Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
1 Март 2023, 12:45

Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәренә бөгөн 70 йәш

Ул - Башҡортостан Республикаһы үҫешенә тос өлөш индергән шәхес.

Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәренә бөгөн 70 йәш
Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәренә бөгөн 70 йәш

Бөгөн Башҡортостандың  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың тыуған көнө. Уға 70 йәш. Ошо айҡанлы юбиляр ҡотлауҙар ҡабул итә. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та изге теләктәрен еткергән.

Билдәле сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре Константин Толкачев 1953 йылдың 1 мартында Кемерово өлкәһенең Новокузнецк ҡалаһында тыуған. Унда ул 1970 йылда Кузнецк металлургия заводына эшкә урынлаша, ә бер аҙҙан совет армияһына алына.

Артабан СССР Эске эштәр министрлығының Рязань юғары мәктәбендә уҡый, шулай уҡ СССР Эске эштәр министрлығы академияһын тамамлаған.

1977 йылдан 1996 йылға тиклем Эске эштәр министрлығы системаһында етәксе вазифалар биләй. 1996 йылда Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 1999 – 2001 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерацияһы Советының Конституцион ҡануниәт буйынса комитеты ағзаһы була. 1999 йылда Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе итеп тәғәйенләнә, 2003 йылда ҡабаттан һайлана. Шулай итеп, ул инде алты саҡырылыш дауамында республика парламенты етәксеһе булып ҡала. Уны республика халҡы Башҡортостан Республикаһы үҫешенә тос өлөш индергән шәхес итеп белә.

Константин Толкачев - Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, отставкалағы эске хеҙмәт генерал-майоры. Шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” Почет ордены, Салауат Юлаев ордены, 20 миҙал, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының почетлы хеҙмәткәре шәхси ҡоралы менән наградланған. Юридик фәндәр докторы, профессор булып тора. 250-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Константин Борисовичты күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, именлек, ижади ҡомар, тынғыһыҙ эшендә уңыштар теләйбеҙ!

Фото: vk.com/club

 

Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәренә бөгөн 70 йәш
Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәренә бөгөн 70 йәш
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: