Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында донъя күргән “Ҡыҙыл паша” спектакле йәмәғәтселек иғтибарын яуланы. Премьера шауҡымы дауам итә: сәхнә әҫәрен ҡараған тамашасыларыбыҙ, спектаклдең геройы – Бәләбәй өйәҙенең Дүсән ауылында тыуған, сығышы менән Һарайлы-мең ырыуы башҡорто, Яҡын Көнсығышта иң тәүге совет илсеһе, башҡорттар тарихында тәүге консул, революционер, дипломат Кәрим Ғәбдрәүеф улы Хәкимовтың тормош юлы, яҙмышы менән тағы ла тәрәнерәк ҡыҙыҡһынып, уның тураһында мәғлүмәттәр табып уҡыныҡ, тип хәбәр итә.
“Үҙемде Кәрим Хәкимов кеүек хис иттем...”
Тәүге тапҡыр был пьеса 1982 йылдың 29 декабрендә сәхнәләштерелгән, режиссеры – Лек Вәлиев, рәссамы – Таң Еникеев, композиторы – Морат Әхмәтов. Кәрим Хәкимов ролен Әхтәм Абушахманов башҡарған. “Ҡыҙыл паша”ны 1984 йылда Үҙәк телевидение фильм-спектакль итеп төшөрә (режиссеры – А. Покровский, әле лә интернетта табып ҡарарға була), уны егерменән ашыу ғәрәп иле һатып ала, шулай уҡ ул Бөтә Союз телевидениеһында күрһәтелә. Башдрамтеатр, “Ҡыҙыл паша” менән 1986 йылда Сүриәнең Дамаск ҡалаһында уҙған Х Халыҡ-ара ғәрәп илдәре драма театрҙары фестивалендә ҡатнашып, ҙур популярлыҡ яулай.
2006 йылда “Моңъяҙма” тапшырыуында (ул БЮТ фондында һаҡлана, авторы – Ләйлә Аралбаева) пьеса тураһында драматург Нәжиб Асанбаев бына ниҙәр һөйләй: “Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға ҡарата “Ҡыҙыл паша” драмаһын яҙғанда, Көнсығышҡа – Аденға, Йемен Ғәрәп Республикаһына сәйәхәт ҡылдым. Мин Кәрим Хәкимов йөрөгән юлдарҙан үттем. Ишәккә, дөйәгә атланып, машинаға ултырып та йөрөнөм. Кәрим Хәкимов роленә индем, үҙемде Кәрим Хәкимов итеп хис иттем. Һәм мин дә барғас та тыуған илемде һағына башланым… Илсе Олег Герасимович Пересыпкин дәүләт президенты менән таныштырҙы. 15 минут тирәһе уның менән һөйләшеп ултырҙым. Али Сәлих ҡап-ҡара күҙле кеше ине, күҙенә тура ҡарарлыҡ түгел, быраулап тишә. Унан күҙемде алмаҫҡа тырыштым – ул ҡарап тора, мин ҡарап торам, ул ҡарай, мин ҡарайым. Ниһайәт, ҡарашын алды. Тимәк, мин еңдем, һорауҙарымды бирә алам. Мин әйтәм: “Кәрим Хәкимов Ҡыҙыл диңгеҙ буйлап Хоҙайҙа портына үҙенең командаһы менән килеп төшкән, дөйәгә, ишәккә ултырып, Йемендың баш ҡалаһы Санаға килеп еткән. Мин Кәрим Хәкимов юлын үткем килә, – тинем. – Бер өлөшөн, бер саҡрымын булһа ла. Мөмкинме?” “Мөмкин. Минең унда Сәид шәйех бар, уға әйтермен, һеҙҙе ҡаршы алыр”, – ти.
Сәид шәйех ҡаршы алды, дөйәләргә ултырып, Кәрим Хәкимов үткән юлдарҙан көнө буйы барҙыҡ. Шунда инде мин уның ниндәй кеше икәнен аңланым. Әгәр ошо юлды үтмәһәм, бәлки, “Ҡыҙыл паша”ны яҙа ла алмаҫ инем. Һораным: “Кәрим Хәкимовты белеүсе кешеләр бармы?” Өс ҡарт менән таныштырҙылар – береһе уның шоферы булған, икенсеһе – ҡарауылсыһы, өсөнсөһө – ишек алдын йыйыштырыусы. Улар Кәрим Хәкимов, уның ғаиләһе тураһында һөйләне. Шулай 15 көн Йемен илендә йәшәнем”.
Башҡорттарҙы донъяға танытҡан шәхес
Спектаклдең бөгөнгө сәхнә вариантын театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов сығарҙы, инсценировка Динара Ҡәйүмова менән берлектә ижад ителде. Ҡуйыусы-рәссамы – Альберт Нестеров, композиторы – Рәмис Хәкимов, рәссам-яҡтыртыусы – Илшат Саяхов, видеограф – Руслан Юлтаев, пластик хәрәкәттәр – Алина Мостаева. Әлеге спектакль яңы образдар, күренештәр менән тулыланды, геройҙарҙың исемдәре аныҡланды, Кәрим Хәкимовтың бала сағы, үҫмер йылдары һәм иле өсөн эшләгән эштәре тураһында мәғлүмәттәр өҫтәлде.
Спектакль өҫтөндә эшләгәндә ҡуйыусы төркөм бик күп сығанаҡтар менән эш итте: герой тураһында мәғлүмәттәр туплауҙа Дүсән ауылындағы К. Хәкимов музейы, уның биографияһын өйрәнеүсе Резида Ғәлимова, туғаны Зарема Ғиндуллина ла әүҙем ярҙам иттеләр, шулай уҡ ғәрәп илендәге тәүге совет илсеһе тураһында яҙылған китаптар, мәҡәләләр, видеояҙмалар һәм башҡа материалдарҙан да факттар алдыҡ.
Ысынлап та, күңелде ғорурланыу тойғоһо биләй: бәләкәй генә ауылдан сыҡҡан тырыш егет башҡорттарҙы бөтә донъяға таныта! Бала саҡтан маҡсатлы була ул, уҡырға, белем алырға ынтыла. Бәләкәй саҡта бер ҡарыйға юл күрһәтеүсе булып йөрөүе арҡаһында доғаларҙы ятлап ала, һуңынан был белеме уға дингә ныҡ иғтибар биргән ғәрәптәр менән яҡынайырға, хатта улар менән бергә хаж ҡылырға мөмкинлек бирә; бихисап телдәр белә – башҡорт менән рус телдәренән тыш, фарсы, төрөк, француз, итальян телдәрендә лә аралаша. Ғәрәп короле пьесала уға: “Һеҙҙең йөҙөгөҙҙә шәреҡ нуры бар”, – ти. Ысынлап та, Кәрим Хәкимов тураһында барлыҡ иҫтәлектәрҙә лә тиерлек уның тураһында логик фекерләүе, интуицияһы көслө булған, аҡыллы, алдан күрә белгән сәйәсмән һәм һәр кем менән уртаҡ тел таба белгән дипломат итеп кенә түгел, ә кешелек сифаттарына ла баҫым яһап, итәғәтле, интеллигент, юғары мәҙәниәтле, башҡаларға ҡарата ихтирамлы, бик тәрбиәле кеше булараҡ телгә алалар.
Абруйлы совет дипломаты, ғәрәп короленең яҡын дуҫы булып киткән Кәрим Хәкимов Ғәрәп имаматында бик күп эштәр башҡара, мәҫәлән, совет илсеһенең кәңәше менән Әбделәзиз ибн Сауд үҙенең хакимлығын арттырыу маҡсатында Мәккәлә беренсе Бөтә донъя мосолман конгресын үткәрә. Ундағы Рәсәй мосолмандары делегацияһын башҡорт имамы Ризаитдин Фәхретдинов етәкләй. Ошо конгреста Әбделәзиз ибн Саудты мосолмандарҙың изге урындарын – Мәккә менән Мәҙинәнең һаҡлаусыһы тип таныйҙар. Мәғлүм булыуынса, Кәрим Хәкимов Ғәрәбстанда Советтар Союзында етештерелгән тауарҙар менән сауҙа итеүҙе ойоштора, әлеге көндә лә иң сифатлы тауарҙарҙы ғәрәптәр “москови” тип йөрөтә. Ғәрәбстандағы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иң тәүге дауахананы ла совет дипломатик миссияһы аса.
Ғәрәп короленең дуҫы була
Кәрим Ғәбдрәүеф улы Хәкимовтың шәхесен асыуға уға ҡағылышлы артабанғы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә ныҡ ярҙам итә.
Ул бала саҡтан техника менән эш итергә ярата: ауылға бер көҙҙә ашлыҡ һуғыу машинаһы килә, ә һуҡҡыстың хужаһы ауылына ҡайтып киткән саҡта машина ватыла. Кәрим шул машинаны йүнәтә. Ауылдағы хәллерәк кешеләрҙең тегеү машинаһын, сепараторҙарын да ул йүнәтә. Ғәрәп иленә яҡтылыҡ килеүе лә уның исеменә бәйле – король һарайына, дипмиссияға ул электр утын үткәрә.
Эштән бер ваҡытта ла ҡурҡмай, төрлө ҡара эштәрҙә йөрөй, шахтала, тимер юлында эшләй. Ырымбурҙа уҡығанда Ҡаҙағстан далаларына сығып китеп, бай балаларын уҡыта.
Йәштән үк белемгә ынтыла. Ырымбурҙа, Өфөлә мәҙрәсәләрҙә уҡый, дини белемдәрҙән тыш донъяуи ғилемдәрҙе өйрәнергә теләге көслө була. Томск ирҙәр гимназияһын тамамлай, һуңынан, дипломат булып киткәс, Мәскәүҙә Ҡыҙыл профессура институтында белем ала.
Бар булмышы менән ижади кеше була: ҡалайға ат ҡылын бәйләп, үҙенсә музыка ҡоралы яһап уйнай, мандолинаны ярата. Ырымбурҙа йәшәгәндә һәүәҫкәр түңәрәктәрҙә ҡатнаша – М. Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” спектаклендә уйнай (ул ваҡытта пьеса “Сәғәҙәтбаныу” тип атала). Ҡатыны Хәҙисә иҫтәлектәрендә яҙғанса, тыуған илен һағынған саҡтарында башҡорт илсеһе Ҡыҙыл диңгеҙ ярына барып, халҡының “Таштуғай”, “Зөлхизә” йырҙарын йырлап ултырыр була.
Буласаҡ ҡатыны Хәҙисә Ноғаева менән дә улар ижад аша таныша – Хәҙисә Төркөстан фронты 21-се армияһының команда курсына доброволец булып килә, концерт бригадаһында эшләй.
Ғәрәп илендә уларҙың улы Шамил дизентериянан вафат була. Хәҙерге көнгә тиклем король Ибн Саудтың хеҙмәтселәре уның ҡәберен тәртиптә тотоп килә.
Алдан әйтелгәнсә, башҡорт илсеһе Ғәрәбстандың тәүге короле Әбделәзиз ибн Саудтың иң яҡын дуҫы булып китә, королдең ғаиләһендә лә үҙ кешегә әйләнә. Королдең улы принц Фейсал 1932 йылда Мәскәүгә рәсми визит менән килгән саҡта, уны Кәрим Хәкимов оҙатып йөрөй.
Ғүмеренең һуңғы сәғәтенә тиклем Советтар иленең башҡорт милләтле илсеһе Тыуған иленә тоғро ҡала, спектаклдә лә ул: “Дүсәнемдең ҡара тупрағын һағындым, – ти. Ибн Саудтың уға Ғәрәбстанда йәшәргә ҡалырға тәҡдим итеүенә ҡарамаҫтан, тыуған иленә ҡайта, королгә: “Беҙҙең ил – иң ғәҙел ил, мин Ватаныма ҡайтырға, барыһын да асыҡларға тейешмен”, – тип яуап бирә. Кәрим Хәкимов репрессияға эләккәс, ғәрәп иле СССР менән араларҙы бөтөнләй өҙә...
Илсенең ҡатыны Хәҙисә ғүмер буйы иренә тоғро булып ҡала. Ул оҙон ғүмерле була, 95 йәшкә тиклем йәшәй. “Халыҡ дошманы” ҡатыны булараҡ, һигеҙ йыл ғүмерен Карлагта үткәрә (хатта Бөйөк Ватан һуғышы булғанын да белмәй ҡала). 1982 йылда сыҡҡан “Ҡыҙыл паша” спектаклен ҡуйыусылар һәм артистар менән осрашҡан ваҡытта, ул төп ролде башҡарған Әхтәм Абушахмановтың төҫкә-башҡа Кәрим Хәкимовҡа ныҡ оҡшағанын әйтә.
Оло шәхескә – оло ихтирам
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ла сәхнә әҫәрен Кәрим Хәкимов шәхесенә ҡарата оло ихтирам менән сығарҙы. Ҡуйыусы төркөм дә, уйнаусы артистар ҙа бар күңелен һалып эшләне. Спектаклдә Кәрим Хәкимов ролендә – Азат Вәлитов, уның бала сағын йәш актер Линар Бәитов башҡарҙы, Кәримдең әсәһен – Гөлназ Хайсарова, Ғәрәп Имаматы королен – Хөрмәтулла Үтәшев, уның улы принц Фейсалды – Руслан Хайсаров, Кәрим Хәкимовтың ҡатыны Хәҙисәне – Илгизә Ғилманова, йәш Хәҙисәне – Сабина Кирәева, Солтан ролен – Артур Кәбиров, доктор Вера ханымды – Әлфирә Зәһиҙуллина, Лоуренс Аравийскийҙы – Артур Ҡунаҡбаев, Ғүмәрҙе – Фәнис Рәхмәтов, Әбүбәкерҙе – Морат Рафиҡов, Ленин һәм сауҙагәр Насир ролдәрен – Руслан Ғәлимов, Чичерин ролен Айҙар Шәмсетдинов уйнанылар. Күмәк сәхнәләрҙә – Зиләрә Юлтаева, Лилиә Сәғитова, Айым Сөләймәнова, Гүзәл Хәсәнова, Урал Әминев, Айнур Ғәбитов, Юнир Ҡоланбаев, Таң Хөсәйенов.
Спектакль өҫтөндә эшләгән ваҡытта үҙебеҙ өсөн Кәрим Хәкимовты өр-яңынан астыҡ, уның үҙенсәлекле тормош юлын байҡаныҡ, бәләкәй генә ауылдан сығып, ҙур донъяла абруй ҡаҙанған яҡташыбыҙ, башҡорт егете Кәрим менән ғорурландыҡ. Шуға күрә спектаклде ҡараған тамашасылар ҙа беҙҙең “Ҡыҙыл паша”ны яратып ҡабул иткәндер.
Башҡортостанда тыуған күренекле совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың яҡты иҫтәлегенә арналған сәхнә әҫәре өҫтөндә эшләүселәр һәм премьерала булған тамашасылар фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Айрат Абушахманов, ҡуйыусы режиссер:
“Миңә ҡалһа, Кәрим Хәкимовтың шәхесе бөгөнгө көндә лә аңлап, өйрәнелеп бөтөлмәгән. Ул – Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяға танылған бөйөк шәхес. Күптән түгел тыуыуына 130 йыл тулды. Ижади төркөм менән илсенең тыуған ауылына барғанда, яҡташтарына: “Алла бирһә, спектаклдең премьераһын ҡайҙалыр Мәскәүҙә йә Өфөлә түгел, ә һеҙҙә, геройҙың тыуған ерендә башлап күрһәтәсәкбеҙ”, – тип вәғәҙә биреп ҡайтҡан инек. Һүҙебеҙҙә торҙоҡ – уҙған йылдың 16 декабрендә беҙҙең “Ҡыҙыл паша”ны бишбүләктәр ҡараны. Был символик мәғәнәгә эйә. Кәрим Хәкимов тураһында үҙ һүҙемде мин, режиссер булараҡ, спектакль менән әйттем”.
Әхтәм Абушахманов, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы:
“Бөгөн мин “Ҡыҙыл паша”ны тамаша залында ултырып ҡараным. Тәүгеһендә үҙем төп ролдә уйнағас, был сәхнә әҫәре минең өсөн бик тә ҡәҙерле. Теләйемме-юҡмы, әлеге спектаклде ҡарағанда, барыбер элеккеһе менән сағыштырыу ҙа булды. Спектаклдә элек бергә уйнаған коллегаларым иҫкә төшөп, күңелем тулып, хисләнеп тә алдым. Бөгөнгө спектакль киләсәк быуын өсөн бик әһәмиәтле, ул йәштәргә ынтылыш бирәсәк, тигән фекерҙә ҡарап ултырҙым, сөнки Кәрим Хәкимов – ул һәр ваҡыт, һәр заманда ҙур әһәмиәткә эйә шәхесебеҙ”.
Шамил Вәлиев, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе:
“Был пьесаның тәүге ҡуйылышы премьераһында ла булған инем. Ул ваҡытта мине, 9 йәшлек малайҙы, ҡулымдан тотоп атайым Римзил Вәлиев театрға алып килде. Ул ғүмере буйы ауылдашыбыҙ, алыҫ туғаныбыҙ, СССР-ҙың ғәрәп илдәрендәге тәүге вәкиле Кәрим Ғәбдрәүеф улы Хәкимовтың биографияһын төплө өйрәнде.
Кәрим Хәкимовтың исемен халҡыбыҙға ҡайтарыу, уның данын яҡлау – республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән тормошҡа ашырыла башланы. Уның исеме Шайморатов, Альбанов кеүек бөйөк шәхестәребеҙ менән бер рәттә тора. Онотолған исемдәрҙе ҡайтарыу – ул изге эштәре менән илебеҙ тарихына ҙур өлөш индергән шәхестәребеҙҙең яҡты иҫтәлегенә ҙур хөрмәт күрһәтеү. Спектаклде тәү ҡарағанымдан алып, бына 40 йыл инде, батшалар менән дуҫлашып, яңы тыуған ғәрәп иле менән Совет иле араһындағы дуҫлыҡ һәм сауҙа мөнәсәбәттәрен көйләүгә күп көс һалған Дүсәндән сыҡҡан ябай ғына егеттең образы күҙ алдымдан китмәй. Был юлы премьераға килгәндә, элекке спектакль ҡабатланырмы икән, тигән уйҙар ҙа булды. Пьесаның яңы сәхнә вариантын ҡуйыусы төркөм тулыландырған: Кәрим Хәкимов эшмәкәрлеген өйрәнеүселәрҙең трактовкаларына, яңы документтарға һәм публицистик материалдарға, шул иҫәптән минең дә мәҡәләләргә таянып эш иткәндәр. Шуныһы ла ҡыуаныслы: тамашасылар ҙа спектаклде иҫ киткес йылылыҡ һәм ғорурлыҡ тойғоһо менән ҡарап ултырҙы. Тимәк, спектакль йәшәйәсәк. Халыҡҡа оҡшай торған әҫәр тыуҙы. Спектакль оҡшаны, күңелемдә еңеллек тойҙом. Спектаклгә оҙон ғүмер һәм тамашасы һөйөүен теләйем!”
Зарема Ғиндуллина, Кәрим Хәкимовтың туғаны:
“Был көн минең өсөн ныҡ тулҡынландырғыс, сөнки сәхнәлә үҙ туғандарымды күрҙем. Өләсәйем Мәғниә – Кәрим Хәкимовтың бер туған һеңлеһе. Олатайым Лутфи Ғадилов – уның иң тәүге биографы. Хәүефле ваҡыттарҙа ла уның документтарын һаҡлап ҡалған, тыуған ауылындағы музейын булдырыуға ла күп көс түкте, хәҙерге көндә музей – донъя йәмәғәтселеген йәлеп итеп торған үҙәк, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, сит илдәрҙән дә киләләр. Спектаклгә килгәндә, мин Абушахмановтар династияһын телгә алыр инем: тәүге ҡуйылышта Әхтәм Абушахмановты төп ролдә ҡарағайным, ә бөгөнгө спектаклдең режиссеры – уның улы Айрат Абушахманов, уның да атаһы һымаҡ талантлы шәхес икәненә инандым. Режиссер команда төҙөй алған, артистар бик оҫта уйнай, материалға яңы һулыш биргәндәр, уны яңыса “уҡығандар”. Үҙем һәм ғаиләм исеменән ошо спектаклде сығарыуға күп көс һалған театрға, унда эшләгән һәр кемгә оло рәхмәтемде белдерәм. Кәрим Хәкимовтың исемен мәңгеләштереү маҡсатынан ошондай эштәр башҡарылыуы өсөн республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировҡа, Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зариповҡа рәхмәтлебеҙ”.
Флүрә Мурзина, телетапшырыуҙар алып барыусы:
“Ҡыҙыл паша” спектакленең тәүге сығарылышын – Хөсәйен Ҡудашев, Әхтәм Абушахманов, Фидан Ғафаров, Олег Ханов кеүек көслө артистар уйнаған спектаклде лә ҡарау бәхете тейгән ине. Бөгөнгө спектакль дә шул тиклем юғары кимәлдә барҙы, күҙ йәштәрен тыйып ала алманым: ғорурлыҡ тойғоһонан да, әсенеү хистәренән дә шулай күҙҙәр сыланды. Кәрим Хәкимов – бәләкәй генә ауылдан сыҡҡан башҡорт малайы. Бөгөн уның йәш сағын да күрһәттеләр, шундай кимәлгә күтәрелеп, ике ил араһында дуҫлыҡ булдырып, уңыштарға өлгәшеп, аҙаҡ инде репрессияға эләгеп һәләк булған, үҙебеҙҙә тыуып үҫкән башҡорт кешеһен йәлләп тә, ғорурланып та ҡараным әҫәрҙе. Тәүге сәхнә варианты ҡуйылғанда Нәжиб Асанбаев иҫән ине. Ул саҡта икенсерәк тойғолар кисерелгән ине. Спектакль әлеге көн менән ауаздаш: бөгөн дә ғәрәп илдәре менән дуҫлыҡ ептәрен нығытабыҙ, шуға күрә әҫәр икенсерәк, тәрәнерәк ҡабул ителә. Нисек итеп яҙған Нәжиб Асанбаев ошо әҫәрен?! Спектаклде ҡуйыусыларға ҙур рәхмәт, Башҡорт академия драма театры һәр ваҡыт юғары кимәлдә, үҙенең академия исеменә тап төшөрмәй. Халыҡ спектаклде шул тиклем яратып, ихтирамлы, рәхмәтле булып ҡабул итте”.
Премьера көнөндә театр байрамса төҫ алды. Бөйөк шәхестәребеҙ исемдәренең халыҡҡа ҡайтыуы, ысынлап та, ҙур шатлыҡ! Был шатлыҡты уртаҡлашырға яҙыусылар, журналистар, хөкүмәт етәкселәре, киң йәмәғәтселек, Кәрим Хәкимовтың туғандары һәм яҡындары йыйылды. Шулай уҡ премьераға Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зарипов етәкселегендәге делегация килде, театр фойеһында Кәрим Хәкимов музейы алып килгән “Кәрим Хәкимов – Кремлдең ғәрәп вәзире” тип аталған күргәҙмә эшләне.
Совет Республикаһы менән ғәрәп-фарсы донъялары араһында үҙ-ара мөнәсәбәт урынлаштырыуға тос өлөш индергән данлыҡлы милләттәшебеҙ Кәрим Хәкимов тураһындағы спектакль уның исемен халыҡ араһында киңерәк яҡтыртыуҙа һәм танытыуҙа ҙур роль уйнар, сәхнә әҫәре лә репертуарҙа үҙ урынын табыр, тип ышанабыҙ.
- Динара ҠӘЙҮМОВА