Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
17 Ғинуар 2023, 21:14

Яҙыусының зәңгәр төймәһе

Яҡташтарында ҡунаҡта була.

“Һәҙиә Дәүләтшина. Ижади мираҫы. Хәтирәләр. Документтар” китабы баҫылып сыҡҡас та, Һамар өлкәһенән Зөбәйҙә апай Хәмиҙуллина шылтыратып, почта аша биш дана һалып ебәреүемде үтенде.

Уның баҫмаға “Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы буйынса картиналар” тигән мәҡәләһе лә индерелгән. Китаптағы “Һәҙиә Дәүләтшина Һамар башҡорттары хәтерендә” тип аталған мәҡәлә менән танышып сыҡҡас, Зөбәйҙә Энгель ҡыҙы тағы шылтыратты. Был юлы Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы Ҡыпсаҡ ауылында тыуған, Стәрлетамаҡта уҡыған, Октябрьскийҙа йәшәгән Зәйтүнә Заһитова-Әйүпова (2016 йылда 75 йәшендә вафат булған) һөйләгән хәтирәне иҫенә төшөргән ул.

“1948 йылда Һәҙиә Дәүләтшина икенсе ире Зәйнулла Сафин менән Ҡыпсаҡ ауылына килә, яҡташтарында ҡунаҡ була. Сәмсеҡәмәр әбей Хәтипова ла, ҡәйнәм дә, Зөлфиә бикәмем дә ошо турала һөйләй торғайны. Зәйтүнә апайҙың “Зәңгәр төймә” исемле шиғыры ла бар был турала.

2004 йылдың 7 мартында Ырғыҙ ауылында үткән ҡоролтайҙан һуң концертта мин ошо шиғырҙы сәхнәнән уҡығайным”, – тине Зөбәйҙә Энгель ҡыҙы.

Рәхмәт һеҙгә, Зөбәйҙә апай! Талантлы яҙыусыбыҙ Һәҙиә Дәүләтшина тура­һындағы хәтирәләр алыҫ Һамар яҡта­рында ла, Башҡортостаныбыҙҙа ла халыҡ хәтеренән юйылмаһын.


Гөлнур ҠАСҠЫНОВА

        Зәңгәр төймә

 

...Һәҙиә апай әкрен генә сығып

Башын ҡуйҙы минең мендәргә.

Ул саҡтарҙа хәлен-хәлкәйҙәрен

Үҙе генә, үҙе белгәндер.

Зәңгәр ебәк күлдәге килешле,

Тулҡындай сәстәре үрелгән.

Сибәр ҡунаҡ апайыбыҙ миңә

Илаһи заттай күренде.

Бер аҙ ғына һикелә ята ла

Тағы сығып китә соланға.

Тотам ҡалмай инәйем өлтөрәп,

Йүгергеләп тора янында.

Ә иртәнсәк иҙән һепергәндә,

Инәйем тапты бер зәңгәр төймә.

– Был бит Һәҙиә төймәһе – тип,

Хәтеремдә, бик ныҡ көйөндө.

Башын сайҡай-сайҡай өҫтәп ҡуя:

– Эй йүткерә, бахыр, йүткерә,

Йүткергәндә төшкәндер инде...

Мә, йыйып ҡуй әле, балам, – тиеп,

Шул төймәне һалды ҡулыма.

Зәңгәр төймә...

Мираҫ итеп уны

Күп йылдар һаҡланыҡ ҡумтала.

Зәйтүнә Заһитова-Әйүпова.

Читайте нас