Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
17 Ғинуар 2023, 21:06

Унда – Урал тауҙарының ғәйрәте

Муса батырҙың ҡайтҡаны.

Башҡорт халҡының легендар шәхесе, Граждандар һуғышы геройы, ике тапҡыр Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, күренекле дәүләт эшмәкәре, ялҡынлы патриот, үткер ҡәләмле публицист, яҙыусы, тарихсы, башҡорт әҙәбиәте тарихында беренселәрҙән булып ХХ быуаттың 20-се йылдары һуңында хәрби документаль прозаға юл һалған Муса Лут улы Мортазиндың ил кимәлендәге роле, ҙур абруйы Тыуған иленә, халҡына ысын мәғәнәһендә кире ҡайтарыла...

 

 Батырлығы менән рухландыра

 

Арҙаҡлы шәхесебеҙ хаҡында романдар, повестар, драмалар, поэмалар, одалар, очерк, һүрәтләмәләр яҙылды, тарихи-документаль йыйынтыҡтар, үҙенең “Башҡортос­тан һәм башҡорт ғәскәрҙәре – граждандар һуғышында”, “Ҡыҙыл Башҡортостан”да хәрби документаль әҫәрҙәре, бихисап сығыштары айырым китап булып донъя күрҙе, йырҙар ижад ителде, легендалар тыуҙы. 1991 йылда 100 йыллыҡ юбилейында тыуған ауылы Көсөктә (хәҙер Маяҡ – Р. Ш.) йорт-музейы асылды, бөгөн хужалыҡтар, ойошмалар, урам­дар геройҙың исемен йөрөтә, район хакимиәтенең премияһы ла булдырылған. 125 йыллыҡ юбилейында ауылында “Һаумы­һығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ойошторолдо, Учалы ҡалаһында фәнни-ғәмәли конференция үткәрелде, Өфөнән ҡунаҡтар саҡырыл­ды, минең “Мәңге халыҡ хәтерендә” әҙәби һәм тарихи хәтирәләр китабым нәшер ителде.

Муса Мортазинға 110, 115, 120, 125 йыл тулыу айҡанлы матбуғатта өс тиҫтәнән ашыу юбилей мәҡәләһе, шиғырҙары, поэмалары, иҫтәлектәре донъя күрҙе, уға һәйкәл ҡуйыу хаҡында сығыштар гәзит-журнал биттәренән төшмәне. Был мәсьәлә бөгөн дә көнүҙәк. Абруйлы дәүләт эшмәкәренә, иленең азат­лығы өсөн ҡанын түккән, дошмандарҙы дер ҡалтыратҡан башҡорт генералына Өфөлә, Учалыла һәйкәл ҡуйылырға тейеш, тип иҫәпләйбеҙ...

Башҡорт халҡының ғорурлығын, бөйөк­лөгөн һәм мәңгелеген сағылдырған шәхестәр йөҙөндә беҙ халҡыбыҙҙың илһөйәрлеген, сикһеҙ ҡаһарманлығын, шағир-импрови­за­торлығын, дәүләт эшмәкәрлеген, уҡы­мыш­лы ғалимлығын, легенда батырҙарына тиң ҡыйыулығын, ҡылыстарында йәшен уйнат­ҡан халыҡ улдарын күрәбеҙ. Бөгөн Муса Мортазиндың милли әҙәбиәттәге, матбуғат­тағы һәм мәҙәниәт өлкәһендәге эшмәкәр­ле­ген киңерәк һәм тәрәнерәк планда һөйләр­гә кәрәктер. Был йәһәттән әүҙем ижад иткән яҙыусы-шағир, драматург – Баш­ҡортостанды данлаған ҡөҙрәтле ҡәләмле Ғәзим Шафиҡов. Көндәлек матбуғатта авторҙың “Легендарный сын башкирского народа” (100-летию полководца) мәҡәл­әһендә “...Воинское звание – комбриг, что соответствовало по нынешним временам генералу-майору... Муса Лутович Муртазин был не только видным военачальником, но и журналистом с историческим уклоном. Он сам, без посторонней помощи, написал книгу “Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну”, которая вышла в военном издатель­стве в 1927 году. Через три года появилась его художественно-документальная повесть “В Красной Башкирии” тип әйтелә.

Ғәзим Шафиҡовтың “Батыры такие Отчизне нужны” тигән балладаһында сикһеҙ ғорурлыҡ тойғолары кисерелә. Артабан ул үҙенең “Для ратных дел рожденный” очеркына ҡарата әйтелгән фекерҙәргә яуап итеп яҙған “И боль и надежда” (“Ленинсы”, 1988 йыл) мәҡәләһендә: “…Одно вызывает сом­нение: нет уже таких боевых ветеранов. Если бы исторический материал “Для ратных дел рожденный” был напечатан лет 15-20 назад, как они были бы рады, сколько могли бы рассказать о своем командире, о жестоких сражениях на защите Советского государства в гражданскую войну. Диву даешься, что имя такого человека преднамеренно замалчивалось все эти годы…” – тип бәйән итә.

Ғ. Шафиҡов “Шанлы эштәр өсөн тыуған ул” (“Ленинсы”, 1987 йыл, 24 декабрь) мәҡә­лә­һендә “...Мортазин яугирҙәре Григорьевка ҡасабаһы янында дошманды тағы бер тапҡыр ҡыйратты. Бында коман­дирҙың полководец һәләте тулыһынса асыла, үҙенең батырлығы менән рухландырыуы һуғышсы­ларға көс өҫтәй. Был осорҙа Төркөстан фронты командующийы булған М.В. Фрунзе Мортазин бригада­һының хәрби хәрәкәттәрен юғары баһалай, уның политик органдарын тәртипкә килтерергә ярҙам итә...” тип яҙа.

Ғәзим Шафиҡовтың “Воин. Полководец. Гражданин. Патриот” (к 100-летию со дня рождения М.Л. Муртазина, “Октябрьское знамя”, 1991, 24 октября, г. Баймак) мәҡәләһендә былай тиелә: “Мой отец Лут Муртазин был, может быть, самым бедным человеком в ауле. Но он не хотел отдавать нас, своих сыновей, в работники, не хотел унижаться перед богатыми родственниками. Он был человеком гордым и суровым, и они за это его убили. Он и нас вырастил суровыми и гордыми людьми...”

Ғәзим Шафиҡовтың “Последний из народных вождей” (“Советская Башкирия”, 1991 год, 9 октября) мәҡәләһендәге фекер­ҙәрендә системаның ғәҙелһеҙлеге ярылып ята: “...А о кавалере двух орденов Красного Знамени (теперь стало ясно, что – трех!), обладателе именного серебряного оружия и золотых часов, преподнесенных Советским правительством, выдающимся военачальником гражданской войны, по-прежнему нельзя было говорить. И где? На его родине! Тогда как портрет комбрига спокойно висел в военной академии им. Фрунзе, где Муртазин учился в 20-х годах, а виднейшие военные деятели с теплотой упоминали его имя в своих мемуарах...”

 

“Ошондай командирға һыуһағандар...”

 

“Ағиҙел” журналының элекке баш мөхәррире, яҙыусы Булат Рафиҡовтың Ирек Кинйәбулатовҡа биргән интервьюһы “Дөрөҫ­лөктө терелтеү юлында” тип аталғайны. Унда былай тиелә: “...Муса Мортазиндың юҡ ителгән китабының һаҡланып ҡалған данаһын табып, тәржемәләп, донъяға күрһәтә һалыуыбыҙ ҙа эҙһеҙ ҡалмағандыр, тип уйлайым. Ул китап иң шәп романдарға торошло... Муса Мортазиндың был кита­бының аҙағы ла нәшер ителәсәк...” (“Совет Башҡортостаны”, 1989 йыл, 26 август).

Ҡыҫҡаһы, көндәлек матбуғатта Муса Лут улы Мортазиндың фронттағы ҡаһарман­лы­ғы, дәүләт кимәлендәге эшмәкәрлеге, ма­һир ҡәләмле хәрби тарих яҙыусы публицист, ғаи­ләһенә ҡарата атайҙарса хәстәр­леге, оло ихтирамы, иленә, башҡорт халҡына бул­ған ҡайнар һөйөүе йөҙәрләгән автор­ҙар­ҙың мәҡәләләрендә, хәрби мемуарҙа­рында, очерктарҙа сағылыш таба килә. Мин был авторҙарҙың тиҫтәләгән исем-шәрифен һәм Муса Мортазин хаҡындағы хеҙмәттәр исемлеген һанап китеү менән сикләнәм, сөн­ки тулыһынса был сығыштар бер-ике том­лыҡ китаптарға торошло. Бына улар: Ғамир Ҡаҙаҡҡоловтың “Үлемһеҙ ҡаһарман” (“Ушедшие в бессмертие”), Рәүеф Насиров­тың “Алты ҡырлы Мортазин”, “Яла кеше үлтерә”, Ғ. Булатовтың “Комбриг Мортазин”, бер фронтта булған, ваҡытында дивизия ко­мандиры, һуңынан генерал Александр Лизюковтың “Комбриг Муртазин”, “Совет Ватанын яҡлап” (тәржемә), Рәүеф Насиров­тың “Муса батыр”, “Муса батырҙың ҡайтыуы”, “Уралтау осорған бөркөттәр”, “Иң оло йортобоҙ”, Фәнүзә Нәҙершинаның “Башҡорт сигенә белмәй”, Т. Алексеевтың “О Муртазине”, Мәһәҙи Камаловтың “Фронт­тағы хәти­рәләр”, Мәүлит Ямалетдиндың “Аҫыл ир Мортазин”, Урал Ильясовтың “Мортазин ҡал­дыҡтары”, Г. Бухалоның “Башҡорт­тар Ровно ерҙәрендә”, Роман Алферовтың “Прочнее стали” китабында “Муса Муртазин – человек сложной судьбы”, С. Халфиндың “Комбриг Муса”, Х. Ҡушаев­тың “М.Л. Мортазин”, Р. Мәрҙәншиндең “Имам-хатип булырлыҡ”, Рамаҙан Өмөт­баевтың “Уянырға мөҙҙәт етте”, Т. Ғари­пованың “Урал”ды бында баҫып тыңлайҙар”, В. Ғүмәровтың “Һа­ғышлы тантананан һуң”, С. Рәсүлевтең “Һө­йөндөрҙө лә, көйөндөрҙө лә”, Яныбай Хам­матовтың “Хәҡиҡәткә тоғро булайыҡ”, Ғ. Ир­ғәлиндең “Башҡортостанда – Солтан­ғә­лиевселәрҙең хәрәкәте”, Д. Мәһәҙиевтең “Муса Мортазин” тигән, Р. Шәкүр, С. Хәми­ҙул­лин, А. Ғарипов һәм ошо юлдарҙың авторы тарафынан М.Л. Мортазиндың юбилей йыллыҡтарына ике тиҫтәнән ашыу мәҡәлә – бөгөнгө көндә яугир ватандашыбыҙҙың яҡ­ты рухы йәшәүен, киләсәктә лә уның бө­йөк­лөгө быуаттар аша атлауына изге ишара.

...Башҡорт әҙәбиәтенең төрлө жанрҙа­рында Муса Лут улы Мортазин образы бар дөрөҫлөгөндә яҡтыртылып килә. Был йәһәттән легендар шәхесте юғары художестволы кимәлдә асыуҙа Я. Хамматов, Р. Солтангәрәев, М. Ямалетдин емешле ижад баҫҡыстарын тәүгеләрҙән яуланы, ә урыҫ телендә Ғ. Шафиҡовтың “Расстрел” романын, И. Недолиндың документаль повесын билдәләп үтеү урынлы.

Муса Мортазин образын асыуҙа әҙиптәрҙең үҙ алымдары булһа ла, уларҙың был герой яҙмышына ҡарата уртаҡ фекерҙә тороуҙары, уй-кисерештәр берҙәмлеге бер бөтөн художестволы концепцияға килтерә. Әҫәрҙәрҙә геройҙың тыуған яғы, бала сағы, ағай-энеһе, ғаиләһе, фронтташ дуҫтары, илдә барған аяуһыҙ, үлемесле сәйәси көрәш, яу юлдарындағы фажиғәле ваҡиғалар – һәммәһе лә Мусаның яҙмышы, уның күңел торошо аша синтезлана. Һәр әҙип геройҙың үҫеш баҫҡыстарын күсәгилешле тәрән хис-тойғо, тетрәнеүҙәр, ҡыуаныс-көйөнөстәр, еңеү-еңелеүҙәр, ҡайһы саҡ юлдан ситкә тайпылыуҙар, яңылышыуҙар йә иһә әхлаҡи-этик компоненттар аша динамик хәрәкәттә тасуирлай. Был уҡыусыға китап геройҙары менән бергә сәйәхәт итергә, ярҙам итә. Әҫәрҙең һәм уның авторының көсө лә, тәрбиәүи әһәмиәте лә шунда бит.

Граждандар һуғышы осорондағы эпизодтар – ул Көсөк ауылындамы, Верхнеурал өйәҙендәме, Күбәләк-Тиләү улысы ҡоролтайындамы, Аҡтүбә-Ҡантүбә яуындамы, Варшава, Румыния, Украина, Маньчжурия, Төркөстан фронтындамы, Мәскәү – Өфө тарафтарындамы, һуңғыһы, иң фажиғәлеһе – Лефорт төрмәһендәме – уҡыусының күҙ алдында һәр саҡ легендар яҡташыбыҙ Муса Мортазин торор. Күңелдәрҙә ҡыйыу яугир, ғәскәр башлығы Мусаның йәшендәй балҡып китеүе бөтмәҫ уйҙар ҡалдырыр, сикһеҙ ғорурлыҡ тойғолары ла уятыр. М. Ямалетдиндың “Ҡотолоу юл­ҡай­ҙарын тапманым” повесында М. Мор­тазиндың бөйөк тә, трагик та образы менән Лефорт төрмәһендә йөҙгә-йөҙ осрашабыҙ.

“...Таш төрмәнең тар ғына камераһына килеп инеү менән ул үҙен тимер ҡоршауға эләккәндәй хис итте. Кемдеңдер ауыр, ҡо­толғоһоҙ ҡаты ҡулдары күмәгәйенән алып, торған һайын нығыраҡ быуғандай, таш иҙәнгә һалып иҙергә теләй...” Яҙыусы геройҙың уп­ҡынға осоу, билдәһеҙлеккә атлауын уның ғаиләһе менән һуңғы тапҡыр хушлашыуын йә иһә драматик көсөргәнеште күңел кисе­реш­тәре аша монолит биреүгә өлгәшә. Муса Мортазиндың характерын асыуҙа күренекле прозаик Рәшит Солтангәрәев “Осто бөркөт” повесында үҙенә генә хас ихласлыҡ менән тасуирлау маһирлығын күрһәтә.

“...Эйе, бригада һуғышсылары командир­ҙарын ярата. Уны иң элек башҡорт булғаны өсөн яраталар. Башҡортлоғо өсөн дә, аҡтарҙан да, ҡыҙылдарҙан да ҡурҡып тормай ҡыйыу булғаны өсөн дә, аҡылы, белеме, тәүәккәллеге, хатта ҙур кәүҙәле булғаны, урыҫса яҡшы белгәне өсөн дә яраталар. Тап бына ошондай командир кәрәк тә был егеттәргә, ошондай башлыҡҡа һыуһаған улар...”

 

Исеме – халыҡ хәтерендә

 

Үҙенең ике тиҫтәнән ашыу тарихи романы менән халыҡ араһында киң танылыу һәм абруй яулаған Яныбай Хамматов “Комбриг Мортазин” романында данлыҡлы шәхес хаҡында: “...12-се армияла ғына түгел, бөтә фронт буйынса дан яулаған Муса Морта­зиндың исеме киң билдәле ине. Төркөм коман­дующийы булараҡ та ул үҙен һынат­маны. Дошман ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыш­тар уңышлы тамамланған һайын, уның абруйы үҫкәндән-үҫә барҙы, Мортазин үҙен ысын мәғәнәһендә полководец итеп күрһә­теүгә өлгәште...”. Ҡыҫҡаһы, үрҙә телгә алынған сәсмә әҫәрҙәр Муса Мортазиндың тулы ҡанлы образын бөгөнгө көн уҡыусы­һының күңеленә еткерә алды. Ул – иң тәүҙә башҡорт халҡының тоғро улы, ҡаһарман яугир, хәрби етәксе, ил кимәлендә торған дәүләт эшмәкәре, һәләтле публицист, хәрби документаль проза оҫтаһы, ут йөрәкле патриоты булып халыҡ хәтерендә ҡала килә.

Ҡәҙим Аралбай “Ғәйрәт” исемле трип­тих-шиғыр юлдарын бөйөк яугиргә арнап яҙҙы:

“...Муса батыр,

Һиңә күскәндер, тим,

Урал тауҙарының ғәйрәте.

Кәмемәйме Урал ғәйрәте лә,

Көн-төн яҡҡас тәнен көйрәтеп.

 

...Телем, ерем,

Иркем тип янғанда

Ҡырҡ кәртәләр ҡалҡһа алдымда,

Муса рухлы ярһыу күҙәнәктәр

Баш күтәрә алһыу ҡанымда”.

1918–1919 йылдарҙа Муса артынан яуҙарға сапҡан, һуңынан 30-сы йылдарҙа ла уның менән бик йыш аралашҡан Әбйәлил халҡының уны “алты ҡырлы Мортазин” тип атауы бер ҙә юҡҡа түгелдер. “Ябай, бер ҡатлы йәки ике ҡатлы ла түгел, йомро һәм шар ише шыма ла түгел, ә “алты ҡырлы”, ниндәй генә шарт килеп тыумаһын, үҙ характерын юғалтмаған, ләкин һис көтөлмәгән яҡтарын, сифаттарын күрһәтә алған етәксе...”

М. Мортазиндың “Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре граждандар һуғышында” исемле хәрби-документаль китабы, “Ҡыҙыл Башҡортостан”да әҙәби повесы, “1917 йылдың октябре Башҡортостан тауҙарында” очеркы, айырым сығыштары, сәйәси йүнәлештәге мәҡәләләре, автономия өсөн көрәш мәлендә яҙылған документаль хеҙмәттәре, фотоһүрәттәр менән яҙылған документаль хеҙмәттәре, фоторәсемдәр бергә тупланып, 1994 йылда Өфө “Китап” нәшриәтендә “Муса Мортазин” исемендә нәшер ителде (төҙөүсе-авторы һәм тәржемәсеһе танылған журналист, яҙыусы Дәүләт Мәһәҙиев ифрат ҙур, сауаплы эш атҡарҙы. Уның тырышлығында “Ағиҙел”, “Аманат” журналдарында, “Йәшлек”, Учалыла “Яйыҡ”, Сибайҙа “Атайсал” гәзиттәрендә М. Мортазин әҫәрҙәре (ҡыҫҡа вариантта – Р. Ш.) баҫылып халыҡҡа еткерелде. Китап шулай тупланды. Был эштәргә тынғыһыҙ эҙәрмән, тыуған яҡты өйрәнеүсе Ғәфүр Моғаттаров тос өлөш индерҙе.

Муса Мортазиндың 130 йыллығына ла әлеге көнгә тиклем нәшер ителгән һәм дә киләһе көндәрҙә яҙыласаҡ мәҡәләләрҙе тулыһынса туплап, бер-ике томлығын әҙерләүҙе бурысыбыҙ итеп һанап һәм йәш быуынға был рух яҙыуын тапшырһаҡ ине. Әйткәндәй, Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына “Халыҡ улы Муса Мортазин” тарихи-документаль китап-альбом яҙылды һәм әҙерләнде (төҙөүсе-авторы – филология фәндәре кандидаты Р. Шаһиев). Был хеҙмәт тә тарихи юбилейға матур бүләк булды.

Әлеге көндә “Муса Мортазин” энцик­лопедияһы өҫтөндә эшләйбеҙ. Илебеҙ, тыуған төйәгебеҙ, туған телебеҙ, әҙәмде әҙәплелеккә саҡырған ауыҙ-тел ижадыбыҙ, әҙәбиәтебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙ имен булһа, Муса Лут улы Мортазин да мәңгегә халыҡ хәтерендә ҡалыр.


Рәүеф ШАҺИЕВ

Читайте нас: