Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
3 Март 2023, 14:28

Шағир яҙмышы, шағир хушлашыуы

Тәҡдире алдан билдәле ине...

Күренекле шағир Рәмил Йәнбәктең иҫән сағында үҙе әҙерләгән һуңғы китабы – “Иртә көҙ” (2017 йыл). Шағирға 65 йәш тулыр алдынан донъя күргән был һуңғы йыйынтығы – уҡыусыларына һуңғы сәләме лә ғәжәп – “Хушығыҙ” тигән шиғыр менән тамамлана. Гүйә,  шағир бөтәһен дә алдан күрә, алдан уҡыусыһына “хушығыҙ” тип әйтеп өлгөрә...

 

Хыялдарым, һаубуллашам

Һеҙҙең менән мәңгегә.

Нисә йылдар, тоғро ҡалып,

Ҡанат булдығыҙ миңә.

Шағир яҙмышы, шағир хушлашыуы. Әллә ул ысын шағир булдымы икән, әллә шулай ысын, мәшһүр шағирҙар яҙмышын уртаҡ­лаштымы? (Эргәбеҙҙән оло әҙип үтте, ә беҙ, тереләр, быны һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ бит). Есенинса, “в этой жизни умирать не ново, да и жить, конечно, не новей”, – ти, гүйә,  шағир. Йәлилсә, “ғүмерем минең моңло бер йыр булды – үлемем дә яңғырар йыр булып...” Рәшит Назаровтың “Йөрәге”ндәгесә:

Оҙон коридорҙан атлап киләм,

Бик оҙон ул, оҙон коридор;

Аҙағында, бәлки, яҡтылыҡтыр –

Тик ул инде миңә барыбер.

Ысынында, Рәмил Йәнбәк ошондай шағирҙар ҡоронан ине, ә йәмәғәт битараф, был хәлгә иғтибар ҙа итмәне. Шундай донъя, шундай заман – алға елә генә, шиғырға, яҙмаға, туҡтап, иғтибар ҙа итмәй, әҙәбиәт тигән оло ғаләмде күрмәй ҙә, белмәй ҙә; әллә күрмәмешкә һалыша.

Рәмил Йәнбәктең был һуңғы йыйынтығы, ысынлап та, шағирҙың тормош менән, уҡыусы менән хушлашыуы ул... Ҡарағыҙ, йыйынтыҡтың һәр бөртөгө – һәр шиғыр йөрәк ҡанына манып яҙылған, мин дә уны “Хушығыҙ” шиғырынан уҡый башлайым, Ҡөрьән Кәримдәгеләй, китаптың киреһенән төшәм. Улар – йөрәк пәрҙәһен йырып сыҡҡан поэзия гәүһәрҙәре, һәр береһе йөрәк осҡоно, утлы күҙ йәштәре:

Әсәкәйем, берҙән-берем,

Алтындарҙан-алтын әсәйем,

Ниңә шундай йөрәк бирҙең –

Моң, һағыштарымдан сәсәйем.

Үҙемдең юрауымса, мин шағирҙарҙың кемлеген уның бер нисә юл шиғырын ятлап алһам, – шунан инанам. “Хушығыҙ” шиғырҙар шәлкеме (бөгөн шул хаҡта ғына һүҙ) гел бер күңел торошо, бер осорҙо ғына үҙ эсенә алған кеүек. Унда шағир гел үҙенең күңел хәлен, кисерештәрен һөйләй: алда буласаҡ көн, алдағы үлем хаҡында йыш телгә ала.

Ялған һүҙҙәр аша бөтәгеҙгә

Мин яҡшы ла, бәлки, булырмын;

Юҡ, юҡ, дуҫтар! Мин, моғайын, шағир,

Теҙгенһеҙ бер шағир сүрәтендә

Япа-яңғыҙ көйө һулырмын...

Шағир үҙенең буласаҡ үлеме хаҡында яҙһа ла, тормош менән хушлашһа ла, юҡ, берәүгә лә уның ауырлығын, үҙ зарын һалырға теләмәй.

Аптырама: әгәр минең йөрәк

Тулған булһа әрнеү, һағышҡа;

Күптер унда кешеләрҙе һөйөү,

Тик урын юҡ ләғнәт, ҡарғышҡа.

Тын алғанда – йәшәп ятам булыр,

Тамуҡ булмаҫ – ғазап ҡаплаһа ла;

Мин китеүҙән донъя етем ҡалмаҫ,

Һөйөү йәшәр, уны тапмаһам да.

Хыялый шағир, тәҡдире алдан билдәле әҙип. Үҙенең яҙмышын, хәтәр тәҡдирен яҙа. Улай тиһәң, ул бит ҡәҙимге бер кеше ине, беҙҙең арабыҙҙа йөрөп ятты. Эйе, уның менән һин дә мин ҡатышып йәшәнек. Бергә уҡыныҡ, ҡатыны ла беҙҙең төньяҡ-көнсы­ғыштың ҡыҙы ине; бөтә тормошо тиерлек күҙ алдымда уҙҙы... Дуҫтары ла минең дуҫтарым ине: мәҫәлән, табип Жәүәт Ғайсин... “Бөркөт саңҡыуы” шиғыры... Минең хәләлем дә – уның тыуған яғынан, Оло Эйек буйынан. Эйе, беләм, ул үҙе лә был хаҡта асығын әйтә.

Һөйҙөм, һөйҙөм.

Өҙөлөп һөйҙөм һине.

Уйламаным – тағы отолдом.

Ҡабат сыҡмам һөйөү алышына:

Хәмер томанында онотолдом.

Ул шағир ине, ул ҡыҙҙар һәм хәмер яратты, шуларҙың үҙен бөйөк иткәнен дә, бәләкәй яһағанын да белә ине. Шағир башына көсәнеп мал тапты, ағас ултыртты, оло ҡала эсендә өс бала үҫтерҙе. Хәсрәтен дә, хәтәрен дә күп күрҙе:

Беҙ атайһыҙ үҫтек.

Инде килеп

Олатайһыҙ үҫә балалар.

Бала ҡайғыһын да, ҡатыны вафатын да кисерҙе, яңғыҙлыҡ – дуҫым, хатта асылым, тине.

Бөтәһе лә үтте, бына хәҙер – “Хушығыҙ” шиғыры... Ул иле, һөйөклө халҡы менән хушлаша.

Иҫ киткес өс шәп йыр яҙам әле,

Атам, әсәм, ерем, Тыуған илем,

Ғәзиз йәрем, – һинең турала.

Ул йәре, йәрҙәре, ҡыуаныстар, – донъяһы менән һаубуллаша.

Уны “мөхәббәт шағиры” тип атанылар. Кешеләр, тәнҡитселәр, бәғзе бер ҡәләмдәштәре шулай тип юраны, ләкин ул иң элек психологик шағир, фәлсәфәүи шағир ине. Ул халҡы яҙмышының хәтәрлеге, уның көнитмешенең һыҙланыулылығы хаҡында яҙҙы, күңеленең әрнештәрен, бәндә ғүмеренең бик тә, бик тә аяныслылығы, кеше ғүмерҙәренең фанилығы хаҡында һыҙланып, кисереп һүрәтләне. Һәр шиғыры – йөрәк ҡағышы, һәр береһе, ысынлап та, йөрәк ҡанына манып яҙылған шул. Бына шундай әҫәрҙәрен яҙып өлгөрөп ҡалды, шуларҙы халҡына, уҡыусыһына йәдкәр итеп хушлашты шағир тормош менән. Өлгөрҙө, уҡыусы ҡулында хәҙер ул йәдкәр – “Иртә көҙ” йыйынтығы.

Йәйем менән яңы хушлашҡайным,

Керәм хәҙер һары көҙҙәргә;

Ғүмер тигән мәл дә елеп үткән,

Ни арала донъя үҙгәргән.

Һауаларҙа хәҙер уның йәне, ә шиғыры – беҙҙең ҡулдарҙа. Рәхмәт, шуның өсөн, шағир, һин, моғайын, был ерҙән бөтә бурыстарыңды үтәп, бөтәһен күреп, тойоп, кисереп киткәнһеңдер. Был тормошта, был мәңгелектә кешенән бары йыр, хәтер-иҫтәлек ҡала.

Ер сигенә етеп, аяҡтарҙы

Һәлендереп кенә ятаһы;

Һуңғы һулыш алыр мәлем еткәс,

Тыуған илгә нисек ҡайтаһы?

.................................................

Хыял – ул яҙҙар юлдашы,

Ә көҙҙәр ҡырыҫ була.

Арыным хыялдарҙан.

Йөрәккә ҡан-йәш тула.

Көҙҙәр бит ҡырыҫ була.

- Ринат КАМАЛ

 

Мәңге балҡы, Башҡортостан!

 

Моңдарымдың моңо һиңә,

Башҡортостан – төйәгем һин.

Һиндә тыуып, һиндә үҫтем,

Берҙән-берем, йөрәгем һин.

 

Һулап туймаҫ – һауаларың,

Йомарт ерең – иҫ китмәле!

Байлығыңды һанар өсөн

Белеп торам һүҙ етмәҫен.

 

Баҫыуҙарың, диңгеҙ төҫлө,

Иҫкән елгә тулҡын һирпә.

Башын эйгән башаҡтарҙа

Бөртөк-бөртөк йәшәү тиртә.

 

Хазинаға, Башҡортостан,

Һәр тарафың һинең тулы.

Ҡабынғанһың илкәйемдең

Күкрәгендә йондоҙ булып.

 

Уйымда һин, ҡанымда һин.

Башҡортостан – ғәзиз әсәм.

Халҡыңа көс-ҡеүәт биреп,

Мәңге балҡы, мәңге йәшә!

 

* * *

 

Мин уттарға яҡтым үткәндәрҙе,

Көлөн һиптем таңғы елдәргә.

Үкенес йә һағыш булып улар

Хәтеремә кисен килгәндәр.

 

Ергә күмдем хәтирәләр гөлөн,

Ҡарҙар һибеп, боҙға ҡатырҙым.

Үҙем көттөм умырзая булып

Яҙын улар кире ҡайтырҙы.

 

Шыңшып ыҙалатҡас, ташҡа бәйләп,

Кисәгемде һалдым һыуҙарға.

Төн уҙыуға, күлдең һөлөгөләй,

Йәбешеп сыҡты таңғы уйҙарға.

 

Бөгөнгөнөң башы – кисәгелә,

Ташлап китеп булмай үткәнде.

Бөгөнгөмә ҡарап самалайым

Иртәгәлә нимә көткәнде.

 

Ижадсы дуҫтарға

 

Ижад менән илһам...

Ике һүҙгә

һыйған төҫлө сәхнә донъяһы.

Күңелдәргә дәрт, наҙ илтеүсегә

Ниҙән генә һәйкәл ҡояһы?!.

 

Йөрәге саф сәхнә кешеһенең,

Яҡын күрә бөтә-бөтәһен.

Тик ҡайһы саҡ үҙен һаҡлай белмәй,

Белмәй алда нимә көтәһен.

 

Алтын-көмөшө юҡ ижадсының.

Тел, һүҙ биргән халҡы. Башҡаһын.

Әммә улар сикһеҙ бәхетлеләр:

Улар — оло сәнғәт батшаһы.

 

Моғайын да, илһам — халҡыбыҙҙан,

Күктәр тарафынан бирелгән.

“Халыҡ һүҙен ҡабат кешеләргә

Илтегеҙсе, зинһар!” – тиелгән.

 

Гелән көләс ҡала ижадсылар,

Ут йотһа ла ҡай саҡ эсенән.

Илһамдары күсһен ошо залға,

Нур алығыҙ улар хисенән!

Рәмил ЙӘНБӘК

Читайте нас: