҡортостан” гәзитендә 1935 йылдың 21 май һанында баҫылған, авторҙың китаптарына индерелмәгән.

Китапта шулай уҡ яҙыусының Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тел, тарих һәм әҙәбиәт институты ғилми архивында һәм Һәҙиә Дәүләтшинаның Бөрө ҡалаһындағы музейында һаҡланған шәхси документтарының фотоһүрәттәре бирелгән. Дәүләтшиндәр ғаиләһенең аҙ билдәле фотоһүрәттәре лә иғтибарҙы ныҡ йәлеп итә, уларҙың күбеһе беренсе тапҡыр баҫыла.

Күреүебеҙсә, халҡыбыҙ тарафынан билдәле яҙыу­сыбыҙға иғтибар, уның шәхесе һәм ижады ме­нән ҡыҙыҡһыныу ваҡыт үтеү менән бер ҙә кә­ме­мәй, киреһенсә, арта ғына бара. “Һәҙиә Дәү­ләтшина. Ижади мираҫы. Хәтирәләр. Документтар” китабының “Китап” нәшриәтендә мәртәбәле серия­ла донъя күреүе әҙибәнең яҡты иҫтәлеген мәң­геләштереүҙә йәнә бер етди аҙым, ижади мираҫын барлауҙа, уны уҡыусыға еткереүҙә аныҡ бер сара булды. Был күркәм китап – башҡорт халҡының һөйөклө ҡыҙы Һәҙиә Дәүләтшинаға тоғролоҡ билдәһе ул.


Миләүшә ХИЗАБЕТДИНОВА

Читайте нас: