Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
10 Февраль 2023, 23:56

Атнабайҙың шиғыры – Ижевскиҙа

Әсәй миңә, ҡара икмәк сәйнәп,

Имеҙлеккә һалып биргән дә,

Үҙе киткән ураҡ урырға,

Илағанмын, ләкин сыҙағанмын,

Икмәк менән була торорға...

 

Әҙәбиәт һөйөүселәр күңеленә тап ошо шиғыры менән килеп ингәндер Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев. Яңыраҡ Удмурт Республикаһының баш ҡалаһы Ижевскиҙа уның тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан әҙәби кисә булды. Сараны ойоштороу­сылар – “Ҡурай” башҡорт йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Шәһит Ишаев менән Халыҡтар дуҫлығы йорто методисы Алия Абдуллина.

Шәһит Октябрь улы башта сарала ҡатнашыусыларҙы Ә. Атна­баевтың биографияһы менән та­ныштырҙы. Аҙаҡ һәр кем шағир­ҙың шиғырҙарын башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында, рус телендә һөйләне. Әҙәбиәт һө­йөүселәр бик үҙ итә уның шиғриәтен.

Сараны Әнғәм Атнабаев ши­ғыр­ҙарына яҙылған йырҙар дауам итте. “Еҙ ҡыңғырау моңдары” әҫәрен сарала ҡатнашҡан һәр кем яттан белә булып сыҡты. Сығышы менән Яңауыл районынан Илгизәр Шакиров, баянда уйнап, күптәрҙе тыуған яҡ моңдарына сорнаны. Шулай уҡ сығышы менән Яңауыл вәкиле Флера Латипова “Еҙ ҡың­ғырау” йырының тыуыу тарихын һөйләне. Уны Әнғәм Атнабаев үҙе яҡташтарына һөйләгән булған. Әйткәндәй, сарала шағирҙың  92 йәшлек ике туған һеңлеһенең ҡыҙы Дарина Гәрәева ла ҡат­нашты. Ул шулай уҡ алсаҡ күңел­ле, донъяға тәрән фәлсәфә, нескә юмор аша баҡҡан шағир тура­һында хәтирәләрен уртаҡлашты.

Сара Халыҡтар дуҫлығы йортонда уҙҙы, шуға ла унда башҡа милләттәр ҙә ҡатнашты. Корей милләте вәкилдәре шағирҙың рус телендәге йыйынтыҡтары менән ҡыҙыҡһынды.

Байрам аҙағында Шәһит Октябрь улы шағир Әнғәт Атна­баев­тың ырыуы, тамғаһы, ораны, ҡошо һәм ағасы менән таныштырҙы. Ирәкте ырыуы башҡорто, Баш­ҡорт­остандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев халҡына уҡып туй­маҫлыҡ әҙәби мираҫ ҡалдыр­ған. Башҡортостандың төньяҡ-көн­байышында йәшәгән башҡорт­тар бик күп Удмурт Республи­ка­һында. Улар араһында өлкән быуын вәкилдәре генә түгел, йәштәр ҙә етәрлек. Киләсәктә тағы ла уларҙы бергә туплаған саралар ҙа ойошторорбоҙ тип торабыҙ.

- Шәһит ИШАЕВ

Ижевск ҡалаһы

Читайте нас: