Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов хәбәр итеүенсә, 103 йәшендә Зәйнәб Сәләх ҡыҙы Һаҙыева вафат булып ҡалған.
“Ул иҫ киткес кеше, ҡатын-ҡыҙ-әсә өлгөһө, эшсән ине. Һәр ваҡыт йылмайып, шаярып, район һәм республика яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып йөрөнө... Бәлки, улар менән бергә дәүер китәлер...
Салауат районы халҡы һәм үҙемдең исемдән Зәйнәб Сәләх ҡыҙының туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам. Намыҫлы, тыйнаҡ һәм лайыҡлы тормош алып барған кеше тураһында сағыу хәтирәләр һаҡларбыҙ”, – тип яҙған етәксе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Зәйнәб Сәләх ҡыҙы 1919 йылдың йәмле көҙөндә Салауат районының Миәшәгәр ауылында Бибинур Ғирфан ҡыҙы менән Сәләх Ялалетдин улы Ямалетдиновтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килгән. Атаһы ҡырҡ йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләгән. Ғаиләлә үҫкән ун баланың етәүһе атай юлын һайлай.
1935 йылда Зәйнәб Сәләх ҡыҙы Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә. 1938 йылда йәш уҡытыусыны Ҡыйғы районына эшкә ебәрәләр. 1946 йылда Зәйнәб уҡытыусы Ғәлимгә кейәүгә сыға.
Йәш ғаилә Салауат районының Шәрип ауылында төпләнә. Ирле-ҡатынлы Һаҙыевтар биш балаға ғүмер бүләк иткән. Лилиә, Әлфиә, Илдар, Дим, Ләйлә – һәр береһе тормошта үҙ юлын тапҡан.
Мәғариф ветераны өс тиҫтә йылдан ашыу мәктәптә эшләгән, шуның 26 йылы Шәрип мәктәбендә үткән.
Иманлы ағинәйгә ауылдаштары оло ихтирам менән ҡараған. Уны сараларға, бигерәк тә уҡыусылар менән осрашыуҙарға йыш саҡырып торғандар.
Фото: vk.com