Шәхестәр
3 Февраль 2023, 16:34

“Мин ут алдым кешеләрҙән…’’

Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына – 105 йыл.

Назар Нәжметдин улы Нәжметдинов Дүртөйлө районының Миңеште ауылында тыуа. Бында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө металлургия рабфагында белем ала. 1938 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Өсөнсө курста сағында, 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, яуға китә һәм унан 1946 йылда ғына ҡайта. Киләһе йылына уҡыуын тамамлап ҡуя.

 

Шиғырҙары йырлап тора

 

Назар Нәжми хеҙмәт юлын “Совет Башҡортостаны” гәзи­тендә башлай. Унан һуң “Әҙәби Башҡортостан”, “Һәнәк” журналдарында эшләй. Башҡорт­остан Яҙыу­сылар союзы идараһы рәйесе була.

Яуҙа һәм тыныс хеҙмәттә күр­һәткән батырлыҡтары, ты­рыш­лыҡтары өсөн Назар Нәж­ми ике тапҡыр II дәрәжә “Ватан һуғы­шы’’, “Ҡыҙыл Йондоҙ”, Октябрь Революцияһы, ике тап­ҡыр “Хеҙ­мәт Ҡыҙыл Байраҡ’’ ордендары һәм миҙалдар ме­нән бүләкләнә. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Ул – РСФСР дәүләт премияһы, рес­публи­ка­быҙҙың Салауат Юлаев исе­мендәге дәүләт премияһы лауреаты. 1993 йылда Башҡорт­остандың халыҡ шағиры исеме бирелә.

Назар Нәжмиҙең тәүге ши­ғырҙары 1937 йылда матбуғат биттәрендә күренә башлай. 1950 йылда “Тамсылар’’ исемле тәүге шиғри йыйынтығы донъя күрә. Артабан “Тул­ҡындар’’, “Көтөл­мәгән ямғыр’’, “Ер һәм йыр’’, “Шиғырҙар һәм поэмалар’’ һәм башҡа китаптары баҫыла. “Әсә’’, “Ҡайын­дар’’, “Ҡапҡалар’’, “Йыр тура­һында баллада’’, “Дуҫ тура­һында ун бер йыр’’, “Күлдәк’’, “Иблес’’, “Урал’’ исемле поэмалары шағирға киң билдәлелек килтерә.

Назар Нәжми драматургия өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Уның “Яҙғы йыр’’, “Хуш, Хәй­рүш!’’, “Са­ҡырылмаған ҡунаҡ’’, “Егет егетлеген итә’’, “Гармунсы дуҫ’’, “Күр­шеләргә ҡунаҡ килгән’’, “Ҡың­ғыраулы дуға’’, “Әтәмбәй’’ тигән пьесалары Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйыла.

Назар Нәжмиҙең бала сағы ауыр йылдарға тура килә. Атаһы Нәжметдин менән әсәһе Ғәли­мәнең туғыҙ балаһы булып, шуларҙың дүртәүһе генә иҫән-һау үҫә: Ғәҙелкарам, Ғиләж, Назар һәм Зөл­ҡәғиҙә. Ғаиләләге өс ир-егет тә һуғышта ҡатнаша. Ғиләж хәбәрһеҙ юғала.

Шағирҙың атаһы – милләте буйынса башҡорт Нәжметдин бик матур йырлаған. Мәсеттә аҙан ҡысҡырһа, өс саҡрымлыҡ Миңеште ауылының бер осонан икенсе осона тиклем ишетелеп торған, тиҙәр. Ғаиләлә барыһы ла йыр-моңға оҫта бул­ған, гармунда, скрипкала уйна­ған. Ғи­ләж ағаһы Назар туға­нын дүрт-биш йәш самаһында уҡ скрипкала өйрәткән. Өлә­сәйҙәре “шай­тан ҡотортҡосо’’ тип ватып ташлаһа ла, Ғиләж яңынан яһап, быныһы тағы ла һәйбә­терәк уйнай, тип маҡтанған.

Ә Ғәҙелкарам ағаһы үгеҙ­ҙәрен һатып, шул аҡсаға ун йәшлек Назарға гармун алып биргән. Атаһына оҡшап, уның тауышы бик матур булған. Институтта уҡып йөрөгәнендә Мәскәү консерваторияһынан таланттар эҙләп килгән белгестәр, Назар Нәжмиҙе тыңлап ҡарағандан һуң, үҙҙәренә саҡыралар. Буласаҡ шағир баш тарт­ҡас, тегеләр: “Их, егет, үҙең­дә ниндәй байлыҡ йөрөт­кәнеңде белмәйһең. Һинең тауышың – алтын’’, – тип үкенес белдерәләр. Әгәр Назар Нәжми шул саҡта консерваторияны һайлаһа, унан бына тигән опера йырсыһы сығыр ине. Әммә әҙәбиәткә ғашиҡ егет шиғриәтте ғүмерлек юлдашы итә.

Үҙе матур йырлағас, Назар Нәжмиҙең шиғырҙа­ры ла йырлап тора. Шуға ла уларға бик күп композиторҙар моңло көйҙәр яҙа. Бигерәк тә Рим Хәсәнов ижад иткәндәре халыҡ араһында киң популярлыҡ яулай. “Өфө йүкә­ләре’’, “Мине юлдар, юлдар саҡыра’’, “Һиңә тағы мин бер киләм әле’’, “Ҡыш­ҡы романс’’ кеүек йырҙарҙы кемдәр генә белмәй һуң хәҙер?!

 

Нәҫеле дауам итә

 

…Назар Нәжмиҙең исемен мәңгеләштереү буйынса яҡ­таш­тары бик күп эш башҡара. Дүртөйлөлә шағир исемендәге башҡорт гимназияһы бар. Ҡалалағы урамға, скверға уның исеме бирелгән. Бюст ҡуйыл­ған. Уның исемендәге премия булдырылған.

Шағир үҙе иҫән саҡта уҡ яҡташтары тыуған ауылында матур урында йорт һалып бүләк итә. Унда хәҙер музей. Назар Нәж­миҙең мәңгелек төйәк тап­ҡан ерендә мемориаль комплекс эшләнгән. Бында шағир рухына баш эйергә төрлө төбәк­тәрҙән шиғриәт һөйөүселәр килә.

Әҙиптең 105 йыллығы уңа­йынан да төрлө саралар ҡарал­ған. Унда төрлө төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтар ҡатнашасаҡ.

Назар Нәжмиҙең ғаиләһе хаҡында ла әйтеп китеү урынлы булыр. Тормош юлдашы Флорида апай менән Алһыу исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.

– Атайым улы тыуыуын бик теләгән. Хатта шул турала уның “Күлдәк’’ тигән поэмаһында ла яҙылған. Ансаф тип исем дә әҙерләгән, – ти шағирҙың ҡыҙы. – Ләкин малай урынына мин тыуғанмын. Шуға үҙем тор­мошҡа сығып, улыбыҙ тыуғас, иптәшем Ирек менән уға Ансаф тип исем ҡуштыҡ. Икенсе улыбыҙ – Айҙар. Ейәндәрен бик яратты атайым. Уларҙы бәлә­кәйҙән үҙаллылыҡҡа өйрәтте. Әлеге көндә атайымдың бүләһе үҫеп килә. Ансаф улы­быҙҙың Алан исемле улы бар. Тимәк, Назар Нәжмиҙең нәҫеле дауам итә. Ә ижады – шиғыр­ҙары, йырҙары үлемһеҙ. Халҡы­быҙ йәшәгәндә, улар ҙа мәңгелек, cөнки шағир кеше­ләрҙән ут алып, моң алып йәшә­не һәм уларҙы кире халҡына таратты.

- Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА

Читайте нас