Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
4 Апрель 2023, 10:46

Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың героик яҙмышы хаҡында яҙҙы

Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың героик яҙмышы хаҡында яҙҙы.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Милләттәштәре, тыуған төйәгендә яҡташтары уларҙы бер ҡасан да онотмай, ҡәҙерле ҡомартҡы итеп күңел түрендә һаҡлай. Шундай шәхестәрҙең береһе – күренекле яҡташыбыҙ, фронтовик яҙыусы Зәйни (Зәйнетдин) Рафиҡов. Яңыраҡ уның тыуыуына 100 йыл айҡанлы тыуған төйәге Мәләүез ерендә, Корнеевка ауылы мәҙәниәт усағында хәтер кисәһе уҙҙы. Әлеге республика күләмендәге мәртәбәле сараға ҡәләм оҫталары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, әҙиптең ауылдаштары, туғандары, балалары, мәктәп уҡыусылары йыйылды.

Сара башланмаҫ элек, шәхескә арналған күргәҙмә менән танышҡан арала, Зәйни Рафиҡовтың ҡыҙҙары менән аралашыу форсаты тейҙе. “Атайыбыҙ һәр бурысҡа яуаплы ҡарай торғайны. Тәртип яратты, беҙҙе лә һәр эште аҙағына еткерергә өйрәтте”, – ти ҡәҙерле ҡунаҡтар. Ҡыҙҙары ла Зәйни Рафиҡовтың тәүге һөнәрен – педагогияны үҙ иткән, барыһы ла юғары белемле. Нәфисә апай –- башланғыс кластар уҡытыусыһы, Рәйсә апай – немец, Римма ханым инглиз телен үҙ иткән. Иң бәләкәй һеңлеләре Лариса медицина өлкәһен һайлаған.

Хәтер кисәһен асып, Корнеевка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Татьяна Михайлова хөрмәтле яҡташтары менән ғорурланыуын белдерҙе. Күренекле яҙыусы, шағир Булат Рафиҡовты, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Гөлсөм Иҫәнғолованы, СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби осоусыһы Зөбәйер Иҫәнғоловты, ялан батырҙары булараҡ танылған Ғилметдин һәм Тәхәүетдин Йәмилевтәрҙе иҫкә алды.

– Ауыл хакимиәтенә ҡараған һигеҙ ауыл араһында Дәүләтҡол – боронғо башҡорт ауылдарының береһе, унда үҙ еренә тоғро, әүҙем халыҡ йәшәй. Йыш ҡына “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” һәм башҡа төрлө байрамдар үткәрелә. Былтыр Корнеевка ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып, өсөнсө урынға лайыҡ булды. Төбәк төҙөкләндерелә, былтыр “Ашҡаҙар” хужалығы етәксеһе Илдус Хәлитовтың ярҙамы менән Булат Рафиҡов исемендәге урамға асфальт йәйелде. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” программаһына ярашлы, Дәүләтҡол ауылы клубында йылытыу системаһы алмаштырылды, – тине ул.

Һуңынан сәхнә түренә “Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһе етәксеһе Мәрйәм Күсмәева, ҡаланың Мөхәмәт­ша Буранғолов исемендәге китапхана белгесе Рәзилә Ҡотлогилдина күтә­рел­де. Улар арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың бөгөнгө йәштәргә ҡомартҡы булып ҡалған ижадын барланы.

– Замандаштары хәтерендә Зәйни Рафиҡов илһөйәр, ижады тыуған яҡҡа һөйөү менән һуғарылған талантлы публицист булараҡ иҫтә ҡалды. Ул Совет армияһы һалдаттары һәм офицерҙарының – Ватанды һаҡлау­сы­лар хаҡында күп яҙҙы. Тәүгеләрҙән булып Александр Матросовтың үлемһеҙ батырлығын ҡабатлаған Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың героик яҙмышы хаҡында, яуҙа ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ тураһында ҙур очерктар, иҫтәлектәр ҡалдырҙы. Уның “Мәләүезем –- ғәзиз ерем” документаль китабы энциклопедияға торошло, – тине Мәрйәм Тимерхан ҡыҙы үҙенең сығышында.

Зәйнетдин Фәсхетдин улы ҡәләм­дәштәре күңелендә тик яҡшы яҡтан иҫтә ҡалған. Ул йәш журналистар менән бай тәжрибәһен уртаҡлашҡан, изге эштәре яҡты хәтер ҡалдырған. 2002 йылда  уның исемендәге әҙәби премия булдырыла, лауреат исеменә Булат Рафиҡов лайыҡ була.

Зәйни Рафиҡовтың ҡыҙҙарының кисәләге сығышы тамашасыларға тәрбиәүи тәьҫир итте.

– Атайымды хеҙмәте буйынса яҙмыш еле төрлө яҡҡа ебәрә. Шуға ла Рәйсә – Мәскәү, мин һәм Римма – Өфө, Лариса Будапешт ҡалаһында донъяға килгәнбеҙ. Хәҙер уйлайым да, мәғлүмәтле атайыбыҙ беҙгә интернетты алыштырған, тигән һығымта яһайым. Ауыл хужалығы өлкәһенән­ме, тарихи дәлилдәрҙеме – күп мәғлүмәтте иң тәүҙә унан ишетә инек. Ул беҙҙең ғилемле булыуыбыҙҙы теләне. Атайыбыҙҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнек, был сараға килгән уҡыусыларҙын да юғары белемгә өлгәшеүен теләйбеҙ, – тине шәхестең өлкән ҡыҙы Нәфисә ханым.

Хәтер кисәһендә Зәйни Рафиҡов һүҙҙәренә яҙылған йырҙар, шиғырҙар яңғыраны. Әҙәбиәт һәм сәнғәт һөйөүселәр Корнеевка күп функциялы мәҙәниәт усағы мөдире Зөлфиә Ғарипова һәм “Ашҡаҙар”, “Миләш”, “Ауыл таңдары” үҙешмәкәр коллективтары әҙерләгән сағыу сығышты бик йылы ҡабул итте.

 
Әҡлимә ИМАМОВА

Мәләүез районы.

Читайте нас: