Вил Ғайса улы Өмөтбаев 1938 йылдың 18 февралендә Башҡортостандың Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған. Юғары белемле – 1961 йылда Өфө дәүләт нефть институтын тамамлаған. Нефтсе-инженер. Көньяҡ Ҡаҙағстанда нефть эҙләү экспедицияһы начальнигы, Алжирҙа нефт промыслаларында яңы технологияларҙы производствола һынап ҡараусы белгес. Оҙаҡ йылдар “БашНИПИнефть” берекмәһендә ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. Техник фәндәр докторы, профессор, 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, ете китап һәм егерме биш уйлап табылған асыштар авторы. Ун алты фән кандидаты әҙерләп сығара. Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының почетлы академигы, РФ Яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. “БашНИПИнефть” һәм “Геофизика” фәнни-производство берекмәһе янындағы докторлыҡ диссертацияһы советтарының рәйесе (2000–2003), Өфө нефть техник университетының Дәүләт аттестация комиссияһы рәйесе (2006 – 2013)…
Ябайлыҡтан – бөйөклөккә
Ябай ғына ауыл малайы ошо бейеклектәргә нисек өлгәште икән?! Уйлап ҡараһаң, ғәжәпләнерлек тә бит. Бала сағы хәтәр һуғыш осорона тура килгән, 1941 йылда уҡ атайһыҙ тороп ҡалған малай биш йылға һуҙылған афәттән нисек иҫән ҡала алды икән әле? Был ауыр йылдар хаҡында Вил Ғайса улы үҙе бына нимәләр яҙа: “Әсәй Асҡарҙа ете класты тамамлағас, уны Әлмөхәмәт ауылына уҡытыусы итеп эшкә ебәрәләр. Бында ул Ҡазандан хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан Ғайса Өмөтбаев (1910 йылда тыуған) менән осраша. Улар 1936 йылда өйләнешә. Бер йылдан һуң Ғайсаны Көнбайыш Украинаға хәрби хеҙмәткә ебәрәләр. Әсәй Асҡарҙа ҡала, ә 1938 йылдың яҙында улы Вил менән ире янына килә. Каменец-Подольский һәм Станислав (хәҙерге Ивано-Франковский) ҡалаларында 1941 йылдың 22 июненә тиклем йәшәгәнбеҙ, әйткәндәй, был ваҡытта минең Лена исемле бер йәшлек һеңлем дә була. Һуғыштың беренсе көнөндә атайыбыҙ илебеҙҙең көнбайыш сигендә дошманға ҡаршы торған ғәскәр араһында була. Уҡсылар дивизияһының өлкән политругы дәрәжәһендә ул утлы мәхшәрҙә хәбәрһеҙ юғала. Әсәй, ике балаһы менән күп ауырлыҡтар кисереп, бер айҙан һуң Асҡарға ҡайтып етә…” (В. Өмөтбаев. “Ғүмер юлдары”. Өфө, 2017. - 42-се бит).
Бындағы һәм китаптағы артабанғы яҙмаларҙан күренеүенсә, әле өс йәшлек малай ғына сағында уҡ Вил әсе һуғыш һөрөмөн татыған…
Ниҙәр күрмәнең һин?!
Өс йәшеңдән
Еҫкәгәнһең һуғыш төтөнөн,
Баҫыу башаҡтары һине ҡосоп,
Эйелгәндәр уттан өтөлөп.
Ирендәргә тейә яҙып тора
Һынып ауған арыш башағы.
Өҙөп кенә шуны, уста ыуып,
Эх, килә бит сәйнәп ашағы!
Бала бала инде,
һуғыш тимәй,
Ризыҡ һорай йә һыу таптыра…
Әсә сыҙам! Әммә маҡсатына
Ынтылышына һин аптыра!..
Атайыңдың: “Балаларҙы һаҡла!” –
Тигән һүҙе йәнгә үтерлек.
Балаларҙы һаҡлар өсөн әле
Һаҡлар кәрәк башта үҙеңде.
Атайыңдың һуңғы шул һүҙҙәре
Әсәң өсөн булды васыяттай.
Васыят ҡына микән?! –
Әсәң өсөн
Ил алдында биргән саф анттай!
Һәм әсәйең
Мөхәббәт хаҡына
Үтенесен үтәп иренең,
Балалары өсөн мең ҡат туңһа,
Улар өсөн мең ҡат ирене…
Вил Ғайса улының яҙмаларын артабан уҡыһаң, атаһы тураһында йәнә шул асыҡлана: “Атайымдан ҡәләм менән яҙылған ике генә хат килгән. 1941 йылдың авгусында әсәйем уның һәләк булыуы тураһында хәбәр ала. Атайыма 31 генә йәш була. Бик һөйкөмлө, йыйнаҡ, баҫалҡы кеше булған ул. Уның ҡыҫҡа, әммә сағыу ғүмере үҙ халҡына, Ватанына намыҫлы хеҙмәт итеүгә бағышланған”.
Өмөтбайҙар шәжәрәһе
Әлмөхәмәт – Вил Ғайса улының төп атай-олатайҙары ауылы. Ырыуҙаш-нәҫелдәштәренең күбеһенә фамилия биргән Өмөтбай Яйҡаров бабаларының төйәге. Ә Өмөтбай олаталары ревизия (перепись, халыҡ иҫәбен алыу) ҡағыҙҙары буйынса 1768 – 1840 йылдарҙа йәшәгән. 1812 – 1814 йылғы Ватан һуғышында ғәскәрҙә муллалыҡ хеҙмәтен дә атҡарған тип иҫкә ала торған булғандар ауыл ҡарттары. Ғаиләһендә дүрт ир бала (Әхмәтйән, Мөхәмәтйән, Мөхәмәтвәли, Оморҙаҡ) һәм дүрт ҡыҙ тыуған. Ошо балаларҙан таралған да инде Өмөтбайҙар заты. Әлмөхәмәт ауылы кешеләренең күпселеге – бөрйән ырыуы башҡорттары.
Өмөтбай нәҫеленән тыуған ир-егеттәребеҙҙең ике быуаттан ашыу дәүерҙә илгә һәм халыҡҡа (дингә, мәғрифәткә) тоғро хеҙмәт иткәнлеге билдәле. 1812 – 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында, рус-төрөк, рус-япон яуҙарында, 1914 – 1918 йылдарҙағы Беренсе Бөтә донъя һуғышында ҡатнашалар. Ә Бөйөк Ватан һуғышында бер Өмөтбайҙар затынан ғына ике тиҫтәгә яҡын ир-ат, илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан һаҡлап, яу ҡырҙарында баштарын һала.
Вил Өмөтбаев, нефтсе-инженер булараҡ, ғилми эшмәкәрлектән тыш, ял һәм буш ваҡытын күберәк Асҡар, Әлмөхәмәт, Мөхәмәт, Абҙаҡ ауылдарында туғандары, яҡындары, дуҫтары менән күрешеүгә, ырыу тарихын өйрәнеүгә, ағайы Рамаҙан Ғимран улы төҙөгән Өмөтбаевтар шәжәрәһен тулыландырыу һәм камиллаштырыуға сарыф итә.
2010 йылда Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте ойошторған Шәжәрә байрамында профессор Вил Өмөтбаев ҡатнаша, бай тарихи мәғлүмәттәр йәлеп итеп, республикабыҙға күренекле шәхестәр биргән “Өмөтбаевтар шәжәрәһе” тураһында һөйләй.
В. Өмөтбаевтың юғарыла телгә алынған китабындағы яҙмаларында иң ҡәҙерле кешеләре – атаһы менән әсәһе, ҡатыны Наиләнән башҡа үҙенең яҡындары араһындағы күп арҙаҡлы шәхестәргә арналған ихлас юлдар бар. Ким Әхмәтйәнов һәм уның хәләл ефете Рәйфә Әхмәтйәнова (Ҡудашева), Рамаҙан Өмөтбаев, Рафиҡ Ғибәҙәтов, Сәлимә Өмөтбаева, Лира Шәйхуллина (Өмөтбаева), Мостафа Өмөтбаев, Лена Өмөтбаева, Рәфҡәт Ишҡыуатов, Марат Миянов, Рауил Өмөтбаев, Әсхәт Өмөтбаев, Марат Сәйфиев, Арсен Ғүмәров һәм башҡалар хаҡында ихтирамлы, рәхмәтле, йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәр. Айырыуса Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаев тураһында ул күп яҙған. Бына шул арнауҙарҙың бер нисәүһе генә: “…Шәжәрә буйынса Рамаҙан Ғимран улы менән атайым Ғайса Әхмәтйәр улы дүрт туған булалар. Бынан сығып, ошо юлдарҙың авторы (йәғни Вил Ғайса улы – Ҡ.А.) Рамаҙан ағайға бишенсе быуындағы туған булып сыға, ләкин беҙҙең үҙ-ара мөнәсәбәт бер туғандарҙыҡы кеүек ине…
Ул бөтә яҡтан һәләтле кеше ине. Беҙҙең менән фән, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, көндәлек тормош тураһында ябай ғына, үҙенең фекерҙәре менән бүлешкән кеүек әңгәмәләшә ине. Хәҙер уларҙы баһалап бөткөһөҙ тормош дәрестәре булған икән тип иҫкә алабыҙ…
Рамаҙан Ғимран улы бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелеп йөрөмәне. Уның тормош юлы еңел булманы, бик күп һикәлтәләрҙе осратты ул үҙенең 73 йыллыҡ ғүмерендә. Ләкин береһенә лә бирешмәне, һәр ваҡыт үҙ йөҙө, намыҫы менән ҡала килде… Үҙ милләтен яратты, уның өсөн янып йәшәне, ғүмере буйы халҡына хеҙмәт итте…”
Китабында исемдәре мәңгеләштерелгән туғандары һәм яҡташтары кеүек Вил Ғайса улы үҙе лә һоҡланғыс шәхес ине. Кеше менән һөйләшкәндә бик әҙәпле, үҙен бик кеселекле тота, эреләнеүҙең, һауаланыуҙың әҫәре лә юҡ. Берәй сәфәрҙә булһынмы йәки берәй эш менән мәшғүл сағыңа тура килһенме – ул һәр ваҡыт итәғәтле, ярҙам итергә әҙер, хәл-әхүәл һорашыр, бер ҡасан да һине тормош мәшәҡәттәрендә йәки сетерекле хәлдә яңғыҙыңды ҡалдырмаҫ. Ҡыҫҡаһы, ул ғүмере буйына кеше йәнле кеше булып ҡалды.
Башҡаларға юл яҡтыртыусы
Вил Ғайса улы тураһында уйлағанда уның тормош иптәше Наилә Хажиәхмәт ҡыҙы ла гел иҫтә тора. Улар ярты быуаттан ашыу ғүмер бергә йәшәү дәүерендә бер бөтөн, бер донъя булып, бер-береһен тулыландырып йәшәнеләр. Наилә – улдары Вадим менән Мараттың әсәләре, уларҙың балаларына өләсәй-ҡартәсәй ҙә, шул уҡ ваҡытта ире Вилгә ысын мәғәнәһендә ғүмер юлдашы ла ине.
Был хаҡта Вил ағай үҙенең иҫтәлектәрендә иң мөҡәддәс һүҙҙәрен яҙып ҡалдырған: “Халыҡта шундай әйтем бар: ваҡыт үткән һайын ҡайғылар яйлап уңала бара, һәм ысынбарлыҡ менән килешәһең, яҙмышыңа буйһонаһың. Беҙҙең ғаиләлә, киреһенсә, мин – һөйгәнемде, балалар – әсәһен, ейәнсәрҙәр – өләсәһен, бүлә-бүләсәрҙәр ҡартәсәһен юҡһына. Иҫтәлектәремде Наиләнең һүҙҙәре менән тамамлағы килә: “Башҡаларға яҡтылыҡ өләшеү өсөн үҙем янам, тиҙәр. Ләкин мин ундайҙарҙың янмайынса, башҡаларға оҙаҡ-оҙаҡ юл яҡтыртыуын теләр инем” (2016 йыл, 27 май).
Яңы яҡтан астым
2012 йылда башҡорт әҙәбиәтенең мәшһүр ғалимы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәновтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы Әбйәлилгә килеп төштөк.
Рәсми саҡырылған ҡунаҡтар араһында хеҙмәт ветераны, Ким ағайҙың йәмәғәте Рәйфә Шәйгәрҙән ҡыҙы, уларҙың өлкән ҡыҙҙары Гөлшат Ғәбитова, Ким Әбүзәр улының ырыуҙаш туғаны Вил Ғайса улы Өмөтбаев, яҙыусылар төркөмөндә Башҡортостандың яҙыусылар берлеге идаралығы рәйесе урынбаҫары, әҙибә һәм педагог Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, прозаик Фәрзәнә Аҡбулатова һәм ошо юлдарҙың авторы бар ине.
Район үҙәге Асҡарҙа, тыуған ауылы Әлмөхәмәттә уҡыусылар һәм әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыуҙар бик йылы, ихлас шарттарҙа үтте, хәтирәләргә бай булды. Әлмөхәмәт урта мәктәбендә Әбйәлил районының арҙаҡлы өс әҙибенә – яугир яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаевҡа, ғалим һәм педагог Ким Әхмәтйәновҡа, шағир һәм драматург Рәмил Ҡол-Дәүләткә – музей асҡанда мин үҙемә Вил Ғайса улы Өмөтбаевты “астым”. Быға ҡәҙәр мин уны өҫтән-мөҫтән генә, башҡалар һөйләгәндән ишетеп кенә белгәнмен икән. Әбйәлилдә бергә йөрөп ҡайтҡан ошо сәфәрҙән һуң Вил ағай менән йыш аралаштым (йәшәгән урындарыбыҙ ҙа бер-береһенән алыҫ түгел!), әҙәби-мәҙәни сараларға бергә йөрөнөк. Фатирында ла бер нисә тапҡыр булдым, уның бай рухи донъяһы менән яҡындан таныштым. Миңә ғалимдың киң офоҡтары тағы ла ҡоласлыраҡ асылғандай булды, нефтсе инженерҙың, техник фәндәр докторының башҡорт әҙәбиәтен яратыуы, әсә һөтө менән һеңгән туған теле менән йәшәүе уғата һоҡландырҙы.
Уның һөйләгәндәренә нигеҙләнеп, ата-әсәһенә һәм тормош юлдарына бәйле төрлө хәл-ваҡиғалар солғанышы тәьҫирендә мин “Мөхәммәттә тыуған мөхәббәт” тигән поэма ижад итеп баҫтырҙым (“Ватандаш” журналы, 2018 йыл, № 12).
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдарының береһе, күренекле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Вил Ғайса улы Өмөтбаев (1938 – 2021) ғилми хеҙмәттәрендә генә түгел, ә замандаштары тураһындағы яҙмаларында ла тәрән аналитик фекерле, телгә һиҙгер, күҙәтеүсән, тәжрибәле олпат ғалим, ил ағаһы булып беҙҙең хәтерҙәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.
- Ҡәҙим АРАЛБАЙ