Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
3 Март 2023, 13:29

Шахмат – уның өсөн ғаләм

Хөрмәт спорттың ошо төрөн үҫтереүгә тос өлөш индерә.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Хөрмәт Фәхретдинов – районыбыҙҙа ғына түгел, тотош республикабыҙҙа киң билдәле шәхес. Ул үҙенең ауылының һәм тыуған районының илһөйәре. Минеңсә, уға хас һыҙат – ғәҙеллек, тоғролоҡ һәм әйткән һүҙендә тороу. Яҡташыма ике йөҙлөлөк хас түгел, киреһенсә, ул тура һүҙле, шуға ла ауылдаштары, коллегалары, туғандары, дуҫ-иштәре араһында оло абруй ҡаҙанған. Хөрмәт Хөснөлхаҡ улын оҫта етәксе булараҡ та беләбеҙ. Кәрәк булһа, ул – йырсы, бейеүсе, шиғырҙы тасуири һөйләүсе, хатта рус классиктарының ҡайһы бер әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе лә яттан һөйләргә ярата. Аҡһаҡалға уҙған ғүмере өсөн бер ҙә зарланырға урын юҡ, сөнки бар булмышы менән халҡына хеҙмәт итте һәм күптәр өсөн өлгө.

Ул Ейәнсура районының “Маҡ­таулы тыуған яғын өйрәнеүсе” исеменә лайыҡ булды. Башҡорт Үргене (халыҡ телендә – Үрген) ауылы, Ейәнсура районы, ғөмүмән, тыуған яғы тураһында гел ҡыҙыҡ­һыныу менән йәшәй.

Алда әйтеп үтеүемсә, Хөрмәт Хөснөлхаҡ улы бер ваҡытта ла инанған принциптарына хыянат итмәне – ябай Коммунистар пар­тияһы һалдатынан Ейәнсура районы коммунистарының етәксе­һенә әүерелде, ә ниндәй осорҙа бит!

Һәр кемдең күңеле һөйгән шөғөлө була. Мәҫәлән, Хөрмәт абзый шахмат уйнарға әүәҫ. Был спорт төрө буйынса ул – районыбыҙҙа ХХ быуаттың икенсе яртыһында һәм ХХI быуат башында бер кемгә лә алдынғылыҡты бирмәне. Күп тапҡыр райондың абсолют чемпионы титулын яуланы, беренселектән төшмәне, шахмат ярыштарының алмаштырғыһыҙ баш судьяһы ла ине. Хөрмәт Фәхретдинов районыбыҙҙа йәш быуынды шахмат өлгөһөндә тәрбиәләй, бер һүҙ менән әйткәндә, үҙе лә шахмат уйынында остазға әйләнде.

Хөрмәт Фәхретдинов – ижад кешеһе лә. Төрлө юғары урындарҙа яуаплы вазифалар биләгәндә лә, ул төп эшенән тыш, ауылдаш­тарының ҡыуаныстарын уртаҡла­шып, район гәзитендә бихисап фәһемле мәҡәләләре менән йыш сығыш яһаны, Үрген ауылының тарих биттәрен тергеҙҙе, уны даими тулыландырҙы. Ике китап авторы икәнен, бәлки, ҡайһы берәүҙәр белмәйҙер ҙә. Беренсеһе “Шахмат уйыны ла тормош һымаҡ” тип атала, икенсеһе – “Минең ырыу-нәсәбем”. Ошо баҫмалар халыҡ араһында тиҙ таралды.

Бөгөнгә тиклем шахмат уйыны менән мауығыуын ташламағас түгел, ә дауам иткәс, уның был уйын төрөнә ҡасандан бирелеүе тураһында төпсөндөм.

– 1949 йылдың йәйендә ике туған ағайым Салауат Абдуллин Ленинград (хәҙер – Санкт-Петербург) хореография училищеһында уҡыған осоронда ауылға каникулға ҡайтҡайны, – тип башланы һүҙен әңгәмәсем. – Миңә ул саҡта ни бары 16 йәш кенә ине. Тап ошо туғаным мине шахмат уйнарға өйрәтте лә инде. Ләкин X класта ла, артабан мәктәптә пионервожатый булып эшләгәндә лә, институттың I курсында ла ни өсөндөр шахматта уйнарға тура килмәне. Ә бына II курста мин ятаҡҡа күстем һәм беҙ йәшәгән бүлмәлә тарих факультеты студенты оҫта шахматсы Зәки Яҡшымбәтов исемле егетте осраттым. Уның мәктәп-интернатта алған яҡшы әҙерлегенә һоҡландым, өҫтәүенә, шахматы ла, методик ҡулланмалары ла бар ине. Беҙ бергәләшеп теорияны өйрәндек, шахмат оҫталарының партияларын анализланыҡ һәм үҙ-ара уйнай башланыҡ. Беренсе урында минең өсөн уҡыу булыуына ҡарамаҫтан, шахмат та мине үҙенә ғашиҡ итте. IV курста саҡта уҡ институттың йыйылма командаһы составында, юғары уҡыу йорттары командалары араһында, I урын алдыҡ.

Өлгөр кеше шулай булалыр ҙа инде, етмәһә, ул институттың йәмәғәтселек эшендә әүҙем ҡатнаша, саңғы секцияһына йөрөй һәм бал бейеүен дә өйрәнә. Әйткәндәй, 1956 йылда мәктәптә эшләй башлауының беренсе йылында уҡ Хөрмәт абзый шахмат уйыны буйынса район чемпионы исемен яулаған, зона чемпионаттарында еңеп сыҡҡан. Яуаплы вазифалар биләүенә ҡарамаҫтан (завуч, мәктәп директоры, инспектор һәм мәғариф бүлеге етәксеһе, мәғариф профсоюзы ойошмаһы рәйесе), районда уҡыусылар һәм уҡытыусылар араһында чемпионат үткәрергә һәр саҡ ваҡыт тапҡан, үҙе уйынсы ла, судья ла булған. Беҙҙең район шул осорҙа беренселәрҙән район-ара шәхси-команда берен­селегенә шахмат ярыштары ойоштора башлаған. Сәмле бәйгелә Әбйәлил районынан башлап Мәсетле районына тиклем, хатта Ырымбур өлкәһенән дә көслө шахматсылар ҡатнашҡан. Аҙаҡтан ул башлаған инициативаны башҡа райондар ҙа эләктереп алған. Бер һүҙ менән әйткәндә, шахмат донъяһы, ысынлап та, ул осорҙа ҡайнап торған.

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында СССР тарҡалыуға бәйле, районда төрлө спорт ярыштары һүрелә биреп ҡуйҙы. Уның ҡарауы, Хөрмәт Хөснөлхаҡ улы инициа­тиваһы менән шахмат ярыштары аҡһаҡалдың өйөндә, Үрген ауылында, 30 йылға яҡын уҙғарылды. Инде район-ара турнир традицияһына әйләнгән был уйын төрөн ул йыл һайын үҙенең тыуған көнөнә бағышлап, ғинуар айында һаман да үткәрә. Унда Хәйбулла, Йылайыр, Күгәрсен, Ейәнсура, хатта Ырымбур өлкәһенән иң көслө шахматсылар ҡатнаша, уларға аҡсалата приз­дарҙы шахмат ветераны үҙ иҫәбенән тапшыра.

Дөрөҫ, һуңғы йылдарҙа район хакимиәте етәкселеге, спорт бүлеге, Яңы Петровка ауыл биләмәһе башлығы Илфат Аҡсурин Хөрмәт Хөснөлхаҡ улына хөрмәт йөҙөнән был турнирҙы ойоштороуға ныҡ булышлыҡ итә, кубок һәм грамоталар бирә һәм, әлбиттә, тыуған көндәре менән ҡотлап, бүләктәр ҙә тапшыра. Бөгөн Ейәнсура районында шахмат спорты йәшәй икән, тимәк, уның өсөн беҙ Үрген аҡһаҡалы Хөрмәт Хөснөлхаҡ улына бик тә рәхмәтлебеҙ!

- Миҙхәт АҪЫЛБАЕВ
     Ейәнсура районы

Читайте нас: